Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әнғәм Хәбиров

Башҡорт та ул, россиян да

(Ирек Кинйәбулатовҡа – 75 йәш)

Бынан күп йылдар элек Ирек Кинйәбулатовтың «Мин – башҡорт!» тигән шиғырын уҡып ултырғанда, Мостай Кәримдең «Россиянмын» тигән шиғыры хәтергә төшөп йөҙәткәне иҫтә ҡалған. Яҙылыу мәлдәре буйынса уларҙы бер-береһенән дүрт тиҫтә йыл айырып торһа ла, был шиғырҙарҙың мотивтарында ниндәйҙер яҡынлыҡ һәм уртаҡлыҡ бар һымаҡ тойолғайны. Шиғырҙарҙың икеһендә лә һүҙ милләт яҙмышы, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында бара. Әгәр Мостай Кәрим ун бер строфанан торған шиғырында:

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлнур Хөсәйенова

Ғ. Б. Хөсәйенов Һәм башҡорт фольклористикаһы

Башҡорт филологияһының аҡһаҡалы, билдәле ғалим һәм яҙыусы   Ғ. Б. Хөсәйеновтың оҙайлы һәм күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында уның юбилейҙары айҡанлы байтаҡ мәҡәләләр яҙылды. Бигерәк тә шәхестең 75 йәшенә арналған мәҡәләләр йыйынтығы (ҡара: Башҡорт ғилеме: БР ФА академигы Ғ. Б. Хөсәйеновтың 75 йәше уңайынан әҙерләнгән мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө: Ғилем, 2004. 540-се б.) әҙип һәм ғалимдың фән һәм ижади бейеклектәре тураһында ентекле бәйән итә. Унда филология фәндәре докторҙары Р. Т. Бикбаевтың, Ғ. С. Ҡунафиндың, Р. Н. Байымовтың, М. В. Зәйнуллиндың, крайҙы өйрәнеүсе    В. В. Сидоровтың мәҡәләләре айырыуса иғтибарға лайыҡ. Һәр автор Ғайса Батыргәрәй улының ХХ быуат башҡорт гуманитар фәндәр өлкәһенә тос өлөш индереүенә, уның күп яҡлы энциклопедист ғалим булыуына, үҙ фәнни мәктәбен булдырған педагог, егәрле ижадсы булыуына һ.б. күп ыңғай сифаттарына баҫым яһай.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлнара Абдрафиҡова

Поэтик оҫталыҡ, таһыллыҡ өлгөһө

Әҙәбиәт донъяһында сағыштырмаса аҙ дәүер эсендә мәңге онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған таланттар күп. Кемдер берәү әллә күпме яҙып-яҙышып та танылыу ала алмай, ә икенсеһе тәүге әҫәре, берәгәйле бер китабы менән үк уҡыусы күңеленә хуш килеп, уның иғтибарын һәм ихтирамын яулап ала.

– Ниндәй китаптар шәп?

– Зиһенгә һәм күңелгә һеңгәне.

– Ниндәйҙәре йәнә шәберәк?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фирҙәүес Юнысова

Фән азаматы Ил азаматтары тураһында

Күренекле ғалим һәм әҙип Ғайса Хөсәйенов – үҙенең ижади һәм фәнни тикшеренеүҙәре менән башҡорт әҙәбиәтенә һәм ғилеменә ҙур өлөш индергән, башҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеү өлкәһендә үҙенең фәнни мәктәбен булдырған оло шәхес. Тиҫтәләгән ғилми хеҙмәттәре, тәнҡит-биографик очерктары булһынмы, әҙәби күҙәтеүҙәре, теоретик мәҡәләләре, йылъяҙмалары, лирик-философик эсселары, парсалары – былар барыһы ла әҙип ижадының күп яҡлы икәнен дәлилләй.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнил Күзбәков

Академик Ғайса Хөсәйенов менән башҡорт әҙәбиәте һәм әҙәбиәт ғилеме хаҡында әңгәмә

– Хөрмәтле Ғайса  Батыргәрәй улы!

Һеҙҙең ғүмер юлығыҙ, шөкөр, оҙайлы (күҙ теймәһен – 85 йәш!), ижад юлығыҙ тағы ла байыраҡ, тармаҡлыраҡ, емешлерәк. Тормошоғоҙҙа хәтерләрлек, уйландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ мәлдәрегеҙ ҙә, уртаҡлашыр тәжрибәгеҙ ҙә етерлек...

– Ғүмер юлым тыуған илем тормошонан айырылмай.

Ауыр осорҙо ла, ауылдың 30-сы йылдарҙа гөрләберәк алған сағын да, Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр һәм хәтәр йылдарын да, унан һуң яйлап күтәрелеш, уңышлы үҫеш дәүерҙәрен дә кисерергә яҙҙы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Барый Ноғоманов

Йәшлек дуҫтарымдың береһе

(Журналист һәм  яҙыусы Эдуард Әғзәмигә – 75 йәш)

Үтә ләһә ғүмер, һәй, үтә шул... Бындай һүҙҙәрҙе беҙҙең кеүек хәтһеҙ юлдар  тапаған, тормош ағышында йылдар сылбырын һүтә-һүтә, төрлө фасылдарҙы кискән кешеләр йыш ҡабатлай. Ғүмер миҙгелдәре араһында яҡтыһы ла, ҡараңғыһы ла етерлек,   оҙаҡ  һаҡлағандары ла, баҙрап ятҡандары ла буйтым. Бер уйлаһаң, улар әллә ҡайҙа алыҫта – Ҡаф тауҙары артында ҡалған һымаҡ, бер уйлаһаң, әле генә булып үткәндәй, хәтирәләр  ынйыһы балҡытып, һинең менән бергә йәшәп килә.

Минең дә бит онотолмаҫ хәтирәләрем бар. Иң иҫтәлеклеһе – ун синыфты тамамлағас та, ҡулыма комсомол путевкаһы тотоп, Бәләбәй яҡтарына – Шкапово нефть ятҡылығы төҙөлөшөнә эшкә китеүем. Артабан оҙон-оҙаҡ хеҙмәт юлымдың башы ошонда башланғанғамы, ғәзиз туғандай яҡын күргән дуҫтар таба алғанғамы, йыш ҡына уйҙарым тәүге эҙебеҙ  уйылып ҡалған төбәккә килеп тоташа.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Сабир Шәрипов

Калугала йәшәй ҡәләмдәш

Башҡортостандың Ауырғазы районы Талбазы ауылында тыуып үҫкән Салауат Ғәзим улы Әсфәтуллин  ун дүрт йыл инде Калуга ҡалаһында йәшәй. «Атайым – башҡорт, әсәйем – татар, шуға ике телдә лә яҡшы аралашам, ә яҙма телем – урыҫса,– тип барлай ҡәләмдәшебеҙ үҙ биографияһын. –Техника, сәйәсәт, сәнәғәт буйынса өс вуз тамамланым, байтаҡ йылдар Бөтә Союз трестарында,  дәүләт ойошмаларында эшләнем. Тәүге мәҡәләм ҡырҡ йыл элек Өфө нефть институтының күп тиражлы гәзитендә баҫылды...»

Артабан уҡырға


1234