Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әхмәт Мәхмүтов

Ҡыҫҡа жанр оҫтаһы

(Шакир Насировтың тыуыуына – 100 йыл)

Шакир Ғиниәт улы Насиров 1913 йылдың 6 мартында хәҙерге Ғафури районының Ибраһим ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙҙәренең ауыл мәктәбендә ала. 1929 – 1931 йылдарҙа Өфө сәнәғәт-иҡтисади техникумын тамамлай. Артабан уның журналистлыҡ эше башлана: «Башҡортостан» гәзите редакцияһында махсус хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1935 – 1937 йылдарҙа иһә Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

1942 йылда Быҙаулыҡ хәрби училищеһын тамамлап, Башҡорт атлы дивизияһының фронт шарттарында сыҡҡан гәзитендә яуаплы секретарь, полк агитаторы булып эшләй. 1943 йылда яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн  Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңлеғәли Нәҙерғолов

Тәүгеләрҙең береһе

(Прозаик Закир Һаҙиҙың тыуыуына – 150 йыл)

XIX быуат аҙағы – XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте тарихына яңырыу осоро булып ингән. Нәҡ ошо осорҙа быуаттар һуҙымында ҡатнаш-синкретик рәүештә йәшәп килгән художестволы проза айырым әҙәби төр булараҡ үҫеү юлына баҫа, хикәйә, нәҫер, повесть жанрҙарында тәүге әҫәрҙәр донъя күрә башлай. Нәфис проза өлкәһендә беренселәрҙән булып ҡәләм тирбәтеүсе Риза Фәхретдинов, Мәжит Ғафури, Әхнәф Танғатаров, Фәтхелҡадир Сөләймәнов, Һаҙи Сәғҙи, Зыя Өммәти, Әхкәметдин Иҫәнбирҙин, Вәсим Солтанов, Кәбир Туйкин, Фәйзи Вәлиев, Афзал Таһиров, Ғәли Рафиҡиҙар сафында үҙенсәлекле әҫәрҙәр авторы Закир Һаҙи ҙа була.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәниә Гәрәева

Йылмайыуы мәңге күңелдә...

(Әмир Гәрәевтың тыуыуына – 85 йыл)

Беҙ, театр училищеһының 1952 йылғы сығарылыш студенттары, бөтәбеҙ ҙә театрға эләгә  алманыҡ. Һуғыш йылдарында уҡ һәм унан һуң да театрҙар ябыла торҙо. Сөнки улар хозрасчетта ултырҙы, үҙҙәрен аҫырай алманы. Һабаҡташтарым талантлы  ине. Күптәребеҙ район культура  йорттарына, хатта Алтай крайына художество етәксеһе итеп ебәрелде. Хәллерәктәр уҡыуҙарын дауам итте. Ә ҡайһыларыбыҙ китапханасы, балалар  баҡсаһында тәрбиәсе, хатта һатыусы булып эшләне. Нишләйһең, йәшәргә кәрәк бит. Шулай ҙа береһе ла юғалып ҡалманы. Беҙҙән һуң 1953 йылда һуңғы сығарылыш булды һәм училище оҙаҡ ваҡытҡа ябылды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әмир Әминев

Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы

 ТАЛАНТ  ТАЛАПТАН  ҠУРҠАМЫ?

(Әмир Әминев һәм Зәки Әлибаев менән әңгәмә)

– Журналыбыҙҙың юбилейы айҡанлы ойошторолған әңгәмәләрҙә, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө торошона бәйле, ҡәләмдәштәребеҙ иғтибарға алырҙай фекерҙәр әйтте. Баш мөхәррир үҙе, Әмир Мөхәмәт улы, әңгәмәләргә ҡағылышлы ниҙәр уйлай?

Әмир Әминев:

– Иң беренсе сиратта оло һөйләшеүгә ҡатнашҡан бар иптәштәргә лә рәхмәт әйткем килә: уларҙың һәр ҡайһыһы, был – журналдың ғына эше, тип  торманы, дөйөм әҙәбиәт эше тип ҡараны һәм бөгөнгө әҙәби процесты, уңыштарын барлау менән бергә, проблемаларын да күрһәтергә, асыҡларға тырышты, теге йәки был мәсьәләгә үҙенең мөнәсәбәтен белдерҙе, айырым әҫәрҙәргә туҡталыу менән бер рәттән, дөйөм йүнәлеште лә тоҫмалланы. Тамсынан күл йыйыла, ти, әлеге һөйләшеү ҙә айырым әҙиптең шәхси фекерҙәренән, күҙаллауынан ғибәрәт бит.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәмилә Аллаярова

Зәңгәр һағыш

(Ғәзим Аллаяровтың тыуыуына – 100 йыл)

Ғәзим  Закир улы Аллаяров әҙәбиәткә оло тормош тәжрибәһе туплап килгән яҙыусыларҙың береһе ине. Ул 1913 йылдың 1 ғинуарында Учалы районының Ураҙ  ауылында тыуған. 15 йәшенән комсомол сафына инә, колхоздар ойоштороуҙа актив ҡатнаша. 1933 – 1934 йылдарҙа Стәрлетамаҡ совет-партия мәктәбен    тамамлағас, Учалы МТС-ы политбүлегендә   эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем  Ғәзим Аллаяров Ҡыйғы район газетаһында редактор урынбаҫары  вазифаһын башҡара. Дүрт йыл фронтта була, япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнүр Вахитов

Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы

(Зәйнәб Биишеваның тыуыуына – 105 йыл)

Башҡорт әҙәбиәтенең бөтә жанрҙарына ла һиҙелерлек өлөш индергән 3әйнәб Биишева ижады социаль-көнкүреш йүнәлешле булыуы менән айырылып тора. Уның үҙенсәлекле стилдәге, юғары поэтикалы әҫәрҙәренә лирик-психологик ағым да, күтәренке романтик яңғыраш та, киң һәм талғын эпик хикәйәләү ҙә хас. Әҙибә үҙ ижадында халҡының бай традицияларына ла, туғандаш әҙәбиәттәрҙең ҡаҙаныштарына ла таяна.

3. Биишеваның «Гөрләүектәр араһында» тигән тәүге хикәйәһе 1930 йылда «Октябрь» журналында сыға. Бынан һуң ул яҙғандарын матбуғатҡа бирергә ашыҡмай. Тик 1942 йылда ғына «Партизан малай» тигән повесын баҫтыра. 

Артабан уҡырға


Декабрь 2012

Әхмәт Сөләймәнов

Тауҙар хәтле эштәр башҡарғанда

(Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 80 йыл)

1. Даны буйынса таныулы ағай

«...Ҡар ҡарайып, ҡыйыҡтарҙан беренсе тамсы тамыуы була, быйыл ҡайһы яҡҡа барыу, яңы ерҙәр, яңы кешеләр күрәсәгем тураһында уйлана-хыяллана башлайым... Яңы йыр, ҡары һүҙ1# ишетеремде ҡыуанып көтәм. Халыҡ тыуҙырған аҫыл моң-көйҙәр ҡолағымды алдан уҡ иркәләй башлай...» Әнүр Вахитовтың «Яҡты күңел» тигән хикәйәләр һәм хикәйәттәр китабының (Өфө, 1981) тәүге битендәге ошо юлдарҙы уҡығас уҡ, таныш ашҡыныуҙар, таныш кисерештәр, тип уйланым. Шулай булмай һуң, был һүҙҙәрҙе әйткән герой миңә һөнәрҙәш, фольклорсы булып сыҡты бит. Шул һөнәрҙәшемсә әйткәндә, минең дә эшем шундай: «Йыл да йәй буйы ауылдар буйлап йөрөйөм, сәсәндәр, ҡурайсылар менән осрашам, боронғоно – бөгөнгә, бөгөнгөнө киләсәккә ялғап йәшәүсе күпте күргән аҡһаҡалдар менән һөйләшәм» (10-сы б.).

Артабан уҡырға


1234567891011