Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Апрель 2017

Хәлит Сөләймәнов менән әңгәмә

Сибай сәнәғәт ҡалаһы ғына түгел... мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт үҙәге лә

Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ үткән юлына күҙ һалғанда, унда тау, машиналар эшләү сәнәғәте, мәғдәнселек үҫешенә бәйле тиҫтәләгән яңы ҡала барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда 100 йыл эсендә Учалы, Белорет, Туймазы, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама, Яңауыл, Баймаҡ тап шул рәүешле ҡалҡып сыҡҡан.
Уларҙың береһе – Сибай. Башҡорт Википедияһында был ҡала “Башҡорт Урал аръяғының сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге” тип билдәләнгән. Уға ХХ быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлауға бәйле нигеҙ һалынған. 1938 йылда “эшселәр ҡасабаһы” тип атап йөрөтөлә, 1955 йылда республика әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. 

Артабан уҡырға


Март 2017

Т. ҠОРМАНОВА

“Үҙемдеке түгел минең, Илемдеке – үҙәктә”

“Арағыҙҙа яҡшылыҡҡа өндәп, яманлыҡтан тыйып йөрөгән йәмәғәт булһын. Шундай өммәт кенә өҫтөнлөк табыр, уңышҡа өлгәшер”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Данлы, шанлы тарихы, өлгө алыр бөгөнгөһө һәм ышаныслы киләсәге булған, милләт-ара татыулыҡ үрнәге күрһәткән төбәгебеҙ халҡы борон-борондан һүҙ, изге ғәмәлдәр, хеҙмәт көсө менән хаҡ юл ярып, алдан әйҙәп барған рухлы, фекерле замандаштарына таянған, уларҙы йәшәү маяғы итеп алған. Бөгөнгө йәмғиәтебеҙ ҙә ошондай сифаты менән ҡеүәтле. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ икәненә, ниндәй генә хәлдә лә асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡлауҙың, милләт бәҫен юғары тотоуҙың ҡиммәтенә төшөндөрөп йәшәгән зыялыларыбыҙ бар арабыҙҙа.

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Ил-йорт ғәме

Был – Баймаҡ йөмһүриәте, Был – Баймаҡ ҡағанаты!..

Баймаҡ еренең республикабыҙ, халҡыбыҙ тормошондағы әһәмиәтен ҡыҫҡа ғына итеп билдәләү талап ителһә, моғайын да, күренекле шағирыбыҙ, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктән дә тапҡырыраҡ итеп әйтеп булмаҫтыр. Уның “Баймаҡҡа йыр” тигән шиғырын тулыһынса килтерәбеҙ:
Ҡаҙ ҡанатҡайҙары кеүек,
Офоҡтары ҡатлы-ҡатлы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Нурмөхәмәт МАНСУРОВ

ТАУЛЫ ТӨБӘК БЕҘГӘ ЙӘНТӨЙӘК

“Унда, Ағиҙел аръяғында, шундай матур урындар бар – һоҡланыуҙан “аһ” итерһең, йөҙ тапҡыр “аһ” итерһең!” – тип яҙған бөйөк урыҫ яҙыусыһы Максим Горький, Урал тауҙарына сикһеҙ һоҡланыуын белдереп. Күккә ашҡан ҡая-тауҙар, ҡалын урмандар, сылтырап аҡҡан саф шишмәләр... Ошондай тәбиғәте менән күңелдәрҙе әсир иткән төбәктәрҙең береһе – биләгән майҙаны буйынса Башҡортостанда иң ҙурҙарҙан һаналған Белорет районы. Республикабыҙ тормошондағы әһәмиәте, дөйөм үҫешкә индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ уның.
Асфальт, һауа, тимер юлдары буйлап Белорет ере аша үткәндә, ысынлап та, йөҙ тапҡыр “аһ” итәһең. Район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич МИРОНОВ менән әңгәмәбеҙ тап ошо һоҡландырыр ҡеүәттең серҙәре, төбәктең үткәне, бөгөнгөһө хаҡында.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

“БАШҠОРТОСТАН БЫНДА БАШЛАНА...”

Дан Хәйбуллам – сал дәүләтем,

Ҡурғандарым, ҡылғаным,

Ҡурай иле, руда иле,

Таналығым, Һаҡмарым!

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Хәйбулланың данлыҡлы улы Ҡәҙим Аралбайҙың “Хәйбулла” тигән шиғырынан алынды был юлдар. Унда шағир тыуған ерен “Сал дәүләт”, “Ҡурай иле”, “Руда иле” тип атай. Өс кенә хәрефтән торған “сал” һүҙенә бик тәрән һәм киң мәғәнә һалынған. Сал – ул боронғолоҡ билгеһе, тарихтың иң тәрән 

Артабан уҡырға


Июль 2016

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

КИТАПЛЫ МИЛЛӘТ – ҠУРСАУЛЫ МИЛЛӘТ

Кеше аңының иң бөйөк ҡаҙанышы булған китап хаҡында бик күпте һөйләргә мөмкин. Әгәр уны иң ябай һүҙҙәр менән аңлатыу талап ителһә, моғайын, аҡыл һәм тәжрибә тупланған йыйынтыҡ, тип тә атарға булыр ине. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов менән ҡорған әңгәмәбеҙ китап, әҙәбиәт, ижад, матбуғат баҫмалары һәм улар тирәһендәге мәшәҡәттәр, проблемаларға бәйле барҙы.

– Шундай риүәйәт бар. Бер илдең батшаһы өлкән йәштәге кешеләрҙе үлтерергә бойороп фарман сығарғас, ғәскәрҙең йөҙбашы үҙенең атаһын һандыҡта йәшереп алып ҡалған. Бөтә өлкәндәр юҡ ителгән, 

Артабан уҡырға


Август 2016

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Иң ҙур бәхет

Яңы рубрикабыҙҙы күренекле шағирә, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының IV – V саҡырылыш депутаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова менән әңгәмәнән башлап ебәрәбеҙ.

– Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, һеҙҙең тыуған төйәгегеҙ – Хәйбулла районының Аҡъюл ауылы – янында Һаҡмар менән Йылайыр йылғалары ҡушыла ла Ырымбур тарафтарына бергәләшеп юллана. Был йылғалар янында йөрөгән кеше шуға ла шаһит: далалар аша ҡояшта ирәйеп аҡҡан Һаҡмарҙың һыуы йылы, йомшаҡ, буръяғыраҡ, ә башлыса урман-тауҙар, көнтөшмәҫ шырлыҡтар аша юрғалаған Йылайырҙың һыуы теште 

Артабан уҡырға


12