Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Апрель 2017

Булат ИШЕМҒОЛ

Вәғәҙәм – антым

Мылтығым – вәғәҙәм, ҡылыс – антым минең,
Һәр теләгем – көслө ут-ялҡын минең,
Дуҫтарым – тик ярлы ил халҡым минең,
Күкрәгем – ҡалҡан, йөрәгем – нурлы шан.
Ҡулдарым көслө, тимерҙәрҙән беләк,
Мең хоҙайҙарҙың теләген туҙҙыра

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Әхмәтзәки Вәлиди Туған

Ырымбурҙа Беренсе Башҡорт ҡоролтайы

Июлдең егерме берендә Беренсе Башҡорт ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн Ырымбурға килдем. Мин килгәндә ҡоролтай асылғайны. Башҡорт Үҙәк шу­ра­һының ойоштороу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнһәм дә, Ташкентта булған­лыҡтан, ҡоролтайҙы йыйыу эше менән үҙем етәкселек итмәнем. Әммә Төркөстан Милли шураһы менән Башҡорт Үҙәк шура­һының эш регламенттарын мин яҙып, һәр ике шурала идара ағзалары яҡын арҡадаштарым булғанлыҡтан, үҙем булмаһам да, эштәр бик яҡшы ойошто­ролғайны. Ырымбурға килгәс, арҡадаш­тарым Сәғит Мираҫ һәм Аллабирҙе Йәғә­фәр улы Башҡортостан ерҙәрендә алдан ҡарарлаштырған «төбәк шуралары»н ҡорғандар, милләттең ошо эшенә тотоноу өсөн аҡса йыйғандар, ҡоролтайға ағза­ларҙың һәр тарафтан 

Артабан уҡырға


Март 2017

Ғариф ҒҮМӘР

Эшсегә

Был һарайҙың яҡтылығы,
Аллы нур биҙәктәре,
Унда үҫкән еҫле гөлдәр,
Сәскәле һүрәттәре;

Һин баҫырға ҡурҡынып
Торған келәмдәр, көҙгөләр,
Күҙ яуын алған хрусталь
Һәм дә гәүһәр ынйылар, –

Унда булғандың бөтәһе
Һин тыуҙырған байлыҡ ул,
Бай үҙе һис түкмәне көс,
Һине имеп байыны ул!

Артабан уҡырға


Март 2017

Шәһит ХОҘАЙБИРҘИН

БАШҠОРТОСТАН

Урал, Яйыҡ, Иҙел, Һаҡмар,
Киң болондар, ҙур сахралар.
Һамандамы ҡара груһ:
Мырҙа, түрә һеҙҙе таптар.
Бабам һөйләй Буранғолдо,
Саттар кантон Иҫәнғолдо.
Әлеләме ялған тарих
Оялмайса алдар, таптар.
Инде башҡорт илен һаҡлап
Йыйылыштыҡ бер урынға.
Башҡорт, мишәр, татар дуҫтар,
Ҡул бирешәйек, ҡан ҡәрҙәштәр.
Ҡорайыҡ бергә Башҡортостан
Тура юлды эҙләгәндәр,
Әйҙә, төшәйек бына был юлға,
Йыйнап көстөң барын бергә.
1917

Артабан уҡырға


Март 2017

Муса МОРТАЗИН

1917 ЙЫЛДЫҢ ОКТЯБРЕ БАШҠОРТОСТАН ТАУҘАРЫНДА

Хеҙмәтсәндәрҙең бөйөк союзын – СССР-ҙы тәшкил итеүсе милли берләш­мәләр араһында бер төпкөлдә ятҡан, артта ҡалған һәм Октябргә тиклем бер кемгә лә билдәле булмаған Башҡортостанға данлы өлөш – иң тәүге милли Совет республикаһы булыу бәхете тейҙе. Тарихи, иҡтисади һәм сәйәси характерҙағы күп кенә сәбәптәр башҡорт милли-революцион хәрәкәтен ғәйәт активлаштырҙы. Ул, айырым иҡтисади-сәйәси төркөм­дәрҙең ялҡынлы революцион эҙләнеүҙәре һәм үҙ-ара көрәштәре аша үтеп, үҙенең ойошоу рәүешен Совет автономияһында тапты.

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Дауыт ЮЛТЫЙ

Башҡорт хәле

Борон заман башҡорттарҙың торған ере
Булған, тиҙәр, миҫле донъя йыһанылай1,
Ниһайәһеҙ2 сахраларҙа, урмандарҙа
Тирмә менән күсеп йөрөгән замандары.
Йәп-йәшел хәтфә төҫлө туғайҙарҙа
Өйөр-өйөр йылҡы әйҙәп йөрөгәндәр;
Мал тарпаны йүгерек, осҡор аттар менеп,
Урмандарҙа кейеккә ау ҡорғандары.
Әйткәндәр боронғо ғалим заттар:
“Һәр кәмалдың бер зәуалы бар”,3 – тигәндәр:

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Әхмәтзәки Вәлиди ТУҒАН

Хәтирәләр

1917 йылдың 2 февралендә Зәйнулла ишан Рәсүлев баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң академик  В.В. Бартольд: “Үҙ халҡының рухи короле вафат булды”, – тип яҙып сыға. Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Әхмәтзәки Вәлиди Туған киң билдәле “Хәтирәләр”ендә Зәйнулла ишандың һәм башҡаларҙың үҙенә булған йоғонтоһо хаҡында яҙып үтә. Иғтибарығыҙға шул хаҡта өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, Зәйнулла Рәсүлевтең вафатына 100 йыл – бер быуат үтте.

Артабан уҡырға


1