Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Йыһангир Вәлиев

Көнө башланып ҡына тора ине...

Йыһангир (Йыһангәрәй) Әхмәтгәрәй улы Вәлиев 1953 йылдың 19 ноябрендә Белорет районының Ҡолмас ауылында тыуған. Был ауыл Өфө – Белорет автомобиль юлы һалынғанға тиклем юҡҡа сыҡҡайны. Яңы трасса ошо ауыл урыны аша үткәс, хәҙер унда яңынан өйҙәр төҙөлә башланы, һәр хәлдә, юл ситендә “Ҡолмас” тигән күрһәткес тора.

 Йыһангир тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. Һуңынан үҙҙәренән 40 саҡрымда ятҡан Арышпар ауылына йөрөп уҡый башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауыл да хәҙер бөтөү сигендә, бер нисә генә йорт ҡалған. Етенсене Арышпарҙа тамамлағас, Йыһангиргә тағы ла мәктәп алыштырырға тура килә әле – һигеҙенсегә Йөйәк мәктәбенә юллана егет. “1973 йылда Свердловск өлкәһенең Талица урман техникумына уҡырға инеп, ағас әҙерләү мастеры һөнәре алып сыҡтым”, – тип яҙа ул 2006 йылда “Китап” нәшриәтенә тапшырған “Көн башлана” исемле шиғырҙар йыйынтығына баш һүҙендә. Был китап ниндәйҙер сәбәптәр менән донъя күрмәй ҡалған.

1978 йылдан вафатына тиклем (2010 йыл) Йыһангирҙең тормошо Инйәр ҡасабаһы менән бәйле. Ошонда леспромхозда эшләй, ғаилә ҡора ул. “Шиғыр яҙыу менән һуңғы йылдарҙа ныҡлап шөғөлләнәм”, – тип билдәләгән шиғриәткә ҡарашын.  “Һүҙ” тигән поэмаһын китапҡа биргәнлеге мәғлүм. “Көн башлана” йыйынтығы ла киләсәктә айырым китап булып сығыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ. Был китабы 2005 йылда Учалы яҙыусылар ойошмаһында тикшерелгәндә, уға Мәүлит Ямалетдинов биргән баһаны килтереү урынлы булыр:

“Йыһангирҙең шиғырҙары республика матбуғатында йыш күренде, тәүге китабын нәшер итте. Уның ижадына үҙ ваҡытында Мостай Кәрим иғтибар итеп, үҙ фекерен белдергәйне.

Йыһангир – яңы быуын, яңы генерация шағиры, ижадҡа үҙ ҡарашы, үҙ образдар системаһы бар. Ул – традицион шиғризм ҡанундарын ватып, үҙ ижади һуҡмағын ныҡышмалы рәүештә һалыусы талымһыҙ егет. Башҡорт шиғриәтендә ундай ижадсылар бик һирәк.

Йыһангир шиғриәтенә иҫ киткес образлылыҡ хас. Ә образ – шиғырҙың йәме. Мәҫәлән, “Зәңгәр иртәләрҙең зәңгәрлеген ҡулым менән һыйпап ҡарайым, ялҡын таңдарыңдың алтын ялын бармаҡтарым менән тарайым”. Бындай баҙыҡ образдар уның һәр бер шиғырында тиерлек тулып ята. Был – ысын художникка хас сифат. Уның гүзәллек араһында тыуыуы һәм йәшәүе лә тирә-яҡты маңлай күҙе менән түгел, ә күңел күҙе менән күреүгә булышлыҡ иткәндер.

Тема төрлөлөгө хас был шиғриәткә. Ләкин иң төп тема – тыуған ил, ғәзиз ер тойғоһо, уға тоғролоҡ, тәбиғәткә һоҡланыу, уға һаҡсыл мөнәсәбәт.

Тел байлығы. Йыһангир – халыҡ араһында көн иткән кеше булараҡ, телдәге үҙенсәлекле һүҙҙәрҙе шиғриәткә индереп ебәрергә тырыша. Күп шиғырҙары ыҡсым, тығыҙ яҙылған, әммә ҡайһы берҙәрен ҡыҫҡартаһы бар”.

Эшсе шағирҙың ҡалдырған ижады әллә ни күп түгел. Күп шиғырҙары ҡаралама хәлендә генә һаҡланған, уларҙы баҫмаға әҙерләргә ваҡыты ла, мөмкинлеге лә булмағандыр. Шулай ҙа башҡорт әҙәбиәтендә Йыһангир Вәлиев тигән шағирҙың сағыу исеме ҡалды, уны күптәр хәтерләй һәм һоҡланып иҫкә ала. Тыуған Инйәре яҡтарында – бигерәк тә.  

 

Тыуған яҡҡа

 

Зәңгәр иртәләрҙең зәңгәрлеген

Ҡулым менән һыйпап ҡарайым.

Ялҡын таңдарыңдың алтын ялын

Бармаҡтарым менән тарайым.

 

Көләс көндәреңдең яҡтыһына

Маңлайымды терәп һыйынам.

Шатлыҡ тулы күкрәгемде асып,

Ҡояш нурҙарында ҡойонам.

 

 Дөрләй-дөрләй ауам тыуған ергә

Һөйөүемдең утлы хисенән.

Ғәзизкәйем, түлле тупрағыңа

Яраттырыр тылсым йәшенгән.

 

Тәхетем дә, бәхетем дә бында,

Ләхетем дә һиндә буласаҡ.

Алһыу таңдар тыуған тупрағыма

Мәңге ал нурҙарын ҡоясаҡ.

 

Тәхетем – һин, ерем! Таңдарым –                                                                                     таж.

Бәхет бында атын туғарһын!

Китмәҫ өсөн ләхетемә һалғас,

Һулышыңды рухым һуғарһын!    

 

Юлға сыҡтым

 

Юлға сыҡтым тәүәккәлләп,

Ғүмер миҙгелдәре аша.

Яҙмыш тигән китабымдың

Көн биттәрен аса-аса.

 

Күрәм хыял монарҙары

Аша маҡсат артылышын.

Унда гәүһәрҙәй нурлана,

Балҡый минең һәр табышым.

 

Юлға сыҡтым киләсәккә,

Ваҡыт даръяларын ярып.

Алыҫтарҙан саҡыра мине

Өмөт ҡошо, ҡанат ҡағып.

 

Мотлаҡ булыр ауырлыҡтар,

Хаталар һәм абыныуҙар.

Сөнки урау, һикәлтәле

Маҡсатыма илтер юлдар.

 

Юлаусы мин, йыраусы мин.

Моң тулҡынын ҡаға-ҡаға,

Сәфәр сыҡтым, кешеләрем,

Төбәп һеҙҙең йөрәк-ярға.