Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Февраль 2017

Рауил Бикбаев

Мәүлит Ямалетдиндың бүләктәре

Мәүлит Ямалетдиндың “Ирәмәл” тигән тәүге шиғри йыйынтығы 1978 йылда – шағир утыҙ бер йәшен тултырғанда сыҡ­ты. Егерме бер йәшендә беренсе китабы баҫылған Рәшит Назаров менән сағыш­тырғанда, был шатлыҡты Мәүлит ун йылға һуңыраҡ кисергән. Ләкин беренсе китабыңдың ҡасан донъя күре­үенән дә бигерәк нисек, ниндәй сифатта сығыуы иң мөһиме бит. “Ирәмәл” тигән йоҡа ғына йыйынтыҡ уның авторы өсөн генә түгел, шул замандағы тотош башҡорт шиғриәте өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәки Әлибаев

Оло тәжрибә туплап

Спартак Ильясовҡа – 75 йәш

Әҙәбиәткә әҙип ХХ быуаттың 60-сы йылдарында тәүге аҙымдарын яһай. Уның шул йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә «Сәлим бабай», «Ышан, атай!», «Һунарсы йөрәге», «Юғалған йондоҙ» тигән хикәйәләре күренә лә, ижади эшмәкәрлеге оҙаҡ йылдар туҡтап тора. Һуңғы осорҙа иһә яҙыусының ҡомары өр-яңынан тоҡана. Ул уҡыусыларға «Биғылый» романы, «Барын-Табын хәтере», «Олатайҙар тотҡан ҡоралдар», «Яраһаҙ яралары», «Ҡолой кантон» исемле ки­таптарҙың авторы булараҡ таныш. Ваҡытында Спартак Ильясовтың колхоз рәйесе, совхоз директоры вазифаларын башҡарыуы, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында эшләүе уның әҫәрҙәренең бай йөкмәткеһендә сағыла. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәрзәнә Аҡбулатова

Яҙыусының Олимп тауы

Наил Ҡотдосовтың
тыуыуына – 75 йыл

Яҙыусы һәм ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Яҡуп улы Ҡотдосов 1941 йылдың 10 октябрендә Туймазы районының Йәрмөхәмәт ауылында тыуған. Ошо ғәзиз бишегендә ул тәү башлап донъя матурлығын аса һәм уны ижадында сағылдырырға тырыша. Һуғыштан һуңғы йылдар бик ауыр булһа ла, буласаҡ яҙыусы үҙен уратҡан мөхиттең сағыу төҫтәрҙен генә күрә, шуларҙы бүтәндәргә еткерергә ынтыла. Бишенсе класта уҡыған сағында тәүге шиғри юлдары теҙелә. “Ленин юлы” тип аталған район гәзитендә сыҡҡан шиғыры ижад тигән оло юлға 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнғәм ХӘБИРОВ

АВТОГРАФТАР ХӘТЕРҘЕ ЯҢЫРТА

Донъя күләменә гректарҙан таралған был һүҙ беҙҙеңсә «үҙем яҙам» тигәнде аңлата. Рус телендә нәшер ителгән белешмәләрҙә, энциклопедик һүҙлектәрҙә уның лексик мәғәнәһе һәм ҡулланыу даирәһе бер аҙ асыҡлабыраҡ, киңәйтеберәк бирелә: үҙ ҡулы менән ҡуйылған ҡултамға, иҫтәлекле яҙма; авторҙың үҙ ҡулы менән яҙылған текст...
Ошо белешмәләргә һәм энциклопедик сығанаҡтарға таянып фекер йөрөтһәк, «автограф» һүҙенең ифрат бай йөкмәткеле төшөнсә икәнлегенә ышанырбыҙ. Әйтәйек, ҡалын-ҡалын романдарҙың, поэмаларҙың, шиғырҙарҙың, сәхнә әҫәрҙәренең, тәнҡит мәҡәләләренең, ғилми тикшеренеүҙәрҙең автор ҡулы менән яҙылған ҡараламаһы йә иһә шул ҡараламаның аҡламаға төшөрөлгән күсермәһе... Композиторҙарҙың үҙ ҡулдары менән нотаға һалған музыкаль әҫәрҙәре...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәкиә Мырҙағолова

Әҫәрҙәре хикмәтле

(Фәниҙә Исхаҡованың трилогияһы хаҡында)

Фәниҙә Исхаҡова әҙәбиәткә туҡһанынсы йылдар уртаһында үҙенең «Кеше-күсермә» исемле фантастик романы менән килеп ингәйне. Әҫәр үҙ заманында уҡ китап уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, тәнҡитселәр тарафынан ыңғай баһаланды, идея-эстетик үҙенсәлектәре, художестволы эшләнеше йәһәтенән башҡорт прозаһында яңы күренеш булараҡ билдәләнде.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәки Әлибаев

Мәңгелек моң бишегендә

(Фәниҙә Исхаҡоваға – 50 йәш)

Әҙәбиәт – үҙенсәлекле, ғәҙәти үлсәмдәр менән үлсәп булмаған, ҡатмарлы, ҡатлаулы һәм ылыҡтырғыс донъя. Кемдер унда күңел йыуанысы табыр өсөн килһә, икенсеһе тормошто өр-яңы төҫтәрҙә сағылдырып, башҡаларға уның асылын аса, ә өсөнсөһө ижад итмәй булдыра алмай. Шуға ла һүҙ сәнғәте ваҡыт һынауҙарын үтеп, ынйыға тиң аҫылдары ғына милли әҙәбиәтте тулыландыра. Ваҡыт барыһына ла хужа. Бөгөнгө әҙәби процессты күҙаллаһаҡ, шул билдәле: элекке осорға ҡарағанда әҙәби тулҡындың һүлпәнәйеүе, ижади шәхестәрҙең бер аҙ тынып ҡалыуы ла заман күренеше кеүек. Әҙәби һуҡмаҡҡа аяҡ баҫып, тәжрибә туплап, ижади 

Артабан уҡырға


Январь 2015

Зәки Әлибаев

Ышаныслы аҙымдар менән

(Рәлис Уразғоловҡа – 50 йәш)

Бөгөнгө башҡорт прозаһында һәлмәк аҙымдары менән атлап барған Рәлис Ураҙғолов ижады уҡыусыларға яҡшы таныш. Республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғат баҫмаларында заманыбыҙҙың актуаль темаларын яҡтыртҡан мәҡәләләре, очерктары менән оҫта журналист булып танылһа, һуңғы йылдарҙа проза өлкәһендә лә ярайһы уҡ уңыштары бар. Рәлис Ураҙғолов хикәйә, повесть жанрҙарында ла эшләй. “Бормалы яҙмыштар” тигән тәүге йыйынтығы хаҡында ла әҙәби тәнҡиттә ыңғай ҡараштар булды, “Аслыҡ” тип аталған романын да ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алдыҡ.

Артабан уҡырға


1234