Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ринат ХӘЙРИ

Ҡурай

Мәшһүр ҡурай!
Һин бит тәү ҡарашҡа –
Тауҙа үҫкән ябай бер үлән.
Моңло халҡым минең шул үләнгә
Йөрәгенән алып йән өргән.

Һөйләгән ул бары уға ғына
Бар яҙмышын, бөтә моң-зарын,
Бар өмөтөн, яҡты хыялдарын,
Бар тарихын, бөтә булғанын.

Ишеткәнен йәки кисергәнен
Йыйып килгән күпме быуаттар.
Һәм уларҙы күҙ ҡараһы кеүек
Һаҡлап килгән.
Халҡым йыуатҡан.

Байрамдарҙа ҡурай күңел асҡан,
Байрамдарҙа ҡурай бейегән.
Яҡты киләсәккә өмөт уты
Тоҡандырған дәртле көйөнән.

Был киләсәк – беҙгә ысынбарлыҡ,
Тормош – симфония.
Шулай ҙа
Музейҙарҙан урын әҙерләргә
Ашыҡмайыҡ әле ҡурайға.


Диоген
Риүәйәттәрҙә һөйләнеүенсә, боронғо грек философы Диоген көндөҙ ҙә ҡулына яндырылған фонарь тотоп йөрөгән.
– Нимә эҙләйһең? – тигән һорауға ул:
– Кеше эҙләйем, – тип яуап бирер булған.

Кем ул унда йөрөй шулай
Иләҫләнеп, ҡаңғырып?
Нимә эҙләй был бисара,
Көндөҙ сыра яндырып?

Егерме быуаттан ашыу,
Ҡыҙырып йәнтөйәген,
Тик бер генә нәмә эҙләй –
КЕШЕ эҙләй Диоген!

Һәр әҙәмдең, һәр бәндәнең
Күҙенә баға текләп.
Ошо талапсан ҡараштан
Кемдәр китмәгән тертләп?!

Был ҡарашта: «Һин – КЕШЕме,
Түгелме?» – тигән һорау.
Туҡтауһыҙ эҙләй Диоген,
Юлдары оҙон, урау.

Ҡыҙыра ул, КЕШЕ эҙләп,
Донъяның һәр төйәген.
Ни әйтерһең, бер саҡ һиңә
Текләп баҡһа Диоген?!

Халҡым аманаты
Өфөләге Салауат һәйкәле
янында уйланыу

Үткәндәрҙән килер замандарға
Еткерһен, тип изге аманатын,
Йырсы яугир булғанғамы, халҡым
Һайлап алған һине – Салауатын?

Һин – легенда!
Берсә ябай ҡурай,
Берсә бик дәһшәтле ҡоралһың һин.
Сабый йоҡлатырлыҡ бишек йыры,
Тауҙар ишелерлек оранһың һин.

Беҙҙең өсөн яугир шағир ҙа һин,
Заманыңдың ярһыу толпары ла,
Уралымдың халыҡ үҙе һине
Күккә сөйгән сая шоңҡары ла...

Яҙмыш һине үгәйһеткәндер ҙә
Тыуған ерҙән йолҡоп алған саҡта,
Теҙген, ҡәләм, ҡурай тотор
Ҡулдарыңа бығау һалған саҡта.

Тик хыялға, халыҡ хәтеренә
Бер ҡасан да булмай бығау һалып.
Быуаттарҙан тыны менән һурып,
Саҡырмаһа һине Илең, Халыҡ,
Балтиканың һыуыҡ еле ҡыуған
Болоттарҙың тотоноп ялдарына,
Һин, Ваҡытты еңеп,
Ағиҙелдең
Ҡайтыр инеңме ни ярҙарына?!
Төрлө быуаттарҙа йәшәһәк тә,
Һинең һулыш төҫлө беҙҙең һулыш.
Бар яҙмышың һинең – Ил яҙмышы,
Бар булмышың һинең – беҙҙең
булмыш.

Һинең яҙмыш – көнләшерлек яҙмыш:
Ваҡыттан да һин көслөрәк хатта.
Һыбай еләһең һин үткәндәрҙән
Киләсәккә – Хәтер тигән атта.

Ирек йыры кәртә белмәгәндәй,
Арыу белмәй елһен һаман атың,
Быуаттарҙан-быуаттарға еткер
Һин халҡымдың
«Иркең өсөн көрәш,
Кешеләргә өмөт уты өләш!»
Тигән иң-иң изге аманатын!