Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Сәнә Сабирйәнова

Йәшәү мәғәнәһен фәндә тапты

(Нәжибә  Мәҡсүтованың тыуыуына – 80 йыл)

Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, күренекле диалектолог, филология фәндәре докторы Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтоваға ошо йылдың 27 ноябрендә 80 йәш тулған булыр ине.

Уның исеме башҡорт тел ғилемендә генә түгел, бөтә төрки донъяла киң билдәле. Ә башҡорт диалектологияһын иһә был исемдән башҡа бөтөнләй күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ысынлап та, республикабыҙҙа ерле һөйләштәрҙе фәнни өйрәнеүҙең ике ҙур этабы – монографик һәм лингвогеографик тикшеренеүҙәрҙә Н. Х. Мәҡсүтованың исеме оло иғтибарға лайыҡ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәниҙә Исхаҡова

ҠУРАЙҒА АРНАЛҒАН ҒҮМЕР

(Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл)

Атаҡлы ҡурайсы, йырсы һәм актер, Башҡортостандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов 1912 йылдың 15 июнендә донъяға килә. 1988 йылда яҡты донъянан китеп бара. Уға ул ваҡытта 76 йәш тулған була. Ана шул ғүмерҙең алты тиҫтәгә яҡын дәүерен Ғата Сөләймәнов мөкиббән китеп яратҡан тылсым сығанағы ҡурайға бағышлай ҙа инде.

Башҡорт мәҙәниәтендә ҡурай үҙенә тейешле лайыҡлы урынды яулаһын өсөн бөтә булған тырышлығын һалған һәм уға тотош ғүмерен арнаған билдәле шәхес Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылында тыуып үҫә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зиннур Нурғәлин

ТЕЛ ҒИЛЕМЕН НИГЕҘЛӘҮСЕЛӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ

(Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы)

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин 1892 йылдың сентябрендә элекке Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Ташбулат-Көстән ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала. Беренсе Бөтә донъя һуғышында ҡатнаша. 1919 йылдан мәғариф өлкәһендә (1929 йылда Ленинградҡа Көнсығыш телдәре институтында аспирантураға киткәнгә ҡәҙәр) төрлө вазифала эшләй. Аспирантуранан һуң, 1932 йылда, К. А.Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтының башҡорт теле кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә. 1937 йылдың авгусына тиклем ошо вазифаны башҡара.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлназ Ҡотоева-Ғәйнуллина

Ғүмер шаңдағы

(Динә Талхинаның тыуыуына  60 йыл)

Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә эшкә килгәс, шағирә, балалар әҙәбиәте бүлеген етәкләгән Динә Азат ҡыҙы Талхина хаҡында хеҙмәттәштәремдең, авторҙарҙың шул хәтлем ихтирамлап иҫкә алыуын, уға рәхмәтле булыуҙарын ишетә, күрә йөрөнөм.

Балалар китабы ниндәй, нисек булырға тейеш? Темаһы, идеяһы, төҙөлөшө, биҙәлеше – барыһы ла алдан күҙаллана, Динә апайҙың һаҡ, һиҙгер күңеле аша үтә, иң мөһиме, авторға ҡанат ҡуйыла. «Һин булдыра алаһың уны, һинең ҡулыңдан килә торған эш», – тип ышандыра торған ҡеүәгә эйә ине бит ул Динә апай. Балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире булып эшләгән осорҙа ул үҙен талапсан һәм хәстәрлекле мөхәррир итеп танытты. Ошо бүлекте ойоштороуҙа, уның эшен яйға һалыуҙа айырыуса тырышлыҡ күрһәтте. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Таһир Ғәбитов

Повестар оҫтаһы

(Рәйес Низамовтың тыуыуына 80 йыл)

Уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында әҙәбиәт һөйөүселәрҙе уҡымлы повестары менән ҡыуандырған Рәис Ғилметдин улы Низамов  1932 йылдың 1 июлендә Әлшәй районы Ташлы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте, унан һуң Өфөләге Йылға флоты-һөнәрселек уҡыу йортон, Башҡорт интернат-мәктәбен тамамлай. Өфө – Ҡазан пароходствоһында машинист ярҙамсыһы булып эшләп алғас, Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый (1952 – 1957). Өфөгә ҡайтҡас, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләнә. 1966 йылдан – «Пионер» журналында бүлек мөдире, 1974 – 1978 йылдарҙа – «Ағиҙел»дә баш мөхәррир. Яуаплы вазифалар менән бер ҡатарҙан, әүҙем ижад итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләтле прозаик иллеһен дә тултырып өлгөрмәйенсә баҡыйлыҡҡа күсте.

 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәт Сөләймәнов

Бәҫле әҙип, эҙле ғалим

(Күренекле әҙип, ғалим, педагог Кирәй Мәргәндең тыуыуына 100 йыл)

«Сәйәхәттән йөрөп ҡайтҡандан һуң, йыш ҡына фекер таралып китә. Юлда осраған бай һәм күп төрлө тормош картиналары күҙ алдынан бер-бер артлы теҙелеп үтә. Күңел дәфтәренең бөтә мөйөштәренән дә иҫтәлектәр ҡойола. Материал күп, тәьҫир ҙур. Ҡайһыһын алырға, ниҙән башлап китергә белмәй, аптырап ҡалаһың». Үҙенең сәйәхәтнамәләренең береһен Кирәй Мәргән шулай тип башлаған. Мәҡәлә яҙырға тип ҡулға ҡәләм алғас, мин дә ирекһеҙҙән ошо һүҙҙәрҙе ҡабатларға мәжбүр булдым.  Әле генә уның тормош һәм ижад юлы буйлап күңелемдән сәйәхәттә йөрөп әйләнгәйнем. Был «сәфәрем»дә элекке таныштарым менән яңынан осрашып, уларҙың яңы һыҙаттарын асҡандай, яңы таныштар тапҡандай булдым. Авторҙың үҙе хаҡында ла, шулар тураһында ла яҙырға ине. Әхнәф Нури улы үҙе әйтмешләй, «материал күп, тәьҫир ҙур...» Әһә, бына ни өсөн хәтергә килгән икән теге юлдар! Мин дә «Ниҙән башлап китергә?» һорауы алдында тороп ҡалдым. Уйынмы ни, бер кеше йөҙөндә публицист, хикәйәсе, повестар оҫтаһы, романсы, драматург, сәйәхәтсе, әҙәбиәт һәм фольклор белгесе – ғалимдың, педагогтың эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барырға тура киләсәк бит! Ни булһа шул булыр, ошо исемлектең башынан төшәйемсе. Ҡалғанын күҙ күрер.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Бүләк Исмәғилева

Тел байлығы – күңел байлығы

Һуңғы ваҡытта тел ғилемендә этнолингвистика һәм лингвокультурологияға иғтибар артты. Лингвокультурологик  концепция менән М. Аҡмулла исемендәге  БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Л. Х. Сәмситова шөғөлләнә. Лингвокультурологик концепцияға ярашлы, һүҙ тел берәмеге генә түгел, ә мәҙәниәт концепты булараҡ та ҡарала, улар аша тел шәхесе менталитеты формалаша. Лингвокультурологик йүнәлештәге уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда туған телдең  халыҡ педагогикаһында, көндәлек тормошта, мәҙәниәттә, әҙәбиәттә сағылыш тапҡан милли үҙенсәлеге алға ҡуйыла.

Артабан уҡырға


1234567891011