Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Музейҙар - әҙәбиәт көҙгөһө

ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫ ЙӘНТӨЙӘГЕНДӘ

Мин белмәйем: ҡәнәғәтме Ерем?
Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым?
Тик ышанам, бушҡа йәшәне, тип
Әйтә алмаҫ хатта дошманым!
Был патриотик юлдарҙы Башҡорт­остандың беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева «Үтеп барам...» тигән шиғырында (1981 йыл) яҙғайны.
Зәйнәб Биишева исемендәге Баш­ҡорт­остан «Китап» нәшриәте халыҡ яҙыу­сыһының әҙәби мираҫын, уға арнал­ған китап-альбомдар сығарыу, һоҡланғыс ижадын пропагандалау йәһәтенән ҙур эш башҡара. Мәҫәлән, быйыл нәшриәт Кү­гәрсен районы­ның «Мораҙым» гәзи­те менән берлектә «Мин рухымдың аҫыл хазинаһын, Илем, һиңә биреп ҡал­дырҙым» тигән аһәңле яңғырашлы викторина ойош­торҙо. Ошо ҡыҙыҡлы сараны йомғаҡлау өсөн «Китап»сыларҙың ҙур төркөмө мәшһүр әҙибәнең йәнтө­йәгенә сәфәр ҡылды, уларҙы район йәмәғәтселеге бик ихлас ҡаршыланы.
Осрашыу Балалар ижады үҙәге иха­таһындағы Зәйнәб Биишева һәйкә­ленә сәскәләр һалыуҙан башланды, артабан һәммәһе лә әҙибәнең тыуған ауылы Туйөмбәткә юлланды. Бында халыҡ яҙыусыһының йорт-музейын мауығып һәм фәһемләнеп ҡарағандан һуң район хакимиәте башлығының социаль мәсь­әләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрүшина, «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, Мәскәү ҡунағы – халыҡ яҙыусыһының өлкән улы – химия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр ака­демияһының мөхбир-ағзаһы Тельман Әминев, музей директоры Зәбирә Кә­римова, Биишевтәр нәҫеленең күренекле вәкиле Ләлә апай Биишева, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина, суд системаһы ветераны Мәреүәт Айбасовтың рәхмәтле һәм һағышлы сығыштары йотлоғоп тыңлан­һа, райондың һәүәҫкәр артистары концерты алҡыштарға күмелде.
«Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева иһә викторинала еңеп сыҡҡан бер төркөм уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы, иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырып, ҡыуандырҙы.
Нәшриәт Зәйнәб Биишева исемен 2007 йылдан йөрөтә, тимәк, үҙенә күрә иҫтәлекле дата, ә 2018 йылда халыҡ яҙыусыһының 110 йыллығы ҡоласлы билдәләнәсәк. Оҙаҡ­ламай мәшһүр әҙибәнең «Иҫ­тәлек­тәр» томын (төҙөү­се­ләре – Тельман Әминев, Ҡәҙим Аралбаев) ҡулға алырбыҙ, ти «Китап»сылар. Әйт­кәндәй, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы1931–1934 йыл­дарҙа «Баш­гиз»да әҙәби хеҙ­мәткәр булып эшләй, 1947 – 1951 йылдарҙа «Башгосиздат»та дәрес­лектәр секторын етәкләй.
Рәсәй әҙәби йә­м­әғәтселегенә Зәй­нәб Биише­ва­ның алтмыштан ашыу китап авторы икән­леге мәғлүм. Атаҡ­лы вә мәшһүр прозаик һәм шағирә, публицист һәм тәр­же­мәсе, маһир мемуарсы Зәйнәб Абдулла ҡыҙына үҙ ғүме­рендә ғәрәп, латинса һәм кириллица графикаһын­да уҡырға, яҙырға насип иткән, шуға күрә уның архивында, Өфөләге музей-квар­тираһында ла, Тельман Ғәзиз улы әйт­мешләй, эш етерлек әле.
Үтеп барам...
Талған күҙҙәремдән
Әллә ысыҡ, әллә йәш тама.
Кисер, Ерем, минән һиңә бары
Әсе тир һәм ҡайнар йәш ҡала.
Ошо ғына фәлсәфи фекере лә бөйөк яҙыусының ҡаһарман ҡәләмгирлеген раҫлай, Ватанға, йәшәүгә, ижадҡа, халыҡтар дуҫлығына мәҙхиә, килер быуындарға васыят булып яңғырай ул. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев юҡҡа ғына: «Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын донъяға сығарған, беренсе булып драма әҫәрҙәре яҙған, киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле романдарҙан торған беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән ҙур һүҙ оҫтаһы», – тимә­гән­дер.
Ш. БАҠЫЕВ.