Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Василь БЫКОВ

Пасха йомортҡаһы

Хикәйә

Уның фамилияһы Выползков ине: һуғыштан һуң килеп төпләнгән был ҙур, юл буйлап һуҙылған белорус ауылын да Выползок* тип атанылар. Был ҡушаматҡа ул тиҙ өйрәнде, ғәҙәттә, ярһып, йыш ҡына екереп, ҡайһы берҙә яуабына уҫал һүгенеү һүҙҙәре лә өҫтәне. Ләкин уның нисек яуап ҡайтарыуы барыбер ине – һуғышта кешеләр һүгенеүгә лә, ҡысҡырыуға ла өйрәнде – үҙҙәренекенә лә, полицайҙарҙыҡына ла, немецтарҙыҡына ла, шулай уҡ партизандарҙыҡына ла. Кешеләр өйрәнде, мал-тыуар күнекте, бигерәк тә аттар. Ҡайһы береһе һүкмәйенсә урынынан да ҡуҙғалмай, ҡарты ла, йәше лә, ир-аттар ҙа, бисә-сәсәләр ҙә берҙәй һүгенергә оҫтарып алды. Түрәләрҙе әйтеп тораһы ла түгел.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлсирә Шафиҡова

Бер ҡабым ғына...

Хикәйә

1943 йылдың авгусында ун һигеҙ йәше саҡ тулып өлгөргән Әхиәргә лә повестка килтереп тотторҙолар. Егет быны ғәҙәти ҡабул итте: “Китергә икән, китергә!“

Ир-атһыҙ йорттар күптән етемһерәп, бушап ҡалған: бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡарт-ҡоро. Эйе, ир-ат юҡлығы ныҡ һиҙелә: унан-бынан яғырға тип ситәндәр һүтелеп алынған, бағаналар ауған, буяуҙары ҡубып төшкән тәҙрә ҡапҡастары ала-сола... Өй эргәләрендә – кесерткән, алабутаның әҫәре лә юҡ – яраҡлы үләнде халыҡ күптән ашап бөткән.

Хәллерәктәр ҡырҙа, ырҙын табағында булғас, Әхиәрҙе оҙатырға туған-тыумасалары, күршеләре генә йыйылды. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сафуан Әлибаев

Күренекле шағир Сафуан Әлибай үҙенән һуң бай ижади мираҫ ҡалдырҙы. Уның блокноттарында, дәфтәрҙәрендә бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙары бик күп.

Һүҙгә, шиғриәткә үтә лә талапсан шағир, бәлки, уларҙың барыһын да уҡыусы хөкөмөнә сығарырға кәрәк тә тапмағандыр. Бәлки, ғүмер буйы көнө-төнө эш өҫтөндә ҡайнаған кеше булараҡ, ваҡыты ла булмағандыр... Шуларҙың бер ни тиклемен уҡыусы хөкөмөнә еткерге килде.

 

                Фәрҙиә Әлибаева,

                               шағирҙың тормош юлдашы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гүзәл Хамматова

Алтын бөртөктәрен таратып…

(Яныбай Хамматовтың тыуыуына – 90 йыл)

Атай тураһында уйлағанда, уның яҙмаларын ҡарап ултырғанда һәр саҡ уның тәрән мәғәнәгә эйә ҙур күҙҙәренең ҡараштарын, асыҡ һәм матур йылмайыуын тоям. Әйтерһең, ул минең эшмәкәрлегемде күҙәтеп, ҡеүәтләп йәки тәнҡитләп тора. Һәм, үҙенән үҙе хәтирәләргә биреләһең.

Атайыбыҙ бик йомарт һәм ҙур булмаған ғаиләһе өсөн өҙөлөп торҙо. Ғаилә менән күмәкләп – әсәй, мин, ейәнсәре һәм улы кеүек күргән кейәүе йыйылған саҡта ихлас һөйөнә, был бәхеттең үҙе бит, тип һанай торғайны. Ә кемебеҙҙер ҡайтырға сыҡһа, тәҙрә янына барып, ҡараштары менән оҙатып ҡала. 

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Халыҡсан шағирҙар ғына...

(Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына – 75 йыл)

Бер төркөм яҙыусылар менән Бөрйән районында йөрөп ҡайттыҡ. Был төбәктә рухи донъябыҙ йәнлелеген, милли дәртте тойоп күңелем үҫте.

Бөрйәндә Самат Ғәбиҙуллин тигән шағир йәшәгәнлеген ишетеп белә инем. Шағирҙы үҙ тыуған тупрағында, үҙ халҡы менән аралашҡанда күреү илаһи күренеш икән. Ул үҙ илендә һәр кешене, һәр ташты, һәр һуҡмаҡты белә, уны ла һәр кем үҙ итеп таный. Халыҡсан шағирҙар ғына ошондай танылыуға эйә булаларҙыр...

Артабан уҡырға


1