Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миләүшә Годбодь

Ҡараңғылыҡты телерҙәй яҡтылыҡ

Филология фәндәре кандидаты, шағирә Гөлназ Ҡотоеваның  әҙәби  тәнҡит хаҡында ошондай һүҙҙәре бар: “Тәнҡит һәр шағир эсендә ултыра, әгәр ул үҙенә һәм башҡаларға талапсан булмаһа, үҫмәй. Тәнҡитсе ижадҡа фатиха биреүсе  лә ул. Йәштәр менән эшләгәндә тәнҡитсе туҡтауһыҙ эҙләнә һәм үҙе лә үҫә...”

 Ысынлап та, ижадсының әҫәрҙәре дөрөҫ баһаланырға тейеш, тәнҡит яҙыусының артабан үҫеүе өсөн бик кәрәк нәмә. Ләкин тәнҡитсе  ижадсы йөрәгендәге утты һүндермәҫкә, киреһенсә, дөрләтеп ебәрергә, яҙыусыға дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейеш. Шул ваҡытта ғына ул маҡсатына ирешә һәм уның менән ижадсы араһында эшлекле бәйләнеш булдырыла.

Мин үҙемде тәнҡитсе һанамайым, сөнки был яуаплы исемде ныҡ  итеп аҡларға кәрәк – ләкин әҙәбиәтте, шиғриәтте, сәнғәтте мөкиббән китеп яратам. Әле уҡыусыларға һәр шиғыры бәғерҙәрҙе өҙөрҙәй моңло,ҡараңғылыҡты  телерҙәй нурлы таланты менән яҡтыртҡан шағирә Гөлнара Хәлфетдинова ижады буйынса әҙерләнгән  мәҡәләмде тәҡдим итәм. Уның уҡыусыларға ла, авторҙың үҙенә лә файҙаһы булырына ышанам. 

Шағирәнең яңы әҫәрҙәре хаҡындағы һүҙҙе ситкәрәк ҡуйып тороп, уның ваҡыт һынауын үткән,  2005 йылда нәшер ител­гән, әммә дөйөм иғтибарҙан ситтәрәк тороп ҡалған “Ҡыңғыраулы яланда...” исем­­ле тәүге шиғырҙар йыйынтығы хаҡында һөйләмәксемен. Тәү ҡарашҡа йыйынтыҡҡа ингән әҫәрҙәре аша лирик героиняны тормош ауырлыҡтарына биреш­мәйсә,  донъянан йәм-тәм табып, зауыҡланып ижад итеүсе темпераментлы, ут-йөрәкле шағирә булараҡ  ҡабул итә­һең. Һәр әҫәренең ҡайнар тойғолар, ҡа­нат­лы фекерҙәр менән нығытылып, сағыу эмоциялар, романтик хыял-ынтылыштар, ташҡын хистәр тулҡыны солғанышында ижад ителгәнен тояһың. Автор донъяны, кешеләрҙе тормоштағыса йәнле, теремек итеп һүрәтләй, уйлағандарын, борсолоу­ҙа­рын, теләк-ашҡыныуҙарын  хыял менән тултырып анлатырға тырыша. Телдең һәм образлылыҡтың ҡәҙерен белә шағи­рә, үҙенең төп ижад ҡоралы – тел менән бик уйлап эш итә, урынлы ҡулланылған һүҙҙәр ярҙамында әйләнә-тирәләге донъяны, лирик геройының  ҡылыҡтарын йән­ле итеп һүрәтләүгә өлгәшә, ритм-интонация яғынан шиғырҙары йырлап тора. Һәр  образы хәтерҙә ҡала, былар иһә ша­ғи­рә­нең  оҫталығына бәйле.

Гөлнара Хәлфетдинова  трибун- шағир түгел, ә лирик планда ижад итеүсе ша­ғирә. Йәнә лә шуны өҫтәргә кәрәк: ижа­дын­да  публицистик элементтар ҙа юҡ тү­гел. Ләкин төрлө йүнәлештә, төрлө тема­ға ижад ителгән әҫәрҙәрен бер уртаҡ сифат – үтә лә нескә уй-тойғолар, күңел һәм йөрәк хистәре берләштерә. Гөлнара­ның лирикаһы нескә һәм сағыу, ә лирик героиняһы  шиғри тәбиғәтле, йөрәге, күңеле менән хисле, хыял-фантазияға  бай, тәбиғәте менән күркәм һәм бер аҙ шаталағыраҡ, ҡыйыу холоҡло үҙаллы шәхес. Донъяға берсә  һоҡланып, берсә  һағыш­ланып баға, матурлыҡты аңлай, изгелеккә табына, ғәҙелһеҙлеккә һыҙлана, йыйып әйткәндә, күңел һәм зиһен ҡанун­да­рына буйһоноп йәшәй һәм ижад итә. Ихласлыҡ һәм тәбиғилек Гөлнараның лирикаһында өҫтөнлөк итеүсе сифаттар.

Гөлнараның лирик героиняһы  утты-һыуҙы кискән, сирҡаныс алған, тормош­тоң асылын аңлаған, шәхес булып формалашҡан кеше. Болоҡһоған, йәки шат­лыҡлы мәлдәре булһынмы,  һөйгәне менән  айырылышыу ғазабын да, осрашыу шатлыҡтарын да татығанын, ярһып-шашып һөйә белеүен кисерһенме, йә бул­маһа тыны менән тартып алырҙай булып һөйгәнен көтһөнмө, хаталанһын­мы, бер ваҡытта ла кешелеклеген ташламай. Мөхәббәттән ваз кисмәй, килеп сыҡҡан хәлдәрҙән ҡотолоу юлдарын эҙләй. “Ҡыҙым бар, ҡыҙғынамдың  наҙы бар”, – ти халыҡ. Тәбиғәте менән шар-шару­ан кеүек күренһә лә, наҙлы һәм алсаҡ лирик героиняның һөйөү-һыҙланыуҙары, янып-көйөүҙәре барыбер сабыр һәм тыйнаҡ. Әҙәп һаҡлай белә ул, өмөткә урын ҡалдыра. Кәрәк ерҙә уй йома белә.

Бына, мәҫәлән, бер-береһенең йөрәге­нә юл табалмайса икеһе ике утрау булып йәшәгән парҙар хаҡында шағирә былай тип яҙа:

Йөрәктәрҙе тоташтырған

Ептәрҙе

Өҙә алмайҙар.

Икәүләшеп бер ағымдың

Ыңғайына

Йөҙә алмайҙар.

Тартылалар бер-береһенә,

Тағы ла

Ҡаҡлығып китәләр.

Осрашыуҙар һирәкләнһә

Үҙҙәре

Йотлоғоп көтәләр.

Үле түгел ул мөхәббәт,

Терелмәй ҙә.

Таш сәскә ул, ә нурҙары

Һүрелмәйҙәр. (“Таш сәскә”).

Гөлнара Хәлфетдинованың мөхәббәт шиғырҙары нурҙан,  моңдан яралған, аҫыл сифаттары – матурлыҡ, тәбиғилек һәм эскерһеҙлек.

Шағирәнең “Аҡ томандар иле”, “Зәңгәр күлем”, “Ҡайнар сәләм”, “Икеләнеү”, “Күләгәң”, ”Ғәфү ит, мөхәббәт!”, “Әрнеүле йән монологы”, “Яуапһыҙ мөхәббәт” кеүек мөхәббәт темаһына яҙылған шиғырҙары  йыйын­тыҡтың икенсе бүлегенә урынлаш­тырылған. Уларҙа автор өгөт-нәсихәткә бирелмәй, бөҙрә һүҙҙәр ҙә эҙләмәй, барыһын  да ябай ғына итеп, тормош­тағыса  һүрәтләгән. Ел-дауыллы, көсөр­гәнешле хис-тойғолар йомғағынан торған был әҫәрҙәрендә  бер ниндәй ҙә яһал­малылыҡ юҡ, теле йәнле, образ­лы. ”Мөхәббәтең артыҡ ышаныслы, һиндәге наҙ, түҙем. Шуларға бер үҙем ҡашҡа­мын. Ҡалай тыныс был донъялар, тиеп, бәхетемә көйҙөм, һәм яңынан һөйҙөм башҡаны (“Үләм дә тереләм”); Һин эҙләгән йырҙы мин юғалттым, дөрөҫө шул. Шуныһы шау-ысын. Берәү йырлар әле минеке тип, отоп алған булһа тауы­шың (“Үкенес”); Барлыҡҡа мин бармын да ул, бар булырға бар барым, белмәнем шул бар барлыҡты, бушлыҡ килеп арбарын (“Шартлауҙар”);  Йәшлек иле йәшәр. Һандуғас та шул уҡ көйөн һуҙып башҡа­рыр. Таң һыҙыуға аҡ томандар ярып һуҡмаҡ­тар­ҙан уҙыр башҡалар” (“Аҡ томандар иле”). 

Гөлнара Хәлфетдинованың пейзаж лирикаһы үҙе бер донъя, сафлыҡ һәм гүзәллек иле. Тыуған ерҙән илһам алып  тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәү –әҫәрҙәрендә үҙәк урында тора. Ә тәбиғәт автор өсөн үҙе бер йәнле тормош китабы. Шиғриәтенең матур биҙәктәре үҙенең поэтик тәбиғәтенән дә киләлер, тим. Тәбиғәттең бит уның драматизм менән тулы үҙ донъяһы бар: йыл миҙгелдәре бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора, уның йәмле мәлдәре лә, ҡайһы саҡта ҡырыҫлыҡтары ла була. Ошо  миҙгелдәрҙең үҙенсәлектә­рен тасуирлағанда шағирә уларҙың башҡаларға билдәле булмаған яҡтарын күрә, әйтергә теләгәндәрен  тәбиғәт күренештәре менән йәнәшә ҡуйып аң­лата, фекер таба белә. Шулай итеп, лирик герой менән тәбиғәт араһында күңел берҙәмлеге хасил була, ә тәбиғәт шағирә­нең күңел көҙгөһөнә әйләнә.

Ләкин Гөлнараның шиғырҙары тәби­ғәт­­кә бәйле булһа ла, саф пейзаж лирика­һы­на ғына ҡоролмаған. Уларҙың эсендә тәрән фәлсәфә ята. Быларҙы авторҙың кеше күңелендәге төрлө уй-тойғолар һәм кисерештәрҙе тәбиғәт күренештәренә  күсереп тасуирлаған “Ер”, ”Илһам”, ”Ағиҙел зары”,  “Ҡыңғыраулы ғына яланда”, ”Ай тулған төн”, “Ап-аҡ донъя”, ”Тәбиғәт” тигән шиғырҙарында күрергә була.

Поэзия моңдан ярала. Ә йөрәк йылыһы  поэзияһын эстән балҡыта, уны сыуаҡ һәм нурлы яһай. Шул саҡта ғына моң һәм нурҙан яралған шиғырҙар ысын гүзәллек донъяһына әйләнә. Гөлнараның яҙмыш, тормош хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған “Бары йән генә ҡала”, “Үтеккә үтенес”, “Яңылыштым”, ”Кейек кеүек”, ”Дыуамалым минең”, “Бөжәк-ҡурсаҡ”,  “Эскерһеҙ­лек”, “Ҡара монолог”, “Бәхет ҡошо”, “Ҡурҡам” тигән  шиғырҙары әҙәм бала­һының тормоштағы урыны, бурыс­тары һәм яуаплылығы хаҡында һөйләй, булғанды ҡәҙерләргә, үткәнгә ҡарап һабаҡ алырға, тәбиғәт-әсәне  һаҡларға, рәнйетмәҫкә, киләсәк быуындарға  ҡал­ды­­рыр­ға саҡыра. Шиғырҙағы был  төп фекер әҫәрҙең публицистик көсөн арттыра:

Зәңгәр күлем минең, зәңгәр күлем,

Зәңгәр күҙҙәреңә ғашиҡмын.

Дауылдарҙа йән өшөткөс инең,

Ниңә кисерергә ашыҡтым?

Ҡара болоттарҙы ҡунаҡ итеп,

Ағыу эсеүҙәрең һанмы ни?

Офоҡтарың шуға ҡыҙыл,ҡыҙыл,

Күҙҙәреңә һауған ҡанмы ни?

(“Зәңгәр күлем”).

Һәр әҫәреңдә фәлсәфәнең урыны түрҙә: шағирә әйтергә теләгән һүҙҙәренә  нин­дәйҙер бер эске мәғәнә һалып, уларҙы өр-яңыса  балҡытып ебәрә белә, лирик геройы аша үҙ тормош тәжрибәһе менән дә бүлешә. Йәғни В.Г. Белинский һүҙҙәре менән әйткәндә, ”кешене мауыҡтырған, шатландырған, тулҡынландырған, мо­ңайт­ҡан, ғазаплаған, йыуатҡан, рухи донъяһының асылын тәшкил иткән, уның йөрәгенә үтеп инә алған һәр нәмә” уның күңеленә яҡын. Мөхәббәт һәм нәфрәт, шатлыҡ-ҡайғы, табыштар һәм юғалтыу­ҙар кеүек ҡиммәттәр хаҡында уйлан­ғанда, йәшәү асылы һәм тормошта үҙ урыныңды билдәләү, кешелектең килә­сәге хаҡында уйланғанда тос фекерҙәр әйтә, хатта ҡайһы саҡта үҙ йәшенән олораҡ һығымталар ҙа яһап ҡуя. Көсөр­гәнешле кисерештәрҙән торған ошондай шиғырҙары һине  уйландыра, битараф ҡалдырмай.  Йыйынтыҡтың  өсөнсө бүлегенә ингән шиғырҙарҙы ҡыҙыҡһын­ғандар  үҙҙәре табып уҡыр. Ә бына бала һәм әсә темаһына яҡыныраҡ үтеп инмәк­семен. Былары йыйынтыҡтың һуңғы бүлегенә ингән.

Шағир Яҡуп Ҡолмой балаларҙы “Ғүмер сәскәләре” тип атаған. Гөлнара өсөн әсә күңеле саф шәфҡәт диңгеҙе. Балаһы өсөн өҙөлөп тора. ”Зомби”, “Әсә”, “Әсәй”, “Атай һүҙе”, “Фәрештә”, ”Төҫһөҙ йәнһүрәт” тигән шиғырҙары, мәҫәлән, ана шундайҙар. Уларҙа  әҙибә донъяға әсә күҙҙәре менән ҡарай:

Үҙ-үҙемдән ҡотолдомдор, бәлки...

Юғаламын хәҙер баламда...

Ҡыңғыраулы ғына юлдарымда,

Ҡыңғыраулы ғына яланда...

Былай тип, минеңсә, балаһын өҙөлөп һөй­гән әсә генә әйтә ала торғандыр. Уның балаһын яратыу хисе шул тиклем ҙур, хатта ихлас мөхәббәте бөтә донъяны яҡтыртырға, бөтә сабыйҙарҙы бәхетле итергә етер ине һымаҡ. Сабыйына булған  мөләйем наҙын әҙибә әллә күпме  поэтик биҙәктәрҙә балҡыта белә:

Бәләкәс кенә кеше.

Мөхәббәтем емеше.

Үҙ көйөнә бейетеүсе

Хоҙайҙың бер еңмеше.

Бәләкәс кенә кеше,

Без-без иткән иңкешем.

Моң-даръямдың инешеһең,

Тиңдәр менән тиң кеше.

(“Бәләкәс кенә бер кеше”.)

Шағирәнең ҡатын-ҡыҙ һәм уның тормошта тотҡан урыны, әсә менән бала, ата-әсә бурыстары, ғаилә һәм яҡындарың  хаҡындағы уйланыуҙарға ҡоролған әҫәрҙәрендә ҡаты тормош һынауҙары үт­кән лирик героиняның әсә булараҡ  холоҡ-фиғеле лә асыла. Балаһына еңел, рәхәт булһын өсөн, сабыйын ҡурсалап, ул ниндәй генә ауырлыҡтар күтәрмәй ҙә, ниндәй генә ҡайғы-һағыштар, борсо­лоу­ҙар кисермәй! Ә шағирә-әсәләр бы­ларҙы икеләтә кисерә бит. Әсә булараҡ та, шағирә булараҡ та. Гөлнараның лирик героиняһы ла шулай. Ләкин ул бәхетле, ауырлыҡтарға  зарланмай. Йылы поэтик тойғолар менән һүрәтләнгән шундай юлдарҙы уҡығанда үҙең дә һиҙмәҫтән Гөлнараның үҙенә тиклем ижад иткән Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғо­лова, Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙ­баева, Әнисә Таһирова,Таңһылыу Ҡара­мышева, Рәмзилә Хисаметдинова, Тамара Ғәниева, Йомабикә Ильясова,  Гөлназ Ҡотоева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлшат Әхмәт­ҡужиналар лирикаһы традицияһын дауам иткәнен күрәһең. Тик Гөлнараның үҙ моңо, үҙ буяуы бар, башҡалар менән бутап булмай. Уның лирик героиняһы нескә, наҙлы, хәстәрлекле һәм  сабыр:

Уйламаған ерҙән уй(ы)лып индең,

Көтмәгәндә килдең кәйелеп.

Убып индең, үбеп индең йәнгә,

Төпкөлдәргә тиклем йәйелеп.

Йәйҙәремде һин йәмлерәк иттең,

Көҙҙәремде иттең көлдөрөк.

Күңел ҡылдарымды көйләп ҡуйҙың,

Үҙ көйөңә тура килтереп.

Һинең миңә тындай кәрәклегең,

Минең һиңә йәндәй кәрәгем.

Гөжләп кенә торған умартаның

Ғаиләбеҙ – бөртөк кәрәҙе.

Урау-урау юлдар аша үтеп,

Килдең бит моң беҙҙең йөрәккә.

Мөхәббәттең фәрештәһе ана,

Күмелеп ята ап-ап йүргәккә.

(“Килде бит моң”).

Иман һүҙе ғәрәп телендә ышаныу, инаныу  тигәнде аңлата. Иманлы һүҙ дөрөҫ­лөктө нығытыу ул. Гөлнара Хәлфетдино­ваның поэзияһында әшәкелек, бер-береңде һанламау, ихтирамһыҙлыҡ, һатлыҡ йәнлек, ялағайлыҡ, көнсөллөк, ғәҙелһеҙлек кеүек  беҙҙе уратып алған йәмһеҙ күренештәрҙе фашлау, бейеклек­кә, бөйөклөккә, матурлыҡҡа саҡырыуға әйҙәгән әҫәрҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, ”Ҡәҙер төнө алдынан”, “Берҙәмлек”, ”Ҡоралай хәтирәһе” тигән шиғырҙары ана шундай­ҙарҙан.

***

Гөлнара Хәлфетдинованың  һүҙлек хазинаһы ғәжәп бай. Әҫәрҙәренең теле аңлайышлы, халыҡсан һәм образлы. Уның телмәрендә тамыр, яһалма, ҡушма һүҙҙәр, ҡулланыштан төшөп ҡалғандары һәм  яңыртып ҡулланыуҙар, ҡапма-ҡар­шылыҡ, һүҙ уйнатыу, образлылыҡты арттырыу маҡсатында ҡулланылған эпитеттар, бер нисә күренеште йәнәш ҡуйып һүрәтләүгә нигеҙләнгән йәнәшәлек, шиғыр туҡымаһында уңышлы ҡулланыл­ған күп мәғәнәле һүҙҙәр (омонимдар), ҡушма, игеҙәк һәм тапҡыр һүҙҙәр, синонимдар, антонимдар, ялғау менән береккән һүҙҙәр (мәҫәлән, әрһеҙ, үкһеҙ) кеүек һәм башҡа алтын-көмөш һүҙ биҙәктәре бихисап. Шиғырҙың музыкаллеге, мәғәнәүи һәм эмоциональ көсөн арттырыу маҡсатында  поэтик ҡабатлау­ҙар­ҙы ла урынлы ҡуллана автор,  шулай шиғри телмәрен  аң-аҡыл яғынан да, хис-тойғолар яғынан да байытып, һүҙҙең утын-ҡуҙын аңлап, бәпләп-көйләп ижад итә.

Ижадсы шиғыр төҙөлөшөндә кәрәк булған теҙемдәр, метафоралар, тапҡыр һәм көтөлмәгәнлекте аңлатҡан һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәрҙе, пейзаж, әйбер йәки күренештәрҙең исемен йәки сифатын икенсе төрлө атау өсөн алмаштырып һүрәтләгән перифраз, шиғырҙа ниндәйҙер һүҙгә иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн тик үҙенсә генә ҡуйылған тыныш билдәләре йәки поэтик пунктуациялар, эмоционаллекте көсәйтеү өсөн өндәш рәүешендә әйтелгән поэтик һөйләмдәр һәм риторик һорауҙар, лирик шиғырҙарҙағы ҡырҡыу уй-тойғо­лар һәм борсолоу-ярһыуҙарҙы күрһәтеү өсөн ҡулланылған драматизм элементтарын да белеп файҙалана. Уның әҫәрҙә­рендә урын алған ошондай һүҙ  биҙәктә­рен зауыҡ менән йыйылған ялан сәскәлә­ренән торған матур бер гөлләмәгә сағыш­тырып  булыр ине. Шағирә  ябай ғына нәмәләрҙән дә йәшәү шатлығы, тормош йәмен таба, уларҙы  поэтиклаштыра белә – ғәҙәти күренештәрҙән тәрән мәғәнә табыу, ябайлыҡтың матурлығын асыу үҙе ошо түгелме ни?