Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәйтүнә Шәрипова

ИЗГЕ ҒӘМӘЛДӘРЕ – ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ

Телмәр һәм яҙма, ниндәй генә йөкмәткеле булмаһын, үҙ авторының рухиәтен, ҡыҫҡаһы, шәхсиәтен сағылдыра. Ошондайыраҡ уйҙар менән ҡулға алдым “Данлы уҙаман Уйылдан” тип исемләнгән ҡульяҙманы. Уның авторы  Шәһүрә Әхмәҙиева (Ишмөхәмәтова)  миңә күптән таныш. Яҡындан ҡатнашып-аралашып йәшәмәһәк тә, райондаш булараҡ Белорет педагогия училищеһында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осоронда, районда уҙғарылған төрлө байрамдарҙа осрашҡылай торғайныҡ. Ысынын әйткәндә, Шәһүрәне  мин уҡытыусы-новатор итеп беләм. Оҙаҡ йылдар башланғыс кластарҙа уҡытыу барышында туплаған тәжрибәһе нигеҙендә ул балаларҙы тиҙ уҡырға өйрәтеүҙең ҡалыплашҡан ысулына үҙ табыштарын өҫтәне,  тәҡдим иткән методик алымдары, кубик-таблицалары  Мәғариф министрлығы тарафынан үҙ ваҡытында республика мәктәптәренә таратылды. Һөйләшә алһалар ҙа, яҙырға һәм уҡырға белмәгән кескәйҙәр менән түҙемле һәм ныҡышмал рәүештә айырым өндәрҙән һүҙҙәр яһарға, айырым хәрефтәрҙән мәғәнәле текстар яҙырға уңышлы өйрәткән маһир педагог итеп танытты үҙен.

Һәр кешене, дөрөҫ,  тыуғандан алып баҡыйлыҡҡа күскәнгә тиклем  кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫҡан йәнтөйәге, ата-әсәһе, туғандары, бергә уйнаған иптәштәре, ундағы көнитмеше – барыһы ла татлы иҫтәлектәр булып ғүмере буйы оҙатып бара. Күңел йылылығына төрөп, үҙ хәтирәләрен башҡалар менән бүлешергә ниәтләп, ҡәләмгә тотонған уҡытыусыға ни әйтәһең!  “Бөрйәнемдең тамғалы ҡарағайҙары” (Учалы, 2015) баҫмаһында тауҙар ҡуйынына һыйынып ятҡан Ғәлиәкбәр ауылы тарихында эҙ ҡалдырған абруйлы яҡташтарының – Сәғитов Әбделҡәйүм,  Ғәбитов Хажимөхәмәт, Яубаҫаров Ғәни, Ишмөхәмәтов Шакир, Ҡолбаев Мөхәммәт һәм ауыл ағинәйҙәренең, өләсәйҙәрҙең  тормош юлын барлау ыңғайында  солоҡсолоҡ һәм бүтән кәсептәр,  һынамыштар, халыҡса дауалау ысулдары, им-том, әйтем-бәйеттәр хаҡында, йәнә  этнографик йәһәттән ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр ҙә бирә.

Бына шуларҙың баһаһын аңлап, ваҡытында  башҡаларҙың да иҫендәгеләрен ҡағыҙға төшөрөү, китап итеп халыҡҡа еткереү – быуындарҙы быуынға ялғауҙың уңышлы бер сараһы бит. Әйтергә кәрәк,  халҡыбыҙҙың  киләсәге өсөн етди борсолоп,  туристик маршруттар, карталар төҙөгәндә  бик борондан нығынған  ер-һыу атамаларын  башҡортсаға ярашлы рәсмиләштереү  мәсьәләләрен дә бик ваҡытлы күтәрә  Шәһүрә үҙенең публицистик яҙмаларында. “Ауылдарҙың  исемдәрен  боҙоп үҙгәрттереп, өнһөҙ-тынһыҙ ғына ерҙәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың үткәнен, тарихын, рухи байлығыбыҙҙы һатабыҙ түгелме? Ғәмһеҙлектән сыға алмаһаҡ, легендаларға бай, данлыҡлы Мәсем тауыбыҙ ҙа, Шүлгәнташ мәмерйәһе “Капауай”ға әйләнгән кеүек, Максим тауы булып китеүе ихтимал”, тигәндәре айырыуса киҫәтеүле яңғырай.

Алдымда ятҡан йыйынтыҡта ла  уның  уҡытыусылыҡ булмышы ярылып ята. Киләсәктә тәртипле, изгелекле, илгә һәм кешеләргә файҙалы булып үҫерҙәр тигән өмөт менән, барыһынан да бигерәк,  үҫеп килгән йәш быуында тыуған ергә, ата-бабаларыбыҙға хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләү маҡсатын ҡуя ул.  Хәйер,  “хәҙерге быуын йәштәре  Уйылдан әүлиәбеҙ тураһындағы хәтирәләрҙе  уҡып, оло шәхесебеҙ менән ғорурланһындар, фәһем алһындар, иманлы кешеләр булып үҫһендәр тигән ниәттә барлыҡ иҫтәлектәрҙе тупланым” тип, үҙе лә шуны раҫлай.

Уйылдан мулла хаҡында уҡығас, “ерле ерен маҡтар, балыҡсы күлен маҡтар” тигәнерәк фекер килһә бәғзе берәүгә, аҫыл уҙаман Уйылдандың олуғ даны беҙҙең яҡтарҙа ла таралғанын мин дә  дөрөҫләй алам. Ололар һөйләшкәндә, шул иҫәптә әсәйем дә, Ямаш муллаһын телгә алалар ине. Яҙылған текстан күренеүенсә, күп һанлы информаторҙар уның дәрәжәһен “мулла”   тип таный. Үҙе менән яҡындан аралашып, сирлеләрҙе дауалағанын күреп тә, ишетеп тә  белгән Ш. Әхмәҙиева уны, шулай уҡ Баймаҡтағы атаҡлы Мөжәүир хәҙрәтте   атаған кеүек,  “әүлиә” тип ололай икән – бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел.    

Әүлиәлек – иҫ киткес тәрән, ҡәҙимге кешеләр өйрәнә алмаған йәшерен ғилемгә эйә булыу, тип иҫәпләнә борондан. Алла ғилеменәме, донъяуи ғилемгәме, ниндәй генә ғилемгә эйә булмаһын, уҡымышлы заттарға, айырыуса  табиплыҡ менән шөғөлләнгәндәргә, халыҡ һәр ҡасан да оло хөрмәт менән ҡараған, уларға мөкиббән ышанған. Элек башҡорттар көн иткән тарафтарҙа йәшәгән ундай мәшһүр заттарҙың исем-шәрифтәре, ҡылған изге ғәмәлдәре хаҡында мәғлүмәттәр тарих төпкөлөндә күптән онотолған. Ә бына уларҙың, йәнәһе,  аяғы баҫҡан ерҙәр ҙә, һыу эскән шишмәләре лә, гүрҙә ятҡан урындары ла ҡәҙерләп һаҡланған – Башҡортостандағы ер-һыу атамалары шул хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, Әүлиә тауҙары – Баймаҡ, Бүздәк, Краснокама, Күгәрсен, Күмертау, Учалы, Федоровка, Шишмә райондарында, Әүлиә зыяраттары – Әбйәлил, Ауырғазы, Балтас, Бүздәк, Бөрйән, Краснокама, Күгәрсен, Күмертау, Мәләүез, Федоровка, Шишмә һәм башҡа төбәктәрҙә теркәлгән (Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге. – БКН, 1989. – Б.179).

Әүлиә – "вәли" (дуҫ булыу, ярҙамсы, изге) тигән ғәрәп һүҙенең күплек формаһы. Был төшөнсә – бик боронғо: Алла менән туранан-тура бәйләнештә, ныҡ яҡын  торған изге заттарҙы атау өсөн Ҡөрьәнгә индерелгән. Урта быуаттар башында уҡ ғәрәп фәнендә әүлиәлек сифаттары өйрәнелгән,  улар “пәйғәмбәрҙән өҫтөнмө әллә Аллаға яҡынлығы буйынса пәйғәмбәрҙән түбәнерәкме” тигән проблема  юҫығында ҡаты бәхәстәр ҡупҡан, махсус хеҙмәттәр яҙылған.

Әүлиәлектең, ҡайһы бер ғалимдар яҙыуынса, ете сифаты бар: "Ул һис бер милләткә мөнәсәбәтле түгел, нәфсеһен һимертмәҫ, барлыҡ донъяуи теләктәрҙән өҫтөн тора, был донъяға битараф, ул – Алланың һайлап алған ҡоло, кешеләр күңелендәге керҙәрҙе һөртөргә һәләтле, һулышы хәйат һулышы кеүек шифалы. Уның һүҙҙәре хаҡ, Хаҡтан килә, тыңлағандарҙы хайран итә, тотҡан юлы — илаһи берлек юлы. Әүлиәнең бер аяғы ерҙә, бер аяғы күктә хисаплана" (З. Шәрипова, Башҡорт әҙәби фекере, 2008. Б.184). 

Нисек кенә булмаһын, әүлиә Алланан бөйөк түгел. Шуға ла ер кешеһенең ғәжәйеп һәләттәрен, им-дауаһын ниндәйҙер мистик мөғжизә итеп ҡарау, хатта уларҙың ҡәбер-тупраҡтарынан тылсымлы  көс эҙләү кешеләрҙе дин ҡыҫаларынан ситләштерә. Ислам дине, хатта әүлиәләрҙең дә кеше ышанмаҫлыҡ ғәмәлдәренең барыһы ла Алла ихтыяры һәм Алла ҡөҙрәте менән башҡарыла, тип өйрәтә лә баһа.  

Һуңғы ваҡытта, нәҫел-нәсәп тамырҙарын юллап, тарихҡа мөрәжәғәт итеү йышайҙы. Башҡа яҡтарҙа ла төрлө кирәмәттәр күрһәтеү, күрәҙәлек итеү йәки үткәндәрҙе лә, алда буласаҡтарҙы ла белеү, кешенең уйындағын әйтеү, алыҫтан күреү һәм бүтән шуның ише экстрасенсорик һәләттәре менән дәлилләп, тән вә йән сирҙәрен дауалау серҙәрен яҡшы белеп, табиплыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр  булғанлығы киң йәмәғәтселеккә билдәле була бара. 

Беҙҙең арала ла ғәҙәттән тыш тойоу һәләттәренә эйә булған кешеләрҙең барлығы, хатта көндән-көн күбәйә барыуҙары хаҡында ваҡытлы матбуғатта хәбәрҙәр баҫылғылап тора. Хәҙер шуларҙың барыһын да “әүлиә” тип нарыҡлау ниндәйҙер модаға әйләнеп барған һымаҡ. Ҡөрьәндә теркәлгән был изге һүҙҙең мәғәнәһен аңлы һәм урынлы ҡулланырға тейешбеҙ, тигән фекерҙән сығып, ошо ҡыҫҡа ғына аңлатманы яҙам.

Ш. Әхмәҙиеваның ижадына килгәндә, хеҙмәте уҡыусыны битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанам. Уның үҙ ихласлығын һәм хис-тойғоларын һүҙ аша адресатҡа еткереү оҫталығы бар, һүрәтләү мөмкинлектәре киң, халҡыбыҙҙың һүҙ байлығын яҡшы белә. Киләсәктә Ш. Әхмәҙиева юғарыраҡ художество оҫталыҡҡа өлгәшер, нәфис әҙәбиәткә лә килер, тиергә мөмкин.