Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Рамаҙан Өмөтбаев

Ирәндектең күкһел томаны

Икенсе бүлек

1

Алмабикә әбей, ҡарыуы ҡайтып, аҡ төшөп күҙҙәре томанлана башлағас, ҡалала йәшәгән ҡыҙына күсеп китергә уйланы. Эй, уның да өс иргә торорлоҡ, янып торған саҡтары бар ине!

...Ул бынан утыҙ-ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта, Ирәндек ашаһында ятҡан Билән ауылында колхоз мәктәбенең бишенсе синыфын ғына тамамлағайны. Алмабикәнең атаһы, йәне-тәне, бар  булмышы менән дингә бирелгән Уйылдан ҡарт:

«Биш синыф  бөтөп, күҙе ҡағыҙ танырлыҡ булғас, ҡыҙ балаға шул еткән! Башын аҙҙырып, ниңә   ауыл ҡыҙына артыҡ ғилем? Уның урыны  – түрбашта, ҡашығаяҡ араһында, – тине лә ҡыш өҫтөнән уны мәктәптән ауылға алып ҡайтты. –  Ана, ҡустыһы уҡыр – үҙе ир бала, Алмабикәгә ҡарағанда отҡорораҡ та, ете-һигеҙ йәшендә дүрт ғәмәл әрәхмәтикәңде яттан сығарып ултыра. Үҙемә оҡшаған, мин дә мәҙрәсәлә шәп шәкерт инем»...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рамаҙан Өмөтбаев

Ирәндектең күкһел томаны

РОМАН

Беренсе бүлек

Абдрахман Игебаевтың ГПУ тарафынан ҡулға алыныу хәбәре Ялан ауылында йәшен тиҙлеге менән таралып өлгөрҙө. Был йән тетрәткес яңылыҡ ауылдаштар араһында әллә ни саҡлы фараз тыуҙырҙы. Берәүҙәр Абдрахманды ысын күңелдән йәлләһә, икенселәре был хәбәргә асыҡтан-асыҡ кинәнес белдерҙе. Ә өсөнсөләре, урттарына һыу уртлағандай, үҙ мөнәсәбәттәрен бер нисек тә белдермәй, битарафлыҡ күрһәтте. Кинәт килеп сыҡҡан был ваҡиға ошоға тиклем һәүетемсә, үҙ яйына ғына йәшәп ятҡан Яланды әллә нисә төркөмгә бүлде. Бына шул саҡта беленде лә инде кемдең кем икәне. Был хәл-ваҡиға тураһындағы хәбәр Ҡыҙыл һыуының ағышына ғына түгел, уның үр яғына ла таралды. Бер уйлаһаң, мәҙәк һымаҡ: телефон бәйләнеше юҡ, бер  кем хат та  яҙмаған, ә,  тоноҡ һыуға таш ташлағанда  барлыҡҡа килгән бихисап түңәрәктәр кеүек, хәбәр бөтә Нәмәс төбәге ауылдарын да урап сыҡты. Ауылдар борон-борондан шул рәүешле йәшәй инде ул: бер ерҙә ҡапыл яңылыҡ ҡалҡып сыға ла, ялан үрте шикелле, тиҙ генә тирә-яҡҡа таралып китә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рауил Өмөтбаев

Аманатҡа юҡ ул хыянат

Атайым ғүмере буйы тыуған төйәгенең тарихын яҙҙы. Бөйөктәрҙән кемдер «Ҡулъяҙмалар бер ҡасан да янмай» тигән хикмәтле һынамыш әйтеп ҡалдырған. Был дөрөҫтөр, күрәһең. Ҡалған ике ҡалын ғына папкаға, ундағы ҡулъяҙмаларға тотонорға баҙнат итмәй, ун өс йыл буйы өйөмдә һаҡланым. Яҙып бөтөлмәгән трилогияның өсөнсө өлөшө шунда ятҡанын  яҡшы белә инем. Атайым, тормошоноң һуңғы айҙарында әҫәре өҫтөндә бик көсөргәнешле эшләүенә ҡарамаҫтан, романын тамамлай алманы. Үҙем иһә яҙмаларына тотонорға ниңәлер баҙнат итмәнем. Әммә яҙмаларҙы архивҡа ла тапшырырға ҡул барманы...

Шулай, атайым, Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы, 1997 йылдың 24 авгусында был донъянан ҡапыл китеп, үҙенең күп кенә маҡсаттарын, үкенескә ҡаршы, тормошҡа ашыра алманы. Күп йылдар буйы ул үҙенең тыуған төйәге – Әлмөхәмәт ауылы тарихы тураһында яҙырға ниәтләнеп йөрөнө. Күпте үҙе лә күреп белә ине, күп нәмәләрҙе атаһынан, ҡарттарҙан ишетеп, күңелендә йөрөттө.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Бибинәғимә Хажиева

Гөлбаныу

Повесть                 

I

Тигеҙ йәшеллек уртаһындағы оҙон күлде Ологүл тип йөрөтәләр. Ҡуйы толомдарын һыуға һалындырған муйыл, талдар, әҙ генә елгә лә ҡушылып йырларға торған шиҡандаҡ ҡамыштар уратҡан был күлдән тыш, Дим туғайында  эреле-ваҡлы күлдәр һәттәй үк: Шымакүл, Уҫаҡлыкүл, Алтынкүл, Ярсүгермәк, Түңәрәккүл... Әммә иң дәүе, иң күрмәлеклеһе – Ологүл. Ике башы менән дә әҙ генә  Димгә етмәй туҡтаған ул, һәм күренеше менән һис кенә лә күлгә оҡшамаған. Ҡарттар һөйләүенсә, ҡасандыр Дим ошонан аҡҡан. Йылдар үтеү менән йылға үҙенә яңы юл алған, иҫке үҙәк Димдән айырылған һәм «үле йылға» булып ҡалған. Ошо үле йылға яҙ һайын терелә лә үҙенең ҡасандыр ысын йылға булыуын  иҫенә төшөрә: юлын быуып ятҡан ҡоршауҙарҙы емереп, тышауҙан арынған йәш тай шикелле сабырһыҙланып, ҙур һыуға табан уҡтала. Туғайлыҡтарҙағы ваҡ-ваҡ күлдәр, ҡар һыуҙары ағып төшөп, ярҙары мөлдөрәмә тулғас, йәндәй күргән туғандарына ашыҡҡандай, уға табан атлыға. Аҫау айғырҙай ҡотороноп, Дим дә ярҙарынан ташып сыҡҡас, киң туғайҙар, болондар урынында ажарлы бер даръя барлыҡҡа килә. Өйөрөлөп-өйөрөлөп, ярһып, хатта ҡайһы саҡ яһилланып аҡҡан был ҙур һыуға һоҡланып та, бер аҙ һағайып та баға кешеләр. Тик берәү ҙә зарланмай: тәбиғәттең сая был ҡылығы үҙ һәм яҡын башҡорт балаһына. Шуға күрә лә күрше ауылдарға йомоштары төшһә, эһ тә итмәй, кәмәгә ултырып сығып китәләр. «Аллаға шөкөр, таҙара күлебеҙ, балыҡҡа байый»,– тип һөйөнөп туя алмайҙар.

Артабан уҡырға


12