Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сәләхетдин Карамов

ҒӘЙЕПҺЕҘҘӘН ҒӘЙЕПЛЕ

Детектив хикәйә

Был хәлдәр Бөйөк Ватан һуғышынан һуң булды. Беҙҙең өсөн, һуғыш балалары өсөн, тыныс йылдар башланды. Ҡыуана-ҡыуана белем алдыҡ. Бөтөн ҡыйынлыҡтар артта ҡалды, бәхет һәм етеш тормош көтөп йәшәнек.
Яңы ғына етенсе класты тамамланыҡ, каникулда булһаҡ та, мәктәптән айырылып бөтмәгәнбеҙ әле. Көн дә тиерлек класташтарыбыҙ менән осрашып, ҡыҙып-ҡыҙып киләсәгебеҙҙе юрайбыҙ, уҡыуҙы дауам итеү тураһында хыялланабыҙ.
Кәйефтәребеҙ күтәренке. Яҡшы уҡыным, отличник уҡ булмаһам да, «өслө»ләрем юҡ. Тик тиҙҙән мине ауыр һынауҙар көтөүен күҙ алдына ла килтерә алманым.
…Ул көндө һабаҡташтарыбыҙ менән осрашҡанда мин, һәр ваҡыттағыса, яратҡан ҡыҙым Бибинур менән бергә инем. Йыйылышҡас, бөтәбеҙ ҙә тәбиғәткә сығырға алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Ләкин көтөлмәгән хәл килеп тыуҙы.
– Мин бөгөн һеҙҙең менән була алмайым, – тинем Бибинурға.
– Ниңә? – тип һораны ул, борсолоп.
– Әсәйем районға китте, үҙе ҡайтҡансы фермала дежурҙа торорға ҡушты.
– Төнө буйы фермала булаһыңмы?
– Әсәйем ваҡытында ҡайтып өлгөрмәһә, шулай тура килә инде.
– Беҙ алдан һөйләшеп ҡуйҙыҡ бит, берәй һылтау таба алмайһыңмы ни? – Бибинур ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
– Юҡ шул. Әсәйем үтенде, уның һүҙен нисек кире ҡағаһың?
– Йә, ярай, улай булғас. – Ул минең менән килеште һәм көтмәгәндә әйтеп һалды. – Мин һинең менән барам, Мансур!
– Ысынлапмы? – Ғәжәпләнеп бөтә алманым.
– Күптән хәл иткәнмен инде: һин ҡайҙа – мин шунда. Әллә ҡаршыһыңмы?
– Юҡ… Юҡсы!
– Минең барыуымды теләмәйһеңдер, тип уйланым. Әллә яратмай башланыңмы? – Бибинур, әллә юрый, хәүефләнде.
– Тыныслан, юҡ, артыңдан йөрөүселәрҙе көнләштереп, тағы ла бер тапҡыр – юҡ! Һинең менән беҙ хәҙер ҡәрҙәштәр кеүек тәһә. Беренсе кластан бирле бергәбеҙ. Бер-беребеҙгә әллә нисә мәртәбә ант итештек. Тоғролоҡҡа. Шулаймы?
– Шулай, шулай! Хәтеремдә, бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын.
– Ышанам. Ҡара әле, Айнур менән Азат та, беҙҙең кеүек, ҡайҙалыр олаҡты.
– Улар һинең класташтарыбыҙ менән бармауыңды белмәйҙер әле.
– Айнур белә. Ул – беҙҙең кластың старостаһы. Мин уға, тәбиғәткә сыҡмайым, әсәйем урынына фермала колхоз быҙауҙарын ҡараясаҡмын, тинем.
– Минең һинең менән фермаға барырға йыйыныуымды белһә, Айнурҙың ене сығасаҡ. Һин уның мине эҙәрлекләүен, дуҫлашырға теләүен беләһең дәһә.
– Беләм. Көсләп яраттырып булмай, тип әллә ҡасан әйткәндәр. Һеҙ ниңә гел генә талашаһығыҙ ул?
– Әйтерһең, белмәйһең.
– Йә, асыуланма, мин былай ғына.
– Һин уның бөтә ҡыҙҙар артынан да йөрөгәнен беләһеңме? Ул ышаныслы түгел, ҡоҫҡомдо килтерә. Атаһының улы. Атаһы мәктәп директоры булмаһа, уның менән бер кем дә иҫәпләшмәҫ ине.
Мәктәптән туп-тура фермаға киттек. Көн кискә ауышты. Ҡояш нурҙары көндөҙгө кеүек ҡыҙҙырмай. Әкрен генә иҫкән ел дә сәстәребеҙҙе ойпалап, көндөҙгө бөркөүлекте һиҙелерлек һүрелдерҙе. Ҡарауыл өйөндә ултырҙыҡ. Көтөүселәр яландан быҙауҙарҙы ҡыуып килтереп, аҙбарға бикләне. Уларҙы ҡабул итеп алдым. Һанап та торманым, сөнки күптәр, өс йөҙгә яҡын. Әсәйем был хаҡта үтенмәне, үҙе һананымы икән – белмәйем.
Аҙбарҙың ҙур ишеген бикләгәс, Бибинур менән ферма янынан ағыусы йылғаға, башҡа бер ни менән дә алыштырып булмай торған тәбиғәттең ғәжәйеп күренеше – ҡояш байыуын күҙәтергә киттек.
Йылға ярында ҡуйы үләнгә сүгәләнек. Бында әллә ни оҙаҡ тотҡарланманыҡ. Шул арала Бибинурҙы алдыма ултыртып, ҡыҫып ҡосаҡлап үбергә өлгөрҙөм.
Ҡапыл Бибинур ҡысҡырып ебәрҙе:
– Мансур, ҡара әле, беҙҙең быҙау аҙбары яна!
Шунда уҡ боролоп ҡараным. Һо-ой, ут көсәйгәндән-көсәйеп, ҡыйыҡҡа етеп бара. Һикереп тора һалып аҙбарға елдерҙем. Бибинур – минең арттан. Үҙем: «Быҙауҙарҙы ҡотҡарырға кәрәк!» – тип һөрәнләйем. Шул арала Айнур менән Азаттың аҙбар янынан ауылға табан йүгергәнен, бер аҙҙан өйҙәр араһына инеп юғалғанын күрҙем. Килеп еткәс, ҙур ауыр ишекте шар астым. Аҙбар эсенә төтөн тула башлаған, ләкин ялҡын юҡ ине әле. Сәбәләнгән быҙауҙарҙы ҡыуып сығарырға керештем. Бибинур иһә уларҙы дөрләп яныусы аҙбар янынан йыраҡҡараҡ ҡыуҙы. Һуңғыларын ут аҫтында тонсоға-тонсоға ҡыуып сығарҙым. Барыбер өлгөрҙөк.
Безәүкәйҙәрҙе шулай бәләнән йолоп алып ҡалдыҡ.
Мәхлүктәрҙе ситкәрәк әйҙәгәндә ялҡын ялмаған аҙбарға ауылдан ир-аттарҙың йүгерешкәнен, торараҡ янғын һүндереүселәрҙең килгәнен күрҙек. Күмәкләшеп тотондолар, ләкин аҙбарҙы һаҡлап ҡала алманылар, ул нигеҙенә тиклем янды.
Тыныслана төшкәс, Бибинурға һүҙ ҡаттым:
– Һин бая аҙбар янынан Айнур менән Азаттың киткәнен күрҙеңме?
– Күрҙем! – тип яуапланы ҡыҙ. – Абау! Улар ут төрткән тип уйлайһыңмы әллә?
– Улар булмай, кем булһын? Яҡын-тирәлә бер кем дә юҡ ине. Айнур минән һинең менән дуҫлашҡаным өсөн үс ала.
– Белмәйем, белмәйем, былай киҙә әйтергә ярамай, минеңсә. Иҫбат итеп ҡара…
Йәш кенә башыма бына шундай бәлә ябырылды. Бында тамсы ла ғәйебем булмауға ҡарамаҫтан, ул артабанғы яҙмышыма йоғонто яһаясаҡ, барыһы ла аҫты-өҫкә киләсәк, иң мөһиме – мине ниндәй кешеләр уратып алғанын, дуҫтарым тип иҫәпләгән класташтарымдың кемдәр икәнен беләсәкмен. Уларҙы күҙ асып йомған арала алмаштырып ҡуйҙылармы ни? Ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй өндәшмәне. Тиҫтерҙәремде аңлай башланым. «Дуҫтар бәлә килгәндә һынала», – тип дөрөҫ әйткән боронғо фәйләсүф. Баҡтиһәң, ҡурҡаҡтар үҙ күләгәләренән дә шөрләйҙәр икән. Дөрөҫ, барыһы ла түгел, ләкин күптәре…
Иҫке булһа ла тотош аҙбар юҡҡа сығыу, әлбиттә, хужалыҡ өсөн ҙур зыян. Тикшереү органдары енәйәт эше ҡуҙғатты. Иртәгеһенә үк ауылға килеп төштөләр. Иғтибар үҙәгендә, әлбиттә, мин инем. Сөнки ул көндә һәм төндә быҙауҙар, аҙбар өсөн дежур, тимәк, яуаплы инем.
Ауылда колхоз аҙбарын юҡҡа сығарыуҙа ғәйеплеләрҙе эҙәрлекләү башланды, «йүкә телефон» өҙлөкһөҙ уйҙырмалар таратты. Имеш-мимештәрҙе кем уйлап сығара икән? Ул көндө әсәйем ҡайтманы. Дарыуханала иҫен юғалтып ҡолағас, дауаханаға алып киткәндәр. Әҙерәк йөрәге бәлтерәй ине, шуға күрә район үҙәгенә юлланғайны. Ошо осраҡ уны эҙәрлекләүҙәрҙән ҡотҡарҙы ла инде. Юғиһә, минең менән бергә мотлаҡ яуапҡа тарттырырҙар ине. Шулай ҙа ғәйбәтселәр тынманы, хәтәр шик-шөбһә уйлап сығарҙылар, хет ҡолағыңды ҡапла. Имеш, мин әсәйем менән әрләшкәс, уға инфаркт булған, һуңынан асыуымдан аҙбарға ут төрткәнмен… Әлдә иптәштәре менән Айнур Ғабдуллин килеп етә һалған. Улар, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, быҙауҙарҙы ҡотҡарған. Улар – ҡыйыу егеттәр, социалистик милекте күҙ ҡараһылай һаҡлаусылар. Колхоз идараһы бындай батырлыҡтары өсөн уларҙы бүләкләргә йыйына.
Ауыл халҡының ни өсөн миңә ҡаҙалыуын аңлай алманым. Бер ваҡытта ла бер кем менән дә бәхәсләшмәнем, тауыш ҡуптарып йөрөмәнем. Ни өсөн? Барыһынан бигерәк ошо һорау ғазапланы. Ни өсөн, ҡәҙерле ауылдаштар? Мин ул саҡта яҡындарын яуаплылыҡтан йолоп ҡалыу өсөн нахаҡ ғәйбәтте абруйлы кешенең сығарыуын белмәй инем әле. Ялғандың аяғы ҡыҫҡа, ул ваҡыт үтеү менән барыбер фашлана.
***
Мине ҡулға алып, район үҙәгендә ваҡытлыса тотоу камераһына ултыртып ҡуйҙылар.
Утыҙ йәштәр тирәһендәге мөләйем тәфтишсе Исламов ентекләп һорашты. Яуап алыуҙа адвокат менән уҡытыусы ҡатнашты (балиғ булмағандарҙан яуап алғанда шулай булырға тейеш, тиҙәр). Ул мине уҡытҡан һәм кемлегемде белгән ауылыбыҙҙан түгел, ә район үҙәгенән. Ауыл уҡытыусылары баш тартҡан, тинеләр. Был аңлашыла ла. «Эш» буйынса мәктәп директорының улы Айнур ҙа үтә. Беренсе һорау алыуҙа уның кем сифатында ҡатнашыуын белмәнем. Тәфтишсе лә әйтмәне. Мәктәбебеҙ уҡытыусылары дөрөҫ эшләгән. Кемдең бәләгә тарығыһы килһен инде… Намыҫлы кешеләр алдаша белмәй, улар дөрөҫөн генә һөйләр ине. Был иһә мәктәп директорына оҡшамаясаҡ.
Шулай, колхоз аҙбарын үртәп, хужалыҡҡа ҙур зыян килтереүҙә ғәйепләнеләр.
– Үҙегеҙҙең ғәйебегеҙҙе таныйһығыҙмы? – тип һораны тәфтишсе.
– Мин ут төртмәнем. Үҙемде ҡылмаған енәйәтле эш өсөн ғәйепле тип һанай алмайым.
– Ҡара әле, ниндәй грамотный! – Тәфтишсе көтмәгәндә әсе көлдө. – Кемдер өйрәтеп ҡуйырға ла өлгөргән…
– Дөрөҫлөктө һөйләр өсөн бер кемде лә өйрәтергә кәрәкмәй, әле дөрөҫөн генә әйтәм, – тинем тәфтишсенең һуңғы фекеренә әҙерәк хафаланып.
– Яҡшы! – Ул килешергә мәжбүр булды. – Эштең нисек булғанын ентекләберәк һөйлә әле.
Ашыҡмайынса ғына ни булғанын бәйән иттем. Дөрләп яныусы аҙбар янынан Айнур менән Азаттың ҡасып китеүе тураһында ла әйттем. Бынан тыш, эргәмдә һәр ваҡыт Бибинур Ситдиҡова булыуын ике тапҡыр ҡабатланым, ул күрһәтмәләремде раҫлай ала, тинем.
– Уҡытыусының һорауҙары булырмы? – тип һораны тәфтишсе мин һөйләп бөткәс.
– Минең һорауҙарым юҡ, – тине район үҙәге мәктәбенән килгән уҡытыусы. – Ләкин ғәйепләнеүсенең өлгөргән, алдамай һөйләүсе кеше тәьҫире ҡалдырыуын белдерәм.
– Һеҙгә бындай һығымта яһарға кәрәкмәҫ ине. – Тәфтишсе ризаһыҙлыҡ белдерҙе. – Һығымталарҙы тикшереү яһаясаҡ.
– Ғәфү итегеҙ, һорауығыҙға ғына яуап бирҙем, – тине уҡытыусы.
– Адвокаттың һорауҙары бармы?
– Бар! – Адвокат миңә мөрәжәғәт итте. – Һеҙҙең ( мине «һеҙ» ти!) менән осрашыр алдынан ауылығыҙҙа булдым. Унда ферма бинаһын үртәүегеҙ хаҡында аҡылға һыймаҫлыҡ хәбәрҙәр йөрөүен аңлата алмаҫһығыҙмы?
– Был эшкә ҡағылмай. – Тәфтишсе адвокатты бүлдерҙе. – Нигеҙле һорауҙар ғына бирегеҙ.
– Нигеҙле һорауҙар ҙа булыр. Тәүге һорауыма яуап бирһен.
– Был һорауҙы бер нисек тә аңлай ҙа, аңлата ла алмайым. Бинаны яндырыусылар алдағы тип уйлайым.
– Ауылда һеҙҙе дошман күреүселәр бармы?
– Юҡ! Мин бер кем менән дә талашманым, дошмандарым да юҡ, ғөмүмән, тыныс кешемен.
– Һеҙ әүәл әсәйегеҙҙең эшен алыштыра инегеҙме?
– Эйе. Ул йыш ауырый, хәле ныҡ насарланғас ни, урынына фермала дежурҙа торҙом.
– Атайың бармы?
– Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ауыр яранан төҙәлә алмай яңыраҡ үлде. Беҙ әсәйем менән үҙебеҙ генә ҡалдыҡ.
– Кемдән шикләнәһегеҙ?
– Бер кемде лә атап әйтә алмайым, – тинем, утты Айнур менән Азаттың һалыуына инанһам да. – Әлегә дәлилдәрем дә юҡ, буш ҡыуыҡ булып күренер инем. Тота килеп кешегә ғәйеп өйөргә өйрәнмәгәнмен.
– Вәт егет, нисек һайрай, ә?
– Тикшереү бара икән, ғәйеплене асыҡлаһындар, әммә аҙбарҙы мин үртәмәнем. Башҡа бер ни ҙә әйтә алмайым, кеше ғәйебен үҙемә ала алмайым. Тик… мине ултыртып ҡуйһалар, ғәҙел хөкөм булмаясаҡ.
– Һеҙ әле үк ултыраһығыҙ инде! Аҙбар янырҙан алда берәйһен күрҙегеҙме?
– Янымда Бибинур Ситдиҡова бар ине, тип әйттем бит инде. Ферма эргәһенән Айнур Ғабдуллин менән Азат Кәримовтың ҡасып киткәнен икебеҙ ҙә күрҙек. Уларҙы ферма тирәһендә йәшәүселәрҙең күрмәүе мөмкин түгел, тип уйлайым. Ә-ә, иҫемә төштө: Бибинур менән фермаға йыйынғанда, ауыл ситендәге болонда ыбыр-сыбыр бала-сағаның уйнағанын күрҙек. Улар ҙа фермаға килеүселәрҙе күргәндер, тим.
– Башҡа һорауҙарым юҡ, – тине адвокат. – Ләкин үтенес ҡағыҙым бар. Яҡланыусым Мансур Айбулатовты һаҡ аҫтынан азат итеүегеҙҙе һорайым. Ул балиғ түгел, мәктәп тә, ауыл советы ла ыңғай баһалай, йәмғиәткә ҡурҡыныс тыуҙырмай. – Адвокат үтенесен тәфтишсегә тотторҙо.
Ошоноң менән яуап алыу тамамланды. Тәфтишсе, адвокаттың үтенесе өс көн эсендә ҡараласаҡ, тине. Ләкин мине сығарманылар, ә адвокаттың үтенесен кире ҡаҡтылар.
Тикшереү оҙаҡҡа һуҙылды. Яныма бер кемде лә индермәнеләр. Адвокат ҡына бер тапҡыр инеп сыҡты. Ул, әсәйең һауыҡҡан, үҙен ныҡ тота, минең аҙбарҙы яндырыуыма ышанмай, тип шатландырҙы. Адвокаттан күңелһеҙ яңылыҡ та ишеттем: Бибинур күрһәтмәләрен әллә нисә тапҡыр алмаштырған, аҙаҡ миңә ҡаршы шаһитлыҡ биргән. Быға ышанғым килмәне.
Ниһайәт, «дело» менән таныштырҙылар. Уны адвокат менән тәфтишсе ҡатнашлығында уҡыным. Әлбиттә, аҡҡа ҡара менән яҙылғандарға ныҡ аптыраным. Кешеләр аҡылдан шашып бөткәнме әллә? Был юлы яуызлыҡ еңгәйне. Уның сығанағы булырға тейеш! Эште уҡығанда яуызды табырға ант иттем, үҙем өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә. Мин граф Монте-Кристо түгелмен, яуызлыҡтары өсөн яза бирергә йыйынмайым, шулай ҙа уларҙы йәмғиәт алдында фашларға кәрәк. Башҡа ундай хәшәрәттәр булмаһын өсөн.
Бигерәк тә ике факт асыуымды ныҡ килтерҙе. Һуңғы тапҡыр һорау алғанда Бибинур: «Янған ферманан быҙауҙарҙы Айнур Ғабдуллин ҡыуып сығарҙы», – тип күрһәткән. Был – мин яратҡан, йәки, һис юғы, яратам тип ымһынған кешемде юғалтыу! Үҙен юғалтыусы ғына, йәғни һатылыусы әҙәмдең генә ҡулынан килә был.
Икенсе факт. Ут төртөүсе Айнур Ғабдуллинды батыр яһағандар. Уның ҡаһарманлығы тураһында район гәзитендә мәҡәлә баҫтырып, быҙау бүләк иткәндәр. Ә мин, ҡотҡарыусы, төрмәлә интегәм, енәйәттәре өсөн улар – Айнур менән Азат ултырырға тейеш тә баһа. Бына ғәжәби хәл: кешеләргә һүҙе үткән йәки уларҙы һатып алған паразит яуызлыҡ ҡыла, һөҙөмтәлә бер ниндәй ғәйебе булмағандар яфалана.
Папкалағы башҡа яҙмаларға иғтибар итеп торманым. Адвокат ҡайһы бер факттар менән килешмәүем тураһында ризаһыҙлыҡ яҙырға ҡушһа ла, таныштым, тип ҡул ҡуйҙым.
– Протест яҙмайым, – тинем ҡырт киҫеп. – Файҙаһы булмаясаҡ. Төрмәнән сыҡҡас, үҙем асыҡлармын әле. Ғәйебем юҡ, ләкин иҫбат итәсәкмен. Бының өсөн ярты ғүмерем талап ителһә лә…
– Ихтыярығыҙ. Мин һеҙҙең позицияны хөрмәт итәм. – Адвокат «дело» менән таныштырыуҙы тамамланы. – Судта осрашҡанға тиклем, егет кеше!
Тиҙҙән суд булды. Бынан да мәғәнәһеҙерәк хөкөм һирәк булалыр… Әсәйем мине күргәс, тынысланды, суд барышын иғтибарлап күҙәтте.
Судта бөтә шаһиттар ҙа алдан биргән күрһәтмәләрен ҡабатланы. Бибинур Ситдиҡова килмәгәйне. Ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Бындай хәбәрҙе ауыл советы вәкилдәре еткерҙе, медицина белешмәһе алырға ла онотмағандар. Прокурор, мөһим шаһиттың булмауына һылтанып, судты кисектереүҙе талап иттте, әммә судья килешмәне, эшен дауам итте. Бибинур Ситдиҡованың шәхсән ҡатнаша алмауы сәбәпле, уның күрһәтмәләрен суд барышында иғлан итергә булдылар. Бындай фекер менән мин дә килештем. Ғөмүмән, барыһы ла тапалған һуҡмаҡтағы кеүек барҙы.
Мине бер хәл шаҡ ҡатырҙы. Ул – Айнур Ғабдуллиндың тәртибе. Ныҡ тулҡынланды, ҡурҡаҡ ҡуяндай ҡалтыранғанын күрҙем. Тегенең халәтен аңлаған прокурор ярҙамға ашыҡты. Бына ғәжәп! «Аҙбарға кем ут төрткәне һеҙгә билдәлеме?» – тигән һорауға Айнур: «Билдәле түгел», – тип яуапланы. Тикшереү барышында ла шулай тигән... Икенсе һорауға яуап биргәндә лә Айнур үҙен сәйер тотто. «Янған аҙбарҙан быҙауҙарҙы ҡыуып сығарыуығыҙ дөрөҫмө?» Айнур мышнап, ауыр һуланы. Прокурор уның хәтеренә төшөрөргә мәжбүр булды: «Һеҙгә ни булды, яуап бирегеҙ!» «Эйе!» – тине Айнур ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән. Үҙе ниңәлер миңә йылп иттереп ҡарап алды. Уның йөрәген мыҫҡыллы йылмайыуым менән көйҙөрҙөм, буғай: ул күҙҙәрен түбән төшөрҙө. Бындай ялған яуапты ишеткәс, түҙмәнем, үҙ яйы менән барған суд процесын беренсе тапҡыр боҙоп, урынымдан һикереп тороп ҡысҡырҙым: «Айнур күрәләтә алдаша. Быҙауҙарҙы янған аҙбарҙан Бибинур менән беҙ сығарҙыҡ. Аҙбарға утты Айнур төрттө. Янында Азат та бар ине».
– Дөрөҫ түгел! – тип ҡысҡырҙы ҡорт саҡҡандай, залда ултырған ауыл мәктәбе директоры Шамил Ғабдуллин. Айнурҙың атаһы ул.
Мин дә түҙмәнем:
– Хөрмәтле судья, сит кешеләр ниңә тәртип боҙа һәм суд барышына ҡыҫыла? Һорау килеп тыуһа, яуап бирәм. Шамил ағай Ғабдуллин – ошо енәйәтте төп ойоштороусы ул, имеш-мимеш тарата, ҡурҡытып, шаһиттарҙы үҙ яғына ауҙара. Үҙен яуапҡа тарттырырға кәрәк уның…
Көтөлмәгән әрепләштән һуң тәнәфес иғлан ителде. Суд әһелдәре бик оҙаҡ кәңәшләште.
Адвокат ике мәртәбә яныма килде, миңә ҡарап башын сайҡаны:
– Күреүемсә, бигүк ябай егеткә оҡшамағанһың. Бәлки, улай уҡ ҡыҙып китергә кәрәкмәгәндер…
– Бәлки… Аңлайһығыҙмы, Абрам Васильевич, һәр нәмәнең сиге бар. Дөрөҫлөктө бәдбәхеттәрҙең йөҙөнә бәреп әйтеүҙе хуп күрҙем мин.
– Һеҙ һөйләгән факттар буйынса эште ҡабаттан тикшерергә ебәреүҙәре ихтимал. Әйҙәгеҙ, былай килешәйек: ҡабаттан тикшереү тиһәләр, судтан һеҙҙе һаҡ аҫтынан азат итеүҙәрен һораясаҡмын.
– Ризамын. Ҡабат тикшереүҙән ҡурҡмайым. Хәлемде насарайта алмаҫтар. Былай ҙа нахаҡҡа ултырам.
– Быныһы дөрөҫ, ҡурҡырға урын юҡ, ләкин оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Көтөрбөҙ, тим. Суд тап бына ошо мәсьәләне ҡарайҙыр, бәлки.
Суд кәңәшмә бүлмәһенән сығып, бер нәмә лә булмағандай, эшен дауам итте. Тимәк, ҡабаттан тикшерергә нигеҙ тапмағандар. Былай ҙа барыһы ла аңлашыла кеүек бит. Ҡараһам, өлкән Ғабдуллин залдан сығып бара…
Фекер алышыу алдынан суд тәнәфес иғлан итте. Сираттағы ултырыш иртәгә иртәнге сәғәт унда буласаҡ.
Яныма әсәйем килде. Конвойсы уны ҡыуманы. Әсәйемә, борсолма, ғәҙеллек мотлаҡ еңәсәк, тинем.
***
Иртәгәһенә ултырыш дауам итте. Миңә судьяның тәртибе оҡшаны: эсе ҡыйыштымы, ҡотҡоға нигеҙләнгән бер ниндәй һорауҙар бирмәне. Буш, шикле иҫбатлауҙарҙан йыйылған эште ҡарауҙарын аңлағандыр. Был – минең фекер, бәлки, былай уйламағандыр. Ул хөкөм барышына етәкселек итә. Бында уның фекере закон. Ләкин ни өсөн өндәшмәй, ниңә кәйефе юҡ?
Нигеҙһеҙ, ялған факттар өсөн ултырыуымды беләм, закондың тантана итеренә ышанам, шуға әллә ни борсолманым. Фекер алышыу иһә миңә драматик тамаша һымаҡ күренде.
Прокурор ғәйепләү телмәрендә ҡыҙып-ҡыҙып һөйләне. Ул мине ҡылынмаған енәйәттә ғәйепле тип таныуҙы, өс йыл иректән мәхрүм итеп, балиғ булмағандар колонияһына ебәреүҙе һораны.
Судья зыян күреүсе колхоз вәкиленә һүҙ бирҙе. Бына һиңә мә! Юрист Илдар Сәлимов колхозыбыҙ Мансур Айбулатовты иркенән мәхрүм итеүгә ҡаршы, тине. Элек ул ғәйепкә бөгөрлөк ғәмәлдәр ҡылманы, йәмәғәт өсөн ҡурҡыныс зат түгел, иркенән мәхрүм итмәйенсә лә төҙәлер. Өҫтәүенә, әсәһе ауырыу, уны ҡарарға кәрәк. Колхоз зыянды унан ҡаплатыуға дәғүә итмәй. Янған бина хан заманында уҡ һалынған, файҙаланырға яраҡһыҙ тип әйтерлек, төнгөлөккә быҙауҙарҙы ғына бикләйбеҙ. Беҙ уны һүтергә йыйына инек, ләкин өлгөрмәнек.
Ә адвокат оратор оҫталығы күрһәтте. Ул, юридик нормалар һәм хоҡуҡ белемдәренең төпһөҙ диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙөп, халыҡты бик шәп телмәре һәм мәҙәнилеге менән һоҡландырҙы. Ул «эш»тең дәлилдәр терәүен емереп ташланы, шаһиттарҙың күрһәтмәләрен, ауылдағы ваҡиғаға тап килмәү сәбәпле, пыран-заран килтерҙе. Иң мөһиме – Бибинур Ситдиҡованың аумаҡай күрһәтмәләрен ғәйепләү нигеҙе итеп һанарға мөмкинме, тине адвокат.
– Туҡтауһыҙ яуап алыу, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан кешеләрҙең эҙәрлекләүе арҡаһында әле ҡыҙ ауыр хәлдә, хатта дауаханала ята. Яҡланыусымдың ғәйебе бөгөнгө судта иҫбатланманы. Хөрмәтле судьялар, яҡланыусым Мансур Айбулатовҡа аҡлау хөкөмө сығарыуығыҙҙы, һаҡ аҫтынан азат итеүегеҙҙе һорайым. Был һеҙҙең ғәҙел ҡарарығыҙ булыр.
Минең һуңғы һүҙемдән һуң суд кәңәшләшергә китте. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, өс сәғәт самаһы кәңәшләштеләр. Конвойсы ни эшләргә лә белмәй, ары-бире йөрөнө. Рәшәткәле ситлектә ултырғанымда залға ауылдаштарым ағылыуын күрҙем. Тимәк, ғәҙелһеҙлеккә нәфрәтләнгән яҡташтарым мине яҡлай, һис юғы, мораль яҡтан булһа ла.
Ниһайәт, дүрт күҙ менән көткән суд залға сыҡты. Бөтәһе лә баҫты. Шомло, ауыр тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла түҙемһеҙләнеп көттө. Суд ҡарары, аяҙ көндәге йәшен кеүек, барыһын да аптырашта ҡалдырҙы.
«Енәйәт эшен яңынан тикшереүгә ебәрергә, ә хөкөм ителеүсе Мансур Айбулатовты һаҡ аҫтынан азат итергә».
Залда көслө ҡул сабыуҙар һәм «Дөрөҫ!» тигән шатлыҡлы тауыштар яңғыраны. Конвойсы ниңәлер баҙап, ишекте асмай, прокурор яғына ҡараны. Залдағы байтаҡ кеше конвой отрядына йүнәлде. Шул ваҡыт судьяның ҡәтғи фарманы ишетелде: «Айбулатовты хәҙер үк азат итергә! Был – суд ҡарары!»
Ауылдаштарым мине күтәреп тигәндәй, урамға алып сыҡты.
Айнур ҙа күренә. Ҡулынан эләктереп, бокс оҫтаһы Булат Хәйруллин тегене ситкәрәк әйҙәне.
– Ә һин, әҙәм аҡтығы, иҫән сағыңда бынан тай! Ғәйебеңде танып, ғәҙел яуап бирергә әҙерлән. – Еңелсә генә эсенә төртөп алды. – Быныһы башы ғына…
Ышанам да, ышанмаған да кеүекмен. Мине яҡлағандары өсөн ауылдаштарыма рәхмәтем сикһеҙ ине. Кешеләр башбаштаҡлыҡтың, яуызлыҡтың ҡайҙан сығыуын аңланы.
Мин төрмәлә ултырған арала ауылдаштарымдың партия райкомының беренсе секретарына коллектив хат яҙыуын белмәй инем әле. Унда Шамил Ғабдуллиндың ғәмәлгә һыймаған эштәре, улының ғәйебен Айбулатовҡа ауҙарыуы бәйән ителгән икән.
Беренсе секретарь исеменә Ғабдуллин өҫтөнән элек тә ялыуҙар килгеләгән. Беренсе уларға ҡул ҡуймаған, сөнки райондың мәғариф бүлеге мөдире уға һәйбәт ҡылыҡһырлама биргән. Ә һуңғы ялыуҙа Ғабдуллиндың ғәйепләрлек ғәмәлдәре енәйәт эше менән бәйле булыуы, һөҙөмтәлә бер ғәйепһеҙ үҫмерҙең ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырылыуы аныҡ әйтелгән. Быныһы инде етди сигнал: беренсе секретарь, райкомдың ике хеҙмәткәренә ялыуҙа күрһәтелгән факттарҙы ентекле барларға ҡушып, тикшереү ойошторған.
Тикшереүселәр тәү сиратта судья кабинетында булған. Төплө һөйләшкәндәр. Ләкин судья аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алмаған, йәнәһе, үҙе ҡараясаҡ эш тураһында һөйләргә ярамаған. Шулай ҙа йыйылған дәлилдәрҙең бик йомшаҡ булыуын хаҡында: «Мине ғәфү итегеҙ, ләкин әлегә эште күрһәтә алмайым. Закон ҡушмай. Енәйәт эшен ҡараған көндә судҡа саҡырам. Ул саҡта күп нәмә асыҡланыр. Минем фекерем: үҫмерҙе юҡҡа ҡулға алғандар», – тигән.
– Бына нисек! – Партия вәкиле ғәжәпләнгән. – Эш ҡасан ҡараласаҡ?
– 15 июндә, сәғәт 11-ҙә.
– Яҡшы! Мотлаҡ киләбеҙ. Беләһегеҙме, беренсе секретарь директор Ғабдуллин өҫтөнән килгән ялыуға ныҡ борсола, етмәһә, үҫмер төрмәлә ултыра. Эште ҡарағансы, Ҡыҙылъяр ауылына барып килергә лә өлгөрәбеҙ.
Быларҙы белмәй инем әле. Залда райком вәкилдәре булғанын да белмәнем.
Ауылға әсәйем менән бөтәбеҙ бергә ҡайттыҡ. Унда мине ауылдаштарым һәм ҡайһы бер һабаҡташтарым герой һымаҡ ҡаршы алды. Әммә халыҡта ғәйепһеҙҙән интеккән кешегә иғтибар күрһәтеү йолаһы һаҡланғайны әле. Минең менән тап шулай булды.
Өйҙә әсәйем әҙерәк илап алды.
– Улым, хәлең нисек?
– Бөтәһе лә яҡшы, әсәй. Борсолма, үҙемде һәйбәт тоям. Һөйләгәндәремә асыуланма, йәме. Төрмә сынығыуы үттем, миңә хәҙер бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. Ғабдуллин мафияһы барыбер еңелер, тим! Бөтәһенән элек, әхлаҡи яҡтан. Улар халыҡ алдында фаш ителәсәк. Был яза төрмәлә ултырыуҙан да ҡатыраҡ.
– Юлыңа ҡаршы төшмәйем, улым, тик һаҡ бул. Һин – аҡыллы, ихтыярлы. Тас атайың. Ул да шулай ине. Һин уға ныҡ оҡшағанһың.
– Рәхмәт, әсәкәйем. Һин мине һәр ваҡыт яҡланың һәм яҡлайһың.
– Хәҙер, улым, нисек булғанын һөйләп бир. Мин белмәйем бит, бер кем дә дөрөҫөн әйтмәй.
Һөйләп бирергә тура килде.
– Ниндәй хәшәрәт кешеләр араһында йәшәйбеҙ икән, улым.
– Ҡайғырма, әсәй, йәшәрбеҙ әле. Һәр кем үҙе ҡылған ҡылығына яуап тотоуына өлгәшергә кәрәк.
– Ай-һай, улым, быға бер ерҙә лә өлгәшкәндәре юҡ шикелле. Етмәһә, хәҙерге власть менән.
– Әйт әле, әсәй, минең турала кем күберәк тел сарланы? Үҙең ишеттеңме?
– Ишеттем. Тартынып та торманылар. Айырыуса Майкамал тырышты. Мине кәмһетер, һине мыҫҡыл итер өсөн төкөрөктәрен сәсә-сәсә һөйләне…
– Аңланым, әсәй.
Шамил Ғабдуллинды партия райкомына бер нисә тапҡыр саҡыртҡайнылар. Шул асыҡланды: ул кешеләрҙе ныҡ ҡурҡытҡан, тегеләр телдән яҙған. Ваҡытлыса ғына был.