Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Луиза Кирәева

ИЛ-ЙОРТОБОҘ НИ ХӘЛДӘ?

Өс тиҫтәнән артыҡ йылды үҙ эсенә алған «хәҙерге әҙәбиәт» төшөнсәһен, шартлыса, совет әҙәбиәте (1985 йылдарға тиклем), постсоветизм әҙәбиәте (90-сы йылдар аҙағына тиклем) һәм яңы реформалар осоро әҙәбиәте (90-сы йылдар аҙағынан алып бөгөнгө көндәргә тиклем) тигән дәүерҙәргә бүлеп булыр ине. Һис шикһеҙ, сәйәси-ижтимағи ваҡиғалар: СССР-ҙың тарҡалыуы, Коммунистар партияһының хакимлығы бөтөрөлөүе, быға тиклем тыйылған әҫәрҙәрҙең, исемдәрҙең кире ҡайтыуы, быуат башындағы һәр төрлө реформалар туранан-тура әҙәби процесҡа ла йоғонто яһамай ҡалманы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнғәм Хәбиров

Шағирҙар дуэты

Мәҡәләнең атамаһы мәғрифәтле һәм зауыҡлы уҡыусыны бер аҙ көрһөндөрөп ҡуйыуы ла ихтимал. Сөнки ул белә: сит телдән килеп ингән был һүҙ «ике» тигәнде аңлата һәм башлыса йыр һәм музыка сәнғәте өлкәһендә ҡулланыла. Әйтәйек, ике тауыш йә иһә ике инструмент өсөн яҙылған вокаль, йә иһә инструменталь пьесаны шулай атайҙар. Музыкаль әҫәрҙе ике йырсы йә иһә ике инструмент менән башҡарғанда ла ошо һүҙ ярҙамға килә. Донъя мәҙәниәтенән дә, үҙебеҙҙекенән дә быға бихисап миҫалдар килтерергә булыр ине. Ә бына әҙәбиәт, бигерәк тә уның шиғриәт тип йөрөтөлгән өлкәһендә һирәгерәк осрай торған хәл.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәки Әлибаев

Һүҙ ҡөҙрәтен тойоп

Шиғриәт – сикһеҙ ғаләм киңлектәрен һүҙ-биҙәктәр, ҡайнар хис-тойғолар, тәрән кисерештәр аша фекер таһыллығына, бөтөнлөгөнә һәм гармонияһына өлгәшеү. Бөйөк грек философы Платон менән килешмәйенсә лә булмай, «Хоҙай осҡоно» һалынған икән, сәнғәттең иң юғары баҫҡысы – шиғриәткә хеҙмәт итеү талымһыҙҙар ғына шөғөлө. Халҡым шиғри һүҙгә, образлы фекергә бик әүәҫ кенә түгел, ә булмышынан уның, тиһәм дә, хаталанмам. Меңәр йылдар

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рим Исхаҡов

Сараһыҙҙан ҠАСҠЫН яҙмышы

Спартак Ильясовтың «Биғылый» роман-хәтирәһен уҡығас («Ағиҙел», 2015 йыл, 1-2-се һандар), боронғо Һиндостандың аҡыл эйәһе Сидхартха Гаутаманың (Будда исеме менән танылыу алған) «Тормош – ғазап сигеү… Кеше был донъяға ғазапланыу өсөн тыуа» тигән фекере иҫкә төшә. Меңдәрсә йылдар элек әйтелгән был һүҙҙәр, әйтерһең дә, роман геройы Биктимерҙе күҙҙә тота һымаҡ. Ысынлап та, уның ер йөҙөндә йәшәгән 66 йыл ғүмеренең 40 йылдан ашыуы михнәт менән, ыҙа сигеп үтә. Бындай ҙа ғибрәтле тормошто Хоҙай өндә түгел, 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнғәм Хәбиров

Әнисә сонеттары

Шағирәләребеҙҙең быуат башындағы ижадына яһаған «Аҫыл икән затың –  һүҙең булһын алтын» тигән күҙәтеүҙәремдә («Ағиҙел», 2011йыл, 8-9-сы һандар), Әнисә Таһирова хаҡында һүҙ барғанда, «аллитерация һымағыраҡ яңғыраған «Әнисә сонеттары» тигән баш аҫтында киң күләмле һәм тәрән йөкмәткеле үҙ аллы мәҡәлә яҙырға ла ваҡыттыр инде хәҙер» тигән уйҙарым менән уртаҡлашҡайным. Был бурысты йәшерәк быуын тәнҡитселәренә йөкмәү хәйерлерәк булыр, тигән теләгемде лә йәшермәгәйнем.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлфирә Гәрәева

Бөгөнгө хикәйәләрҙә заман геройы

ХХ быуаттың туҡһанынсы һәм ике меңенсе йылдар дауамында яҙыусылар замандың киҫкен ижтимағи-социаль, әхлаҡи-этик мәсьәләләренә бағышланған, йәмғиәттәге рухи ғәрип күренештәрҙе фашлаған тиҫтәләгән хикәйәләр яҙҙы.

Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуы, сит-ят ҡына түгел, хатта бер туғандар, ата-әсәләр менән балалар араһында тыуған киҫкен ҡаршылыҡтар, мал-мөлкәткә, байлыҡҡа хужа булыу теләгенең туғанлыҡ, мәрхәмәтлек тойғоларын юҡ итеүен әҙиптәр үтә ҡырҡыу ижтимағи-социаль, рухи-әхлаҡи проблема кимәлендә сағылдырҙы.

Артабан уҡырға


Июль 2015

Ҡамса Мортазин

Күңел анттары

(Һуғыш осоро әҙәбиәтенә бер күҙәтеү)

Бөйөк Ватан һуғышы осоро әҙәбиәтенә әле лә иғтибар кәмемәй. Утлы йылдарҙан алыҫлашҡан һайын яңынан-яңы материалдар табыла, бығаса билдәле булмаған факттар асыҡлана бара. «Йыр сафта ҡала» (1960), «Окопта яҙылған шиғырҙар» (1975), «Утлы йылдар ауазы» (1985), «Батырҙар юлы» (1985), «Үтте һуғыш, ҡалды һағыш» (2000) исемле китаптар шуны раҫлай ҙа. Ғафури районынан Миҙхәт Хәлилов

Артабан уҡырға


12345678