Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Закир ӘҠБӘРОВ

БОҘОҠ ТЕЛЕФОН

Элек шундай уйын була торғайны. Йәштәр теҙелешеп ултыра. Иң ситтәгеһе күршеһенең ҡолағына бышылдай. Уныһы һүҙҙе, үҙе ишеткәнсә, күршеһенә еткерә. Бына шулай һүҙ төрлө ишетелештә рәттең икенсе осона етә. Әйтәйек, «айыу»ҙы боҙоҡ телефон «ҡуян»ға әйләндерә икән, бер ниндәй ҙә зыян юҡ – тәгәрәшеп көлөр өсөн генә.
Беҙ бәйән итәсәк ваҡиға заманында берәүҙе лә көлдөрмәне. Хәҙер генә ул Хәсән Рауилович, мәҙәк хәлде иҫенә төшөргән һайын, мыйығы аҫтынан ғына йылмайып ҡуя.
...Ҡеүәтле ойошманың абруйлы хужаһы Бузлаҡов көҙгө көн кискә ауышҡанда урынбаҫары Козлодоевты кабинетына саҡырып индерҙе. Хужа моңһоуланып тәҙрәгә ҡарап ултыра ине. Урынбаҫар, әмер көтөп, өҫтәл ситендә ҡатып ҡалды. Бузлаҡов ямғыр һибәләгән урамдан күҙен алды.
– Ҡара әле, Петр Сидорович, яуа бит.
– Яуа шул, Мәғсүм Ситдиҡович.
– Төҙөйәсәк дачама һаман юл юҡ. Нигеҙен һалып ҡалдырырға ине. Унда машиналар нисек үтһен?!
– Какие проблемы, шеф, төҙөйбөҙ уны. За деревню Куян – два километра. С нашей техникой раз плюнуть.
– Ул техниканы ҡайҙан алырға уйлайһың? Бар участкаларҙа ла квартал аҙағы, ҡышы, ҡәһәр һуҡҡыры, яҡынлаша...
– Ҡыш... ул йыл да була торған нәмә, Мәғсүм Ситдиҡович. Ә һеҙ дачаны йыл да төҙөмәйһегеҙ, ике йә булмаһа өс йылға бер генә.
Козлодоев, артыҡ һүҙ ысҡындырыуын шәйләп, телен тешләне. Түрәнең ҡаштары йыйырылды.
– Шунан? Нимә тәҡдим итәһең?
– Һуң, ул районда беҙҙең Муллағәлиев ПМК-һы эшләй бит. Шуға ҡушабыҙ.
– Ярай, ҡуш. Иртәгә үк тотонһон...
...ПМК етәксеһе Хәсән Рауилович контора хеҙмәтен үтәгән вагонсығында иртәнге оперативкаһын тамамлап ҡына тора ине. Бөгөн дә бик ығы-зығылы үтте уныһы. Ҡыш яҡынлаша, күперҙең байтаҡ эше бар әле. Етмәһә, төндәрен техниканы ҡарауылларға яллаған күрше ауыл бәндәһе Закуан эшенә һалҡын ҡарай, тип зарланды шоферҙар, трактористар. Техниканан яғыулыҡты ағыҙып алалар – ҡарауылсы йоҡлай. Хәсән Рауилович уға тоҙло-боросло итеп ҡаты ғына ҡаптырҙы. Бындай зарланыу ҡабатланһа, эштән ҡыуыу менән янаны. Уға нәмә, егеп йөрөгән ат кеүек, бошмаҫ бер әҙәм. Бында рәхәтләнеп йоҡо һимерткәс, өйөнә ҡайтып, эш бөтөргән бәндәләй, көнө буйы йоҡлай әле ул. Ә һин бында егел!..
Бына ошо күңелһеҙ уйҙарынан бүлде Муллағәлиевте замандың «рация» атлы техникаһы. Тәүҙә, ғәҙәттәгесә, шытырҙаны, шытырҙап туйғас, сыйылданы, унан һуң, ниһайәт, Козлодоевтың ҡарлыҡҡан тауышы менән телгә килде.
– «Скиф третий», «Скиф третий». Был «Скиф второй». Ише... тә... һеңме?
Хәсән Рауилович трубканы ҡулына алды. Бер нәмә ишетелмәһә лә, йә булмаһа ишетелеп тә, шытырҙау-сыйылдау аша йүнләп аңлашылмаһа ла, «ишетәм» тип яуап бирергә күнеккән ул. Бузлаҡов менән Козлодоевтың эше – шылтыратыу, Муллағәлиевтең эше – күпер төҙөү. Уларҙан йүнле хәбәр ишеткәне лә юҡ уның.
– «Скиф өсөнсө» тыңлай, Петр Сидорович. Беҙ, график буйынса...
– Графигыңды бер ереңә ҡуйып тор. Һиңә – срочное задание!
– Тағы ниндәй задание ул?
– Мәғсүм Ситдиҡовичтың әмере. За два дня.. – Ошо урында рация тағы шытырҙауға күсте. – Дор...рога з-з-за К-куян! Шеф сам... Понят-н-но?
– Аңламаным, Петр Сидорович. Ниндәй юл? Ниндәй Закуан?.. Минең бит эш муйындан. Бар техниканы шунда ҡушырғамы ни?
– Һин аңламағанға һалышма! Сними всю технику к черту! Ике көндән... за Куяном... юлың әҙер булһын! Вопрос жизни и смерти! – тип тә өҫтәргә онотманы Козлодоев.
Вәт ҡапты ПМК хужаһы! Әле генә ул мөртәтте эшенән ҡыуырға йыйынғайны. Хәҙер – шуға персональ юл. Ике саҡрым самаһы ғына булыр. Кем ҡушҡандыр уға йортон ауылдан ситкә сығарып, урман ҡырына һалырға? Ҡайҙан был хөрмәт уға? Кемдең туғаны? Мәғсүм Ситдиҡовичтыҡы микән ни? Әллә министрҙың үҙенеке үкме!? Ни эшләйһең, елгә ҡаршы төкөрөп булмай. Ҡушҡас, үтәргә кәрәк...
Бер сәғәт эсендә ПМК-ның барлыҡ эшселәре алдына яңы бурыс ҡуйылды: Закуан өйөнә саҡлы юл. Яҡшылап күтәрергә, киңлеген ҡарауылсы атына ғына самаламай, ике “КамАЗ” иркен үтәрлек итергә, ҡырсынды йәлләмәҫкә, киләһе йәй асфальт түшәрлек булһын, йырынға торба һалырға онотмаҫҡа...
Алдынғы коллектив Хәсән Рауилович етәкләгән ПМК! Машиналар геүләне, бульдозерҙар гөрләне, төрлө эш ҡоралдары тотҡан кешеләр ҡайнашты. ПМК хужаһы үҙе дәртләндереп йөрөй уларҙы. Бер Закуан ғына ҡыҫылманы был эшкә. Йоҡоһонан айнып бөтә алмай, ҡапҡа төбөнә сығып, йылмайып ҡарап торҙо ла ҡабат инеп, йоҡларға ятты.
Йома көн иртүк Муллағәлиев Бузлаҡовтың үҙенә шылтыратты.
– Юл әҙер, Мәғсүм Ситдиҡович!
– Молодец, Муллағәлиев! Хәҙер барып етербеҙ...
Килеп төштөләр улар икәүләшеп. Килеп тә төштөләр… Закуан өйөнә һалынған юлды күреп, йығылып та киттеләр. «Йығылып киттеләр»е һүҙ өсөн генә. Ысынында бер минутҡа телһеҙ ҡалдылар. Иң тәүҙә хужа телгә килде.
– Б-был нимә, Муллағәлиев?
– Бәй, Закуанға юл, Мәғсүм Ситдиҡович... Үҙегеҙ ҡушҡанса...
– Кем ул Закуан?
– Һ-һеҙҙең... беҙҙең ҡарауылсы...
Хужа, тәү күргәндәй, һөҙөп урынбаҫарына ҡараны. Уныһы – ПМК начальнигына.
– Мин һиңә юлды ҡайҙа төҙөргә ҡуштым, Муллағәлиев? За деревню Куяново, ә һин... Закуанға. Какого черта?!
Бына ошо ғәжәп ваҡиғаны нисек инде «боҙоҡ телефон» тип атамайһың? Нәтижәгә килһәк, хужа дачаһына юлды барыбер төҙөнөләр. Урынбаҫар – телдән, ПМК түрәһе яҙма шелтә алды. Иң отҡаны, әлбиттә, Закуан булды.