Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Мостай Кәрим

Хәсән Туфанға

Һандуғасҡа ниңә буй-һын,

Нимәгә уға  биҙәк?

Таңда бер  һайрап  ебәрһә,

Биш ҡат өҙөлә  үҙәк.

 

Шағирға ниңә чин кәрәк,

Нимәгә уға титул?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ильяс Вәлиев

Мостай Кәримдең тыуыуына – 95 йыл

Мостай Кәримдең

дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

«Мостай Кәрим – республиканың ғына түгел, илебеҙҙҙең дә әҙәби һәм ижтимағи-сәйәси тормошонда күренекле шәхес булып тора. Уның шиғырҙары, пьесалары, повестары әҙәби генә түгел, ә ижтимағи-сәйәси ҙә күренеш. Ул үтә мөһим мәсьәләләрҙе ваҡытында күтәрә һәм шуның менән йәмәғәтселектең иғтибарын уларға йүнәлтә», – тип билдәләй тарих фәндәре докторы Ирек Аҡманов.

Мостай Кәрим – исеме донъяға танылған әҙәбиәтсе генә түгел. Уның тормошо әҙәби ижадтан ғына тормай. Халҡына ижады менән генә түгел, ә башҡа төрлө эшмәкәрлек аша ла хеҙмәт иткәндә күпме көс һәм күңел йылыһы сарыф иткәнен үҙе лә, башҡа берәйһе лә әйтә алмаҫтыр, моғайын. Бер тапҡыр уға ошондай һорау биргәндәр: «Һеҙҙең эш көнөгөҙ күпмегә һуҙыла?» «Билдәле бер тәртип менән эшләмәйем, – тип яуап биргән ул.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Йыһат Солтанов

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ШӘЖӘРӘҺЕН ТЕРГЕҘЕҮ

Баш һүҙ

Хөрмәтле гәзитебеҙ “Киске Өфө” халҡыбыҙ рухиәтендәге әүҙемәл темаларға туҡтауһыҙ мөрәжәғәт итеп, быйылғы (2014 й.) 25-се һанында “Салауаттың нәҫел тамырҙары” тигән ҡыҙыҡлы ғына әңгәмә уҙғарыуы йәмәғәтселеккә билдәлелер, моғайын. Унда үҙен туранан-тура Салауат Юлаев нәҫеле итеп шәжәрәләр төҙөгән, ҡалын китаптар сығарған эшҡыуар Р. Ш. Вахитовтың версияһы ҡабатлап яҡтыртыла. Был, әлбиттә, һис тә насар эш түгел, донъялағы аңлы һәр башҡорт үҙен Салауат тоҡомо һанап ғорурланырға хаҡлылыр. Әммә бер үк “дәлил”дәрҙең матбуғатта (бер “Киске Өфө”лә генә түгел!) өҫтөнлөк алыуы, башҡаларының һанға һуғылмауы һағайта. Шуға күрә редакцияға үҙемдекен тәҡдим итеп, теманы “мөгөҙөнән матҡырҙан” 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәшит Шәкүр

Ялҡынлы ижад ҡомары

(Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына – 75 йыл)

Күренекле шағир, прозаик, драматург, публицист Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың тыуыуына 75 йыл. Халҡыбыҙ, рухиәтебеҙ һағына баҫып, бөтөн ғүмерен йәне-тәне менән әҙәбиәткә – бөйөк һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған ҡәләмдәшебеҙ, үкенескә, арала юҡ бөгөн. Талантлы әҙип 2009 йылдың 29 ғинуарында 70-се йәшендә яҡты донъя менән хушлашты.

Ғәжәйеп бай һәм үҙенсәлекле әҙәби мираҫ ҡалдырҙы Ғәзим Шафиҡов. Әҙәбиәткә ул «Эйәр өҫтөндә тыуғандар» («Рожденные в седле», 1971) тигән шиғырҙар китабы менән килеп керҙе. Артабан «Поющий стебель» (1979), «Песнь Шульганташа»

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ЫСЫН ХАЛЫҠ ДЕПУТАТЫ БУЛДЫ

(Булат Рафиҡовтың тыуыуына – 80 йыл)

Быйыл 4 августа милләтебеҙҙең һөйөклө улы, күренекле яҙыусы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, 1988 йылдан башлап ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булып эшләүсе Булат Заһрый улы Рафиҡовтың тыуыуына 80 йыл тулды.

Шағир һәм прозаик Булат Рафиҡов әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең төрлө йылдарҙа донъя күргән “Ғәжәбстан”, “Мөғжизәләр иле”, “Кисеүҙәр”, “Йыһан сәғәтсеһе” тигән шиғыр китаптары, “Тауҙарҙа ҡар иртә ята”, 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңлеғәли Нәҙерғолов

Киң ҡоласлы эшмәкәрлек

(Күренекле ғалим, әҙип, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре

 Әхнәф Харисовтың тыуыуына – 100 йыл)

Әхнәф Ибраһим улы Харисов 1914 йылдың 2 (яңы стиль менән 15) июнендә Башҡортостандың хәҙерге Балтас районына ҡараған Имән ауылында тыуып үҫә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Балтастағы колхоз йәштәре мәктәбендә уҡый. 1935 йылда ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай ҙа шунда уҡ ике йыл уҡытыусы булып эшләй. 1941 йылда Мәскәүҙә аспирантура тамамлай һәм, башҡорттарҙан беренсе булып, филология фәндәре 

Артабан уҡырға


Май 2014

Зәки Арыҫланов

Йырсы шағир

(Шәриф Биҡҡолдың тыуыуына – 90 йыл)

Бөйөк башҡорт әҙәбиәте тарихының ниндәй генә битен асһаң да оло табыштарға юлығаһың, үҙенсәлекле рухи донъяға юлығаһың. ХХ быуаттың икенсе яртыһында шиғриәттең иң моңло, хис-тойғоларға бай Шәриф Биҡҡол ижады – үҙе бер донъя.

Был донъяның сағыу төҫтәре лә, үҙенсәлекле биҙәктәре лә күңелде арбар моңо ла бихисап. Кендек киҫкәндән һуң сайындырған Ағиҙелдең мәғрүрлеге, тәпәй баҫҡан Ҡырмыҫҡалы еренең ихласлығы, заманының дәррәү үҙгәрештәре үҫмер Шәрифте ижадсы иткәндер ҙә. Дәүләкән педучилищеһын тамамлағас, мәктәптә уҡытыусы булып эшләү ҡанаттарҙы тағы ла 

Артабан уҡырға


1234567891011