Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әнғәм Хәбиров

«Бар күңелем – йырҙарымда…»

(Тимер Йосоповтың быуат башындағы шиғриәтенә байҡау)

Халыҡ шағиры, халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы һәм дәрәжәле исемдәрҙе яулаған ҡәләмдәштәребеҙҙең һаны күбәйеберәк китте инде әллә, һуңғы ваҡытта уларҙың юбилейҙары тауышһыҙ-тынһыҙ ғына үтә башланы. Әллә заман башҡа – заң башҡа тигән йәшәү рәүеше үҙенең әрһеҙ тамырҙарын торған һайын тәрәнгәрәк ебәрә барғанға күрә шулаймы икән?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәки Әлибаев

Донъя рухын ҡотайтыр моң

(Мирас Иҙелбаевтың «Үҫмер егет менән ат башы» романы тураһында)

Киң эпик ҡоласлы башҡорт прозаһында тарихи роман жанры ғәҙәти күренеш. Ҡасандыр ХХ быуаттың 70-се йылдарында тәүге аҙымдарын яһаған, халыҡ тарихына иғтибар төбәгән жанр милләтебеҙҙең “аҡ биттәрен” асыусы ла, боронғоно обьектив яҡтыртыусы ла, уҡыусыны йәлеп итеүсе лә. Бөгөнгө көндә халҡыбыҙ тарихының әле бер, әле икенсе осорон һүрәтләгән, тарих төпкөлдәрен иңләгән әҫәрҙәр сығып тора. Мирас Иҙелбаев “Юлай улы Салауат” романы менән милли батырыбыҙ образына өр-яңы штрихтар өҫтәһә, яңыраҡ ҡына “Иҙел йорт” романының тәүге “Үҫмер егет менән ат башы” тигән китабын уҡыусылар хөкөмөнә сығарҙы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңлеғәли Нәҙерғолов

Бөгөнгө проза һәм драматургиябыҙҙың яңы биҙәктәре

(Наил Ғәйетбайҙың ижадына бер ҡараш)

Башҡорт прозаһы һәм драматургияһының һикһәненсе йылдарҙан алып бөгөнгәсә үҫеш юлын Наил Ғәйетбай әҫәрҙәренән тыш тулы итеп күҙ алдына килтереү һис тә мөмкин түгел. Улар меңәрләгән уҡыусының күңелен яуланы, сәхнәләштерелгән пьесалары тамашасының рухына тап килеп, төрлө хис-тойғолар уятты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырым әҫәрҙәренә бәйле бер нисә мәҡәләне иҫәпкә алмағанда, әҙип ижады әҙәби тәнҡит иғтибарынан һаман ситтә ҡала килә. Түбәндәге юлдар ошо мохтажлыҡты, бәлки, күпмелер ҡәнәғәтләндерер, тигән уйҙамын.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Флүр Сибәғәтов

Халҡына табына...

(Фаҡиһа Туғыҙбаева ижадына бер ҡараш)

Факиһа Туғыҙбаева шиғриәткә 1970 йылдар аҙағында килә. 1980 йылда уның “Мәк ялҡыны” исемле тәүге китабы донъя күрә. Беренсе китабынан уҡ ул үҙен үҙенсәлекле философик фекер йөрөтөүсе талантлы шағирә итеп күрһәтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Факиһа Туғыҙбаеваның “Күҙ ҡараһы” (1984), “Йондоҙ асам” (1987), “Сәғәт моңо” (1991), “Минең ҡошом – Һомай” (2000) һ.б. йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Бынан тыш, ул балалар психологияһын тәрән белеүсе һәм улар өсөн зауыҡлы әҫәрҙәр ижад итеүсе булараҡ та танылыу таба – “Шаҡмаҡлы дәфтәр” (1981), “Яңы күлдәк” (1983), “Болонда уйнай сәскәләр” (1995), “Алтын асҡыс – бүләккә” (2004) китаптары ошоға асыҡ миҫал.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлфирә Гәрәева

Хәҙерге тарихи-революцион романдарҙың художество үҙенсәлектәре

ХХ быуат башындағы башҡорт тарихындағы аҡ таптарҙы бөтөрөүгә һиҙелерлек өлөш индергән, идеологик ҡыҫаларҙан азат булған  Әкрәм Бейештең “Ил аҙабы” (2002) исемле тарихи хитабы – бай архив материалдарына таянып яҙылған, документаль нигеҙе көслө булған әҫәр. Унда  автор Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы, ҡыҙыл террор осорондағы Башҡортостандағы тарихи хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлай, башҡорт халҡының үҙ азатлығы, мөстәҡиллеге өсөн тәүәккәл көрәшкә күтәрелеүен күрһәтә. Совет осоронда большевистик идеология, интернационализм идеялары менән һуғарылған тарихи-революцион әҫәрҙәрҙән Ә. Бейештең был романы бығаса тыйылып килгән милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулығын ысынбарлыҡта 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Тамара Искәндәриә

ЗӘЙТҮНДЕҢ ТОҘО КЕҮЕК…

1. Халыҡ ысын шиғыр көтә

Һүҙемде бер ҡыҙыҡ хәлдән башлағы килә. Бер саҡ тыуған ауылымда һабаҡташым менән шиғриәт тураһында гәп һатабыҙ.

– Бына, – ти ул, – гәзиттәрҙә йыш ҡына таҡмаҡ конкурстары үткәрәләр. Сыҡҡаны – сыға, сыҡмағаны юҡ. Шул таҡмаҡтар аҙаҡ ҡайҙа була, әйт әле?

– Әллә… Элегерәк архивҡа бирәләр ине, – тим. – Хәҙер белмәйем, ул тиклем нәмәне тотмайҙарҙыр инде, ташлайҙармы икән?

Артабан уҡырға


Май 2014

Әнғәм Хәбиров

«Аҡ көндәрҙән генә тормай донъя...»

Бынан ун алты йыл элек Фәнил Күзбәковтың «Өмөт шәмдәлдәре» исемле йыйынтығын баһалауға арналған мәҡәләмде уның «Шиғриәткә мин инәмен, аяҡ сисеп, баш һалып... Шиғриәткә мин инәмен ғибәҙәтхана күреп» тигән юлдары менән тамамлағайным. Сөнки был юлдарҙа авторҙың тыйнаҡлығы ла, ҡәләмгә ҙур яуаплылыҡ тойоп тотонғанлығы ла күренеп тора ине. Күңеле түрендә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыбырлап ҡуйған шиген дә йәшермәгәйне ул:

Артабан уҡырға


12345678