Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Шәһүрә Әхмәҙиева

ДАНЛЫ УҘАМАН УЙЫЛДАН

Автор һүҙе

Шундай ғәжәп, иҫ китмәле киң күңелле кешеләр була: үҙҙәренең бөтә ғүмерен әҙәм балаларына  тик изгелектәр эшләүгә генә бағышлап,  халыҡ хәтерендә  мәңгелеккә һаҡланып ҡалалар. “Һыу ағыр ҙа – таш ҡалыр, ир үлер ҙә – дан ҡалыр,” – тигән халҡым. Үҙҙәре күптән мәңгелек йортҡа күскән  булһалар ҙа, һәр ҡылған изге  ғәмәлдәре халҡының хәтерендә һаҡланып, быуындан быуынға, телдән  телгә һөйләнеп, уларҙы үлемһеҙ итер. Һүҙем ана шундай аҫыл заттарҙың береһе, Бөрйән районының  Үрге Нөгөш ауылы муллаһы Аҫылғужин Уйылдан Мөхәмәҙиә улы тураһында булыр.

Беҙ шундай ҙур шәхесте,  Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән кәрәмәт-мөғжизәләр эйәһен, дин әһелен,  табип-мулланы ишетеп, китаптан уҡып ҡына түгел, күреп, аралашып беләбеҙ . Ниндәй бәхетле кешеләр беҙ! Хатта күптәребеҙ уға дауаланырға ла йөрөнө. Уйылдан бабайыбыҙ иҫ киткес  ҙур шәхес, беҙҙең төбәктең “тиҙ ярҙамы” ине. Уға ҡайҙан ғына, кемдәр генә килмәне дауаланырға!  Әллә ни хәтлем  әҙәм балаларын табиптар дауалай алмаған ауыр сирҙәрҙән ҡотолдороп,  үлем тырнағынан йолоп алып ҡалған кеше бит әле ул  Уйылдан муллабыҙ!

Әүлиәбеҙ тураһында  мәғлүмәттәр йыйырға ярҙам иткән Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙына, Минһажева Сәриә Йомабай ҡыҙына, Аҫылғужина Фәриҙә Мөхәмәт ҡыҙына, Толомғужин Зөфәр Ғәли улына, ихлас күңелдән матур-матур иҫтәлектәре менән  уртаҡлашҡан ауылдаштарыма, яҡташтарыма ҙур рәхмәтлемен. Сит райондарҙа, ҡалаларҙа  йәшәгән яҡташтарҙың оло һөйөү, рәхмәт тойғолары менән һуғарылып  яҙылған хаттарын уҡыу үҙе бер кинәнес булды.  Хәҙерге заман йәштәре  Уйылдан  әүлиәбеҙ тураһындағы хәтирәләрҙе  уҡып, оло шәхесебеҙ менән ғорурланһындар, фәһем алһындар, иманлы кешеләр булып  үҫһендәр,  тигән ниәттә бөтә иҫтәлектәрҙе бер китапҡа тупланым. “Ағиҙел” журналына ебәреүем дә шул маҡсаттан ине: бәлки, уның тураһында хәтергә төшөрөүселәр тағы ла табылыр. Китап әле сыҡмаған, уны тулы­ландырырға мөмкин.

 

Аҫылғужин Уйылдан Мөхәмәҙиә улы
(1899 –1982)

Аҫылғужин Уйылдан мулла 1899 йылда Бөрйән районының ожмахҡа тиң, иң гүзәл тәбиғәт мөйөшө – Үрге Нөгөш (Ямаш) ауылында Мәфрүзә һәм Мөхәмәҙиә Аҫылғужиндар ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Мөхәмәҙиә Мөхәмәтғази улы заманына күрә бик уҡымышлы, абруйлы кеше була. Ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар килеп тыуһа, халыҡ йыйындарында ауылдаштары һәр саҡ кәңәш һорап уға мөрәжәғәт иткәндәр. Ата һөнәре улға мираҫ, ти. Мөхәмәҙиә олатай улы Уйылданды бәләкәйҙән эшкә ҡатынҡы итеп тәрбиәләргә тырышҡан, үҙе менән бергә йөрөтөп, урман эшенә, умартасылыҡ һөнәренә өйрәткән. Ул, балаһының тырыш, зирәк булыуын күреп, Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәттең Көҙән ауылы мәҙрәсәһенә уҡырға ебәргән. Уйылдан мулланың бер туған һеңлеһе Толомғужина Ишбикә апай һөйләгәндәрҙән: “Атайым ҙур кәүҙәле кеше ине. Һәр саҡ аҡ күлдәк, аҡ ыштан кейҙе. Уҡы­мы­шлыларҙан булһа ла, кешеләрҙе дауаламаны. Оҙайлы ваҡыт ямғыр яумай торһа, тышҡа сығып тәҡбир әйтте. Баҡсаһында 100-ләп баш умар­таһының бал ҡорттары гөжләп торҙо. Ныҡ йомарт кеше ине атайым, ҡорт ҡарай башлаһа, бал ашарға балалар йыйылып китер ине. Ағайымды уҡытыр өсөн атайым бар көсөн һалды. Аҡса юҡ, элек түләп уҡыттылар бит. Йыш ҡына улының эргәһенә барып йөрөнө. Ағайым Ҡыҙыл Мәсеттә лә оҙаҡ уҡыны, шуға ла һуңыраҡ өйләнде”.
Уҡыуын тамамлап, тыуған ауылына ҡайтҡас, Уйылдан бабай Мәҡсүт ауылы муллаһы Ҡыҙрасов Хәйеритдин ҡыҙы Зәғифә инәйгә өйләнә. Элек муллалар дин әһелдәренең ҡыҙҙарын хәләл ефет итеп алырға тырышҡандар. Ундай ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар үҙҙәре лә белемле, итәғәтле булғандар. Зәғифә инәйҙең атаһы менән әсәһе тирә-яҡта даны таралған бик уҡымышлы, абруйлы кешеләрҙән һаналған, халыҡты төрлө ауырыуҙарҙан дауалағандар. Ҡотан ауылы Ырыҫбаева Хәҙисә инәй Хәйеритдин мулла тураһында ошоларҙы бәйән итте: ”Хәйеритдин бабай күпте белгән, бик уҡымышлы, изге йәнле кеше ине. Бала саҡта тәнемә әҫпе ҡалҡҡас, атайым менән әсәйем мине Хәйеритдин бабайға алып барҙылар. Элек Иҙел буйында ҡабырсаҡтар тулып ята торғайны. Бабай ҡабырсаҡтарҙы йыйып килтерҙе лә, ваҡ ҡына итеп онтап, мине өшкөрөп, тәнемдең әҫпе ҡалҡҡан урындарына һалды. Әҫпеләрем ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булдылар”.
Хәйеритдин мулла кәрәмәттар күрһәтеү һәләтенә лә эйә булған. Ата менән әсә Зәғифә инәйгә матур тәрбиә менән бер рәттән тәрән дини белем дә биргәндәр. “Күрше генә йәшәнек, шул тиклем татыу булдыҡ. Еңгәм ағайымдан өс йәшкә оло ине. Ул да ныҡ уҡымышлы булды. Дауаланырға, тип төрлө яҡтан күпләп ауырыуҙар килерҙәр ҙә тәрбиәһе килешә, тип ҡыуанып ҡайтып китерҙәр ине”, – тип һөйләне Ишбикә апай.
Хәйеритдин мулла Уйылдан бабайҙы ла бик күп һәләттәргә өйрәткән. Әсәйем Зәғифә инәйҙең атаһы менән әсәһе тураһында ошоларҙы һөйләгәйне:
– Хәйеритдин бабай менән Йомабикә инәй икеһе лә оҙон буйлы, матур кешеләр ине. Кәшәләгә Бербикә инәйгә ҡунаҡҡа килеп йөрөгәндәре хәтерҙә. Хәйеритдин бабай оҙон ҡуныслы аҡ ойоҡ кейер ине. Әбейенең башында һуғылған матур аҡ шәл әле лә күҙ алдымда тора. Аслыҡ ваҡытында әбей менән бабай Мәҡсүттән Ямашҡа Зәғифә апайға йәйәүләп килергә сыҡҡандар. Күжә йылғаһының ярһып ташып аҡҡан сағы булған. Йылғаны кисеп сығырға хәлдәре етмәгәндер инде. Хәйеритдин бабай яр башында үлеп ятҡан, әбейе башындағы аҡ шәлен сисеп бабайҙың өҫтөнә япҡан булған. Хәйеритдин бабай Күжә йылғаһы буйында ерләнгән. Йомабикә инәйҙе оҙаҡ эҙләп таба алманылар. Зәғифә апай атаһы менән әсәһенең фажиғәле һәләк булыуын бик ауыр кисерҙе.
Нәҙершин Мөхәмәтғәли бабайымдың һөйләүе буйынса, Уйылдан мулла һуңынан, ҡәйнәһенең һөйәктәрен йыйып алып, Суҡтау башына ерләгән.
Тыуған яғыбыҙҙың күркәм заты Уйылдан әүлиә хәләл ефете Зәғифә инәй менән, кешеләрҙең йәнен дә, тәнен дә дауалай-дауалай, изгелектәр өләшә-өләшә, бөтә ғәмгә өлгө булып, ҡулға-ҡул тотоношоп, матур, татыу тормош юлы үттеләр. Улар Сәмәрә, Зәйнәп исемле ҡыҙҙарға, Ишмөхәмәт, Рәсүл атлы улдарға ғүмер биргәндәр. Үкенесле: тормош бер көйө генә бармай шул, һикәлтәләре лә, ҡаршылыҡтары ла күп уның. Зәғифә инәй ныҡ итеп ауырып киткәс, балаларының, хәләл ефетенең ризалығын алып, Уйылдан мулла атайымдың ике туған апаһы Мәрйәм инәйгә өйләнде.
Нисәмә йылдар иман – ул кешенең йөҙ аҡлығы ла, тормош күрке лә икәнлеген халҡыбыҙҙың аңына һеңдереп тороусы, күңеле күлдәй киң, изгелексән табип-мулла, әүлиә Уйылдан бабайыбыҙ 1982 йылдың 27 майында, халҡында үҙе тураһында һағынып ҡына һөйләрлек иҫтәлектәр ҡалдырып, мәңгелек йортҡа күсте. Әүлиәбеҙ беҙҙең замандың юғары аң кимәлендәге дин әһелдәренең һуңғыһы булғандыр, тип уйлайым, сөнки башҡа бер ерҙә лә, бер ваҡытта ла уның кеүек кешеләрҙе осратҡаным да, ишеткәнем дә булманы. Аллаһы Тәғәләнең зиһен иңләмәҫлек ҡөҙрәттәре күп. Күңеле саф, матур, әҙәм йәнле кешеләргә генә Хоҙай Тәғәлә шундай мөғжизәле, тылсымлы һәләттәр биргәндер. Ғәжәп итерлек бит: ундай дин әһелдәрен ниндәй остаздар уҡытты икән? Шундай шәкерттәр әҙерләгән остаздар үҙҙәре лә бөйөктәрҙән-бөйөк шәхестәр булғандарҙыр.

Изгелектәре – халыҡ хәтерендә

Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, миңә Үрге Нөгөш башланғыс мәктәбендә балалар уҡытырға тура килде. Уйылдан бабайҙың өйө йәшәгән фатирымдан әллә ни йыраҡ түгел ине. Мулла бабай ныҡлы урта кәүҙәле, бик итәғәтле, сабыр холоҡло кеше булып хәтеремдә ҡалған.
Үҙемдең бала саҡта булып үткән хәл-ваҡиға тураһында ла һөйләмәй булдыра алмайым. 1965 йылдың яҙы ине. Игеҙәк ҡустым менән һеңлемдең кеше әүрәтерлек булып үҫеп килгән саҡтары. Кәшәләнән Күсәпов Басир бабайым килгән, беҙҙә ҡуна ятып бүрәнә ҡырҡа. Төнөн тороп атын ҡарап керә. Әсәйем:
– Ағай, йәш балалар янында төнөн елпенеп йөрөмә, ауырыу эйәртәһең бит, – тип, әллә нисә тапҡыр иҫкәртһә лә, урман эше ауыр шул, бөтә ышанысы атында булғас, бабай сығып ҡарап йөрөмәйенсә лә булдыра алмағандыр инде. Ул ваҡытта Уйылдан бабай ауылыбыҙҙа эпилепсия менән ауырыған бер еңгәне өшкөрөп дауалай ине. Әсәйем шуға ла үрһәләнеп, Басир бабайҙың төнөн сығып йөрөүен өнәп еткермәгәндер, күрәһең.
Игеҙәк туғандарымдың береһе, ете айлыҡ Әхмәҙи ҡустым, көнөнә әллә нисә тапҡыр аңын юғалтып, тартышып ауырый башланы.
– Ҡайҙан ғына килеп эләкте был ауырыу? Затыбыҙҙа былайтып ауырыған кешеләр булғаны юҡ. Әйткәнемде тыңламаның бит, ағай, әрәм генә булды инде балам, – тине әсәйем, күҙ йәштәренә төйөлөп.
Балаң ауырығанда ғәзизеңә ярҙам ҡулы һуҙа алмау, үҙеңде көсһөҙ тойоу – әсә өсөн иң әсе ғазаптарҙың береһелер. Шул саҡтағы әсәйемдең моңһоу күҙ ҡараштары бер ҙә онотолмай. “Тере ҡалһа ла, ярты кеше булыр инде был бала,” – тип, үҙ алдына йәш аралаш һөйләнгәнен ишетеп, йөрәгем әрнене.
Бер көндө Иҫке Собханғолдан врачтар килделәр, йәш балаларҙың һаулығын тикшереп йөрөйҙәр икән. Уларҙы күргәс, шул тиклем ҡыуандым, бына инде ҡустымды шәбәйтерҙәр, тип өмөтләндем. Әсәйем:
– Был баланың йөрәге ауырта бит, ентекләп ҡараһағыҙ ине, – тип үтенде. Улар ҡустымдың йөрәген тыңлап ҡаранылар ҙа:
– Юҡ, был бала һап-һау, бер ниндәй ҙә ауырыуы юҡ, – тип сығып киттеләр. Йөрәгемдә бәләкәй генә өмөт сатҡыһы ла һүнде, донъябыҙ емерелгәндәй булды. Әсәйем:
– Белмәйһегеҙ шул, – тине, өмөтһөҙлөккә бирелеп.
Май айы ине. Мин һеңлемде, әсәйем ҡустымды күтәреп, йәйәүләп Ямашҡа, Уйылдан бабайға киттек. Өйөнөң эсе туп-тулы кешеләр булһа ла, Уйылдан бабай менән Зәғифә инәй беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Ситтән, Ишембай районы яғынан да, дауаланырға тип бик күп кеше килгәйне. Әсәйем менән ҡустымды Уйылдан бабай үҙҙәрендә ҡалдырҙы. Һеңлемә зәхмәт һуғылыр тип, миңә туғандарҙың берәйһенә барып йәшәп торорға ҡушты. Зөлфиә һылыуымды күтәреп, Вафир ағайымдарға барҙым. Уйылдан бабай ҡустымды тәрбиәләгәнсе, өс-дүрт көн тирәһе уларҙа йәшәп торҙоҡ. Ул ағайым менән Гөлниса еңгәгә әле лә ҙур рәхмәтлемен.
– Артығыҙға боролоп ҡарамағыҙ, ауырыу эйәрмәһен, килгән юлығыҙҙан түгел, икенсе юлдан ҡайтығыҙ. Йоҡлар алдынан ишек-тәҙрә, мөрйәләрегеҙҙе “Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим” тип ныҡ итеп ябығыҙ. Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, – тине. Беҙ шулай эшләнек тә. Әсәйем йоҡлар алдынан, мулла ҡушҡанса, ишек-тәҙрәләрҙе, мөрйәләрҙе ябып ҡуйҙы. Тышта ҡурҡыныс, ямаҡай итеп бесәй мыяулаған тауыштар ишетелде. Өйгә ҡайтҡас, ҡустым бер генә тапҡыр ауырыны ла башҡаса ауырыманы.
Ҡустымды өшкөргәндән һуң һәр иртә һайын бабай әсәйемдән:
– Йә, балдыҙ, бөгөн төшөңдә нимәләр күрҙең? – тип һораған. Әсәйем төш һөйләгәндә, бабай иғтибар менән тыңлап ултырған. Әсә менән баланың йәне, тәне бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән шул. Баланың ауырыуы ни кимәлдә икәнен әсәйемдең төштәренә ҡарап билдәләгән ул.
Борон-борондан ололар йәш балаларҙы яман күҙҙәрҙән, төрлө ауырыуҙарҙан һаҡларға тырышҡандар. Ҡырҡы тулмайынса, баланы сит кешеләргә күрһәтмәгәндәр, ишектән килеп кереү менән, өҫ кейемде һалмайынса, сәңгелдәк янына барыу тыйылған. Елпенеп сәңгелдәк янына барырға ярамағанлыҡ тураһында әсәйемдең әсәһе Аҫылбикә өләсәйем һөйләгән бер ваҡиға иҫкә төштө.
Ғәбдин олатайым ҡырға эшкә киткән. Өләсәйем йәш бала менән өйҙә ҡалған. Күрше ҡатын:
– Еңгә, һиңә иптәшкә йоҡларға киләйем әле, – тип бик үтенгәс, өләсәйем рөхсәт иткән. Ҡатын юрғандарын күтәреп килеп ингән дә сәңгелдәк янына елпетеп бәреп тә ебәргән. Бала төндә тыныс йоҡлаған һымаҡ булған. Өләсәйем балам йоҡлай әле, тип һыйырҙарын һауырға сыҡҡан. Эшен бөтөрөп килеп кергән дә:
– Әсәйем һыйырҙарын һауып инһен әле, тип иламай ғына ята ул, балаҡайым, – тип барып ҡараһа, ни күрә: улын шыҡырайтып быума өйәнәге тотоп ята икән. Өләсәйем илай-илай имеҙергә тырышһа ла, балаһы ауыҙын да аса алмаған. Шул ваҡыт олатайым ҡайтып ингән. Баланы сәңгелдәге-ние менән тотоп алған да атҡа атланып, сабып сығып киткән. Урманға барып еткәс, сәңгелдәкте ағасҡа элеп ҡуйған да үҙе эш менән мәшғүл булып йөрөй икән. Шул рәүешле бер ни тиклем урманда йөрөгәндән һуң, сәңгелдәген, кейемен ҡалдырып, сыр яланғас балаһын ҡуйынына ҡыҫтырып икенсе юлдан ҡайтып кергән. Өйгә ҡайтҡас, улы имеп туя алмай икән. Шулай итеп, бала шәбәйеп киткән, башҡа бер ваҡытта ла ул ауырыу менән ауырымаған.
Атайымдың тотоноп ҡына атлап йөрөгән Хөснә исемле бәләкәй генә һеңлеһе булған. Өмөгөлсөм өләсәйем, йәш балаһын күтәреп, йыйылышҡа барған. Өйгә ҡайтып кергәс, күп ваҡыт та үтмәгән, Хөснәне ныҡ итеп быума өйәнәге тотҡан. Бала шунда уҡ йән биргән. Атайым бер әбейҙең быума менән ауырыуын, Хөснә һеңлеһенә унан ғына ауырыу һирпелеүен әсенеп һөйләй торғайны.
“Ҡыҙыл эңерҙә балаларҙы урамға сығармағыҙ. Сыҡһалар ҙа, яланбаш йөрөмәһендәр, баштарына кейһендәр. Сабып килгән атҡа, көтөүҙән ҡайтып килгән малдарға, хатта өйгә килеп ингән кешегә лә сабый бала ҡаршы йүгермәһен,” – тип әйтерҙәр ине ололар.
Ибн Ҡайим Аль-Джаузияның “Пророческая медицина” тигән китабын уҡып сыҡҡайным. Ул эпилепсия тураһында бына нимәләр тип яҙған: “Эпилепсия (падучая) бывает двух видов: вызванная злыми духами и вызванная физическими причинами (химический и физиологический дисбаланс). Современные врачи чаще имеют дело со вторым видом, объясняют причины его возникновения и предлагают соответствующие методы лечения.
Что касается эпилепсии, вызванной злыми духами, то наиболее прогрессивные и разумно мыслящие из современных врачей признают ее существование. И они подтверждают, что лечение такого вида эпилепсии проводят праведные люди с развитым уровнем сознания, которые могут нейтрализовать негативное воздействие потусторонних сил. Гиппократ, описывая методы лечения эпилепсии, сказал:“ Эти методы эффективны при лечении эпилепсии, возникшей по химическим и физическим причинам. Что касается эпилепсии, вызванной злыми силами, описанные методы бессильны ее вылечить”. Ошо юлдарҙы уҡығандан һуң, Уйылдан бабайҙың ниндәй көс-ҡеүәткә, ҡөҙрәткә эйә булыуы аңлашыла ла инде.
Атайым гайморит менән ауырығанда ла Уйылдан бабайға дауаланырға барғанын хәтерләйем. Ул үләндәрҙе яҡшы белә ине. Атайымды аҫҡарһаҡ үләне менән дауаланы. Атайым бесән ваҡытында аҫҡарһаҡты йолҡоп алыр ҙа тамырын еҫкәр ҙә йөрөр ине.
Кешеләр, әйберҙәрен юғалтһа ла, Уйылдан бабайҙан ярҙам һоранылар. Ул химик ҡәләм менән ҡағыҙға доға яҙып бирер ҙә, берәй мөйөшкә ҡыҫтырып ҡуйырға ҡушыр ине. Үҙе йылмайып:
– Был доғалар урлашҡан кешенең күңеленә шом, ҡурҡыу тойғоһо һала. Күреп тор, әйбереңде ишек алдына йәки баҡсаңа ырғытып китер ул кеше, – тип әйтер ине. Шулай була торғайны ла.
Ун йылдар самаһы электер, иптәшем менән Учалы баҙарынан китеп бара инек, әллә ҡайҙан һөрәнләп, бер ҡатын беҙҙе туҡтатты. Ул миңә:
– Килен, һин Ғәлиәкбәрҙән бит. Ямаш тигән ауылдағы Уйылдан мулла тереме әле? – тип һораны.
– Уның үлгәненә ни заман инде, – тинем, аптырап.
– Улыбыҙ бик ҡаты ауырып киткәс, таныштарыбыҙ Бөрйән районындағы Ямаш ауылында йәшәгән Уйылдан муллаға барырға кәңәш иттеләр. Ғәлиәкбәрҙә һинең атайың менән әсәйеңә фатирға төштөк. Рәхмәт төшкөрө, атайың беҙгә юл күрһәтте, балабыҙҙы күтәрешеп алып барышты. Уйылдан бабайға ҙур рәхмәтлебеҙ, балабыҙҙы ихлас күңелдән дауаланы. “Тағы ла бер килеп китерһегеҙ әле, үҙем тере булмаһам, ҡәберемде булһа ла уратып сығырһығыҙ,” – тигәйне. Шөкөр, улыбыҙ башҡаса ауырыманы, Ямашҡа ла барырға тура килмәне, – тип һөйләне ҡатын.
2005 йылда уҡыусылар менән Өфөгә олимпиадаға барғайным. Мәғариф министрлығында эшләгән бер ҡатын (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемен онотҡанмын) туғандарына аҡса ебәрергә булып, мине килеп эҙләп тапты.
– Учалы районы Ишмәкәй ауылынанмын, – тип үҙен таныштырҙы. Минең Бөрйән яғынан икәнемде белгәс:
– Һеҙҙең күрше ауылда мулла бабай йәшәй ине, тереме әле? – тип, һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, бабай күптән баҡыйлыҡҡа күскән шул. Ә һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? – тип һораным.
– Минең атайым шул тиклем йүткерә торғайны, врачтарға йөрөп ҡараны, шәбәйә алманы. Әллә ҡайһыһы һеҙҙең яҡта шундай көслө мулла бар, тип өйрәтеп ебәргән. Бабай атайымды өшкөрөп тәрбиәләгәндән һуң башҡа бер ваҡытта ла йүткермәйәсәге тураһында әйткән. Атайым эстән генә хәйерем етмәҫме икән, тип көйөп ултырғанын да белгән бабай:
– Хәйерең өсөн ҡайғырып ултырма. Бөгөн ҡайтам тип, юлға сыҡма, транспорт булмаҫ, барыбер кире әйләнеп килерһең, – тигән. Ысынлап та, атайым ҡабаланып ҡайтырға сыҡһа ла, юлы уңмаған, кире әйләнеп килгән. Уйылдан бабайҙан өшкөрөп тәрбиәләнгәндән һуң, атайым башҡаса йүткереп ауырыманы, – тип һөйләгәйне.
Уйылдан бабайҙың вафатынын һуң: “Эх, әүлиә бабайыбыҙ тере булһа, балам был ауырыуҙан ҡотолор ине”, – тип, ата-әсәләрҙең йөрәк әрнеүе менән әйтелгән һүҙҙәрен ишетергә тура килә ине. Эргәбеҙҙә тере тарих, үҙе ябай ҙа, үҙе бөйөк тә аҡыл эйәһе, әүлиә йәшәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше үлгәс кенә, ниндәй оло шәхестәребеҙҙе юғалтҡаныбыҙҙы аңлайбыҙ шул. Беҙ, Аллаһ юҡ, Юрий Гагарин Ерҙе әйләнеп ҡарап сыҡты, бер Аллаһты ла күрмәне, тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, атеизм рухы менән һуғарылып, быуаттарҙан-быуаттарға тапшырыла торған күп рухи ҡиммәттәрҙе юғалтҡан, донъяуи белемдең нимә икәнен дә белмәй үҫкән быуын балалары. Үрге Нөгөш бәләкәй генә, төпкөл генә ауыл булһа ла, күп кенә тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булған. Балалар уҡытып йөрөгәнемдә ниңә шуларҙы әүлиә бабайҙан һорашып, яҙып алманым икән, тип үкенәм хәҙер.