Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Рәйеф Әмиров

Күктәргә яҙылған ер яҙмышы

(Әсхәл Әхмәт-Хужаға 70 йәш)

Ғибрәтле лә, көнләшерлек тә, әйләнеп ҡараған һайын өҙөлөп һағынырлыҡ та бер заман ине ул – илленсе йылдар!.. Ил-Ватан донъяның иң яуыз дошманын дөмөктөрөп, яраларынан арынып килә. Оло  яуҙан иҫән-аман ҡайтып, түккән ҡара тирҙең тәүге һөҙөмтәләрен күрә башлаған, бисә-сәсәгә нисәмә йылдан һуң күкрәгенә терәп икмәк телеүҙәренә  шатланып йылмайыусы ир-ат, дүрт йыл буйы яу ҡамытын тылда тартҡандар менән йәнәш егелеп, һуғыш «ҡолаҡтарынан тартып ир иткән», тиҙҙән әҙәбиәт мисәүенә инәсәк Атнабай, Марат, Рафаэль, Рәмиҙәр быуыны. Өҫ кейемдәре наҡыҫ булһа ла, ниһайәт, тамаҡтары туя башлаған малай-шалай, бөгөнгөләрҙе хайран ҡалдырырлыҡ демографик шартлау:  һәр йорт һайын тип әйтерлек 4-5, хатта унан да күберәк бала-саға... Һәм ошо уҡ ваҡытта әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә башланып, һуңынан бөтә тормошҡа  үтеп керә башлаған – имшенеү  дәүере (оттепель), самалы, үлсәп-үлсәп кенә бирелһә лә, оло өмөттәр уятҡан иреклек һыҙаттары... Уға бәйле уй-хыялдар, ашҡыныуҙар...

Артабан уҡырға


Январь 2012

Рауил БИКБАЕВ

Шағир яҙмышы

(Хәсән Назарға 70 йәш)

Ғүмер уҙған һайын ижад донъяһына килгән саҡтарыбыҙ, бигерәк тә алтмышынсы йылдар хәҙер йышыраҡ хәтергә килә, һағындырып иҫкә төшә. Башҡорт әҙәбиәтенең гөрләп үҫкән алтын дәүерҙәре! Ошо осорҙа Баязит Бикбайҙар, Сәләх Кулибайҙар, уларҙан да олораҡ шағирҙарыбыҙ үҙҙәренең яңы сифаттары менән асылды, аҡһаҡалдар йәшәрҙе. Яугир шағирҙар ырамлы эшләне. Мостай Кәрим ижады тотош Союз күләмендә, хатта сит илдәрҙә лә нығыраҡ таныла барҙы. Рәми Ғариповтар, Рафаэль Сафиндар быуыны донъяны шаулатты, дәррәү алҡыштар яуланы. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы донъя күргәндән һуң әҙип һүҙенә талап артты, прозабыҙ яңы үҫеш кимәленә күтәрелде. Балалар әҙәбиәтенең айырым үрнәктәре бик күп телдәргә тәржемә ителде. Башҡорт драматургтарының әҫәрҙәре республиканан ситтә лә йышыраҡ ҡуйыла башланы. Башҡорт әҙәбиәт ғилеме милли һүҙ сәнғәтенең ҡатмарлы тарихын, уның хәҙерге эҙләнеүҙәрен һәм асыштарын киң ҡараш, төплө фекер, ысын эстетик зауыҡ менән байҡарлыҡ юғарылыҡҡа күтәрелде, тулы мәғәнәһендә фән булып өлгөрҙө.

Артабан уҡырға


1234