Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Китап кәштәһе

Ҡырғыҙ халҡының мәшһүр эпосы “Манас” башҡорт телендә лә донъя күрҙе. 500 мең юлдан торған әҫәрҙе тәржемә итеү буйынса 5 кешенән торған төркөм ике йыл эшләгән. Китаптың тәүге данаһын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан президенты Алмазбек Атамбаевҡа бүләк итте.
Тарихсы һәм журналист, тарих фәндәре кандидаты Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской Республики» тигән китабы Башҡортостан Республи­каһының 100 йыллығына арналған. Унда республикабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән 60 шәхестең биографияһы бәйән ителә. Тәүге дәүләт органдары, милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың исемлектәре, тәүге йылдарҙа ҡабул ителгән документтар, шул осорҙағы фотолар ҙа тупланған.
Нәфис әҙәбиәт кәштәһендә шағир Хисмәт Юлдашевтың “Һуҡмаҡ” тигән шиғырҙар китабы күптәрҙе ҡыҙыҡтырыр. Ошонда уҡ арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеп барған шағир Рәмил Йәнбәктең “Иртә көҙ” тигән йыйынтығы төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәренән тупланған. Тере сағында уҡ Мөхәббәт шағиры тигән дан алған шағирҙың шиғырҙарына бик күп билдәле йырҙар яҙылған, уларҙың әле лә эфирҙан төшкәне юҡ. Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Бетеү” тигән проза китабы төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙән тупланған һәм киң ҡатлам уҡыусыға тәғәйенләнгән.
Балалар өсөн әҙәбиәт бүлегендә Фәйрүзә Фәтҡуллинаның “Урман табыны”, Рамай Ҡаһирҙың “Балыҡсы итектәр”, Кәбир Аҡбаштың “Ҡояшты кем уята?”, Фәнис Янышевтың “Көрмөт һандуғасы”, Салауат Рәхмәтулланың “Уйларға кәрәк әле” тигән китаптар бик ҡыҙыҡлы. Бигерәк тә 2018 йылға “Мәктәп календары” баҫмаһынан уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик күп файҙалы һәм фәһемле мәғлүмәт таба ала. Ғөмүмән, балалар өсөн баҫмалар сағыу биҙәлеше һәм матур эстәлеге менән ҡыуандыра. Рус һәм башҡорт телдәрендә сыҡҡан “Тылсымлы әкиәттәр” (“Волшебные сказки”) китабы кескәй йәштәге балалар өсөн төрлө халыҡ әкиәттәренән тупланған.
Белешмәләр араһында медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Варис Ғүмәровтың «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» китабы бар. Унда Башҡортос­танда үҫкән һәм үҫтерелгән 150-нән ашыу шифалы үҫемлекте файҙаланыу (әҙерләү, ҡулланыу) хаҡында айырым-айырым тасуир ителгән. Был китап күптән баҫылып, бер тапҡыр тиражы таралып бөткәйне инде. Хәҙер халыҡ дарыу үләндәре, емеш-еләк йыйыу менән бик әүҙем шөғөлләнә, шуға ла был белешмә-китап оҙаҡ ятмаҫ. Шулай уҡ “Китап” нәшриәтенең фирма магазинында Рим Әхмәдовтың да “Книга откровений” китабында дарыу үләндәрен файҙаланыу тура­һында белешмәләрен табырға мөмкин. 2018 йылға әҙерләнгән Башҡорт телендә йыртма календарь ҙа күптәрҙең күңеленә хуш килер.
Әйтергә кәрәк: “Китап” нәшриәтенең кибетендә хәҙер китап, альбом, һүҙлек-белешмәләр генә түгел, республика журналдары ла һатыла. Ошонда уҡ мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө әсбаптар, эш дәфтәрҙәре лә табырға мөмкин.