Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Таһир Ғәбитов

Баҫалҡылыҡ, егәрлелек менән

(Раил Байбулатовтың тыуыуына 75 йыл)

Күренекле прозаик, Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты Раил Фәтхелислам улы Байбулатов Көйөргәҙе районы Яманғол ауылында 1937 йылдың 2 июнендә тыуған. Мораҡ педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан китап нәшриәтендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында эшләне.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәт Мәхмүтов

Заманының шанлы йырсыһы

(Шамун Фидаиҙың тыуыуына 110 йыл)

 

Шамун Фидаи (Ҡасим Мөхәммәтйән улы Шакирйәнов) 1902 йылдың 15 июнендә Ырымбур ҡалаһында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Бер-ике йыл иҫке дини мәҙрәсәлә уҡығас, ул 1916 йылда, атаһынан ҡасып тигәндәй, Өфөгә килә һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә инә. Бындағы «Милли көй, сәхнә һәм әҙәбиәт» түңәрәгенә йөрөй, шиғырҙар яҙа башлай.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әлим Зарипов

Һағыҙаҡтар ояһы

1912 йылда Бөйөк Британия подданныйы  Уркварт тарафынан Көньяҡ Урал тау-сәнәғәт акционерҙар  йәмғиәте ойошторолоу менән, Таналыҡ-Баймаҡ баҡыр иретеү, Семеновка циан заводтары һәм Түбә бегун фабрикаһы ҡорола. Геология-разведкалау эштәре киң йәйелдерелеп, Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан Таналыҡ-Баймаҡ заводында – 150, Семеновкала – 120, Түбәлә – 110  һәм рудниктарҙа 340 кеше эшләй. Акционерҙар йәмғиәте был яҡтарҙа киң эшмәкәрлек башлап ебәрә. 1912 йылда уҡ ул Бөрйән олоҫо башҡорттарынан ике килешеү буйынса 70 йылға 10 мең дисәтинә ерҙе һәм 30  йылға 50 мең дисәтинә урманды ҡуртымға ала. 1916 йылда акционерҙар йәмғиәте Икенсе Бөрйән олоҫоноң Түбәнге Байрамғол ауылы аҫабаларынан 207 дисәтинә ер һатып ала. Беренсе Түңгәүер олоҫоноң Алғазы ауылы башҡорттарынан – 2709, Беренсе Этҡол, Иҫке һәм Яңы Кинйәбулат ауылдары башҡорттарынан 3909 дисәтинә ерҙе 36 йылға ҡуртымға ала. 3909 дисәтинә өсөн ҡуртым хаҡы йылына 1200 һум, йәғни дисәтинәһе 30 тиндән билдәләнә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәт Мәхмүтов

Яуҙарҙа сыныҡҡан әҙип

(Нәжиб Иҙелбайҙың тыуыуына 100 йыл)

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, көр тауышлы һәм көр күңелле кеше ине Нәжиб Иҙелбай. Хистәргә бай йөрәкле, ижади уйлы шағир ине. Үткер телле публицист, оҫта тәржемәсе, яуҙарҙа  сыныҡҡан әҙип булды ул.

Нәжиб Иҙелбай (Нәжиб Сафа улы Иҙелбаев) 1912 йылдың 12 мартында хәҙерге Баймаҡ районының Иҙелбай ауылында тыуған. Бер ни тиклем ваҡыт мәктәптә белем алғас, урман ҡырҡыусы, ауыл Советы секретары, китапханасы була. 1929 йылда Баймаҡ тау сәнәғәте техникумын тамамлай, бер нисә йыл Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләп ала. «Ҡыҙыл байраҡ» исемле район гәзите ойошторолғас, журналистика өлкәһенә күсә. Мәскәү – Волга каналы төҙөлөшөндә эшләй, ундағы «Ударники канала» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр ҙә була. 1937–1938 йылдарҙа Башҡортостан  китап нәшриәтендә мөхәррир һәм тәржемәсе булып эшләй, бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Нәжиб Иҙелбай 1938 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан  һуғышы йылдарында взвод, рота командиры була. Ҡаты яраланып дауаланғандан һуң демобилизациялана һәм Өфөгә  ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 – 1955 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Суфиян Поварисов

Әҫәрҙәрендә – Хоҙай хозуры...

(Ғәлимйән  Ибраһимовтың тыуыуына 125  йыл)

Алтын  тапһа, кеше  уның эсендә ни бар икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһынмай. Ә яңы табылған һүҙ  – серле йомғаҡ. Халыҡ уны «һүтә лә һүтә», эсендә ни барын белергә ашыға. Һүтеп бөтөрөп, орлоғон,  емешен  тапҡас та  әле, ул тәрән уйға ҡала: орлоҡ эсендә ни бар икән? Ҡайҙа, ниндәй ерлектә тыуған һуң ул орлоҡ? Ҡайһы бер һүҙҙең этимологияһын асыҡлау өсөн күпме ғалимдар бәхәскә кермәй? Һүҙҙең эске мәғәнәһен дә, тышҡы формаһын да асыҡлау еңел түгел. Һәр әйбергә бер атама. Бына ҡар ирене. Яҙ сәскәһе умырзая донъяға сыҡты. Ләкин уның ғүмере бик ҡыҫҡа. Шуға күрә халыҡ уны заяға үткән кеше ғүмере менән сағыштыра.  Яһалышы ла шунан килә. Яҡынса ул былай:  ғүмере зая –  омер зая – умырзая.

Һүҙҙәрҙең эске мәғәнәһен аңлау яҙыусы өсөн айырыуса кәрәк. Күп кенә әҫәрҙәрҙә умырзая ҡыҫҡа ғүмерҙе тасуирлау өсөн  сағыштырыу объекты сифатында файҙаланыла. Матурлыҡ, үкенеү, юҡһыныу, тиҙ ҡауышып тиҙ айырылышыу кеүек күренештәрҙе күрһәтеү өсөн дә ҡулланалар. Был һүҙ тел ғалимдары тарафынан да телгә алына. Улар ҙа уның мәғәнәһен ана шул бер үҙенсәлек буйынса аңлата. Беҙҙеңсә, мәсьәләнең икенсе яғы тураһында ла уйларға кәрәк. Ғүмерен заяға үткәргән кеше бер мәртәбә лә балҡый алмағандыр, бәлки. Кеше ғүмере йылдар һаны менән түгел, хеҙмәт даны менән, тиҙәр. Ә умырзая яҡты донъяға ҡар аҫтынан ашыға-ашыға сыға. Яҙ матурлығы булып балҡый. Шуға күрә халыҡ телендә  ул матурлыҡ һәм батырлыҡ символы булараҡ телгә алына.  Быҫҡып үткәргән мең кеше тормошонан балҡып  йәшәгән бер ижтиһадлының  ғүмере ҡәҙерлерәк.  Умырзаянан матурыраҡ бик күп сәскәләр, гөлдәр бар. Ләкин беҙ уларҙың исемдәрен белмәйбеҙ. Сөнки улар беҙҙең күҙ алдында ҡар ярып сыҡҡан матур сәскә булып килеп баҫмай. Беҙҙә был исем уға уйламайыраҡ бирелгәндер, бәлки. Башҡа милләттәр уны төрлөсә атай: рустар –  подснежник, француздар  – ҡар бырауы, инглиздәр –  ҡар тамсыһы, немецтар – ҡар ҡыңғырауы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ш. Сабиров

Яҡты исеме – СӘНҒӘТ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫНДА

(Илшат Йомағоловтың тыуыуына 80 йыл)

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, оҙаҡ йылдар сәнғәт уҡыу йорттарында йәштәргә төплө белем биргән педагог, режиссер, күренекле драматург Илшат Хәлил улы Йомағолов (1932 – 2007) Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәләтен танытып өлгөргән йәш актер Мәскәүҙә ГИТИС-тың башҡорт студияһында уҡып ҡайтҡас, ҡабат театрҙа эшен дауам итә.

Ярты быуатлыҡ сәхнә ижадында ул йөҙҙән ашыу ролдә уйнай: Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» драмаһында – Закир, Шиллерҙең «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә – Фердинанд... Гнат  (И. Карпенко-Карый, «Бәхетһеҙ мөхәббәт»), Треплев һәм Иванов  (А. Чехов: «Аҡсарлаҡ», «Ивановтың фажиғәһе»), Чекмарев һәм Байымов  (А. Абдуллин: «Онотма мине, ҡояш!», «Ун өсөнсө председатель»), Аҡьегет һәм Прометей  (М. Кәрим: «Ай тотолған төндө», «Ташлама утты, Прометей!»), Фәсхи  (С. Мифтахов, «Зимагорҙар»), Бер ҡатлы кеше  (Н. Хикмәт, «Онотолған әҙәм»), Никита һәм Протасов (Л. Толстой: «Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә», «Тере мәйет»), Макбет  (У. Шекспир, «Макбет») кеүек социаль-героик образдарҙы өлкән быуын тамашасылары бөгөн дә һоҡланып телгә ала.

Артабан уҡырға


Февраль 2012

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ

Талантлы ижадташым

(Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 80 йыл)

Әҙәби  тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов менән 1960 – 1978 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бергә эшләнек. Әҙәбиәт ғилеме  һәм теорияһы мәсьәләләре менән шөғөлләндек. Ул айырыуса поэтика өлкәһендә үҙ маһирлыҡтарын танытты.

Үткәндәргә ҡайтып, әҙәбиәтебеҙ үҫеше тарихынан шуныһын да яҡшы  хәтерләйем: уҙған быуатыбыҙҙың 60-сы йылдарында әҙәбиәтебеҙгә ҙур төркөм булып һәләтле  һәм ғилемле йәш яҙыусылар  килде. Мәҫәлән: Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Әнүр Вахитов,  Рәйес Низамов, Марат Кәримов, Абдулхаҡ Игебаев, Шакир Бикҡолов, Ким Әхмәтйәнов һәм тағы бүтәндәр. Улар төрлө  жанрҙарҙа ижад итте. Әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләүселәре булыуы һөйөнөслө ине.

Артабан уҡырға


1234567891011