Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Әбей батша

Күмертау башҡорттары мине «Әбей батша» тип йөрөтә. Был миңә оҡшай. Асыуланмайым. Тура һүҙле, дөрөҫөн күҙен сығарғансы әйткән өсөн шулай тиҙәр. Араларында үпкә һаҡлап йөрөгәндәре лә юҡ түгел. Шулай ҙа күпселеге ихтирам итә. Башҡорт әҙәбиәте классигы, яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың бер туған апаһы булғанға түгел, ә башҡорт теле уҡытыусыһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева булғаным өсөн. Башҡорт балаларына туған телен 

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Бергә ҡартайҙылар

– Атаһы, быйылғы ҡышты иҫән-һау сыҡһаҡ, алдағы йылдарға Дәүләтбикә- беҙ ҡул араһына инә башлар. Анау Гәрәй байға көлтәләрҙе нисек бәйләште, ололар кеүек тотона бит! Ураҡ урыуына ла һоҡланып ҡарап торҙом. Үҫеп килә шул ҡыҙыбыҙ, үҫеп килә, үҙе бер йыуаныс, бер терәк инде.

Иртәнге сәйҙе эсә-эсә Мәрйәм апай ихласлыҡ менән үҙ тормоштары хаҡындағы уйҙарын түгә башланы. Киләсәктә донъялары, һис шикһеҙ, ҡотайып китер кеүек уға. Тәминдәр ағайҙың да кәйефе күтәренке генә, ҡатынының һүҙҙәрен һәүетемсә генә ҡеүәтләп ултыра.

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Башҡорт мәҙәниәтенең аҡһаҡалы

(Билдәле журналист Ә. Ш. Ҡотошовтың тыуыуына – 115 йыл)

36 йыл ғүмерен башҡорт совет матбуғатын үҫтереү эшенә арнаған был кешегә ошо көндәрҙә 115 йәш тулған булыр ине. Һүҙ яҡташыбыҙ, марксизм классиктары хеҙмәттәренең иң камил тәржемәсеһе, башҡорт әҙәби телен булдырыуға, уны билдәле бер дәрәжәлә тәртипкә һалыуға ҙур өлөш индереүсе зат, Башҡортостандың өлкән журналисы Әхмәт Шаһиәхмәт улы Ҡотошов (1900 – 1973 йылдар) тураһында бара.

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Яңы быуын рәхмәтле

Зөһрә Ҡотлогилдинаның һуғыш йылы балаларына арнап яҙған “Һуғыш яралаған бала саҡ” исемле документаль публицистикаһын уҡып тетрәндем. Автор Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына 70 тыл ветеранының иҫтәлектәрен индерергә ниәтләһә лә, ғәмәлдә, хәтирәләр күбәйеп китә. Шулай булыуы ихтимал ине: биш йыл барған ғәрәсәтле һуғышта кем ҡайҙа булмаған да ниҙәр генә кисермәгән! Был йыйынтыҡ темаһы менән күп яҡтан 2010 йылда нәшер ителгәнен “Һуғыш балалары – тарих яралары” йыйынтығынан айырыла. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Асыҡ яралар уңалмай

Ҡорос ихтыяр, ҡайнар теләк

бөтәһен дә еңә.

                Сәғит Агиш.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһына төрлө кимәлдәге уҡыусы йөрөй. Ҡайһылары ҡыҙыҡһыныуҙары, белергә тырышыуҙары, фекер алышып, ниндәйҙер яңылыҡ менән хәбәрҙар булырға теләүҙәре менән хәтергә инеп ҡала. Бәғзеләре юғары белемле булып та наҙан ҡалыуҙары менән аптырата. Бер уҡыусы: «Миңә берәй ҡыҙыҡлы, тормошсан яҙылған китап бирегеҙ әле,» – ти. Әмәлгә ҡалғандай, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина «Һуғыш балалары – тарих яралары» (Өфө, 2010) тигән китабын бүләк итеп ҡалдырғайны.

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Әсе яҙмыш

Бөйөк Еңеү көнө, 9 май, һәр рәсәйле өсөн иң ҙур байрам. Ә байрам төшөнсәһе, ғәҙәттә, тантананы, шатлыҡты ғына күҙ алдында тота. Эйе, Еңеү көнөнән һуң етмеш йыл үтте, ә был датаның ҡәҙере арта төштө. Еңеүҙе яңынан бүлешергә теләп, бөйөк датаға ҡул һуҙыусылар бар. Бына ҡыҙыҡ – Берлинды алмай, Сталинградта һуғышмай ҙа еңеүсе булып ҡыланып була икән. Тәүге ҡарашҡа «еңеү» төшөнсәһе үтә ябай. «Беҙ еңдек – тимәк, беҙ шатбыҙ» 

Артабан уҡырға


Апрель 2015

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Ысын ижадсы

Донъя әҙәбиәте тарихында, бер генә жанр сиктәрендә ижад итеп, киң танылыу алған әҙиптәр бар. Ғүмәр Хәйәм, мәҫәлән, робағи жанры менән генә бар донъяға танылған. Француз әҙиптәренән аталы-уллы Дюмалар бары тик роман ғына яҙғандар. Үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтенән дә быға миҫалдар байтаҡ. Яныбай Хамматов прозабыҙҙы тик романдар менән байытты. Рәми Ғарипов башҡорт шиғриәтендә шиғыр оҫтаһы булып танылды.

Артабан уҡырға


1234