Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңлегөл Хисамова

Күңел күгең һинең шундай бейек

Йөҙҙәренән нур бөркөлөп, үҙе тирәләй яҡты аура таратып, үҙенә тартып торған ҡатын-ҡыҙҙар була. Ошондай гүзәл заттарҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина. Беҙҙең яҡындан танышып, дуҫтарса аралашып йөрөй башлауыбыҙға – бына ғәжәп – дауахана сәбәпсе булды.
Яҙҙың болоҡһоп торған бер көнөндә дауахана тупһаһы аша үттем. Миңә тәғәйен бүлмәгә килеп ингәндә, мөләйем йөҙлө сибәр ханымдан башҡа кеше юҡ ине, күңелһеҙ генә халәттә карауатҡа терәлдем.
– Миңлегөл апай, хәлдәрең нисек? – тигәнгә, ҡапыл был торошомдан айнып киткәндәй булдым. Йәш, матур ханымға ҡараным. Бына һиңә – ниндәй осрашыу! Минең ҡаршымда танылған актрисабыҙ Миңзәлә Хәйруллина тора ла баһа! Ошо мәлдә күҙ ҙә асылып китте, юғалып торған кәйеф тә күтәрелгәндәй булды. Минән бер нисә көн алдараҡ килгән икән ул, шуға күрә бер аҙҙан билдәләнгән проце­дураларға ыңғайланы. Дауаланыу ваҡы­тынан һуң йоҡо сәғәттәре өстән бишкә тиклем дауам итә. Яңы танышым был ваҡытты серемгә әрәм итмәй, табиптарға күренмәй генә сығып китте. Биш тулмаҫ борон уҡ ҡайтып ингәс, мин һорайһы иттем:
– Ҡайҙалыр барып килдең, шикелле.
– Эйе, апай, Ленин урамындағы «Белем» кибетендә булдым, китап ҡарап йөрөнөм, мин шулай китаптар араһында ҡаҙынырға яратам ул, бына Сергей Довлатовтың бер йыйынтығын алдым әле, – тине.
Миңә, нисектер, уңайһыҙ булып китте: Был яҙыусының Америкала йәшәп, шунда ижад иткәнен генә белә инем. Ижады менән ҡыҙыҡһынғаным булманы. Әйт­кән­дәй, ул эвакуацияланып килгән актерҙар ғаиләһендә Өфөлә тыуған.
Беҙ икебеҙ ҙә йоҡо сәғәттәрен шулай йә уҡып, йә һөйләшеп үткәрер булдыҡ, ундай мәлдәр ҙә һирәк тейә, сөнки, ни тиһәң дә, беҙ дауаланырға килгәнбеҙ. Табиптар килеп, ҡарап китәләр, шуға күрә шым ғына гәзит-журналдар ҡыш­тыр­латып ятабыҙ, йә китап биттәренә сумабыҙ. Йоҡоһоҙлоҡ тигән нәмә үҙе бер сиргә әйләнгән инде күптән, төнгө серемең булһа ла бик хуш, көпә-көндөҙ йоҡлап ятып буламы ни?!
Әңгәмәләшкән һайын Миңзәләнең күңел офоҡтарының бейеклегенә, фекер­ләү ҡеүәһенең байлығына хайран ҡалып ултырам. Бына, исмаһам, ысын-ысындан халыҡ актрисаһы! Артистар шулай булырға тейештер ҙә. Халыҡсан ябай телмәр оҫтаһын, йомарт талант эйәһен кем үҫтерҙе икән?! Һоҡланыуым арта ғына бара. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы ҡыҙы, йырҙарҙа йырланған данлыҡлы Дим буйҙары һылыуы икән ул! Ул төбәк таланттарға ифрат бай яҡ булыуы менән билдәле шул. Шиғриәте­беҙҙә үҙ йыры, үҙ моңо менән танылған халыҡ шағирәһе Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова-Иҙелбаева үҙе генә лә ни тора! Һанай китһәң, бик күптәр ул ошондай арҙаҡлы зыялыла­рыбыҙ. Әммә әлеге мәл һүҙем сәхнә оҫтаһы Миңзәлә Хәйруллина тураһында булыр.
Тулы ғаиләлә үҫеп тәрбиәләнеү – үҙе оло бәхеттер, быны аңлап, ҡәҙерен белгән кешегә. Миңзәләнең өлөшөнә ошондай бәхет тейә. Атаһы Ғәйнетдин Шәмсетдин улы, әсәһе Шәмсинур Сөләймән ҡыҙы алдынғы колхозсылар була, бөтә ғүмерҙәре эш өҫтөндә үтә. Атаһы ферма мөдире булып, һарыҡсылыҡта тир түгә, әсәһе иһә сөгөлдөр үҫтереп дан ҡаҙана. Хеҙмәт уңыштары өсөн алдынғы колхозсы «Почет Билдәһе» ордены менән бүләк­ләнә, ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Күп тапҡыр ял йорттарына путевкалар менән бүләкләнһә лә, балалары ҡа­раулы, йорт тирәһе тәртиптә булһын типме, һис ҡасан да үҙенә ял биреп йәшәмәй. «Атайым менән әсәйем әҙерәк булһа ла ял алһын тип, иртән иртүк үҙем тороп, өй эштәрен бөтөрөп ҡуя торғайным», – тип хәтерләй Миңзәлә.
Ауыл ерендә донъя көтөү ни тиклем генә көстө алмаһын, Миңзәләнең ата-әсәһе йыр-моңдан айырылмай йәшәй. Ошо әүәҫлектәре бөтә балаларына ла күскән: биш баланың барыһы ла гармунда уйнай, йырға маһирҙар. Бигерәк тә Миңзәлә нескә күңелле, матурлыҡты күреп, күңелендә йәйғор нурҙарын балҡытып, һоҡланыуын йәшермәй, хис-тойғоларға тиҙ бирелеүсән ҡыҙ булып үҫә. Бәлки, матурлыҡты тойоп, хыял күктәрендә йөҙөүе сәнғәт донъяһына алып килгәндер ҙә. Бик ныҡ теләһәң, ниәтең тормошҡа аша тигән ырым бар бит. Бәлки, ошо теләктәрҙең барыһы ла Миңзәлә Хәйруллинаның яҙмышын театр сәнғәте менән ғүмерлеккә бәйләүенә сәбәпсе булғандыр ҙа. Быныһын актриса үҙе генә беләлер.
Хыялдарын тормошҡа ашыра ныҡышмал ҡыҙ. Өфө сәнғәт институтына уҡырға инеп, дәртләнеп, театр серҙәрен өйрәнә башлай. Өйрәнә башлай тип әйтеүе генә анһат, ҡай сағында сәғәт төнгө 12-1-ҙәргә тиклем шөғөлләнергә тура килә уға, уға ғынамы? Хәҙерге танылған, данлыҡлы артистар Эльвира Юнысова, Шәүрә Дилмөхәмә­това, Азат Нәҙерғолов, Шәрифулла Алсынбаев (хәҙер мәрхүм), Илдар Ғүмәровтар менән бергә студент һурпаһы эсә. Ә шулай ҙа иң күңелле саҡтар булған ул йылдарым, тип иҫләй актриса.
Уҡыу йортон тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә килә, башҡа курсташтары менән иңгә-иң терәшеп хеҙмәт итә. Остаздары ла кемдәр бит әле! Рифҡәт Исрафилов, Лек Вәлиев, Вәзих Сәйфул­лин! Һуңыраҡ – Азат Нәҙерғолов, Борис Манджиев, Илдар Ғиләжев, Михаил Рабинович, Рөстәм Хәкимов, Айрат Абушахмановтар. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән режиссерҙар, һөнәр оҫталары менән эшләүе – үҙе бер кинәнес, ти Миңзәлә бөгөн ҡәнәғәтлек менән.
– Партнерҙарығыҙ менән сәхнәлә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға торғайнымы? – тип һорамай түҙмәнем.
– Реплика әйтелмәһә, шундай хәлдәр булғылай ине (бик һирәк), әммә тиҙ генә яйын табып, партнер өсөн әйтеп ебәрәһең. Беҙҙе, йәш студенттарҙы, әле икенсе курста уҡығанда уҡ сәхнәгә саҡырып, төрлө ролдәр бирә торғайны­лар, бында үҙенә күрә буласаҡ һөнәргә тиҙерәк ылыҡтырыу маҡсаты ла булғандыр. Шуға күрә эшләп китеүе бик ҡыйын булманы.
Оҙаҡламай Миңзәлә тормошҡа сыға. Ире Вәкил менән оло бәхет кисерәләр улар – улдары Радмир тыуа. Әлбиттә, бала ҡарау – иң мөһиме әсә өсөн, шулай ҙа яңы ғына башлаған эшенән дә айырыла алмай актриса. Нисек кенә ауыр булмаһын, йәш әсәгә ошо ике эште бергә алып барырға тура килә, икәүең бер булғанда, бөтә кәртәләр ҙә юҡҡа сыға, күрәһең.
«Студент йылдарына тағы ла кире ҡайтып, шуны әйткем килә: беҙҙең һәйбәт артистар булып китеүебеҙ өсөн уҡытыусыла­рыбыҙ арымай-талмай хеҙмәт итте: хореографиянан Тамара Хоҙайбирҙина үҙе дәрес бирҙе, сәхнәлә нисек хәрәкәт итеү, үҙеңде нисек тотоу буйынса шөғөлләнде, башҡорт теленән дәрестәрҙе данлыҡлы артистка Зәйтүнә Бикбулатова алып барҙы, сәхнә телмәренә лә ул өйрәт­те, – тип һөйләй Миңзәлә. – Уларҙың тир түгеүе бушҡа булмағандыр, тим, үҙемдең ниндәйҙер уңыштарым бар икән, тимәк, мин улар өсөн уҡытыусыла­рыма бурыслы, уларҙың рухтарына барып етһен рәхмәттәрем...»
– Олораҡ быуын артистарынан беҙ, йәштәр, күп нәмәгә өйрәндек. Сәхнә корифейҙарының – Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Вәлитов, Хәмит Яруллин, Илшат Йома­ғолов, Рәмзиә Хисамова, Сәүиә Сираева, Рәйсә Сәйфуллина һәм башҡаларҙың нисек уйнағандарын күрергә йөрөй торғайныҡ.
– Сәхнәгә аяҡ баҫҡандағы иң тәүге ролеңде онотмағанһыңдыр?
– Ҡайҙа ул онотоу! И. Друценың «Изгеләрҙән-изге» спектаклендә секретарь ҡыҙ ролен уйнаным. Ошонан һуң башланды инде сәхнә тормошом.
Образдарҙы тыуҙырыу өсөн башкөллө сума эшенә тырыш йәш актриса. Артабан – А. Вампиловтың «Өлкән улым» спектаклендәге Нина, Ф. Богдановтың «Аманатҡа хыянат» әҫәрендәге Зиләйлүк образдары. Оҫталығы арта бара актриса­ның, сөнки үҙ өҫтөндә эшләү аяуһыҙ­лыҡты талап иткәнен студент сағынан аңлай ул. Н. Асанбаевтың «Миләш-Миләүшә»һендә Миләүшә үҙенең яратҡан ролдәренең береһе булғандыр. Роль ҡатмарлы ғына була, әммә Миңзәләнең хеҙмәт һөйөүсәнлеге бында ла сағыла – оҫта башҡарып сыға.
Миңзәлә Хәйруллина сәхнәгә сығарған образдарҙы һанап та бөтөрлөк түгел, шулай ҙа бер нисәүһен әйтеп китһәк тә, халыҡ артисткаһының ни тиклем киң диапазонлы, юғары идеалдарҙы сағылдыр­ған характерҙар ижад иткәнен белербеҙ. А. Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү»ендәге (Наташа), Б. Бикбайҙың композитор Заһир Исмәғилев менән берлектә ижад иткән «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Мәхмүзә, М. Буран­ғоловтың «Шәүрәкәй»ендә – Аҫылбикә, М. Кәримдең «Айгөл иле»ндә – Зәлифә, Р. Кинйәбаевтың «Айғырыңды үтескә бир», «Әбейүшкә@эт тущка.ru» пьесаларында Гөлзәйнәб, Бибисара ролдәре, Т. Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» спектаклендә Баҙыян менән хан бисәһе Йәмилә, Т. Миңнул­линдың «Мин – ҡатын-ҡыҙ» драмаһында күп балалы әсә Гөлфинә образдары – ал-ялһыҙ тыуҙырған ижад емештәре. Ролдәре бик күп уның, һанап бөтөү ҙә мөмкин түгел... Ошо турала үҙе лә бына нимә һөйләне:
– Төрлө характерҙағы, төрлө яҙмышлы образдарҙы сәхнәгә сығарырға тура килде. Ҡайһы саҡта берәй төп роль өҫтөндә эшләйһең-эшләйһең, ә һөҙөмтәһе юҡ. Ҡырҡ ҡат тиреңде ағыҙһаң да, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. «Ҡош та ояһына ҡайта» (драматург Шамил Рәхмәтуллин) тигән драмала төп роль өсөн ысын мәғәнәһендә ҡара тиремде түктем, тип әйтә алам. Репетициялар ваҡытында асарбаҡ ҡатын­дың эсеп ултырғанын эпизодтарҙа режиссер Борис Манджиевҡа күрһәтеп ҡарайым, әммә уға тегеләй ҙә оҡшамай, былай ҙа оҡшамай. «Юҡ, ышанмайым», – ти бит инде. Нимә эшләргә? Баш ҡатты. Спектакль тамашасыларға сығырға тейеш. Ул ваҡытта мин Сипайлово биҫтәһендә йәшәй инем. «Туҡта, мин әйтәм, баҙарға барырға кәрәк. Вәт, идея, исмаһам!» – тип үҙемә-үҙем ҡыуандым. Асарбаҡтарса кейенеп, биткә ысын һымаҡ итеп грим һалып, сығып киттем бит «һунарға». Баҙарҙағы халыҡтың мыжғып торған еренә барып сыҡтым. Үҙемә берәй нәмә ҡарайым әле, тип һатыусылар янына барам. Мин яҡын килеү менән, тегеләр әйберҙәрен йыя һала. «Һеҙҙең размер юҡ бында, китегеҙ, китегеҙ», – тип ҡыуа башлайҙар. Күрәһең, ысынлап оҡшағанмындыр инде берәҙәк ҡатынға. Йәнем көйөп, икенсе яҡҡа йүнәлдем. Йә, Хоҙай, бына ысын асар­баҡтар: 5-6 кеше ҡаты-ҡото икмәк менән араҡы эсеп ултыра, араларында 2-3 ҡатын-ҡыҙ ҙа күренә. Мин ситтән генә күҙәтәм, ҡыланыштарын иҫтә ҡал­дырырға тырышам. Шулай «эш» өҫтөндә торғанымда, әллә ҡайҙан тегеләр һымаҡ бер ҡатын пәйҙә булды, уға кеҫәмдән хәйер бирәйем әле, тип аҡса сығарҙым. Шул арала теге асарбаҡтар урындарынан ҡубып, минең яҡҡа ыңғайланы. Аҡса алғанды күреп ҡалғандар икән. Мин ҡурҡыштан йүгерә башланым. Мин йүгерәм, улар баҫтыра, ысынлап тороп эҙәрлекләй бит былар. Нисек тә өйгә ҡайтып йығылырға инде бар ниәт. Әл дә өйөбөҙ әллә ни йыраҡ түгел ине. Үҙемдең подъезға еткәнсе баҫтырып килделәр... Хәлдән тайып, ҡара тиргә батып, өйгә саҡ инеп киттем. Ошондай ҡыҙғаныс та, көлкөлө лә хәлгә тарыным Мадам образы менән. Иртә­геһен репетицияла режиссерға ошо эпизодты уйнап күрһәттем. «Бына хәҙер ышанам», – тине ул ҡәнәғәтлек менән.
Эйе, спектаклдәрҙе ҡарап ултырыуы ғына рәхәт, ана шул рәхәттең артында күпме хеҙмәт, көс, энергия түгелә. Уны артистар үҙҙәре генә беләлер. Һәр эштә лә тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш булһа, барыһы ла килеп сығасаҡ, йәки хыялдарың тормошҡа ашасаҡ, тип уйлай йәш актриса Миңзәлә Хәйруллина һәм ул яңылышмай. Бала сағынан эш яратып үҫкән ҡыҙ оло тормош юлына аяҡ баҫҡанда, уның хеҙмәт һөйөүсәнлеге үҙ һүҙенән тайпылмайынса, үҙ юлын юғалтмайынса, сәхнәлә үҙ яҙмышын яҙырға ярҙам итә. Ул тыуҙырған образдарға иҫең китерлек! Һәр береһенә күпме күңел йылыһы, йәйғор балҡыштары кеүек наҙ, ҡайһыларына йөрәгеңдең ниндәйҙер ҡылдарын өҙгөләп ебәрерлек һағыш та һыйған бит.
Нескә күңелле актриса донъяны яратып, шиғырҙар ҙа яҙа. Күңел торошо хис-тойғоларҙы тышҡа сығарыуҙы үҙе талап итә, күрәһең.
Мин актриса, эйе, мин актриса!
Бер үҙемә – нисә яҙмыш, нисә булмыш.
Эйе, мин актриса – бөйөк исем –
Яҙмыштарҙан, күрәһең дә, юҡтыр уҙмыш.
Донъяны яратып ҡабул итеүе уға бөтә ауырлыҡтарҙы, ваҡлыҡтарҙы, күңел ҡыйралыштарын сабырыраҡ, түҙемлерәк итеп үткәреп ебәрергә ярҙам итәлер ҙә... Шулай булмаһа, улы Радмир­ҙы үҫтереп, кеше итеп, уҡытып, үҙенең тормош һуҡмағына сығарып ебәрергә көс табыр инеме?! Әйтергә кәрәк, бик ауыр саҡтары була Миңзәләнең. Берҙән-бер бала булһа ла, уны күҙ яҙлыҡтырмай, сит-яттарҙың йоғонтоһонан ҡурсалап, үҙеңдең тәрбиәңде биреп үҫтерергә кәрәк бит әле. Шөкөр, Радмир һынатмай, баш ҡаланың 136-сы башҡорт лицейында белем алып, урта мәктәпте тамамлағас, юридик институтҡа уҡырға инә, кәрәкле һөнәрен ала. Хәҙер үҙенең ғаиләһе бар. Кәләше Зөлфиә менән Әмирхан исемле ул, Азалия тигән сәскә кеүек ҡыҙ үҫтерәләр. Әлбиттә, Миңзәлә Хәйруллина­ның иң оло ҡыуанысы – улы һәм уның ғаиләһе. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! Юҡтыр.
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллинаның драма театры сәхнәһендә үҙенең ижад кисәһе шаулап-гөрләп үтте, кешеләр күңелендә яҡтылыҡ ҡалдырып, илһамлы минуттар бүләк итте. Сәхнәләштәре лә ҡатнаш­ты унда. Мауыҡ­тырғыс, иҫ китмәле, һоҡланғыс бенефис булды ул. Шығырым тулы зал Миңзәлә менән бергә ҡыуанды, уйҙарға сумды, хыялдары менән ете күктәргә ашты. Сәнғәттең көсө кешеләрҙә ошондай хис-тойғолар, һоҡла­ныу, ғәжәпләнеү мәлдәрен тыуҙыра алыуындалыр ҙа...
Миңзәлә йыр-моңға маһир, тигәйнек. Сәхнәлә үҙенең яҡташы, халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә, Ризуан Хәкимов көйөнә яҙылған «Ҡайынҡайым» йырын башҡарҙы ул. Зал гөрләтеп ҡул сапты, актрисаны сәскәләргә күмде. Тамаша барышында Ғ. Камал исемендәге Татар драма театры артистары Миңзәләне юбилейы менән ҡотлап видеояҙма күрһәт­те, ижадташлыҡ рухы сағылды был ҡотлауҙа. Бер-береңә гастролдәргә йөрөү иң яҡшы традицияға әйләнгән бит инде күптән. «Шуға күрә бер-беребеҙҙең уңыштарына ҡыуанып, юбилейҙар менән ҡотлашып, күңелле йәшәйбеҙ», – ти актриса.
Тамашала Миңзәлә Хәйруллинаның төрлө йылдарҙа тыуҙырған образдарын күреп, һоҡланып ултырҙыҡ. Нисәмә төрлө ҡатын-ҡыҙ образы, нисәмә төрлө яҙмыш. Ҡырҡ төрлө ҡиәфәттә күренеп, уларҙың күңел тороштарына инеп, ошо образдарҙы тыу­ҙыра алған оҫта актриса. Эйе, ысын-ысындан үҙ һөнәренең оҫтаһы ул Миңзәлә.
Ҡайһылай ҙа яраталар һәм хөрмәт итәләр икән уны яҡташтары. Ҡыштың ҡырлас һыуығы тип тормағандар бит әле (кисә 11 февралдә үтте), ҡәҙерле Миңзәләбеҙҙе ҡотлайыҡ тип Әлшәйҙән үк килеп еткәндәр. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Зөфәр улы Әхмәтов сәхнәгә сығып, актрисаға йылы һүҙҙәрен әйтеп, ижади үрҙәр, яңы образдар тыуҙырыуын теләп, Чехов исемендәге шифаханаға путевка тап­шырҙы. Өфөләге яҡташтар ойошмаһы ла, талантлы яҡташтары менән ғорурлыҡ тойғоһон белдереп, актрисаға алтын алҡа һәм йөҙөк бүләк итеп, гөлләмәләргә күмделәр. Күҙҙең яуын алып торған рауза сәскәләре!
Өфөнөң «Нур» татар, Милли йәштәр театрҙарынан да артистар сәхнәгә менеп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Әлбиттә, иң ҡәҙерле кешеләре – улы Радмир, килене Зөлфиә, ейәне Әмирхан, ейәнсәре Азалия – бер ҡосаҡ гөлләмә менән әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен ҡотлап, иң йылы һүҙҙәрен әйттеләр. Ошонан да бәхетле минуттар­ҙың булыуы мөмкинме һуң әсә өсөн?! Бер туғандары, ҡоҙалары ла ихлас тәбрикләне.
Иң аҙаҡҡы һүҙҙе алып, театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов:
– Артистар коллективы, беҙ бөтәбеҙ ҙә һине юбилейың – 55 йәшең – менән ҡотлайбыҙ. Һин сәхнәлә сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырҙың, киләсәк­тә тағы ла илһамланып, яңынан-яңы образдар өҫтөндә эшләргә яҙһын. Әле йөҙөп йөрөп, тағы утыҙ йыл эшләргә насип итһен, иҫәнлек-һаулыҡ һиңә, – тине һәм Хөкүмәтебеҙҙең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Бүләкләүҙәр, ҡотлауҙар булһа, эшләгән эшеңде күрһәләр, әлбиттә, шатлыҡтар тыуалыр, әммә, минең уйымса, һин башҡарған эш, иң беренсе нәүбәттә, үҙеңдең күңелеңә ятырға тейештер, шунда ғына үҙең дә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәһеңдер. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, илһамланып йәшәгән заттарҙың береһе. Илһам диңгеҙе һайыҡмаһын ярат­ҡан артисткабыҙҙың.
Ошондай матур бенефистан һуң мин дә йырып сыҡҡыһыҙ уйҙарға бирелдем. Күңелдә тулышҡан уйҙар шиғыр булып эркелде.
Күңел күгең
һинең шундай бейек
Күңел күгең һинең шундай бейек,
Мин һоҡланып баҡтым сәхнәгә,
Тамашасың менән бергә генә
Әйҙәп алып киттең сәхрәгә.

Байбисә лә үҙең, асарбаҡ та,
Образдарҙың сағыу балҡышы,
Һине яратҡандар туп-тулы зал,
Бүләк итә дәррәү алҡышын.

Наҙлы ҡатын да һин бала һөйгән,
Донъя һыйған дәртле йөрәккә,
Бар ғүмерен бағышлаған заттар,
Һинең кеүектәр бит һирәктәр.

Йәшә әле балҡып сәхнәләрҙә,
Бер йондоҙо булып халҡымдың,
Ә беҙ ошо утта ҡыҙынырбыҙ,
Осҡондарын тойоп ялҡындың.

Миңлегөл ХИСАМОВА.