Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәшит Әлмөхәмәтов

Мәғарифҡа хеҙмәт иттем

Мин, Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов, 1934 йылдың 24 апрелендә Ейәнсура районының Бикбау ауылында донъяға килгәнмен. Әсәйем Мәрфуға Ҡорбанғол ҡыҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете йәшлек Фәрхәнә апайымды һәм мине етем ҡалдырып, бик иртә донъя ҡуйҙы. Бәхетебеҙгә, үгәй әсәйебеҙ Шәмсинур апай бик яҡшы булып сыҡты. 18 йәшендә генә атайыма кейәүгә сығып, ярлы крәҫтиән ғаиләһендә атайһыҙ үҫкән был ҡыҙ ике балаға ҡараусы булып килеп, иңенә ҙур хужалыҡты алып барыу мәшәҡәттәрен йөкмәне. Ауыл эштәренә күнеккән, матур холоҡло ҡатын булды ул. Теген машинаһы булмағанлыҡтан, Шәмсинур апай барыбыҙға ла ҡулдан кейем текте, бәйләм бәйләне, шәл бәйләү оҫтаһы булды.

 Атайым, Вәлиәхмәт Ғәлиәхмәт улы, бик йүнсел, эшһөйәр кеше, уның ҡулынан килмәгән эш булманы. Хужалыҡта ат, һыйыр, ваҡ мал һәм ҡош-ҡорт аҫраныҡ, бер умартабыҙ ҙа бар ине. Алты мөйөшлө өйҙө лә атай үҙе һалып инде, аласыҡ, ҡуралар төҙөнө. Беҙгә, балаларға, өйөбөҙ бик иркен күренгәндер инде: алғы яғындағы иркен һикелә ашап-эсеп тә йөрөнөк, шунда уҡ теҙелешеп йоҡлай торғайныҡ. Төпкө яғы ғәҙәти өйҙәрҙеке һымаҡ ине: ҙур өҫтәл артында беҙ күмәкләп ултырып дәрес әҙерләнек, ҡай саҡта атайыбыҙ, әҙерләүҙәр контораһы агенты булараҡ, үҙ ҡағыҙҙары менән булышып ултыра...

Минең бала сағым бик ауыр йылдарға тура килде: Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Атайымды бөтә ирҙәр менән бергә армияға алып киттеләр, бер нисә айҙан ул Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнашыуы тураһында хәбәр итте. Унда атайым ҡаты яраланып Үзбәкстанға госпиталгә ебәрелә, ә 1942 йылда уны 1-се төркөм инвалид хәлендә ауылға ҡайтарҙылар. Беҙ ул осорҙа бик ауыр тормош кисерә инек, атайымдың ҡайтыуы ғына ғаиләне астан үлеүҙән ҡотҡарып ҡалғандыр. Граната шартлауы сәрпәкләгән һул яурынынан һыҙлана-һыҙлана һөйәк ярсыҡтарын соҡоп сығарып ултырғанын хәтерләйем. Һул ҡулы бөтөнләй эшләмәй ине уның. Шуға ҡарамаҫтан, тешен ҡыҫып, ул бесән сабырға өйрәнде, бик күп эштәрҙе бер ҡул менән башҡарҙы. Хәреф танымайынса, үҙаллы рәүештә ғәрәп әлифбаһында, аҙаҡ русса уҡыу-яҙыуға өйрәнде, һөйәк счетта иҫәпләй ҙә ине. Был һөнәрҙәре атайыма ауыл кибетендә һатыусы, район заготконтораһына әҙерләүсе агент булырға мөмкинлек бирҙе. Шулай уҡ атайым бик яҡшы балыҡсы һәм һунарсы ла ине. Беҙҙең яҡ урман-ҡырҙары ул саҡтарҙа йәнлек-кейеккә бай, ә саф һыулы йылғаларҙа балыҡ күп булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты яраланыуы сәбәпле, атайым оҙаҡ йәшәй алманы, ул 57 йәшендә донъя ҡуйҙы. Ул үлгәндә Шәмсинур апай ҡулында беҙ алты бала ҡалдыҡ: Фәрхәнә, мин, Миңлеғужа, Алһыу, Сулпан һәм Гөлсәсәк. Миңлеғужа менән Сулпан ҡустыларым хәҙер был донъяла юҡ инде.

Беҙҙең Бикбау ауылы борондан Кесе Һүрәм йылғаһын һыулаған Бикбирҙе, Буранғол, Трушин, Ҡарадигән ауылдары араһында иң ҙуры булып, мәҙәни-мәғариф үҙәге һымаҡ ҡарала ине. Ул үҫәргән ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән һәм 1775 йылдан исеме билдәле волость старшинаһы Бикбау бей исеме ҡушылған. Икенсе исеме – Аҡҡужа. Совет йылдарында бында үҙәк ауылға хас бөтә төр ойошмалар ҙа эшләне: ауыл советы, урта мәктәп, китапхана, медпункт, мәсет, тирмән, хатта пожарка. Бикбау Карл Маркс исемендәге колхоздың үҙәге ине.

Әлбиттә, ауылда төп урынды мәктәп, унда эшләүсе уҡытыусылар алып тора. Бикбау ете йыллыҡ (аҙаҡтан һигеҙ йыллыҡ) мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары республиканың һәм илдең юғары һәм махсус уҡыу йорттарын уңышлы тамамлап, билдәле кешеләр булып киттеләр. Улар араһында 8 фән кандидаты, 4 фән докторы һәм профессор бар. Ауылдан тиҫтәнән ашыу кеше дәүләт наградаларына һәм төрлө ҙур исемдәргә лайыҡ булған. Валерий Ҡәйүм улы Итбаев – Өфө авиация институтын тамамлаған (1970), инженер-механик, техник фәндәр докторы (1996), РФ Хөкүмәте премияһы лауреаты (1997), БР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов – профессор, Рәсәй Педагогия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, атҡаҙанған мәғариф һәм фән хеҙмәткәре. Ҡәйүм Хәйбулла улы Итбаев – БГМУ тамамлаған, БР-ҙың атҡаҙанған табибы. Салауат Мостафа улы Итбаев – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Альбина Закирова – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Тимерғәли Исламов – БР атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

Һәр урындағы һымаҡ, беҙҙең Бикбауҙа ла ауыл тотҡаһы булырлыҡ абруйлы шәхестәр, үҙ эше оҫталары, аҡһаҡалдар һәм һуғыш ветерандары бар. Улар – Ғәйфулла һәм Абдулла Илтенбаевтар, Мостафа Итбаев, Рәхим Сабиров, Ғайса Салауатов, минең беренсе уҡытыусым Вәғиҙә Итбаева, Сәғит Танһыҡҡужин һәм бик күп башҡалар.  

Беренсе класҡа мин 1941 йылда, һуғыш башланғас барғайным. Аслыҡ, яланғаслыҡты ла күрҙек, “ҡара ҡағыҙҙар” ҙа килеп торҙо, түштәренә орден-миҙалдар тағып иҫән ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙҙы ҡаршылау шатлығы ла кисерҙек. Һуғыш йылдарында беҙҙе, 10 – 12 йәшлек балаларҙы, төрлө эштәргә ҡуштылар. Ер һөргәндә малайҙар ат йә һыйырҙы ҡыуа, ә өлкән кеше арттан һабан тотоп килә. Бесән ваҡытында һәм уңыш йыйыу осоронда бөтә ауыл болонға йә баҫыуға сыға. Иң тәүҙә һәр кем үҙенә ҡыуыш әтмәләп алырға тейеш. Сыбыҡ-сабыҡтан бәйләнгән киргәләр хуш еҫле бесән менән ябыла, иҙәненә лә ҡоро бесән түшәлә. Йәйге эҫелә унда ял итеүе рәхәт тә бит, тик ял ғына әллә ни эләкмәй шул. Бригадир иртәнге алтыла уҡ уята ла, көндәлек эште билдәләй.  Эш хаҡы тигән нәмә юҡ, бушлай ашау ғына бар. Табелгә һәр кем исеме ҡаршыһына һандар ҡуйылып барыла, ә аҙаҡ шуның буйынса ғаиләгә натурплата – иген, һалам, бесән таратыла. Йәйге ялдар ваҡытында ауылға ҡайтҡан һәр кем иҫәпкә алына, “ялының” өсөнсө көнөнә улар колхозсылар менән бер рәттән эшкә сығырға тейеш. Уңыш йыйыу ваҡытында һәр кемгә эш табыла. Үҫмерҙәр бесән, йәшелсә йыя, өлкәнерәктәр ырҙын табағында эшләй.        

Мәктәбебеҙҙә парталар, бер таҡтанан һәм иҫке генә дәреслектәрҙән башҡа бер ни ҙә юҡ ине. Имән туйраһынан ҡара эшләргә өйрәндек, аҡбурҙы Һүрәм ярынан алынған аҡбалсыҡ алыштырҙы. Башланғыс кластарҙа мин бик яҡшы өлгәштем, ә 5 – 7-селәрҙә “дүртле”ләр ҙә күренгеләй башланы. Үҫмер осор шаянлыҡтары ла йоғонто яһағандыр быға, өҫтәүенә, өйҙә минең уҡыуым менән әллә ни ҡыҙыҡһыныусы ла булманы. Апайым Мораҡ педучилищеһына уҡырға киткәйне. Мәктәптәге фәндәрҙән миңә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих, география, биология, һүрәт төшөрөү оҡшай торғайны. 1948 йылда мин дә апайым артынан Мораҡ училищеһына юлландым.

Педучилищела уҡыу йылдары минең тормошомда оло һынылыш осоро булып иҫтә ҡалған. 1946 йылда асылған Мораҡ училищеһы бөтә Көньяҡ Башҡортостан төбәге өсөн юғары уҡыу йортона тиң ине: әҙерлекле педагогтар, уҡыу һәм йәшәү өсөн ярайһы уҡ яҡшы шарттар (ятаҡ, стипендия, ашхана, китапхана, лабораториялар, предмет кабинеттары, спорт залы, ҙур мәктәп яны баҡсаһы). Уҡыу планы күп яҡлы белем биреүгә ҡоролған. Хөрт кенә төп белеме булған, ете генә класты тамамлаған балалар өсөн бында һәр предмет яңы, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ булды. Мин, мәҫәлән, бөтә фәндәрҙе лә бик тырышып өйрәндем. Әгәр беренсе ярты йыллыҡта диктанттарҙы 2–3-лөгә генә яҙа алһам, йыл аҙағына тик “дүртле” һәм “бишле” генә ала торғайным. Йыр һәм музыка дәрестәрендә нота өйрәнеп, думбырала уйнай белә инем, оркестрҙа төп урынды биләнем. Матур яҙыу дәресендә почергымды камиллаштырҙым, физкультура буйынса бөтә булған спорт төрҙәре менән мауығып шөғөлләндем. Шахмат яратҡан уйыным булып китте. Был уйынды тәүләп беренсе курста күреп ҡалдым, ә икенсе курста район ярыштарында икенсе урын яуланым,  өсөнсө курста иһә беренсе урынға сыҡтым.

Финанс һәм матди ҡыйынлыҡтар тураһында шуны әйтергә мөмкин: икенсе курстан ҙур булмаған стипендия, ашханала бер тапҡыр туҡланыу, өйҙән бер ниндәй ярҙам да юҡ. Минән алда уҡырға ингән Фәрхәнә апайыма рәхмәтем сикһеҙ, мин өҙлөкһөҙ уның яҡлауын һәм ярҙамын тойоп йәшәнем. Беҙ, Ейәнсура районы уҡыусылары, йылына дүрт тапҡыр ауылға ҡайтып килә инек. Был – 75 саҡрым ара. Шундай ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, береһе лә уҡыуын ташламаны.

 Диплом алып сыҡҡас, мине һәм курсташым Абдулла Илтенбаевты, рус телен яҡшы белеүебеҙҙе иҫәпкә алып, БАССР мәғариф министрлығы ҡарары менән бер айлыҡ курсҡа ебәрҙеләр. Бәләбәй педучилищеһында асылған башҡорт һәм татар ете йыллыҡ мәктәптәрендә рус теле уҡытыусылары әҙерләү буйынса курстар ине улар. Училищела башланғыс кластар уҡытыусылары әҙерләһәләр, бынан беҙ ете йыллыҡ мәктәптә рус теле уҡытырға хоҡуҡ алып сыҡтыҡ. Артабан мин мәғариф министры Фатима Мостафина бойороғо менән Маҡар районының Көҙән ауылына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелдем. Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған ауылы ине ул. Ошонда тәүләп педагогик эш тәжрибәһе алдым. Шунда уҡ колхоз комсомол ойошмаһы секретары итеп тә һайлап ҡуйҙылар. Уҡытыусы булараҡ, мин ай һайын йәштәр араһында сәйәси уҡыуҙар алып барырға, хатта өлкәндәр араһында ла ликбез үткәрергә тейеш булдым.

Ике йылдан мин яңы асылған Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға индем. Инеү өсөн 8 имтихан тапшырырға тура килде. Юлланған саҡта киләсәктә ошо ҙур уҡыу йортоноң ректоры ла булып эшләремде күҙ алдына ла килтерә  алмай инем әле. Студент йылдарында, яҡшы уҡыуҙан тыш, киң йәмәғәтселек эшмәкәрлеге лә алып барҙым, үҙешмәкәрлектә ҡатнаштым, спорт менән шөғөлләндем. Төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөп, еңел, ауыр атлетика, көрәш, бокс, саңғы буйынса разрядтар яулауға ирештем. Ошонда уҡ һөйгән йәремде – Долорес тигән матур испан исемле һылыуҙы осраттым. 1958 йылдың 31 декабрендә институттың тамаша залында беҙҙең өсөн комсомол туйы ойошторҙолар.

Ул ваҡытта беҙҙең институтта бына тигән уҡытыусылар эшләне. Күптәренең ғилми дәрәжәләре булмаһа ла, улар үҙ предметтарын бик яҡшы белә, ентекле аңлата, талапсан инеләр. Улар студенттар менән еңел аралашты, төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрҙе, түңәрәктәр алып барҙы. Институт директоры Сәғит Әлибаев һуғышҡа тиклем мәғариф наркомы булған, һуғыш ваҡытында Таһир Кусимов полкында комиссар, һуғыштан һуң БАССР мәғариф министры вазифаһын башҡарған. Уның ярҙамы һәм остазлығы менән Стәрлетамаҡ пединститутының күп сығарылыусылары билдәле белгестәр, ғалимдар һәм етәкселәр булып китте.

Диплом алғас, беҙҙе эш урындарына тәғәйенләй башланылар. Бында көтөлмәгән осраҡтар ҙа килеп сыҡҡыланы. Беҙ, Стәрлетамаҡ пединститутының филология факультеты рус-башҡорт бүлеген 1959 йылда тамамлаусы Сәит Сәйфуллин, Мөхтәр Әхтәмов, Фәрүр Зөлҡәрнәев, Рәшит Әлмөхәмәтов, Вилләр Дауытовтар үҙ яҙмышыбыҙҙың хәл ителеүен көтәбеҙ. Ни тиһәң дә, беҙҙең институтҡа тиклем үк уҡытыусы булып эшләү тәжрибәһе бар. Шуға ҡабат мәктәпкә ҡайтырға атлығып торабыҙ.

Ә йәш белгестәрҙе эшкә тәғәйенләү буйынса комиссия ултырышында БАССР мәғариф министры урынбаҫары Хаят Яфаева менән беҙҙең директор Сәғит Әлибаев өс курсташыма Өфөлә, министрлыҡта инспектор булып эшләргә тәҡдим итә, Вилләр Дауытовты “Башҡортостан пионеры” гәзитенә ҡоҙалайҙар, ә мине, 25 йәшлек белгесте, Йомағужа урта мәктәбе (хәҙерге Күгәрсен районы) директоры итеп ебәрергә булдылар.

 Ул заманда урта мәктәп 11 йыллыҡ ине. Йәш директорға унда уҡыуҙа яңы йүнәлеш – производство уҡыуы индереүҙе яйға һалырға тура килде. Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән программаға ярашлы, мәктәптәрҙә хеҙмәт һәм производствоға әҙерләү нигеҙҙәрен өйрәтеү йөкмәтелгәйне. Иң тәүҙә эште беҙ төп корпуста ремонт үткәреп, ауыл хужалығы техникаһын йүнәтеү буйынса оҫтаханалар асыуҙан башланыҡ. Бының өсөн техника йыйырға, өлкән кластарҙы уларҙа эшкә өйрәтеү өсөн тәжрибәле инженерҙы саҡырырға тура килде. Мәктәп янында ҙур баҡса ултыртылды. Мәктәпкә беркетелгән 70 гектар һөрөнтө ерҙә йәшелсә үҫтереү өсөн йәй әйләнәһенә эшләйәсәк уҡыусылар бригадалары булдырылды. Күрше ауылдарҙан башланғыс һәм һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙе тамамлап килеүселәр өсөн интернат бинаһы ла кәрәк булды. Шулай итеп, ике йыл эсендә Йомағужа мәктәбе яңы программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса төбәктә еңеүсе тип табылды һәм унда был тәжрибәне таратыу өсөн махсус семинар ойошторолдо.

Тормошомдағы киҫкен боролоштар бының менән генә бөтмәгән икән әле. Йәш һәм өмөтлө белгес тип, мине Өфөгә эшкә саҡырҙылар. Эш шунда: беҙ институтты тамамлаған 1959 йылда директорыбыҙ Сәғит Рәхмәт улы Өфөлә асылған Рәсәй педагогик фәндәр академияһындағы милли мәктәптәр буйынса фәнни-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы мөдире булып эшләй башлағайны. Мин Йомағужа мәктәбе директоры булғанда ул беҙҙең мәктәптә өс тапҡыр булып китте. Эштәрҙең торошон өйрәнгәндер, күрәһең. 1962 йылда Сәғит Рәхмәтович мине ошо филиалға кесе ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә саҡырҙы, фатир ҙа вәғәҙә итте. Ләкин партияның район комитеты мине тиҙ генә Өфөгә ебәрергә ашыҡманы. Бер йыл үткәс кенә республика етәкселегендә оло абруйы булған Әлибаевтың ҡәтғи үтенесе буйынса беҙ ғаилә менән Өфөгә күсеп килә алдыҡ. Вәғәҙәһендә торҙо етәксем: өс ай тигәндә беҙ яңы өйҙәге ике бүлмәле фатирға күсендек.

Ҡыҫҡаса филиал тураһында. Ул ҙур түгел, әммә бик эшмәкәр коллектив тупланған, билдәле төрки белгесе, профессор Жәлил Кейекбаев эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙән фән кандидаттары М. Ғималова, Ф. Бикҡолова, В. Песков, методист, башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн дәреслектәр авторы Ә. Әхмәрова бар. Минең менән бер ваҡытта башҡорт мәктәптәрендә эшләргә өлгөргән йәш белгестәр Т. Йәһүҙин, А. Илтенбаев  килде. Хәҙер профессор Әхмәр Аҙнабаев Жәлил Кейекбаев етәкселегендә аспирантурала уҡый ине.  А. Ғәлләмов, Л. Саяховалар ҙа диссертация өҫтөндә эшләйҙәр.

1968 йылда мин Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Жәлил Кейекбаев оппонентым булды. Һәм 1969 йылда мине Милли мәктәптәр буйынса фәнни-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Ошо вазифала 8 йыл эшләнем. Фәнни-тикшеренеү институтының йәш етәксеһе булараҡ һәр яҡлап ярҙам тойҙом: оло ғилми хеҙмәткәр булған Сәғит Әлибаев, БАССР мәғариф министры Фатима Мостафина (1971 йылда ул да беҙгә хеҙмәткәр булып күсте), Министрҙар Советы рәйесе Зәкәриә Аҡназаров, обкомдың беренсе секретары Миҙхәт Шакировтар кәңәшенән дә, ярҙамынан да ҡалдырманы.

Ошо филиалда эшләү минең артабанғы яҙмышымды һәм фәнни-педагогик карьерамды ла билдәләне, тип ышаныслы әйтә алам. Бер мин генә түгел, тиҫтәләгән ғалимдарға СССР педагогия фәндәре академияһының милли мәктәптәр аспирантураһына юлды ошо филиал асты. Яңы башлаусы һәм тәжрибәле уҡытыусыларға фән менән шөғөлләнер өсөн штаттан тыш фәнни хеҙмәткәр булырға рөхсәт бирелә ине. Филиал эшләү осоронда 50-нән ашыу кеше фән кандидаты һәм докторы дәрәжәһенә лайыҡ булды. Уларҙың бер нисәүһен генә атап китәм: фән докторҙары М. Хәйруллина, К. Зәкирйәнов, Л. Саяхова, фән кандидаттары М. Ғималова, Ф. Бикҡолова, Ә. Әхмәрова, В. Песков, Р. Әлмөхәмәтов, Ә. Аҙнабаев, А. Илтенбаев, Т. Йәһүҙин, Б. Ғафаров, Т. Биккузина, А. Ғәлләмов, Т. Аслаев, С. Сөләймәнова, В. Хажин, Р. Латипова, Т. Ҡолдәүләтов, Р. Кәримова, Р. Ишемова һ. б.

1972 йылда Башҡортостан обкомының беренсе секретары М. З. Шакиров күрһәтмәһе менән филиал телеүҙәк эргәһендә яңы бина алды. Уның тарихы ла бик ҡыҙыҡлы. Беҙҙең филиал Коммунистик урамдағы ике ҡатлы ағас йортта урынлашҡайны. Хәтеремдә: кесаҙна кис, эш аҙағы. Хеҙмәткәрҙәр ҡайтып бөткән. Мин генә ҡалып, ниндәйҙер ҡулъяҙма төҙәтеп ултырам. Тап шул ваҡыт ишек асыла ла, Миҙхәт Закир улы, Өфө ҡала комитеты рәйесе Әҙһәм Вәлиев, Совет районы партия комитеты секретары Гәрәев килеп инделәр. Мин мәктәп балаһылай аяғүрә баҫам. Улар ҡул биреп күрештеләр. Миҙхәт Закир улы асыҡ сырайлы, йылмайып ҡына һөйләшә, минең ни менән шөғөлләнеүемде һораша. Нәшриәткә тапшырырға әҙерләнгән китапты тикшереп ултырам, тием. Ул кабинетты байҡап сыҡты ла, миңә хужалығымды күрһәтергә ҡушты. Бүлмәләрҙе ҡарап сыҡҡас, үҙ алдына ғына:” Шәп түгел...” – тип әйтеп ҡуйҙы ла, хушлашып сығып киттеләр. Ни өсөн килгәндәрен аңламай ҙа ултырып ҡалдым. Шулай ҙа иртәгәһенә эшкә иртәрәк килеп ултырҙым. Миңә мәғариф министры Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин шылтырата һәм тиҙ генә килергә бойора. Шакировтың ниндәйҙер күрһәтмәһе бар икән. Унда Өфө ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Әхмәҙиев бар ине. Ул беҙгә кисәге “ҙур ҡунаҡтар” килеүенең сәбәбен аңлатты. Башҡортостан өсөн шундай мөһим фәнни-тикшеренеү институты филиалының эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн уңайлыраҡ шарттар табыу талабын ҡуйған икән “беренсе”. Иң тәүҙә тейешле бина табырға кәрәк. Был мәсьәләне хәл итер өсөн оператив төркөм төҙөлгән. Унда беҙ өсәү ингәнбеҙ: Әхмәҙиев, Йыһаншин һәм мин. Миңә филиалдың төп документтарын әҙерләргә ҡушылды: устав, штат берәмектәре, бүлектәр, техник паспорт һ. б.  Шуларҙы эшләп биргәс, беҙгә төрлө тәҡдимдәр килә башланы. Ләкин улар йә подвал, йә бик йыраҡ райондарҙа ине. Мин уларҙың барыһынан да баш тарта торҙом. Талабым бик ҡәтғи ине: бина ҡаланың үҙәгендә, беҙ өҙлөкһөҙ хеҙмәттәшлек иткән обком, мәғариф министрлығы, китап нәшриәте, министрҙар советы, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы һ. б. ойошмалар эргәһендә булырға тейеш. Эҙләү дауам итте.

Бер ваҡыт миңә хәбәр итәләр: ”Тиҙ генә төш, аҫта машина көтә. Бер урынды ҡарарға барабыҙ, әгәр оҡшаһа, шунда туҡталырбыҙ”. Телеүҙәк янында төҙөлөп ятҡан биш ҡатлы йортҡа килдек. Уның ике ҡаты поликлиникаға тәғәйенләнгән икән, ә өҫкө өсәүһе торлаҡ булырға тейеш. Урыны һәм планы миңә оҡшаны. Икенсе ҡаттан һәм подвалынан филиалға 600 квадрат метр майҙан бүлергә килештек.