Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Исемегеҙ хәтер күгендә

Ринат Хәйри (1950 – 2000) хаҡында ҡәләмдәштәре

Әнғәм АТНАБАЕВ

Һин ашыҡтың,
беҙ һуңланыҡ

Алтмыш йәшлек сал башымды эйеп,
Ҡайғы табыныңда ултырам,
Бокалыма шиғри моңдарымды
Күҙ йәшемә ҡушып тултырам.

Һәм күтәрәм һинең иҫтәлеккә,
Бигерәк үкенесле үлем, тип,
Аҡыл ышана ла, күңел менән
Ышанырға мөмкин түгел, тип.

Һәм заманға үпкә белдерәмен,
Рәхимһеҙ уҫал заман, тип,
Йомшаҡтарға бигерәк ҡаты ҡулы,
Яҡшыларға бигерәк яман, тип.

Вайымһыҙлыҡ үҙәктәргә үтә,
Һәм ғәмһеҙлек үрләй түрҙәргә:
Шағир халҡы өсөн бөтә шарттар
Тыуҙырылған тиҙерәк үлергә.

Ҡайҙа барып бәрелергә белмәй
Сәбәләнә улар донъяла:
Йәшәүҙәре гел тамуҡтан торғас,
Ожмахтарын эҙләп юғала...

Һин ашыҡтың, беҙ һуңланыҡ, буғай...
Заман белмәй шағир ҡәҙерен...
...Бер яҡ ситтә үҙең кеүек тыйнаҡ,
Моңһоуланып ята ҡәберең.
Заман белмәй шағир ҡәҙерен.


Ҡәҙим АРАЛБАЙ
Асыла барған донъя
...Ринат Хәйри – йәшлек шағиры, йәш йөрәклеләр йырсыһы. Был уның ижадына тулыһынса хас. Һәм иң аяныслыһы, иң үкенеслеһе лә шунда: ул беҙҙең аранан йәшлеген дә йырлап бөтөрә алмай китеп барҙы. Уның “Әле яҙ башы ғына” (1983) тигән тәүге йыйынтығы ла, “Эҙләйем һине” (1990) исемле китабы ла баштан-аяҡ йәшлекте йырлауға, йәшлек эҙләнеүҙәренә, юғалтыу-табыштарына, йәшлектең зәңгәр өмөт-хыялдарына арналған.
Һәм тап бына ошо һағышлы эҙләнеү­ҙәр, дәртле яныуҙар һәм йәшлек ярһыу­ҙары менән тулы “Эҙләйем һине” кита­бының һәм “Ҡорбан” поэмаһының 1992 йылда (үлгәндән һуң) Республикабыҙҙың демократик йәштәр союзы премияһына (элекке Ғәлимов Сәләм исемендәге) лайыҡ булыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй...

Роберт МИҢНУЛЛИН
Көҙ төҫлө лә түгел әле
Көҙҙәрҙе күрҙек кенә бит,
Көҙҙәргә индек кенә.
Көҙөбөҙ етә беҙҙең дә,
Тинек тә, көлдөк кенә.
Көҙ төҫлө лә түгел әле:
Ағастар йәм-йәшелдән.
Ғүмер беҙҙең йәшлекте лә
Йәшеллеккә йәшергән.
Йәй беҙҙән, күңелебеҙҙән
Китергә йыйынмаған.
Алмағаста – ал алмалар,
Әле лә йыйылмаған.
Йәшел үләндәр һаман йәш,
Һылыу гөлдәр һул(ы)маған.
Әллә көҙө оҙаҡлаған,
Әллә йәйе һуңлаған?!
Юғиһә, йәй төҫлө әле.
Ҡайҙа һин, көҙ? Килһәнә!
Кемгә килер, кемгә килмәҫ...
Көн дә килмәҫ... килһә лә.
Нисә шиғырлыҡ донъя был,
Нисә йырлыҡ ғүмерҙәр!
Бөгөнгө моңһоулыҡтарҙы
Шиғырымдан белерҙәр.

Сабир ШӘРИПОВ
Талантлы
мираҫы ҡалды
Ринат менән биш йыл буйы университетта бергә уҡыныҡ...
...Мөләйем дуҫымдың шағир икәнен һуңғараҡ, икенсеме, өсөнсөмө курста белдем. Тәүҙә стена гәзитендә, тора-бара ваҡытлы матбуғатта йыш уҡыным шиғырҙарын, аҙағыраҡ әҙәби кисәләрҙә көсәнмәй һәм яр һалмай ғына һөйләр ине.
...Ринаттың ваҡытһыҙ вафаты йөрәк­тәргә үткер шырау ише ҡаҙалды. Әммә уның яҡты иҫтәлеге, иң мөһиме, төйөрөм генә талантлы мираҫы ҡалды. Тимәк, Ринаттың икенсе ғүмере – йырлы яҙмы­шы – дауам итә...
Үрмәт ауылы мәҙәниәт йортонда музей бүлмәһе эшләй, юбилейҙары уҙғарыла. Йәмәғәтселек Үрмәт зыяратындағы Ша­ғир ҡәберенә гелән гөлләмәләр менән юллана. Рәхмәт инде тормош иптәше, хә­ҙер матбуғат ветераны Айһылыу Хәйретдиноваға, шулай уҡ билдәле журналист Ләйсән Ринат ҡыҙына: бөтә сараларҙы сағыу ойоштороуға, ижади мираҫын халыҡҡа еткереүгә күп көс һалалар.
...Эйе, шағир ине Ринат. Баҫалҡы, уйсан, моңсол шағир ине. Әҙәби мираҫы ла шулай баҫалҡы, уйсан, моңсол.
Тамара ҒӘНИЕВА
Ул тормошҡа
ғашиҡ ине...
Университетты тамамлағас, Ринат Хәйри тыуған районына ҡайта һәм элек эшләп киткән гәзит эшенә егелә. Ғүме­ренең аҙағынаса айырыла алмай ул Илештән. Шағирҙарҙы асылда яҙмыш йорт-төйәктән ситтә йөрөтөүсән. Шуға мәңгелек һағышҡа дусар булыусан шағир­ҙар. Ә Ринат Хәйри ер-төйәк һулышынан, уның аҫыл рухиәтенән һуғарылып ижад итте һәм күпселек шиғырҙарында ер кешеләре яҙмышы, ябай халыҡ көнит­меше, уның ҡайғы-шатлыҡтары кеүек темаларға мөрәжәғәт итте. Тыуған яҡтың хозур тәбиғәтенә һоҡланыуын, нәҡ шул матурлыҡтан илһамланыуын белдерә...
Бигерәк иртә әрәм булды Ринат... Яҙаһы ла яҙаһы ине әле уға, йәшәйһе лә йәшәйһе ине. Әммә шағирҙарҙың шундай бер бәхете бар: кәүҙәһе генә ер аҫтында ята шағирҙың, рухиәте – шиғри васыяты – күңелдәрҙә йәшәй.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Кәшәнәгә инеп китте
Ҡош юлынан мәңгелеккә
Ҡуҙғалып китте шағир.
«Уятығыҙ Уралды» тип,
Ҡуҙ һалып китте шағир.

Әҙ генә лә йәшәмәне,
Йәшәгәне әҙ генә.
Моңло, уйсан ҡараштары –
Күңелдәрҙә эҙ генә.

Бөтөнләйгә китмәне ул,
Ваҡытлыса юғалды.
Кәшәнәгә инеп китте –
Уятырға Уралды.

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
“Үҙем йәшен инем”

Талантлы шағир Ринат Хәйри менән Башҡорт дәүләт университетында беҙ бер осорҙа уҡыныҡ. Ҡаҡса ғына оҙон буйлы, ҙур һоро күҙле егет. Мөләйем, яҡты йөҙө менән күңелдәрҙе үҙенә әллә ҡайҙан тартып тора. Тик нишләптер йылмайғанда күҙҙәре гел һағышлы кеүек ине миңә. Сәбәптәре, моғайын, шағир­лығынандыр. Ысын шағирҙар бит һәр саҡ уйлы-моңло була: донъя һәм кешеләр уларҙың хисле, нескә күңелдәрен гел генә һиҫкәндереп йә һоҡландырып тора…
...Тыумыштан шағир булған таланттар ижад итмәйенсә тора алмай. Ринат Хәй­ретдинов студент йылдарында «Аҡсар­лаҡтар» әҙәби-ижад түңәрәгенең әүҙем ағзаһы булды, әҫәрҙәре республика матбу­ғатында ла донъя күреп торҙо.
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов кеүек өлкән әҙиптәр уның ижадына ҙур өмөттәр бағланы. Кем менән аралашһа ла, ихлас егет һәр ерҙә лә үҙ кеше ине. Уны уҡыу­сылары ла, студент иптәштәре лә, ҡәләм­дәштәре лә яратты...
Балалар шиғриәте һәр әҙиптән дә ювелир хеҙмәте талап итә. Бөйөк Максим Горь­кий әйткәнсә, балаларға ололарға яҙ­ған кеүек яҙырға кәрәк; ләкин ул ололарҙыҡынан да яҡшыраҡ булырға тейеш. Шағир нәҡ ошондай оҫталыҡҡа ире­шә. Кескәйҙәр өсөн бер-бер артлы баҫылып сыҡҡан «Минең уйын­сыҡ­тарым» (1986), «Хәрефтәр парады» (1988) китаптары ошо фекеремде дәлилләй. Ринат Хәйри балаларға өгөт-нәсихәт уҡымай; бала сүрәтенә инеп китә, уларҙы үҙе менән тиң күреп, яратып һөйләшә. Уның шиғырҙарына нескә юмор хас...
Шағирҙың ғүмере, ысынлап та, әҫәрҙәрендә дауам итә. «Мин үҙем йәшен инем» (2000), «Уҡырға өйрәнәбеҙ» тигән китаптары шуға дәлил.
Ринат Хәйри, донъяны тәрәндән өйрәнгән шағир һәм журналист булараҡ, проза әҫәрҙәре лә яҙып ҡалдырған. Уның «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡан «Упҡын ситендә» әҫәре уҡыусыларҙы тетрәндерҙе. Художество яғынан ул юғары кимәлдә...
...Ринат Хәйри: «Үҙем йәшен инем», – тип яҙғайны. Эйе, Ринат йәшен кеүек балҡыны ла һүнде. Юҡ, «һүнде» тип әйтеү дөрөҫ түгел. Ул әҫәрҙәрендә һаман йәшен булып йәшнәй, күктәр булып күкрәй.