Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Гөлфирә Гәрәева

Һөйгән йәр, Тыуған ер һәм Йыһан…

(Гөлнур Якупованың «Ҡатындар» трилогияһына ҡарата)

“Автограф”, ”Мөхәббәткә мәҙхиә”, “Йөрәк хаты”, “Әҙәм вә Һауа” тип аталған һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары менән уҡыусыларының һөйөүен яулаған, киң танылыу тапҡан шағирә Гөлнур Яҡупова проза өлкәһенә көтмәгәндә килеп инде һәм “Йыртҡыс ҡаны” исемле китабы, шул китапҡа ингән повестары һәм хикәйәләрендәге үҙенсәлекле сюжет, хикәйәләү маһирлығы, тел байлығы, фантазия осошо менән таң ҡалдырҙы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәки Әлибаев

Камиллыҡҡа табан

Һуңғы йылдарҙа әҙәбиәт диңгеҙендә ярайһы уҡ ирәбе генә үҙ елкәндәрен киргән ижадсылар араһында Мөнир Ҡунафин исеме лә бар. «Ғүмер уртаһы» тигән шиғри йыйынтығы менән үҙ уҡыусыларын һөйөндөргәйне, хикәйәләрҙән торған «Тәңре өрөк ҡапҡанда» (2012) китабын ҡулға алып, ижади даирәһенең киңәйеүен күрҙек. Тағы ла Мөнирҙең драма әҫәре Ғафури районында сәхнәгә ҡуйылыуы хаҡында ла хәбәрҙармын. Оҙаҡ йылдар шиғриәт толпарында елдергән егеттең проза өлкәһендә тәүге өлгөләре ваҡытлы матбуғатта донъя күрә башлағас, күренекле прозаик Р. Солтангәрәевтың һүҙҙәре иҫкә төштө: «Тәжрибә туплағас, тормошто аңлағас  килә ул ижадсы прозаға». Бәлки, Мөнирҙең дә шул сәғәте һуҡҡандыр.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәрзәнә Аҡбулатова

Һүҙ һәм нур үлсәме

Байрамдарҙа атылған салютҡа битараф ҡалып булмай. Төрлө төҫтә балҡып һибелгән осҡон көлтәһе иғтибарҙы йәлеп итмәҫлек тә түгел шул. Тик улар күҙ асып йомғансы һүнә, юҡҡа сыға. Кеше күңеленән һибелгән яҡтылыҡ нурҙарын йәнһеҙ сатҡылар менән сағыштырыу мөмкинме һуң? Беҙҙең һәр беребеҙҙең йәненә, асылына Хаҡ Тәғәлә һүнмәҫ йәшәү нуры бүләк иткән, тик уны күңел күҙе генә күрә ала. Шулай ҙа был нур көлтәһен тоймаған кеше юҡтыр, сөнки тормош, йәшәү, ниндәй генә ҡатмарлыҡтар тыумаһын, – яҡтылыҡҡа ынтылыу. Әлеге сағыштырыу шағирә Тамара Искәндәриәнең «Ҡулдар» тигән шиғырын уҡығас күҙ алдына килде:

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ҡарлуғас Ғөбәйҙуллина, Айгөл Алтынбаева, Илһөйәр Сәлихова, Айнур Фәхретдинов

Әҙәбиәткә – йәштәр күҙлегенән

Заманында юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары шиғриәттә, прозала ғына түгел, әҙәби тәнҡиттә лә ярайһы ғына әүҙемлек күрһәтә ине. Йәш тәнҡитселәрҙең сығыштары айырым рубрикаға ла ойоша башлағайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һәйбәт башланғыстар һүнеп ҡуйҙы. Уны яңынан тергеҙеү маҡсатынан Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби тәнҡит секцияһы рәйесе Зәки Әлибаев М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультеты студенттарының ҡулъяҙмаларын алып килде. Был һанда уларҙың бер нисәүһен уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Айнур Хужәхмәтов

Эш күрһәткән улын ил онотмай

2012 йылда «Китап» нәшриәтендә күренекле башҡорт ғалимы, әҙибе, педагогы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев хаҡында монография донъя күрҙе. Уның тормошон һәм ижадын тулайым күҙ алдына баҫтырған бындай хеҙмәт күптән кәрәк ине. Юғиһә 2011 йылда оло шәхестең тыуыуына 100, мәрхүм булыуына 43 йыл булып та китте бит. Ниһайәт, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, БДУ профессоры Ғиниәт Ҡунафин бик мөһим, изге эште тормошҡа ашырҙы – «Жәлил Кейекбаев.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлфирә ГӘРӘЕВА

Яңы фекерҙәр, төплө күҙәтеүҙәр емеше

2011 йылдың аҙағында «Ғилем» нәшриәте республикабыҙҙың фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды ярҙамында Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, БДУ профессоры, күренекле әҙәбиәт белгесе Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафиндың урыҫ телендә «XIX – XX быуат башы башҡорт шиғриәте. Жанр һәм идея-художество үҙенсәлектәре мәсьәләләре» тигән монографияһын баҫтырып сығарҙы. Унда автор башҡорт әҙәбиәт ғилемендә тәү башлап әҙәбиәтебеҙҙең теоретик тарихын тыуҙырыу мәсьәләһен күтәрә.

Артабан уҡырға


Январь 2013

Суфиян Поварисов

Тел тигән диңгеҙ бар…

(Марат Зәйнуллиндың һайланма мәҡәләләре сығыу айҡанлы)

Башҡорт тел ғилемендә атаҡлы ғалим Жәлил Ғиниәт  улы Кейекбаевтың ниндәй роль уйнауы яҡшы билдәле. Уның шәкерттәре күп. Улар остаздың белем тәрәнлеген, фекер йөрөтөү офоҡтары киңлеген аңлаған шәхестәр. Шуларҙың береһе – филология фәндәре докторы, академик Марат Вәли улы Зәйнуллин. Ул 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетындағы тарих-филология  факультетының филология бүлеген (рус теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) дәрәжәле  диплом (диплом с отличием) менән тамамлай. Аспирантурала уҡый. 1963 йылда  кандидатлыҡ, 1988 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 

Артабан уҡырға


12345678