Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Шәһүрә Әхмәҙиева

ДАНЛЫ УҘАМАН УЙЫЛДАН

Яҙыусы яҙмаларынан
Миңә исем-шәрифе башҡорт халҡына киң билдәле шәхес Уйылдан мулла менән бер ауылда тыуып, уны күреп-белеп йәшәргә насип итте. Дин әһеле булмаһам да, күпселек ғүмеремдең күренекле мулла-хәҙрәттәр солғанышында үткәненә һәм уларҙың ихтирамына лайыҡ булғаныма ғәжәпләнә биреберәк ҡуям. Уйылдан мулла! Ул миңә ауылдаш булараҡ ғәҙәти ҙә, шул уҡ ваҡытта сәйер ҙә кеше булып тойола ине. Уйылдан мулла минең өсөн өс йәшемдән табип, шифалы, мөғжизәле тынын өрөп дауалаусы булды. Бала саҡта йыш ҡына ауырып китһәм, әсәй: “Уй, баламдың өйәнәге тота”, – тип Уйылдан мулланан өшкөртөп алған тоҙон һыуға һалып эсерә, артыш-мәтрүшкәгә ут төртөп ебәреп, төтөнө менән ыҫлай ине. Ошо им-том менән “өйәнәк” үтеп китһә, әсәй тыныслана, ә ауырыу оҙаҡҡа һуҙылһа, мулланы өйгә саҡыра. Табип-мулланың килеүен сабырһыҙланып көтөп алған саҡтар, ниһайәт, күҙ алдына килә. Илаһиәт һин теләгәнсә, һә тигәнсә килеп етә алмай шул. Ситтән килгәндәрҙе ҡабул итеү күбәйһә, сират бер нисә көнгә һуҙыла, әсәй ҡат-ҡат бара. Мулла ла бит донъя көтә, дүрт бала атаһы, промартель аттарын ҡарай. Утын-бесән ташый, өй һала. Ауырыуҙар ҡабул итеү өсөндөр инде, һәр саҡ ике өйлө булды. Хәйер, был яҡтарҙа төп йорттан тыш “избүнкә” һалыу – ғәҙәти күренеш. Беҙ, Үрге Нөгөштәр өсөн ауырыған хәлдә таблеткалар ашау – ят күренеш. Хәйер, беҙ дарыуҙың нимә икәнен дә белмәнек. Танауыбыҙ ҡанаһа ла, тиребеҙ бетсәләһә лә, Уйылдан муллаға мөрәжәғәт итәбеҙ. Ҡунаҡбай еҙнә, Уйылдан мулланың ике туған ҡустыһы, оҙаҡҡа һуҙылған эсеүенән ауырығанда ла ағаһынан өшкөртөлөп шәбәйер ине. Тәнебеҙ бетсәләһә, мулла һеркә, таҙа дегет өшкөртөлөп бирә. Район үҙәгенә табиптарға барып күренмәйенсә төҙәләбеҙ.
Класташтарым Яманаева Ғәлиә, Әхтәмова Сәрүәр, мин Нөгөш буйына төштөк. Ауылды үтеп, ике йөҙ метр ҙа атламаныҡ, алдыбыҙҙа ҡыр кәзәһе пәйҙә булды. Шәп йүгерә алмай, ҡанлы эҙ ҡалдырып, һылтыҡлай-һылтыҡлай алдыбыҙҙан әкрен генә бара. Тотондоҡ баҫтырырға, яралы януарға етә яҙып ҡуябыҙ. Әммә кейек сос, тоттормай, тегеләй ҙә, былай ҙа ялтана. Һунарсылар баҫтырып, яралап ебәргәндән һуң, арманһыҙ булып арыһа ла, кейек кейеклеген итә. Беҙ, бала-саға, үҙебеҙ ни эшләгәнебеҙҙе аңламай, баҫтырабыҙ ҙа баҫтырабыҙ. Тотһаҡ та, уның беҙгә бер ниндәй ҙә хәжәте юҡ икәнлеге башыбыҙға ла инмәй. Һуйырға бысағыбыҙ ҙа юҡ. Шулай ҙа, ныҡыша торғас, мин уны ҡыуып етеп, матҡып йөнөнә йәбештем. Урман януары йылғыр ҙа, көслө лә булып сыҡты, мине бер һелтәүҙә боҙға быраҡтырҙы. Нимәлер өҙөлөп киткәндәй булды, мин боҙға салҡатан барып төштөм. Ниндәйҙер зәхмәт еле ҡағылдымы, хәлһеҙләнгәндән-хәлһеҙләнә барам. Ҡыҙҙар бындай хәлдә ун бер саҡрым араны үтеп Ғәлиәкбәргә барып етә алмаҫымды аңланылар. Мине ҡултыҡлап, ауылға кире боролдолар, көскә килтереп еткереп, әсәй ҡулына тапшырҙылар. Әсәй ғәҙәттәге өйәнәк тотоу түгеллегенә тиҙ төшөндө. Уйылдан мулланан өшкөртөп алған тоҙ, мәтрүшкә, артыштар менән им-том итте лә, өйгә алып ҡайтып өшкөртөү маҡсатында һөйләшеү өсөн табип-муллаға йүгерҙе.
Беҙ, Үрге Нөгөштәр, был изге ҡөҙрәтле кешене хаҡлы рәүештә улай атай алабыҙ, сөнки ауылыбыҙҙа бер ваҡытта ла дауахана хеҙмәткәре булманы. Дөрөҫ, 1955 – 1960 йылдарҙа Күжәбаева Ғәфиә, Мырҙабаева Сәмиға өс айлыҡ курс бөткәндән һуң трахоматозка булып эшләне. Ул осорҙа ла, ҡаты ауырып китһәк, төп таянысыбыҙ Уйылдан мулла булды.
Баш әйләнә, өҙлөкһөҙ уҡшыта, ҡоҫоп булмай. Тән ҡыҙыуы бармы, юҡмы – белмәйбеҙ, сөнки үлсәргә градусник та юҡ. Ниһайәт, әсәй ҡайтты, әммә ҡыуандырманы. “Муллаға Баймаҡ яғынан кешеләр килгән, иртәгә сәғәт етеләргә генә бушай”, – тине ул. Янып барам, маңлайыма тир бәреп сыҡты. Балаһы өсөн йәнен бирергә әҙер әсәй эргәлә, маңлайыма ҡулын ҡуйып, минең температураны билдәләй. “Өйәнәге генә түгел шул, Кинйәбулат туғайының ене ҡағылған”, – тип диагноз ҡуя төрлө көстәрҙең барлығына ышанған изге йән. Ҡағылған зәхмәт шауҡымын тәнемдән ҡыуыр өсөн өйҙә дары быҫҡыта, дарыны эҫе һыуҙа иҙеп алып, маңлайыма, түштәремә һөртә. Тәндәремә әсәйемдең ҡулы ҡағылыуы минең хәлемде еңеләйткән һымаҡ. Хәлем мөшкөл булһа ла, мөмкин тиклем мыжымаҫҡа тырышам, сөнки беләм: әсәй елкәһендә – донъя мәшәҡәте, ике өйҙөң мейесенә ут яғыу, икмәк бешереү, ике йөҙ метр алыҫлыҡтағы мәкенән һыу ташыу, өс һыйырҙың, егермеләгән ваҡ малдың аҫтын таҙартыу, атай, ағайҙарҙың ҡайтыуына тамаҡҡа бешереү. Ҡыҫҡаһы, ун өс кешенән торған ғаиләнең хеҙмәткәре ине ул. Күңеле һәр саҡ ауырыу балаһы янында булһа ла, ошо мәшәҡәттәр буйынса сығып йүгерергә мәжбүр.
Ниһайәт, мулла килде, нисегерәк ауырып китеүем менән ҡыҙыҡһынды. Барыһын да һөйләп биргәс: “Кинйәбулат туғайы, Арыҡтай – ен-шайтандар йәшәгән урындар. Был урындарҙы үткәндә аят-сүрәләр уҡырға кәрәк, өйрәтмәгәс, белмәйҙәр шул”, – тип көрһөнөп ҡуйҙы.
Ысынлап та, ул саҡта “бисмилла”нан башҡа бер генә ауыҙ ҙа Ҡөрьән һүҙҙәрен белмәй инек шул. Мулланың уҡығандары ҡолаҡҡа ниндәйҙер илаһи моң булып яғыла ла, минең яҡҡа ҡарап шифалы тынын өрөп ебәрһә, йәнгә ниндәйҙер рәхәтлек өҫтәлә. Бер сәғәттән артыҡ уҡыны мулла. Һуңынан әсәйемә: “Ясин”, “Тәбәрәк” һәм башҡа ваҡ сүрәләрҙе ете мәртәбә уҡымайынса, ҡағылған зәхмәттәрҙән арындырып булмаҫ. Тағы ике мәртәбә килермен, мин өшкөрөп биргән тоҙ, артыш, мәтрүшкәләр менән дауалауыңды дауам ит”, – тине. Көндөҙ бер аҙ еңелләшһә лә, хәлем кискә табан мөшкөлләнә. Тәнем ут һымаҡ яна, тирләйем. Сыҙай алмай, юрғанды атып бәрәм. Бындай саҡта әсәйем менән өләсәйем минең янда. Тирләгән көйө асылып, һыуыҡ үткәреүҙән һаҡлайҙар.
Егерме көндән артыҡ яттым түшәктә. Мулла һүҙендә тороп, тағы ике тапҡыр өшкөргәндән һуң, хәлем еңелләште. Әҙләп ҡайнар һурпа һемерәм. Ашағанды һеңдерә алмай ҡоҫоп торғас, ҡаҡ һөйәккә ҡалдым. Бәҙрәфкә хәжәтемә лә йөрөй алмаҫлыҡ хәлдәмен. Әсәйем имсәк бала кеүек тәрбиәләй. Ниһайәт, мин аяҡҡа баҫтым, ун дүрт йәшемдә ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәти көс менән әжәл тырнағынан йолоп алындым. Аллаға шөкөр, оло йәшкә етеп, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, республика ауылдары буйлап йөрөгән саҡтарымда, кешеләрҙең ауылдашым Уйылдан мулланың бик юғары илаһи көскә эйә булыуы тураһында һөйләгәндәрен ишетеп, сикһеҙ ғорурланам.
Уйылдан мулла бар республика төбәктәренән нисә кешене, киләсәктә һауығыуҙарына инандырып, доғалар уҡып өшкөрҙө икән? Битарафлыҡ арҡаһында тулы мәғлүмәт юҡ, әлбиттә. Әммә халҡы өсөн янып-көйгәндәр күңелдәрҙә мәңге йәшәй. Уйылдан мулланы мин иҫ белгәндән алып изге йәндәй күрәм. Иҫ белгәнемә тиклем дә, өйәнәгем тотһа, әсәй, әлбиттә, муллаға алып барғандыр. Ә иҫ белгәндән һуң уның өшкөрөп биргән әйберҙәре һәр саҡ эргәмдә булды, файҙаһын күрҙем. Ул яҙып биргән бетеү бала саҡта муйынымда тағыулы булды. Һуңынан ул өҫкө кейемдең эске ҡатына йәшереп тегелде (комсомолец бетеүҙе күрһәтеп, муйынына тағып йөрөй алмай бит инде). Йәшлек хаталары арҡаһында бер аҙға бетеүҙән айырылып торҙом. Әрме сафына алынып, граждан кейемен хәрби кейемгә алмаштырған саҡта, әсәй өгөтөн онотоп, пинжәгемдең эске ҡатындағы бетеүҙе йолҡоп алып, кеҫәгә һалырға онотҡанмын. Һөҙөмтәлә бер йыл да һигеҙ ай хеҙмәт иткәндән һуң, ҡапыл ғына өйәнәк тотоп ауырып киттем. Ярославль тигән ҙур ҡаланың госпиталендә профессор табиптар ҡулында бер айҙан артыҡ дауаланһам да, һөҙөмтә булмағас, “уйлау һәләте ауырыуы” тигәнерәк диагноз менән артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип тапты комиссия. Әрме хеҙмәте менән хушлашып, ауылға ҡайттым. Был юлы әсәй ни тиклем генә муллаға алып барырға тырышмаһын, барманым. Уҡытыусы Таһир ағайым йоғонтоһонда миндә атеистик ҡараш ярала башлағайны ул саҡта. “Рәсәйҙә билдәле профессорҙар дауалай алмағанды, баш ауырыуын мулла нисек итеп өшкөрөп-төкөрөп шәбәйтә алһын инде”, – тинем.
Бындай һөйләшеүҙәр барыһы ла йәшлек хатаһы булған. Йылдар үткәс, Уйылдан муллала күренекле ғалим-табиптарҙың килеп тәрбиәләнеүенә шаһит булдым. Һуңынаныраҡ аҡылыма килеп, мулланың мөғжизәле тәрбиәһенә ныҡлы ышана төшкәс, уға ҡайтҡан һайын күрендем. Хәйер, күрендем тип әйтеүем дөрөҫлөккә тап килмәҫ. Ни өсөндөр мулла мине ҡайтҡан һайын әсәйем, ҡустым менән бергә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йомшаҡ мендәр һалып, мине эргәһенә саҡырыр ине. Уңайһыҙланып, бындай оло хөрмәттән баш тартырға маташһам да, ул әйткәс, күңелен ҡыйырһытмай, күрһәткән урынға ултырырға мәжбүр булам. Мулла: “Һәр саҡ ҡунаҡтың урыны түрҙә, ул оло хөрмәткә лайыҡ”, – тиер ине.
Хоҙай Тәғәлә тарафынан биреләлер инде ул айырым кешеләргә үҙенсәлекле булмыш. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: алтынсы синыфта уҡығанда, мәктәп директоры – тарих уҡытыусыһы Лотфулла Сибәғәт улы Ишбулатов: “Уйылдан мулла ошолай итеп шәп-шәп баҫып атлап йөрөһә, муллаға оҡшар инеме?” – тип, класс буйлап атлап күрһәтте. Директорыбыҙ хаҡлы ине. Уйылдан мулланың йөрөш-торошо ла, эш мәшғүллеге лә башҡаларҙан айырылыр ине. Атлағанда ҡабаланмай, әкрен генә баҫып йөрөй. Бесән сапҡанда ла уның бакуйҙары үҙенсә. Беҙ, һикһән метр самаһында ҡырҡым алып, бакуйҙарҙы бер рәттән теҙһәк, ул ҡыҫҡа ғына ҡырҡымдар менән бер урында өйөрөлә лә өйөрөлә. Промартелдә башҡарған эше лә үҙенсәрәк һымаҡ тойола ине бала саҡта. Ул башҡалар кеүек ҡыуғын да ҡыумай, һалабаш та төшөрмәй. Аттар ҡарай.
Мулла ни өсөндөр олатайҙар быуыны бәйләнешен – шәжәрәһен – яҙып ҡалдырмаған. Төпсөк улы Рәсүл оло олаталары Мөхәмәтҡазый булыуын ғына белә. Мөхәмәтҡазыйҙың уландары – Мөхәмәҙиә, Ғөбәйҙулла, Ғиниәтулла, ҡыҙы – Сәхипьямал. Иҫ белгәнемдә Ғиниәтулла бабай, Сәхипьямал инәй иҫән ине. Уйылдан мулла – Мөхәмәтҡазыйҙың баш балаһы Мөхәмәҙиәнең улы. Бөгөн иһә Мөхәмәтҡазыйҙан таралған ике йөҙгә яҡын кеше бар. “Кәмәкәйҙәр бер-береһенә яғымлы ла, туғанға тартымлылар”, – тип, уларҙан үрнәк алырға өндәй торғайны атай менән әсәй. Был нәҫелдең ошондай һыҙаттарын иҫәпкә алып, ҡоҙа-ҡоҙағыйлашырға уйлағандарҙыр инде. 1933 йылғы Басир ағайҙы ике йәшлек сағында, йола буйынса вәғәҙәләшеп, буласаҡ еңгә Ишбикә менән, ҡолаҡ тешләткәндәр. Һәм үҫеп еткәс, улар, бер-береһен оҡшатып, өйләнешеп, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙе.
“Атайым Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәттә ун йыл уҡыған”, – ти Рәсүл мулла. Белем алыуға ынтылыш бөгөн дә дауам итә нәҫел-нәсәбендә. Уйылдан мулланың оло улы Ишмөхәмәт ағай мәрхүмдең биш балаһы ла юғары белемгә эйә. Ишмөхәмәт ағай үҙе лә тәбиғи һәләтле кеше булғандыр, тип уйлайым. Шахматты һәйбәт итеп уйнарға мин унан өйрәндем. Ә бына ул кемдән өйрәнгән? Армияла хеҙмәт итмәне (Күпселектә ир-егеттәр был уйынға әрмелә өйрәнеп ҡайтыр ине).
Рәсүл ағай һөйләүенсә, Мөхәмәҙиә олаталары балаларын мөмкин тиклем уҡытырға тырышҡан. Буласаҡ мулла Уйылдан Көҙәндә Әхмәтшаһ хәҙрәттә ҡустыһы Йосоп менән бергә белем алған. Ҡустыһы ла һис һүҙһеҙ мулла булыр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йәшләй генә вафат булған. Мөхәмәҙиәнең ҡустыһы Ғиниәтулла ла дини белемле ине. Мәзин булараҡ, манараһы ҡолатылған мәсеткә моңайып ҡарай ҙа, уфтанып ҡуя торғайны. Репрессия шауҡымынан ҡурҡыпмы, Уйылдан мулла Ураҙа, Ҡорбан ғәйете намаҙҙарын уҡығандан һуң өгөт-нәсихәт һөйләмәне. Күпселектә оло йәштәге Ишҡужа суфый өгөтләр ине. Аңлағанға ишара итеү ҙә етә тигәндәй, ошондай мөхиттә йәшәүҙең йоғонтоһолор, Аллаһҡа шөкөр, тура юлдан тайпылмаҫҡа тырыштыҡ.
Буласаҡ мулла бала саҡтан уҡ тырыш, ныҡыш булғандыр, тип уйлайым. Көҙән ауылы беҙҙең Үрге Нөгөштән етмеш саҡрым самаһы алыҫлыҡта. Ҡыш, ҡар тәрәнәйеп, юл өҙөлһә, ҡайтып-китеп йөрөү бик тәтемәгәндер шәкерттәргә. Дөрөҫөрәге, ғәмһеҙлегебеҙ арҡаһында мөһим ваҡиғаларҙы ваҡытында һорашып, яҙып алмағас, шулайҙыр, былайҙыр, тип фаразларға ғына ҡала. Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесен, Әхмәтзәки Вәлидиҙе, атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәтте белеп күргән кеше ауылыбыҙҙа йәшәгән, ә беҙ асығауыҙлығыбыҙ арҡаһында ниндәй ҡиммәтле хазинаны юғалтҡанбыҙ.
Уйылдан мулланың ҡөҙрәти өшкөрөүенең килешеүе тураһында күптәр ауыҙынан ишетергә тура килде. Ошондай шаяртыу ҙа хәтерҙә ҡалған. Әсәйемдең ҡустыһы Әхмәҙулла ағай дин әһелдәрен хөрмәт итә ине. Уйылдан мулла Ғәлиәкбәргә килһә, ҡунаҡҡа саҡыра. Ағай үҙе мулланың эргәһенә ултыра. “Уйылдан ағай, мин сәйгә кәнфит һалмағайным да инде”, – ти, ғәжәпләнеп. Мулла өндәшмәй көлә лә ҡуя. Уйылдан мулланың илаһиәте тураһында түбәндәгеләрҙе ишетергә тура килде.
Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Миңзәлә Иҫәнова: “Көтмәгәндә Таһир ҡустым ауырып китте. Сәбәбе: аяғын ботинкаһы өйкәгән. Табипҡа күренеп, ниндәйҙер май яҙҙырып алып һөртөүе менән, аллергия булып, бөтә тәнен ҡабартма һытҡы баҫып алған. Төҙәлмәҫтәй булғас, Мәләүездән Өфөгә оҙатҡандар. Алып киткәндән һуң ике-өс көн үткәс, эргәһенә барһам, тәне ҡарарлыҡ түгел, лысҡылдап тора. Күрҙем дә Уйылдан муллаһыҙ бер эш тә ҡырып булмаясаҡты аңланым. Шул көнө Һәргәй ауылына ҡайтып, атай менән әсәйгә хәлде һөйләп бирҙем. Иртәгәһен етмеш саҡрым араны йәйәүләп, Уйылдан муллаға ярҙам һорарға киттем. Сентябрь аҙаҡтары, Нөгөштөң һыуына башлаған сағы. Биш кисеү кисеп, Уйылдан муллаға барып еттем. Хәл-әхүәлде ентекләп һорашҡандан һуң, алып барған әйберҙәрҙе өшкөрөп бирҙе. Ике тәүлек тигәндә, уларҙы Таһирға алып барып тапшырҙым. Ҡустым бер аҙнанан ҡайтып инде. Бына ғәжәп: тәне янғандан һуң була торғанса ҡыҙарып кипкән”, – тип һөйләне.
Таһирҙы 7 – 8 йәштәр самаһында Кәшәлә ауылында йәшәгәндәрендә күргәнем бар ине. Хәҙер уға илле йәштәр самаһы. Ниһайәт, мин уны автовокзал тирәһендә осраттым.
– Һеҙ Таһир Иҫәнов түгелме? – тип һораным.
– Ҡайҙан беләһегеҙ мине? – тине ул, ғәжәпләнеп.
– Миңзәлә апайығыҙ һеҙҙең ныҡ ауырып, Өфөлә дауаханала ятыуығыҙ тураһында һөйләгәйне, шул дөрөҫмө? – тинем.
- Дөрөҫ, дауаханала шәбәйә алмаҫымды һиҙемләгәс тә, һорап сыҡтым да, атайым менән һыбай муллаға барҙыҡ. Шулай тәрбиәләнә торғас, Аллаға шөкөр, һин дә мин йәшәп ятам. Шул йылдарҙың иҫтәлеге булып, тәнемдә ҡара таптар ғына ҡалды...
Иҫке Собханғол ауылынан Байморатов Әҡсән былай хәтерләй: “Беҙҙең Ялтыран ауылында, ҡайҙандыр күсеп килеп, Хәмзә исемле кеше йәшәне, бик мәғлүмәтле ине үҙе. Гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра, ғөмүмән, ҡулында һәр саҡ китап булды. Осрашҡанда бар донъя яңылыҡтарын Хәмзә ауыҙынан ишетәһең. Ат ҡараусы ғына булып эшләһә лә, белемле, зиһенле булғас, “профессор” тип йөрөтәбеҙ. Хәйер, уҡыуын ташламаған булһа, һис һүҙһеҙ, фән докторы ла, профессор ҙа булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пединституттың беренсе курсын, мединституттың икенсе курсын уҡып, артабан белем алыуға ҡул һелтәгән. Эсеп алһа, тотона фәлсәфә һатырға.
– Ен-пәрейҙәр, мәскәйҙәр юҡ ул донъяла, улар барыһы ла дин әһелдәре тарафынан уйлап сығарылған, – тип кенә ебәрә. Берәйһенең Уйылдан муллаға барып дауаланып ҡайтҡанын ишетһә:
– Нимәлер мөңөрҙәп уҡып, үҙеңә төкөргән өсөн аҡса бирергә барҙыңмы? Улар халҡы бит аҡса алырға ярата инде, – тип көлә. Берҙән-бер көн: “Хәмзә алкаш, эсеп иҫереп, ат һарайында ятып йоҡлаған да, телдән яҙған”, – тигән хәбәр таралды ауылда. Урамда йөрөгәнен күрмәгәс, хәл белешергә индем. Ысынлап та, ҡатыны, балалары менән ым менән генә аралаша.
– Уйылдан муллаға барайыҡ тиһәм, теше-тырнағы менән ҡаршы, кирегә бөткән нәмә. Ишембайға дауаханаға алып барыуҙы талап итә. Әйтеүе генә анһат. Күпме юл мәшәҡәттәре! Егерме саҡрым арбала, артабан 70 – 80 саҡрымды үткенсе машинала барырға кәрәк. Ауырыуы ла табиптар һауыҡтыра торған түгеллеге күренеп тора. Ен ҡағылған бит инде уға, төнө буйына һаташып, лысма һыу булып тирләй, – тине ҡатыны. Хәмзәнең үҙ һүҙен һүҙ итә торған кеше икәнен белгәс, ҡатынына, теләгенә ҡаршы килмәй, Ишембайға алып барырға кәрәклеген төшөндөрҙөм. Петровскиҙа ике аҙна ятҡандан һуң, аҡылына килеп, яҙма рәүештә дауахананан сығарыуҙарын һораған һәм Уйылдан муллаға алып барҙырттырған. Мулла бер көрөшкә һыу өшкөргән дә эсергә ҡушҡан. Үҙе тирә-яҡты байҡап, ни әйтергә белмәй торған Хәмзәгә:
– Нөгөш һыуы шифалы ул, эсеп ебәрерһең дә, һыуһыныңды ҡандырған өсөн миңә рәхмәт әйтерһең, – тип көлөмһөрәй. – Йә, рәхмәтеңде әйт тә, сәй эсергә ултыр. Өшкөрткән һыу эсеп кенә, утыҙ саҡрымдағы ауылыңа юлланһаң, билбау аҫтың тиҙ бушар, – тип, мулла сәй эсергә ултырта. Мулла биргән һорауҙарға һин дә мин яуап биреп, сәй эсә Хәмзә. Шул көндән алып Хәмзәнең муллаларҙан көлөп хәбәр һөйләгәнен ишетмәнем.
Ҡатыным мулла йәшәгән Үрге Нөгөш ауылынан булғас, уның менән йыш осрашырға, ауырыған саҡтарҙа, бәләгә тарығанда күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итергә тура килде. Мулла үҙенең ҡөҙрәти һәләте менән һәр саҡ ярҙам итте. Ҡайным, Вафир ҡайнаға вафат булғас, 16-сы калибрлы мылтығын биргәйне. Ҡайнағаның иҫтәлеге итеп, күҙ ҡараһындай һаҡлап ҡына алып йөрөгән ҡәҙерле нәмәм соланда элеүле торған урынынан юғалды. Эҙләп-эҙләп таба алмағас, илаһиәткә барып һөйләп бирҙем. Уҡынып, бетеү яҙҙы ла шуны мылтыҡ аҫылып торған сөйгә элеп ҡуйырға ҡушты ул.
– Хафа булма, табылыр, мылтығың әллә ҡайҙарға алыҫҡа китмәгән, – тине.
Ул әйткәндәрҙе үтәгәс, өс-дүрт тәүлек тә үтмәне, мылтыҡты солан аҫтынан табып алдым. Уғры ҡурҡышынан килтереп ырғытып китте, ахыры...”
Зөфәр Толомғужин, яҙыусы.