Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Гөлфиә ЮНЫСОВА

Ғүмер буйы, Мин эшләмәһәм, кем эшләр, тип йәшәнем

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова (Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районының Һарыш ауылында тыуған. БДУ-ның филология факультетын тамамлағас, Сибай педучилищеһында уҡыта, Өфөгә күсеп килгәс, “Башҡортостан” гәзитендә, “Пионер” журналында эшләй. Егерме бер йыл  “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара. 1990 – 1993 йылдарҙа Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Президиумы ағзаһы, 1999 – 2003 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты. “Миңә бары өс кенә” тигән тәүге китабы 1969 йылда донъя күрә. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 1974 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы, 35 китап авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Аҡмулла, Һ. Дәү­ләтшина премиялары лауреаты.   

– Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, күптән түгел бер осрашҡанда: «Әле мин шиғыр яҙа ла башламағанмын икән», – тигәйнегеҙ. Быны нисек аңларға: һеҙ шундай әүҙем эшләйһегеҙ, һайланма әҫәрҙәрегеҙҙең томдары сыҡты, гәзит-журнал биттәрендә йыш сығыш яһайһығыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исемегеҙ бар, ә һеҙ «яҙа ла башламағанмын икән әле», тиһегеҙ...

– Миңә бит ғүмер буйы төрлө вазифалар башҡарып, тиҫтәләрсә йәмәғәтселек эштәрендә ҡатнашып, өйҙә балалар тәрбиәләп, шул хеҙмәттәрҙән ҡалған ваҡыттарҙа ғына яҙышырға тура килде. Күңелемдә шиғри образдар емелдәй, йөрәк дөпөлдәп яңы моңдарға тулыша, ә миңә иртәгә йә мөхәррир, йә депутат булараҡ, ниндәйҙер сығышҡа әҙерләнергә кәрәк. Һәр күҙәнәгемдә күктәрҙән килгән илһам ҡанатлана, ә миңә мотлаҡ кер йыуырға, балаларымдың дәрестәрен, хәлдәрен һорашырға, үҙем эшләгән журналға, йәки радио-телевидениела алып барған тапшырыуҙарымды яҙып өлгөртөргә кәрәк. Эш араһында һайлаусыларымдың йомоштарын атҡарыу өсөн төрлө юғары инстанцияларға хаттар яҙырға, уларҙан яуап талап итергә, авторҙарҙың үҙҙәре менән осрашып, кәңәштәр бирергә тейешмен. Ә улар ҡайһы саҡ тиҫтәләрсә булып китә. Шуға ла иң ҙур хыялым һәр саҡ шиғыр өсөн дә ваҡыт арттырыу ине. Журналислыҡ, мөхәррирлек, депутатлыҡ эштәремде лә яратып башҡарһам да, улар ҙа үҙҙәренә күрә ижади хеҙмәт булһа ла, шиғриәт, барыбер, кескәй сағымдан үҙенә йәлеп иткән, һыйындырған, асылымды асып бирер көскә эйә шөғөлөм, хатта булмышым. Ә мин уны егерме ике йәштән алтмыш өскә тиклем эшләгән осоромда гел генә икенсе, өсөнсө планға ҡуйырға, ситкәрәк этәрергә мәжбүр булдым. Ярай әле, үпкәләп бөтөнләй ташлап китмәне, әле килеп шуныһына һөйөнәм. Шағирә булып ҡына йәшәү мөмкин түгел беҙҙең заманда. Алда әйтеп киткән хеҙмәттәрем дә миңә донъяны тәрәнерәк, киңерәк аңларға, кешеләрҙе төшөнөргә ярҙам иткәндер, ләкин ваҡыт та, хәл дә сикһеҙ түгел. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ижад эшенә кинәнеп тотондом, тип әйтә алам. Тик хәҙер илһам эсендә йөҙөп йөрөр саҡ үткән, уй-фекерҙәр ҙә икенсерәк. Янып торған утыҙ – илле йәштәремдә яҙылмай ҡалған шиғырҙарым йәл барыбер, йәшлеккә әйләнеп ҡайта алмаған һымаҡ, уларға ла кире ҡайтыу мөмкин түгел. Ихлас яуабым ышандырғандыр, тип уйлайым.

– Бала саҡ йылдарығыҙҙан матур ҙа, фәһемле лә хикәйә-иҫтәлектәрегеҙ «Йәншишмә» гәзитенең байтаҡ һандарында баҫылып, балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә иғтибарын яулағайны. Һеҙҙең тормошоғоҙ – үҙе бер мауыҡтырғыс романға торошло. Яҙмыш китабығыҙҙы яҙырға теләгегеҙ бармы?

– Яҙмыш, ғүмер хаҡында уйланыуҙарым йә мәҡәлә, йә иҫтәлектәр булып яҙылып, гәзит-журналдарҙа сығып тора. «Башҡортостан ҡыҙы»нда егерме биш йыл эшләгән дәүерем, журналист-етәксе булараҡ, ул саҡтағы ил, республика, халыҡ яҙмышы, коллектив ағзалары, журналистар тормошо хаҡында яҙа башлаған иҫтәлектәремдең бер нисә бүлеге өс-дүрт йыл элек «Башҡортостан ҡыҙы» биттәрендә донъя күрҙе. Киләһе йыл журналыбыҙҙың илле йыллығына тамамлай алһам ине, тип хыял итәм. Миңә Рәсәй Федерацияһының Юғары Советында һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа илебеҙҙә барған ҡатмарлы тарихи ваҡиғалар, һынылыш, боролоштар осоронда депутат булырға тура килде. Ул хаҡта ла күргәндәрем, кисерештәрем, уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашҡан тарихи-документаль әҫәр күҙаллана. Һаман ҡул етмәүе эсемде бошора. Шул осор ваҡиғаларының уртаһында ҡайнаған журналист, яҙыусы булараҡ, мин дә яҙмаһам, кем тотонор был эшкә, тип борсолам. Үҫкән ғаиләмә, ата-әсәйемә, бала саҡ, йәшлек осорома арналған иҫтәлектәремдең дә бер өлөшө донъя күрҙе. Бигерәк тә «Аҙна», «Атна» гәзиттәрен алдырыусылар ҡыҙыҡһынып уҡып, уй-хистәре менән уртаҡлашып, хатта кәңәштәрен биреп хаттар яҙҙы. Уны ла дауам итәһе бар. Күп эштәр: «Пенсияға сыҡҡас, тотонормон инде», – тигән ваҡытҡа ҡалдырылғас, хәҙер улар алдымда өйөлөшөп, көтөп торған кеүек. Шиғырҡайҙарымды бынан һуң да ситләштереп булмай бит инде. Ярай әле, күңелемде сәйәсәт, тормош ауырлыҡтары, ҡытыршылыҡтары һыуытып, ҡатырып өлгөрмәгән. Яҙаһы әйберҙәрем шул тиклем күп, ҡалған ғына ғүмер ваҡыттарын дөрөҫ бүлеп, ижад итергә ине. Һаулыҡ һәм күңел тыныслығы кәрәк.

– Сибай башҡорт драма театры бынан бер нисә йыл элек һеҙҙең бер музыкаль пьесағыҙҙы сәхнәләштергәйне. Шунан һуң башҡа сәхнә әҫәре ижад итмәнегеҙме?

– Эйе, элек үҙем хеҙмәт юлын башлаған йәшлек ҡалам Сибайҙың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры «Осоп булмай ҡанатһыҙ» тигән музыкаль комедиямды илле йәшемә әҙерләп, Өфөгә алып килде. «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында алҡышлап ҡаршы алды зал тулы тамашасылар. Дүрт-биш йыл Башҡортостандың һәм күрше өлкәләрҙең район-ҡалалары сәхнәләрендә ҡуйылды. Сибай театры – ғөмүмән, бик күп йәш драматургтарға сәхнәгә юл асҡан мәҙәниәт усағы ул. Минең йәш драматургтар семинарында арыу ғына баһа алған тағы ла бер «Көмөш балдаҡ» исемле драма әҫәремде лә сәхнәлә ҡуйыр өсөн ҡабул иткәйне был театр. Ҡайһы бер урындарын ҡыҫҡартып, әҙерәк үҙгәрештәр индереп, тапшырырға тейеш инем. Ваҡыт булмайынса, һуңынанға ҡалдырып килдем дә, аҙаҡ ҡул һелтәнем. Театрҙың директоры, баш режиссеры Дамир Ғәлимов ағай бер нисә тапҡыр: «Ҡайҙа пьеса, ниңә һаман ебәрмәйһең?» – тип шылтыратҡыланы ла, аҙаҡ төңөлдө. Спектакль – күмәк хеҙмәт емеше. Мин әҫәрҙәрем өсөн үҙем генә яуап бирергә әҙер автормын икән. Икенсенән, был жанрға һуңыраҡ тотонғанмын, ә уға мөкиббән китергә кәрәк. Пьесалар яҙһам, шиғыр тағы ла үгәйһетеләсәк. Ҡалған ғына ижад осоромдо бүлгеләмәҫкә хәл иттем. Йәш саҡта актриса булырға хыялланғанғамы, драматургия ла оҡшай миңә. Шиғриәткә яҡыныраҡ торған ижади жанр итеп ҡабул итәм. Шулай, алда әйткәнемсә, ул саҡта әле эшләп тә йөрөгәс, бүлгеләнмәйем, өҙгөләнмәйем, тинем.

– Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, һеҙ шиғриәтте публицистика менән йәнәш алып бараһығыҙ. Оҙаҡ йылдар буйына әҙәбиәт һәм сәнғәт кешеләре тураһында яҙған очерктар, әңгәмәләр, ижади портреттарығыҙҙы ҡасан китап итеп сығарып, уҡыусыларығыҙҙы һөйөндөрөрһөгөҙ икән?

– «Илһамлы яҙмыштар, I китап» тигән утыҙ табаҡлыҡ йыйынтығым «Китап» нәшриәтенә тапшырылған, икенсеһен әҙерләп бөтөрөп киләм.

– Шул геройҙарығыҙ араһынан ҡайһыһына оҡшарға теләр инегеҙ? Уларҙың тормошо, холҡо һеҙгә нисектер тәьҫир итәме, яҙмышығыҙға йоғонтоһо булдымы?

– Был китаптарымда Башҡортостан әҙәбиәте, сәнғәте тормошонда үҙем менән бергә ҡайнаған замандаштарым һүрәтләнә. Геройҙарымдың барыһы ла оло ихтирамға лайыҡ, юғары мәҙәниәтле, илһөйәр, тормош-ижад юлдары, кешелек сифаттары менән башҡаларға өлгө булырлыҡ шәхестәр. Шулай ҙа мин береһенә лә тулыһынса оҡшарға теләмәҫ инем. Уларҙың ҡаҙаныштарына һоҡланып, үҙем генә булып йәшәгем, ижад иткем килә.

– Һеҙ ниндәйҙер ҡара көстәргә, күҙ тейеүгә, сихырға ышанаһығыҙмы? Бындай һорау биреүҙең сәбәбе: бер йылды Яҙыусылар союзы 8 Март байрамы алдынан ҡатын-ҡыҙ әҙибәләрҙе йыйып ҡотлау сараһы ойошторғайны. Шунда тәнәфес ваҡытында, музыкаль паузала, һеҙ, ғәҙәттәгесә, уртаға сығып өйөрөлөп-өйөрөлөп бейенегеҙ. Бөтәһе лә күҙен алмай һеҙгә һоҡланып ҡараны. Яңынан сәй табынына килеп ултырғас, тик торған ерҙән муйынсағығыҙ өҙөлөп китеп, иҙәнгә һибелде. Шундай күренештәрҙе һеҙ нисек аңлатаһығыҙ: ысынлап та, күҙ тейеү бармы, унан нисек һаҡланаһығыҙ?

– Ышанған саҡтарым да бар, икеләнгән ваҡыттарым да... Донъяла беҙ аңлап етмәгән серҙәр бик күп бит. Хәҙер ғалимдар әле һин һанап киткән күренештәрҙе фән менән дә бәйләп дәлилләп ебәрәләр. Миҫалдар ҙа етерлек. Аура, гипноз, күҙ (уй, һоҡланыу, теләк, нәфрәт көсө) тейеү – ысынбарлыҡ тип ышанам.

Миңә, мәҫәлән, йыш ҡына күҙ тейә. «Бигерәк асыҡ, ихласһың да инде», тип әрләй мине һауыҡтырыусы халыҡ табиптары. Һаҡланыу сараларын да йыш ҡына онотам. Рәхмәтем төшә, ихлас теләктәрем ҡабул була – уларын күп һынаным. Мәҫәлән, әле күптән түгел бер йәшерәк ҡәләмдәшем рәхмәт әйтеп торҙо: «Гөлфиә апай, һеҙҙең теләгегеҙ ҡабул була, тигән һүҙҙәр дөрөҫ икән дә баһа. Хәтерегеҙҙәме, юбилейығыҙҙы гәзиттә яҡтыртыу өсөн тыуған ауылығыҙға барғайныҡ. Һеҙ беҙҙе, гәзит һәм телевидение хәбәрселәрен, Һарыштан ун саҡрым ғына аралыҡтағы Нарыҫтау изге шишмәһенә алып барҙығыҙ. Унда ағастан бурап эшләнгән махсус һыу инеү бассейндары ла бар: ҡыш көнө лә туңмай торған шишмә һыуы шул тиклем ныҡ һалҡын. Ә һеҙ шул һыуға сумып-сумып, минең фатирлы булыуымды теләнегеҙ. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: оҙаҡ та үтмәй, һис уйламағанда ҡала уртаһындағы йорттан ике бүлмәле фатир бирҙеләр...» «Рәхмәт, һеңлем, улай иҫеңдә һаҡлағас, мин был хаҡта онотҡайным инде», – тинем.

Ошондай күптән хәтерҙән сыҡҡан ҡыуаныслы миҫалдарҙы һөйләп тә, шылтыратып та таныш-тонош йыш аптырата мине. Яҙып сыҡҡандары, үҙҙәренең юбилей, ижад кисәләрендә һөйләгәндәре лә бихисап.

Бәләкәй сағымда ни өсөндөр ауылдаштарым мине юлыҡлы бала итеп ҡабул итте. Үҙем ырымдарға (бигерәк тә ул саҡта) ышанып етмәй инем, тик бөтә ауыл ошоға инанғас, ни хәл итәйем инде.

– Был хаҡта «Йәншишмә» гәзитендә баҫылған «Бала саҡ хикәйәләре» тигән дауамлы проза әҫәрҙәре шәлкеменең «Ҡыҙыңды юлға сығар» исемле хикәйәһендә лә яҙғайнығыҙ бит...

– Эйе. Бына ошо иҫтәлектең ҡайһы бер юлдары: «Йыш ҡына иртән иртүк йоҡо аралаш ошондай һөйләшеү ишетәм: «Баҙарға ит һатырға барабыҙ, Гөлфиәңде ярты сәғәттән оло юлға сығар әле, еңгә». «Ҡуйығыҙсы, – тип ҡаршы төшә әсәйем. – Йоҡлаһын инде бала. Хәлегеҙҙе аңлайым да ул, – тип көрһөнә ул. – Кеше яңылыш осраһа ғына уңалыр ҙа баһа юл. Күрәләтә һөйләшеп сығарыу ярамайҙыр ҙа инде...»

«Улым армияға китә», «Ҡыҙым уҡырға инергә бара», «Иремде операцияға һалырға итәләр»... Күпме кешеләрҙе юлға сығып оҙатып ҡалырға тура килде миңә. Әсәйем, йомошҡа килеүселәр менән тартҡылашып ҡарай ҙа, риза була инде, нишләһен. Файҙаһы тейһә лә, теймәһә лә, кешеләрҙең күңелдәре тыныс, маҡсаттарына ынтылыштары ышаныслы булһын, тигәндер.

Юлдар һәр ваҡытта ла юлсылар теләгәнсә үк уңмағандыр ҙа, бәлки. Ләкин мине юлыҡһыҙлыҡта ғәйепләүсе осраманы. Күстәнәс алып ҡайтҡыланылар. Алмаһам, үпкәләй-үпкәләй барыбер биреп китәләр ине...

Ғүмер юлымда бер сәбәпһеҙ этлек эшләргә тырышыусылар ҙа осраштыра. Уларҙы ихлас йәлләйем: ҡара теләктәре үҙҙәренә кире ҡайта ла ҡуя. Шул тиклем ошо хаҡта аңлатҡым килә лә, ышанмаҫтар, эстән генә көлөрҙәр, тип ҡурҡам. Әле шундай һорауҙар ҡуйылғас, асылайым инде, хәҙерге йәшемдә нимә уйларҙар, тип ҡурҡаһы юҡ.

Беҙҙең Һарыш ауылының бер яғында башҡорттар, икенсе осонда урыҫтар, украиндар йәшәне. Ике-өс халыҡ вәкилдәре үҙ-ара шул тиклем дуҫ көн итте, бер-береһен ҡиәмәтлек атай-әсәй яһап бөтә инеләр хатта. Ҡатнаш никахтар булманы, шулай ҙа. Күршеләребеҙ, ауылда урыҫ кластарында уҡыһа ла, башҡортса һәйбәт һөйләште. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында таралышты улар ҡалаларға. Һүҙем ҡабарып торған сал сәсле, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле тирә-яҡҡа кендек инәһе, халыҡ дауалаусыһы булараҡ та ихтирам ҡаҙанған мөләйем һәм ярҙамсыл, әсәйемдән бер нисә йәшкә генә олораҡ (бәлки тиңдәштер ҙә) Полина апай хаҡында.

Кешеләр уға тартылды. Әйберҙәре, малдары юғалған, дауаханаларҙа йөрөп тә һауыға алмаған, киләсәген йә үткәнен белергә теләгән кешеләр Полина апайға барҙы. Йәшеренеп кенә инде. Ундай күрәҙәселек-маҙар ғәйеп һанала ине бит ул саҡта. Әле булһа, нығыраҡ аралашыр, һорашыр инем дә бит...

Апай мине ярата ине. Урамда йә юлда осраһа, йөҙҙәре яҡтырып, арҡамдан һөйөп, күңелемде күтәрерлек һүҙҙәр әйтеп китә. Миңә бәхет һәм уңыштар юрай, был хаҡта ата-әсәйемә лә, башҡаларға ла һөйләгән икән. Әле килеп ғәжәпләнәм: ауылдаштарыма ла ниндәй яҙмыш юраған, шулай килеп сыҡты, кем менән ҡасан ғаилә ҡорасаҡтары, ҡайҙа нисек йәшәйәсәктәренә тиклем. Мәҫәлән, Зәйтүнә һеңлемде, кендек инәһе булараҡ, ҡулына алғас: «Хөрмәтле уҡытыусы буласаҡ», – тигән. Ысынлап та, Зәйтүнә Аҙнағол ҡыҙы Даянова районыбыҙҙың үҙе йәшәгән Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә 40 йылға яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытып, «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы», «Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ булды. Әле ветеран-педагог ҙур ауылдың «Ағинәйҙәр ҡоро»н етәкләй.

Кесе һеңлем Гөлнәзирә Ғәлимуллинаға ла уҡытыусылыҡ һөнәрен юраны Полина апай. Әле «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ һеңлем шул уҡ Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа, районыбыҙҙа хөрмәтле шәхес.

Сибайҙан Өфөгә күсеп килгәс, бер ҡатлылығым, ихласлығым арҡаһында нахаҡ һүҙҙәр ишетеп, ауырып киттем. Бәлки ҡара уйлылар нимәлер эшләгәндер ҙә: тик-томалдан тыным ҡурылды, хәлем бөттө, башым әйләнде. Хатта йәш ғаиләгә аҡса еткерә алмауға ҡарамаҫтан, академотпуск алып йылға яҡын өйҙә ятырға мәжбүр булдым. Табиптар сир тапманы. Бер саҡ ауылға ҡайтҡанда әсәйем Полина апайға күрһәтте. Минең өсөн барыбер ине: ҡайһылай булһа ла, һауыҡҡы килә. Ике йәш балам, яҡты хыялдарым йәл. Аҙаҡ мине икенсе бүлмәгә сығарып, әсәйем апай менән оҙаҡ ҡына һөйләште. Йөҙө асылып киткән әсәйем аҙаҡ былай тине:

– Ысынлап та, һине юҡҡа сығарырға теләгәндәр, балам. Полина апайың: «Ярай әле, ҡыҙың күлдәк менән тыуған, тәнендә Аллаһ Тәғәлә тамғаһы ла бар. Ул һауығасаҡ, теләктәренә ирешәсәк. Уға яуызлыҡ теләгән кешеләрҙең этлектәре һәр саҡ үҙҙәренә төшәсәк, тине», – тип, шатланып алып ҡайтып китте. Ниндәйҙер һыу ҙа эсерҙе, шикелле. Бәлки уны күрәҙәсе лә бирмәгәндер. Ул ваҡытта: «Эй, Хоҙайым, ысынлап та, һауыҡһам ярар ине», – тигән теләктән тыш башҡа бүтән уй килмәне. Аҙаҡ иғтибар итә башланым: ысынлап (ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – биғәйбә) кем мине рәнйетә, шулар ҡыйын хәлдәргә тарый: йә көтмәгәндә ауырып китә, аяҡ-ҡулын һындыра, тормошонда ла уңышһыҙлыҡтарға юлыға... Мин өҙгөләнһәм дә, алда әйтеп киткән сәбәптәр арҡаһында уларҙы иҫкәртә, асыла алмайым. Был хаҡта бер кемгә лә әйткәнем булмаһа ла, һиҙгән-белгән кешеләр бар икән. Бер нисә тапҡыр: «Һине юҡҡа рәнйеттем, ғәфү итә күр инде берүк», – тип инәлеп, хатта илап килгән таныштарым булды. Рәнйемәҫкә тырышам да бит, ҡапыл әрнеүҙән барлыҡҡа килгән был хис-тойғоно шундуҡ ҡына тыйып буламы ни, йыһанға бер осоп китһә, нисек кире ҡайтараһың уны?! Бер шундай ваҡиғанан һуң, Полина апайҙан кәңәш һорайым, мине ҡәҙимге хәлгә ҡайтарыуын үтенәйем, тип барһам, ул күптән түгел генә вафат булған икән. Бына шулай. Бәлки мин яңылышамдыр ҙа... Күрәҙәсе апай иҫкәрткән өсөн генә был күренештәргә артыҡ иғтибар итәмдер...

...Ә теге, ауырыған сағымда осрашҡандан һуң, күп тә үтмәй, «Пионер» журналының яңы мөхәррире Динис ағай Бүләков редакцияға саҡырып, тиҙ генә эшкә сығырға ҡушты. Мин «серле» сирҙәремде бөтөнләй онотоп, ең һыҙғанып элекке урынымда эшләй башланым, ижадҡа ла илһамым артты. Бер нисә айҙан 1978 йылдың 5 майында «Башҡортостан ҡыҙы»на баш мөхәррир итеп тәғәйенләндем. Шунан китте бер-береһенә үрелеп, ҡыуаныслы хәлдәр. Пушкин урамында йәш ижадсылар өсөн биш ҡатлы йорт төҙөгәйнеләр, ике көндән шундағы ике бүлмәле фатирға күстек, иртәгәһенә ирем Мирас Хәмзә улы кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Тап ошо осорҙа яңы китабым донъя күрҙе. Был ҡыуаныслы үҙгәрештәрҙең бөтәһе лә бер аҙна эсендә булыуы аптырарлыҡ хәл түгелме ни?! Ошондай сылбырға теҙелгән күңелле үҙгәрештәр ғүмеремдә бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Мәҫәлән, сираттағы юбилейыма ҡарата китап йәки китаптарым донъя күрә, ошо уңай менән маҡтаулы исем бирелә, фатир яңыртыла, тапшырыуҙар ойошторола һ.б.

Ә теге саҡ Полина апай әсәйемә әйткән серле тамғаны бынан бер ун йыл самаһы элек кенә абайланым: уң ҡул һыртыма ҡабарып торған эре тамырҙар менән ғәрәпсә  Аллаһ  тип яҙылған икән. Күргән бер кеше был һүҙҙе үҙенең ҡулынан да эҙләй башлай. Хәҙер уны йөҙләгән кеше күргәндер (бик күрһәтеп барырға ла ярамай, тиҙәр). Ҡайһы берҙә үҙемде ошолай тип йыуатам: бер кемдән дә көнләшмәйем, насарлыҡ теләмәйем, ихласмын, һәр кемгә изгелек итергә әҙермен. Күрәләтә нахаҡҡа рәнйетмәһәгеҙ, сәбәпһеҙ йәберләмәһәгеҙ, бер шауҡымым да теймәҫ. Килешәһегеҙҙер: ул тиклем дә үтәй алмаҫлыҡ ауыр эш түгел дә. Әйттем иһә – ҡайттым. Уның ҡарауы, хәҙер күңелем тынысланып ҡалды.

Ғөмүмән, кеше рәнйетеү – иң гонаһлы, насар ғәмәл. Бер-беребеҙҙең күңелен һаҡлайыҡ, кешелек дәрәжәбеҙгә тоғро булайыҡ!