Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Июль 2016

Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

Туй

Уйынлы-ысынлы

Ялан ауылы уҙаманы Әбделкәрим ҡарт үҙенең өлкән улына сит ауылдан кәләш әйттерҙе. Сыбыҡ осо тигәндәй туған тейеш Сәмиғулла ҡартты ла туйға саҡырҙы. Уныһы, бик етеҙ, ихлас кеше булараҡ, баш тартып маташманы. «Ярар, мәжлестә Сәмиғулла ише һүҙгә йор, тәләкәгә маһир кешенең дә кәрәге тейә торған әле», – тип фекер йөрөттө Әбделкәрим.

Килен төшә торған ҡыҙҙың ауылына етәрәк ҡыуаҡлы текә генә биләндә быларҙы дуғаларына ҡыҙыл сепрәк бәйләгән ҡоҙалар ҡаршы алды. Аттарын ҡыҙыулап ҡыуып бер-бер артлы килгән алты дуғалы Ялан ауылының ҡоҙаларын юл уртаһында

Артабан уҡырға


Январь 1970

Шакир ЯНБАЕВ

Боҙ тамуҡ

Хикәйә

Мин үҙем башҡортмон, тик күп ғүмерем үзбәктәр араһында үтте. Шуға күрә һөйләгәндә ҡайһы бер үзбәк һүҙҙәрен ҡыҫтырып ебәрһәм, аптырамағыҙ. Мәңге уңалмаҫ яра булып күкрәгемдә һаҡланған, төштәремә инеп яфалаған ваҡиғалар – үзбәк туғандар хаҡында. Егерме дүрт йәшемдә баҫмасылар менән һуғышта яраланып, икенсе группа инвалид булып, тороп ҡалдым мин Фирғәнәлә. Ошонда үҙебеҙҙең Уралдан яҙмыш елдәре ташлаған Ғәйшә исемле ҡыҙҙы осратып, өйләндем, бергәләп донъя көтә башланыҡ. Инвалидмын тип өйҙә ятманым, төҫлө металдар базаһында мөдир булып эшкә урынлаштым

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәмзиә Бикәнәсова

Ҡулъяҙмалар шағир һүҙен һаҡлай

(Рәшит Назаровтың тыуыуына – 70 йыл)

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивында Рәшит Назаровтың бер папка шиғырҙары бар. Мин был папкаға эш буйынса Яҙыусылар союзы фондында ҡаҙынғанда юлыҡтым. Һары ҡатырғанан эшләнгән папканың тышына «Рукописи произведений Рашита Назарова за 1963 – 1965 годы» тип яҙылған аҡ ҡағыҙ киҫәге йәбештерелгән папкала туҡһан бер бит. Был «дело»ның 1970 йылдың 10 февралендә тегелеүе хаҡында яҙыуҙа архив хеҙмәткәренең ҡултамғаһы ҡуйылған. Папка тышында 1963 – 1965 йылдарҙағы әҫәрҙәре тип күрһәтелгән булһа ла, утыҙ һигеҙ шиғыры яҙылған айырым дәфтәрҙә «1962 окт. – дек.» тип шағир үҙе яҙып ҡуйған. Ни сәбәптәндер, архив һүҙҙәре

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ибраһим Ҡыпсаҡ

Түңәрәк өҫтәл

Бер тау башына барып менеү менән гөмбәҫләнеп, күгемһерәп ята торған Һарайса тигән тау әле һаман күҙ алдында тора. Уның ҡаршыһында – аралары ете-һигеҙ саҡрым самаһында, тирә-яғы суҡаҡ тауҙар, имән, саған ағастары менән осланып ята торған Серәкәй тигән тауҙар бар. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа был тауҙы данлыҡлы тауҙар тип һөйләй торғайнылар.

“Гүйә, бер ваҡыт Һарайса тауы башынан, икенсе бер ваҡыт Серәкәй тауы башынан тороп, бер-береһенә ҡаршы уҡ менән атышҡандар. Береһе атҡанын икенсеһе кире ҡайтарған,

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәйтүнә Шәрипова

Азат тормош хаҡына

Ибраһим Ҡыпсаҡ – башҡорт йәштәренең, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәген ҡайғыртҡан, йәнен-тәнен аямай көс түккән арҙаҡлы азаматтарыбыҙҙың береһе. Үткән быуаттың 20-се йылдарында  ҙур әҙип булараҡ танылып, исем-шәрифтәре башҡорт әҙәбиәте тарихында аталып йөрөһә лә,  уның яҙыусылығын күрһәткән бер генә әҙәби яҙмаһы ла тиҫтә йылдар буйы баҫылғаны булманы. Бының сәбәптәре хәҙер бер кемгә лә сер түгел. Утыҙынсы йылдар башҡорт интеллигенцияһының иң сағыу бер вәкиле һәм һәләтле дәүләт эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ, уның ғүмере лә сәйәси репрессия машинаһы тарафынан юҡҡа сығарыла. Ниндәйҙер аңғармаҫтан

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ишйегет Хәсәнов

Ишйегет Хәсәновты яҡындан белеүселәр уның шиғри күңелле, баҫалҡы, әммә ҡайнар йөрәкле итеп  хәтерҙәрендә йөрөтә. БДУ-ны тамамлап, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында, радиола, мәҙәниәт министрлығында эшләһә лә ул ер улы, тәбиғәт балаһы булып ҡала, хисле шиғырҙар яҙа. Яҙмыштың уға күберәк ғүмер бирмәүе ни тиклем үкенесле!

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Әсғәт НУРЕТДИНОВ

Әсә күңеле

Гонаһтарың, ҡылыҡтарың өсөн

Борсоғанда намыҫ ғазабы,

Ярлыҡау йә яҡлау өмөт итеп,

Әсәң күҙҙәренә ҡара һин:

 

Иң йылыһы – әсә ҡарашы,

Иң хәтәре – әсә ҡарашы.

Артабан уҡырға


12