Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Лариса Абдуллина

“...Ә МИН БЕЛӘМ ҺИНЕҢ БАРЛЫҒЫҢДЫ“ йәки АЗАМАТ ЮЛДАШБАЕВҠА СӘЙӘХӘТ

Һәр һөйләмен шиғыр менән һөйләгән, һәр фекере афоризм булып яңғыраған яҙыусылар бик һирәк. Бының өсөн зирәклек кенә түгел, киң күңеллелек тә кәрәктер.  Донъя шиғриәттән генә тормай бит, әммә тап шиғриәт уны мөхәббәтле итә! Шундай яҙыусыларҙың береһе Азамат Юлдашбаев хаҡында бөгөн бер кәлимә һүҙ әйтәйем тим. Сәбәбе лә бар, күптән йыйылған фекерҙәр ҙә тупланған.

Донъяға сәнғәтсә бағыу еңелме? Һәр хәлдә шиғриәт эсендә йәшәп, унан  был фанилыҡҡа әйләнеп ҡайтыу нисек бирелә? Әллә Азамат ошо ике арауыҡты бәйләп тороусы Салауат күперен тапҡанмы?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Наил Ғәйетбай

Илешкә рухи һәйкәл

     (Бер китапты уҡығас тыуған уйҙар)

(Суфиян Поварисовҡа – 90 йәш)

 

 

Мин очерктар уҡырға яратмайым. Уларҙың күбеһе баштан аҙағынаса ялған пафос, ышандырмаҫ ситуациялар, тормошсан булмаған диалогтар, яһалма һығымталар менән тултырыла. Геройҙарҙың эске донъяһы асылмай – бар иғтибар тышҡы хәрәкәттәрен күрһәтеүгә ҡайтып ҡала, шуға уҡыуы  ҡыҙыҡ түгел.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Лариса АБДУЛЛИНА

ҺҮҘ ҠӘҘЕРЕН КЕМДӘР ҠӘҘЕРЛӘЙ?!

(Рәсүл Сәғитовҡа 50 йәш тулыу айҡанлы)

Һүҙ... Һүҙ Ғали Йәнәптәре! Һүҙҙәр менән эш итеү ғәләмәт ҡыҙыҡ бит: бер ҡараһаң, уларҙы көндәлек тормошта бөтәһе лә ҡуллана, икенсе яҡтан, ошо сәнғәт өлкәһендә эшләүсе һәр кем иркен файҙаланамы икән? Бына ошолар хаҡында уйланыуҙарҙан башлағым килә замандашым, әҙип Рәсүл Сәғитовтың З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан яңы китабы хаҡындағы яҙмамды. Кемдер уның, ныҡлап ижадҡа тотондо тигәндә, «Имен-аман тороғоҙ!» тигән фекернамә сығарыуына, бәлки, аптырағандыр. Бигерәк тә әҙиптәр ғәжәпләнәлер, сөнки бөгөн китап нәшер итеү еңел эш түгел. Эйе, нәшриәттәр ҙә етерлек, әммә дәүләт нәшриәтендә донъя күреү бәхете һәр кемгә тәтемәй генә түгел, 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәт Сөләймәнов

ДӘЛИ-ДӘМРҮЛ

ЭПОС 

Дәли Дәмрүлдең самаһыҙ шашҡаны

Борон заман Дәмрүл тигән

Бәндә булған,

(Хәйер, бөгөн ундай менән

Донъя тулған).

Борон булғас, булһын борон.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнил Күзбәков

БЫУЫНДАР АМАНАТЫН ТЕРГЕҘЕҮСЕ

Академик Әхмәт Сөләймәновҡа  – 75 йәш

Инеш урынына ҡыҫҡаса белешмә

СӨЛӘЙМӘНОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15.3.1939 йылда тыуған, БАССР-ҙың Бөрйән районының Нәби ауылы), башҡорт фольклорсыһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995). Башҡорт дәүләт университетының (БДУ) филология факультетын тамамлаған (1967). 1967 алып – Бөрйән районы Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, 1972 йылдан башлап БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры уҡытыусыһы, доцент. 1991 йылдың ғинуарынан алып Тарих, 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәйтүнә Шәрипова

Ғүмер үә ғилем баҫҡыстары

(Академик Зиннур Нурғәлинға – 85 йәш)

Башҡорт ғилемендә милли булмышыбыҙҙы төрлө юҫыҡта:  әҙәби фекер һәм әҙәби тел (дәүләт теле), социология һәм философия, сәйәсәт һәм мәҙәниәт, иң мөһиме, төрки халыҡтар этногенезын дөйөм күҙлектән өйрәнгән, ошо  ҡатмарлы мәсьәләләрҙе заманалар ағышына ярашлы яҡтыртҡан ғалимдарыбыҙ, үкенескә, әллә ни күп түгел, әммә бар. Шуларҙың берәүһе һәм берәгәйе – З. Ә. Нурғәлин. Фән аҡһаҡалы бөгөн – филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы. Маҡтаулы исемдәргә, юғары наградаларға эйә.

Артабан уҡырға


Июль 2013

Әнисә Таһирова

Муза ситкә тибәрмәне һине...

  Ирек Кинйәбулатовҡа

Ҡырҡ йыл йәнәш  һуҡмаҡтарҙан атлап,

Аңлап   булмай һине – йомаҡты.

Бер ҡараһаң – һин бер ҡатлы, көләс,

Бер ҡараһаң – йомоҡ, ҡырҡ ҡатлы.

Артабан уҡырға


1234