Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Июль 2016

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

БАЙМАҠТЫҢ ТЫНҒЫҺЫҘ ЭШҺӨЙӘРҘӘРЕ

Эшҡыуарлыҡҡа, кәсепселеккә бәйле яңы рубрикабыҙҙы Баймаҡ районынан башлап ебәреүебеҙ һис тә осраҡлы түгел. 1969 – 1982 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ райкомында 1-се секретарь вазифаһын башҡарған Имамов Рәйес Имам улының Баймаҡ хаҡында әйткән һүҙҙәрен төбәк халҡы һаман да онотмаған, йылмайыу ҡатыш ғорурланып иҫкә ала: «Баймаҡ Башҡортостанһыҙ йәшәй ала, ә республика Баймаҡһыҙ йәшәй аламы икән?» Оло быуын вәкилдәре һөйләүенсә, Дүртөйлө районының Ҡуяҙыбаш ауылында тыуып үҫкән Рәйес Имам улы 1982 йылда икенсе эшкә тәғәйенләнеү сәбәпле күсеп киткәндән алып ғүмеренең аҙағынаса (1995 й.) Баймаҡ ерен, уның ихлас һәм эшһөйәр халҡын һағынып, юҡһынып йәшәгән, күңелендә район хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлаған.

Артабан уҡырға


Июль 2016

Журнал уҡыусылар ижады

Рухымдың аҡ ҡошо

Әҙәбиәт йылы уңайынан районыбыҙҙа ҡәләм тирбәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу маҡсатында Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре тарафынан конкурс иғлан ителгәйне. Күренекле шағирә Йомабикә Ильясова исемендәге “Рухымдың аҡ ҡошо” тип аталған призға 36 ижадсы гүзәл зат үҙҙәренең яҙмаларын тәҡдим итте. Ауылда йәшәп тә, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, күңелдәрендәге ижад осҡонон һүрелтмәгән был һөйкөмлө ханымдарҙы тәбрикләү тантанаһының Әсә көнөнә тура килеүе бер ҙә юҡтан булманы. Сөнки ирен, балаларын баҡҡан, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡараған, эшен дә уңышлы алып барған, шул арала ҡайҙандыр илһам алып ижад итергә лә өлгөргән күркәм әсәйҙәрҙе ҡотлау, уларҙың ижадтарын баһалау өсөн йылдың шул көнөнән дә әһәмиәтлерәк көн булыр инеме икән?

Артабан уҡырға


Июль 2016

Миңниса Баһуманова

Гүзәлдең әйткәне күңелдә ҡалды

Шағирәнең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» китабын уҡығанда тыуған уйҙар

Белорет – Өфө юлынан үткәнегеҙ барҙыр. Шул араны уҙған һайын көн яҡтыһы төшмәҫ ҡара урманлы тауҙар уйымында күренеп ҡалған «Йөйәк» тигән яҙмаға иғтибар итәм. 1952 йылдың 10 июнендә Белорет районының Инйәр ҡасабаһында тыуған шағирә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова, атаһы төрлө ауылдарҙа мәктәп директоры булып эшләп, 1958 йылда Йөйәк ауылында төпләнгәс, ошо ҡырыҫ, әммә иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында бала сағын уҙғарған икән. Яҙыусы үҙенең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» тигән йыйынтығында:

Артабан уҡырға


Июнь 2016

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова

«Мин – ҡатын-ҡыҙ. Ҡырҡ сүрәттә янамын бына балҡып!»

Гөлназ Ҡотоева – башҡорт шиғриәтендә тапалмаған юлдан килгән, үҙ һуҡмағы, үҙ тауышы һәм шиғри донъяһы булған шағирәләрҙең береһе. Ижады яҙын шарлап аҡҡан гөрләүек кеүек йырылған да, тәғәйен әйтер һүҙе изгелектән, мәрхәмәттән яралып, таңғы  ысыҡтан эйелгән наҙлы сәскәләй, йөрәктәргә үтерлек илерткес моң булып туҡылған. Шағирәнең ижади принциптары Тыуған илеңде яратыу һәм уға бирелгәнлек, мөхәббәт һәм нәфрәт, иман һәм әҙәп, намыҫ һәм өмөт, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ кеүек иң мөҡәддәс хис-тойғоларҙан ғибәрәт. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Йыһат Солтанов

Фәһемле ҡиссалар

Миләүшә Готбодь (ҡыҙ фамилияһы Ҡолмөхәмәтова) һылыуҙың 2015 йыл Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Йылдар тыуҙырған юлдар» исемле тос йыйынтығын ҡәнәғәтләнеп уҡыным. Республикабыҙ ваҡытлы матбуғатында төрлө жанрҙағы сығыштары менән ярайһы уҡ билдәле ханымдың тәржемәи хәлен яҙа-йоҙа ғына белештерә инем: баш ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусыһы, гәзит-журнал редакцияларында (башҡорт һәм урыҫ телдәрендә) уңышлы эшләгән журналист һәм... көтмәгәндә Европаның үҙәгендә урыҫ телендә яҙыусы Готбодь булып танылған, шул уҡ ваҡытта үҙенең матур әсә телендә яҙышыуынан өҙөлмәй, республикабыҙ баҫмаларында ҡатын-ҡыҙҙарса әүҙем ҡатнашыуын дауам иткән егәрле ҡәләм эйәһе...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңниса Баһуманова

«Йөрәгемдәге ҡояшым Һеҙгә тәғәйен»

Зөлфиә менән бик күптән танышмын, ваҡыт-ваҡыт осрашып та торола, ижадын да белгән кеүекмен, әммә ҡулға ҡәләм алыр форсат тапманым. Сәбәбен дә теүәл аңлата алмайым. Ә уның яҙмышы, ижады менән һәр саҡ ҡыҙыҡһына килдем. Нимәһе менәндер үҙенә тарта ине был йәш кенә ҡыҙыҡай. Эш, моғайын, Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында  тыуып үҫкән Зөлфиәнең, минең кеүек Урал арты райондарына килен булып төшөп, бер төрлөрәк яҙмыш кисереүҙәлер, тип тә ҡуям.

Белорет районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән, инде үҙе ике бала әсәһе булған, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып өлгөргән йәш ҡатын ижади мөхиттән

Артабан уҡырға


Февраль 2016

Мансур Һиҙиәтов

Балҡырлыҡмы «Ҡуңыр буға» балҡышы?

Ҡулымда – Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» берләшмәһе баҫтырған йыйынтыҡ. Унда ошо ойошмаға берләшеп ижад иткән ҡырҡ бер авторҙың хеҙмәт емеше, йәғни китаптың мөхәррире яҙған баш һүҙҙә әйтелеүенсә, «Ҡуңыр буға» ағзаларының рухи күстәнәстәре тупланған.

Йыйынтыҡтың баҫылып сығыуы Әҙәбиәт йылы сиктәрендә үткәрелгән Әҙәби марафондың Учалы – Белорет – Асҡар маршрутындағы ҡыҙыу мәленә тап килде. 

Артабан уҡырға


12345678