Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әхмәт Мәхмүтов

Нескә тойғоло шағир

(Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың тыуыуына 100 йыл)

Хөсәйен Ҡунаҡбай (Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев) 1912 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы Таһир ауылында тыуған. Ярлы крәҫтиән ғаиләһендә үҫеү һәм бик йәшләй етем ҡалыу сәбәпле, ауыл кулактарында көтөү көтә. Аҙаҡ балалар йортонда тәрбиәләнә. 1929 йылда Темәс ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бөрйән районында волисполком секретары булып эшләй, Иҫке Монасип ауылында балалар уҡыта.

Буласаҡ шағир 1930 йылда Өфөгә килә һәм «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите  редакцияһына эшкә урынлаша. Бер аҙҙан радиокомитетҡа бүлек мөдире итеп күсерелә. 1932 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, «Коммуна» гәзите редакцияһында бүлек  мөдире булып эшләү менән бер үк ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген уңышлы тамамлап сыға.

Хөсәйен Ҡунаҡбай 1936 йылда Дәүләкән педучилищеһына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә, бер йылдан Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына шулай уҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерелә. 1940 – 1942 йылдарҙа Стәрлебаш районының Табылды ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Зәйтүнә ШӘРИПОВА

Балҡыштарға бай ғүмер

(Роберт Байымовтың тыуыуына 75 йыл)

Башҡорт әҙәбиәте ғилеме формалашыуға тос өлөш индергән арҙаҡлы ғалимдарҙың береһе, күренекле прозаик һәм йәмәғәт эшмәкәре, талантлы педагог Роберт Байымовтың тыуыуына 75 йыл тулды... Бынан бер йыл да һигеҙ ай ярым элек уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Р. Н. Байымов Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында алтынсы класты тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышында танк ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп, ҙур тәжрибә туплаған механизатор атаһының Ҡарлыман МТС-ына эшкә күсерелеүе сәбәпле, Бишауыл-Уңғар башҡорт мәктәбен дүрт йыл йәйәү йөрөп тамамлай. Урта белемле егет үҙ районындағы Иҫке Ҡыйышҡы, Биштәкә ауылдарында өс йыл физиканан, математиканан һабаҡ бирә, шул арала Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының физика-математика факультетында ситтән тороп бер курсын уңышлы тамамлай. Һалдат хеҙмәтенә  ул алыҫҡа, Япон диңгеҙенең ярындағы атаҡлы Находка порты тирәһенә, ебәрелә, урта техник белемле һәм институт студенттарынан төҙөлгән артиллерия полкына эләгә, орудиеларҙың утын махсус приборҙар ярҙамында координациялаусы взводҡа тәғәйенләнә. Ҡушылмаһа ла, һалдат тормошо хаҡында хәрби округ гәзитенә хәбәрнамәләр яҙа башлай, боевой листоктар, стендтар эшләүҙә әүҙемлек күрһәтә. Хеҙмәтен тултырғас, артабанғы ғүмер юлын филология менән бәйләргә ныҡлы ҡарар итеп, 1959 йылдың йәйендә, атай йортона ла ҡайтып тормаҫтан, имтихандар биреү өсөн  Башҡорт дәүләт университеты тупһаһына аяҡ баҫа һәм вафатына тиклем ошонда эшләне.

Артабан уҡырға


1234567891011