Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Ололарҙың бала-саға уйыны

2012 йыл мәғариф тарихына уҡыусыһы аҙ булған ауыл мәктәптәрен ябыу, туған телдәрҙе  артабан ҡыҫырыҡлау, күп һанлы уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыу, башланғыс класс уҡыусыларының сит ауылдарға автобустарҙа интегеп йөрөү йылы булараҡ инеп ҡалды. Властар был күңелһеҙ хәлдәргә атамаһын да тапты: «оптималләштереү». Хатта ауыр һуғыш йылдарында, унан һуңғы ҡатмарлы осорҙарҙа ла белем биргән ауыл мәктәптәре эшләүҙән туҡтаны. Ә мәктәпһеҙ ауыл инде ул «юғалыуға дусар ителгән» тигәнде аңлата.

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Оҡшаш яҙмыштар

Уның тарихы былай. Яңыраҡ ҡына ГулАГ-тан ҡайтҡан татар шағиры Хәсән Туфандың 1958 йылдың апрелендә Өфөгә килеүе республикабыҙ мәҙәни-әҙәби тормошонда мөһим ваҡиға булды. Беҙ, бер төркөм студенттар, уның менән осрашыу ойоштороуҙы һорап, деканатҡа ингәс, ҡаршы килмәнеләр. Университетҡа бер төркөм башҡорт һәм татар әҙиптәре менән килгән шағирҙы күтәреп тигәндәй йөрөттөләр. Барыһында ла күтәренке кәйеф ине, һәм был әлеге фотоһүрәттә лә сағылыш тапҡан. Осрашыу Башҡорт дәүләт университетының ҙур залында булып, фото шунан һуң төшөрөлдө. Әҙәбиәт һөйөүселәргә унда таныш йөҙҙәр күп, әммә минең ике классик шағирға – Рәми Ғарипов менән Хәсән Туфанға айырым туҡталғым килә, сөнки ижадтарында ла, яҙмыштарында ла уртаҡ һыҙаттар күп.

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Дәүләтенә күрә – ғаиләһе

Ғаилә – дәүләттең нигеҙе.  Шул уҡ ваҡытта һәр ғаиләне дәүләттең кескәй генә сағылышы тип иҫәпләргә лә була. Ә шулай ҙа дәүләт төрҙәре күберәк, уның ҡарауы,  ғаилә төрҙәре һанаулы, буғай. Ғөмүмән, ғаилә – һәр дәүләттең күҙәнәге, тип тә әйтергә мөмкин. Үкенескә ҡаршы, һәр дәүләт  үҙендә йәшәгән ғаиләләрҙе  тиң хоҡуҡлы итә алмай. Әйтәйек, боронғо Римда ҡолдар ғаилә ҡороуҙан мәхрүм ителгән. Ә бына Рәсәйҙә ҡоллоҡ күҙәтелмәһә лә, крепостной крәҫтиән хәле  Римдағы ҡолдоҡонан ауырыраҡ булған. Эйе шул, ғаиләле крәҫтиәнгә һаҡсы ла, күҙәтеүсе лә ҡуйыуҙың хәжәте   юҡ. Ғаиләһен туйҙырыу өсөн крәҫтиәнгә ҡолдан да күберәк эшләргә тура килгән.

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Сәхәбәләргә ихтирам күрһәтелде

Нарыҫтауға мин бала сағымдан бирле, 1930 йылдар уртаһынан башлап, оло ҡартинәйемә эйәреп, ялан аяҡ йәйәүләп бара торғайным. Халыҡ унда, был изге урын тип, алыҫ ерҙәрҙән дөйәләр менән килә ине. Һуңғы йылдарҙа бында ерләнгән изгеләрҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд сәхәбәләре икәне асыҡланды. Сәхәбәләрҙе Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ бында халыҡты мосолман диненә ылыҡтырырға ебәргән икән.

Быйыл 10 июндә Миәкә районында Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре ерләнгән ошо урынды төҙөкләндереүгә бәйле төрлө тарафтан йыйылған бик күп дин әһелдәре, ябай халыҡ ҡатнашлығында ойошторолған йыйын үтте. Дин әһелдәре, халыҡ ҡиблаға ҡарап, бергәләп өйлә намаҙы уҡыны, доға ҡылды, зекер әйтте. Күренекле дин әһелдәре, шәхестәр телмәр тотто. Cығыш яһаусылар йәштәр араһында бәйелһеҙлек осраҡтары артыуға борсолоу белдерҙе. Йәш быуынды иманлы, әҙәпле әхлаҡлы итеп тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып барыу кәрәклеге тураһында әйттеләр. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Һары ла ғына һайрай һандуғас

Беренсе майҙа, яҙ һәм хеҙмәт байрамында тыуғанғалыр, Алевтина Вәлиева яҙғы ҡояш кеүек сағыу кеше. Силәбеләр уны «Беҙҙең Әлфиә», «Беҙҙең Әлфиә апай» тиҙәр. Силәбеләге Бабич китапханаһы ла, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә лә шундай рухи ынтылышлы гүзәл заттан уңды ғына.

Ул беҙгә Әсә кеүек

Ҡырҙа ут яғыу – мәшәҡәтле эш. Әмәлен табып ут тоҡандыраһың да дөрләп китһен өсөн уға утын өҫтәп тораһың. Шул саҡта алыҫтарҙан уның яҡтыһын күреп юлсылар килә, юлдаштар йыйыла... Сит өлкәлә беҙ ҡабыҙған мәҙәни усаҡ та шул саҡлы. Яныбыҙға килеп ингән юлдашыбыҙ, шунса йылдар рухи усаҡтың йылыһын һаҡлаусы йән терәгебеҙ хаҡында ла һөйләмәйенсә булдыра алмайым. Яҙмам баш йорттан ситтә йәшәүсе милләттәшем тураһында, рухташым һәм юлдашым хаҡында дан йыры булып яңғыраһа, һис тә яҙыҡ булмаҫ, тим.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Дәүләт мәнфәғәте

Үҙен кешегә иҫәпләгән һәр кем заман һалҡынында өшөп-туңмай, асҡа интекмәй, «дәүләт мәнфәғәте» тип асылған һуғыштарҙа ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймай, имен тормош кисереүгә хоҡуҡлы. «Дәүләт мәнфәғәте», «интернациональ бурыс» тип үҙ граждандарын төрлө һуғыштарға ебәреүҙең дөйөм кешелек алдында оло енәйәт икәнен белә тороп, идара итеүселәр «донъяла тәртип һаҡлау» лозунгыһы артында сәйәси буталсыҡлыҡҡа юл аса.  Уларға, дәүләт мәнфәғәтен һаҡларға кәрәк икән, уны үҙ   дәүләтегеҙ эсендә һаҡлағыҙ, тип әйтке килә.

Артабан уҡырға


1234