Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Фәниә Чанышева

Бергә йәшәлгән йылдар...

(Ғилемдар Рамазановтың тыуыуына – 90 йыл)

Ғилемдар Рамазанов менән беҙҙе 1945 йылдың сентябрь айы осраштырҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға өс ай ғына үткәйне. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт исемендәге педагогия институтына уҡырға инеү беҙҙең тиҫтерҙәребеҙҙең иң бәхетле көндәре булғандыр. Ауылдан килгән оҙон толомло ҡыҙҙар араһында бер нисә ир-егет тә бар. Улар ҡанлы һуғыш ҡырҙарынан ҡайтҡан Хәким Ғиләжев, Ғилемдар  Рамазанов, йәшерәктәрҙән Фәрит Иҫәнғолов, Агиш Ғирфанов, Хәләф Ҡорбатов. Йылдар үткәс, был егеттәр бөтәһе лә башҡорт әҙәбиәтендә билдәле яҙыусылар булып танылды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғаян ЛОҠМАНОВ

Шатлыҡ

Хикәйә

Иртәнән бирле дошман яғынан да, беҙҙең яҡтан да атыш көслө булғанға, күк күкрәүгә оҡшаған тауыш туҡтауһыҙ яңғырап торҙо. Кискә табан барыһы ла тынды. Көн байыуға күк сите ҡыҙарған һәм ҡалын болот киҫәге, был тынлыҡта тәмле йоҡоға талған төҫлө, ҡуҙғалмайынса, аҫылынып торағандай ине.

Ерән сәсле, ҡуйы ҡашлы егерме дүрт йәштәрҙәге өлкән сержант Мәүлитов землянкаға инеп, өҫтәл янына ултырғас, фуражкаһын аҙ  ғына ҡырын ҡуйып, көндәлек дәфтәренә түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙы: «Минең орудие расчеты бөгөн дошмандың бер танкын һәм егермеләп һалдатын юҡ итте».

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәки Әлибаев

Тыуған ергә тоғролоҡ

(Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына – 90 йыл)

Башҡорт әҙәбиәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған яҙыусыларҙың күбеһе Өфөлә йәшәп ижад иткән. Ләкин баш ҡаланан ситтә тороп та ярайһы уҡ ижад емештәре менән һөйөндөргәндәр ҙә бар. Улар бер аҙ иғтибарҙан ситтә булһалар ҙа, үҙенсәлекле һәм бай тематикалы әҫәрҙәре менән – уҡыусылар күңелендә. Шундайҙарҙың береһе – Ғаян Лоҡманов.

Үҙе иҫән саҡта ете китабы донъя күрә: “Аҡҡош күле”, “Ағым һыу”, “Әсә йөрәге”, “Аҡ тирәк шаулай,”, “Сәскәләр һибелә”, “Ҡояш сығыр алдынан” һәм “Бесән еҫе” тигән китаптары менән ул киң ҡатлам уҡыусыларының күңеленә үтеп ингәйне.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәт МӘХМҮТОВ

Тәүге роман авторы

(Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына – 110 йыл)

Ғәйнан Хәйри (Ғәйнан Бәҙретдин улы Хәйретдинов) 1903 йылдың 15 июнендә Башҡортостандың хәҙерге Нуриман районы Иҫке Күл ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙҙәренең ауылындағы мәҙрәсәлә ала. Күрше ауылда бер аҙ ваҡыт китапхана мөдире булып эшләгәндән һуң, Ырымбурҙа асылған Башҡорт педагогия техникумына уҡырға китә һәм 1924 йылда уны уңышлы тамамлап сыға. Шул уҡ йылда Өфөгә ҡайта. Уны Арғаяш кантонындағы Ҡолой волкомына комсомол секретары итеп ебәрәләр. 1926 йылда «Яңы ауыл» гәзите редакцияһында эшләй башлай. Артабан егетте «Башҡортостан йәштәре»  гәзитенең яуаплы редакторы итеп билдәләйҙәр. 1928–1933 йылдарҙа «Сәсән» журналында һәм «Трактор» тип аталмыш журналда яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлназ Ҡотоева

Аяныслы ғүмер

(Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына – 120 йыл)

Дауыт Юлтый (Дауыт Ишембай улы Юлтыев) 1893 йылдың 6 (18) апрелендә элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын волосына ҡараған (хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Иванов районы) Юлтый ауылында тыуған. Ғаиләләре ишле – алты ул, бер ҡыҙ бала – булғанлыҡтан, Дауытҡа бик йәшләй эшкә егелеп тамаҡ туйҙырырға тура килә. Атаһынан уҡый-яҙырға өйрәнә, әҙәбиәткә һөйөү ҙә уның аша күсә. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәким ҒИЛӘЖЕВ

Һәйкәл ҡуйыр инем

Йырлайһы ине, дуҫтар, шундай йырҙы,

Йырҙарҙың да иң-иң матурын,

Сулпан кеүек, беҙҙең һәр бер ҡыҙҙың

Даны торһон ине яҡтырып.

 

Лайыҡ улар иң-иң гүзәл йырға,

Мөхәббәттең иң-иң сафына,

Һәйкәл ҡуйыр инем мин ҡыҙҙарға

Уралтауҙың ҡыҙыл ташынан.

Артабан уҡырға


Март 2013

Фәнил КҮЗБӘКОВ

Яугир шағир, ҡоласлы прозаик, алыштырғыһыҙ мөхәррир

(Хәким Ғиләжевтың тыуыуына – 90 йыл)

Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы Ғиләжев (1923 – 1997) – башҡорт художестволы әҙәбиәтенә генә түгел, ваҡытлы матбуғат үҫешенә лә тос өлөш индергән, иң оло хөрмәткә лайыҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Замандаштары уны илһөйәр, телһөйәр, сая рухлы, ҡырыҫлыҡ һирпелткән ғорур тәбиғәтле итеп һынландыра. Шиғриәтендә лә сағылыш тапҡан был сифаттар ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан яуға ингән быуынды ла тулыһынса тиерлек ҡылыҡһырлайҙыр һымаҡ. Ысынында ла шағир Хәким Ғиләжевтың:

... Эй-йе, миңә ун һигеҙ йәш ине, –

Иртә эйәр һалған тай кеүек,

Йәшлегемдең хозур сахраһына

Дыулап килеп керҙе яу көнө.

Артабан уҡырға


1234567891011