Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Халыҡ-ара бәйләнештәр

Августа Төркиәнең Истамбул ҡалаһында төрки донъяның йәш яҙыусылары йыйыны булды. Унда 22 илдән шағирҙар һәм яҙыусылар йыйылды. Башҡортостандан был сарала өс әҙип ҡатнашты: Айгиз Баймөхәмәтов, Денис Ғилманов, Кристина Андрианова-Книга. Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры, Евразия Яҙыусылар союзы ойош­торған йыйында йәштәр бер-береһе менән танышып, киләсәккә ниәттәр ҡорҙо, төрлө илдәрҙән килгән абруйлы әҙиптәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алды.

Шағирҙар донъя яулай
Болгарияла баҫылған шиғри антоло­гияға танылған башҡорт сатирик шағиры Марсель Сәлимовтың шиғырҙары ла индерелгән. Баҫманың авторы – билдәле шағирә Елка Няголова. Йыйын­тыҡта донъяның 28 иленән 194 авторҙың, ә Рәсәйҙән 21 шағирҙың шиғырҙары тупланған. Ә бына шағирә Лилиә Ҡәйе­пованың шиғырҙары украин телендә нәшер ителгән. Уны Украина халҡына тәржемәсе шағир Евген Букет еткерҙе.

Йәш көстәр менән эш
Йәй уртаһында Белорет районының “Айғыр” ял йортонда рус телендә яҙышыусы уҡыусы балаларҙың “Өфө – Айғыр” тип аталған фестивале булып үтте. Унда бөтә Рәсәйҙән иң һәләтле авторҙар ҡатнашты. Силәбенән балалар яҙыусыһы Михаил Придворов, Париждан Александр Радашкевич, беҙҙән Светлана Ғәфүрова, Галарина, Алексей Чугуновтар балаларҙың ижад емештәренә үҙ баһала­рын бирҙе. Шиғри күңелле уҡыусылар Башҡортостандың мөғжизәләй тәбиғә­тенә һоҡланып, илһамланып таралышты. Был сараны “Истоки” әҙәби-мәҙәни аҙналыҡ гәзите редакцияһы етәкләне.
Шулай уҡ быйыл йәй “Бельские просторы” журналы балаларҙың “КорРифеи” тип аталған йәйге ижади лагерын ойошторҙо.

ЛиФФт – яңы әҙәби журнал
Был баҫманың исеме Рәсәй кимәлендә үткәрелеп килгән Әҙәби фестивалдәр аббревиатураһынан алынған. Күп төбәктәрҙә яңы башланып торған был проекттың асылы – төрлө халыҡтар әҙәбиәте өлгөләрен рус телле уҡыусыға ла еткереү. Яңы баҫманың беренсе һанында республикабыҙҙа билдәле авторҙарҙың да, йәштәрҙең да ижад емештәрен табырға мөмкин.

“Прометей” сәхнәгә ҡайта
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәримдең 100 йыллығына Башҡорт дәүләт академия драма театры 1976 йылда сәхнәләштерелгән “Ташлама утты, Прометей!” пьесаһын яңынан сәхнәгә сығарасаҡ. Театр әҙиптең заманында күпләп тамашасы йыйған “Ҡыҙ урлау” комедияһын да тергеҙергә ниәтләй.
Мөжәүир хәҙрәт – сәхнәлә
Сибай драма театры быйылғы миҙгелен Лира Яҡшыбаеваның Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы “Әүлиә” әҫәрен сәхнәләштереүҙән башлай. Халыҡ араһында киң таралып, бер нисә тапҡыр ҡабаттан баҫтырылған китаптың сәхнә вариантын режиссер Дамир Ғәлимов ҡуйған.

Электрон китапхана
Билдәле веб-дизайнер, башҡорт телендә клавиатураны эшләүселәрҙең береһе булған Илдар Кинйәбулатов башҡорт әҙәбиәтенең “алтын фондын” тәшкил иткән әҫәрҙәрҙең барыһын да “Китаптар” тигән проектта тәҡдим итә. Үҙ фондына башҡорт телендә бер нисә әҫәр ҡуйылған китапханалар бар, әлбиттә, әммә автор был проектта бөтә башҡорт әҙәбиәтен күрергә теләй.