Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Армия мәктәбен үткән әҙиптәрҙең хәтирәләре

Бер минутлыҡ әңгәмә

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы «Ағиҙел» әрме мәктәбен үткән бер төркөм әҙиптәрҙең ҡыҫҡа иҫтәлектәрен тәҡдим итә. Баҡһаң, бөгөн улар иллегә яҡын икән. Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандары һәм афғансылар һүҙе апрель һанына әҙерләнә.

 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ЙӘН ТАРТМАҺА ЛА, ҠАН ТАРТА

Халыҡ араһында сәсән-йыраусы тигән даны сыҡҡан Спартак Ильясовтың "Ағиҙел" журналының былтырғы 1-се һанында баҫылған "Сағымдағы олоу" тигән бәйәнен уҡығандан һуң оҙаҡ ваҡыт күңел тыныслығы таба алмай йөрөнөм. Йәшермәйем, уның тәьҫиренән һуң булмышым сөңгөлөндә "асырғаныу бүреһе" олоно. (Был олоу тауышын ишеткегеҙ килһә, тиҙ арала бәйәнде табып уҡырға тәҡдим итәм). Ҡасандыр күренекле ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың "Язалау урыны" тигән романын уҡығандан һуң да ошоға оҡшаш тойғолар кисергәйнем. Әле килеп "Сағымдағы олоу" бәйәне Сыңғыҙ Айытматовтың шул романын хәтерләтте.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнғәм Хәбиров

«Бар матурлыҡ минең ҡосаҡта...»

Әҙәбиәт донъяһына Муса Сиражи 1966 йылда баҫылып сыҡҡан «Осрашыу» тигән йыйынтығы менән килеп инде. Йыйынтыҡтың атамаһына ҡарағанда, унда һүҙ йәш авторҙың тормош менән, әҙәбиәт донъяһы менән осрашыуы хаҡында баралыр һымаҡ. Ләкин йыйынтыҡҡа тупланған әҫәрҙәр  менән яҡындан тороп таныша башлағас, «Осрашыу» тигән шиғырҙың бөтөнләй башҡа нәмә тураһында икәнлегенә төшөнәһең. Китаптың йөҙөк ҡашы, минең ҡарашымса, «Осрашыу» тигән шиғыр түгел, ә уны асып ебәргән «Был күңелде аңламаҫһың инде...» тигәне. (Йәйә эсендә әйтеп үтәйем: авторҙың артабанғы йыйынтыҡтарында был шиғыр «Ашҡыныу» тигән баш аҫтында бирелә.) 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнғәм Хәбиров

«Ҡабул итсе, тормош, ҡосағыңа...»

(Әлфиә Әсәҙуллина ижадына бер ҡараш)

Әлфиә Әсәҙуллинаның сирек быуатлыҡ ижадын күҙаллау ниәтенән сығып яҙылған был мәҡәләмде авторҙың үҙ һүҙҙәре менән атарға булдым. Сөнки йөрәк төпкөлөнән сыҡҡан һәм эскерһеҙ ялбарыу һымағыраҡ яңғыраған ошо һөйләм нимәһе менәндер башҡаларҙан айырылыбыраҡ торғандай.

Үҙе яҙ айында тыуғанға күрәлер инде, «Ҡабул ит» шиғырында Әлфиә Әсәҙуллина һүрәтләү объекты итеп йылдың тап ошо мәлен һайлаған, әйтергә теләгән төп фекере лә ошо фонда яңғырай:

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңлегөл Тайсина

Башҡорт шиғриәтендә әйтеш

Әйтеш – башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ халыҡтарында аҡын, сәсәндәрҙең халыҡ алдында ойошторолған шиғри бәйгеһе, ярышы.

Ул бөтә асылы менән ауыҙ-тел әҙәбиәте жанры. Ике кешенең шиғри бәйгеһе үҙ мәлендә үк төплө, мәғәнәле һорау биреүҙе, уға кинәйәле, йөкмәткеле яуап табыуҙы талап итә. Әйтеш, ғөмүмән, ауыҙ-тел ижадсыһының оҫталыҡ кимәлен билдәләүсе жанр, «импровизаторлыҡ сәнғәтенең иң юғары нөктәһе».

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәки Әлибаев

Ҡырҡтытау йәшмәләренең балҡышы

Һуңғы йылдарҙа Ғ. Сәләм премияһы лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужаның «Сәм»,     «Ҡырҡтытау йәшмәләре», «Аҡ теләктәр әйтәм» тигән китаптары донъя күрҙе. Былар, шағирҙың әүҙем эшмәкәрлеге, ижад ҡомарының һайыҡмауы тураһында һөйләй.

XX быуаттың 70-се йылдарында әҙәбиәт һуҡмағына аяҡ баҫып, әлеге көнгә тиклем арымай-талмай ижад иткән әҙип 1968 йылда «Һыбай сыҡтым» тигән шиғри йыйынтығы менән башҡорт әҙәбиәтендә өр-яңы, йәштәрсә һүҙ әйтеүгә өлгәшкәйне. Был яңы тауышты байтаҡ ҡына ғалимдар, ҡәләмдәштәре хуплап ҡаршыланы. К. Әхмәтйәнов, Ә. Хәкимов

Артабан уҡырға


Сентябрь 2013

Миңлеғәле Нәҙерғолов

Тәу арихтарҙың стиль һыҙаттары

Сал быуаттарҙан беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған башҡорт тарихи яҙмалары араһында тәуарих жанрына ҡарағандары ла осрай. Шәжәрәләрҙән айырмалы рәүештә, уларҙа, ғәҙәттә, ниндәй ҙә булһа бер ырыу йәки ҡәбиләнең генә түгел, ырыу-ҡәбиләләр берләшмәһенең, халыҡтың, хатта тотош этник региондың тарихы яҡтыртылыр булған.

«Тәуарих» һүҙе ғәрәп-фарсы сығышлы һәм «тарих» һүҙенең күплек мәғәнәһен белдерә. Был исемдәге жанрҙың төрки-башҡорт яҙма әҙәбиәте майҙанына сығыуы яҡынса ХV-ХVI быуаттарға ҡарай. Ул замандарға 

Артабан уҡырға


12345678