Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сәлмән Ярмуллин

Заман заңын тойоп эшләнек

Башҡорт дәүләт университетының яңы ғына асылған журналистика бүлегенә уҡырға мин, армия хеҙмәтен үтеп, район гәзитендә эшләп, инде әҙме-күпме тәжрибә туплаған журналист булып, әҙерлек менән килдем. 1990 йыл ине. Йәшлек дәрте лә, ижад ҡомары ла ташып торған саҡ. Уҡырға ла, районға ҡайтып, аҙна буйы ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә йөрөп, халыҡты яңы ғына сыға башлаған “Йәшлек” гәзитенә яҙҙырып килергә лә, СССР-ҙа барған ғәйәт ҙур үҙгәртеп ҡороуҙар ағымында, Башҡортостаныбыҙға суверенитет даулап, Өфө урамдары буйлап демонстрацияларҙа йөрөргә, төрлө митингыларҙа ҡатнашырға ла, гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙырға ла, хатта ауыл хужалығына ярҙам йөҙөнән баш ҡала янындағы баҫыуҙарҙа көҙгө батҡаҡта кишер йыйырға ла өлгөрәм.
Мәҡәләләремдең иң күбе “Йәшлек”тә донъя күрҙе, әммә район гәзитендә эшләгәндә үк бәйләнеш урынлаштырған минең күҙ алдында “Совет Башҡортостаны”нан “Башҡортостан”ға әйләнгән төп гәзитебеҙгә лә яҙышырға онотмайым. Хатта тарихи, үҙем һанағанса, төплөрәк материалдарымды “Башҡортостан”ға бирергә тырышам.
Ике гәзиттә лә әүҙемлегемде баһаланылар. “Йәшлек”тең баш мөхәррире Батыр ағай мәрхүм Назарғолов баштан уҡ, штаттан тыш хәбәрсе итеп алып, бүтән журналистарҙыҡы кеүек танытма ла тотторҙо хатта. Үҙаллы башҡорт телендәге йәштәр баҫмаһының иң тәүге йыл лауреаттарының береһе тип тә иғлан иттеләр, уҡып бөткәс тә үҙҙәренә эшкә килеремә өмөт бағланылар. Ә “Башҡортостан”дар иһә 1-се курсты тамамлағас уҡ, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, үҙҙәренә эшкә килергә өгөтләне. Мине, быға хәтлем редакцияла эшләп, ҡулда аҡса тотоп, үҙ көнөмдө үҙем күреп өйрәнгән кешене, аслы-туҡлы талип тормошо ялҡытып та өлгөргәйне. 1991 йылдың сентябре башында “Башҡортостан”ға эшкә сыҡтым.
Башҡорттарҙың иң оло гәзитенең баш мөхәррире Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовтың шәхсән үҙемә ҡарата атайҙарса хәстәрлекле мөнәсәбәтен тәүге көндәрҙән үк тойҙом. Әммә әпәүләп тә торманы. Эшләтә лә белде. Үҙемә лә район гәзите мәктәбен үткәнлектән баштан уҡ, мисәүгә егелеп, башҡа тәжрибәле журналистар менән бергә еңел булмаған мөхәрририәт эше йөгөн тартып алып китеү ауыр булманы.
Илдә барған ғәйәт ҙур үҙгәрештәр, әлбиттә, баҫмаларҙы ла урап үтмәне. Улай ғына ла түгел, күп осраҡта гәзитебеҙ үҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙың алдынғы сафында булды. “Башҡортостан” гәзитендә лә көн һайын иртәнге 9-ҙа башланған оператив кәңәшмәләр йылдам үҙгәреп торған төрлө кимәлдәге ваҡиғаларҙы уртаға һалып тикшереү, уларҙы гәзиттә яҡтыртыу, көнүҙәк темалар, яңы талаптар, үткән һандарға анализ һәм башҡа шуның кеүек бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә ижади ҙа, бәхәсле-шаулы ла мөхиттә үтә торғайны.
Бөтөн ғүмерҙәрен журналистикаға бағышлаған, араларында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла булған, үҙ фекерҙәрен ҡыйыу әйтә алған абруйлы-абруйлы, республикаға билдәле журналистарҙан торған, көн һайын ҙур гәзит сығарған оло коллектив менән етәкселек итеүе һис кенә лә еңел түгел, әлбиттә. Әммә ҡыҙыу бәхәсле, хатта үҙ-ара әрләшеүгә барып еткән осраҡтарҙа ла Тәлғәт Ниғмәтулла улының тыныс ҡала белеүе, бер кемгә лә ҡысҡырмай, төплө фекерҙәре менән барыһын да тынысландырып, мәсьәләләрҙе ҡылысһыҙ хәл итеүе хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған.
Ул етәкселек иткән осорҙа “Башҡортостан”да ла үҙгәрештәр, яңы алымдар, эҙләнеүҙәр күп булды. Мәҫәлән, мин эшкә килеп, бер ай самаһы эшләгәс тә сираттағы кәңәшмәлә гәзиттә дин темаһын яҡтыртыу мәсьәләһе күтәрелде. Илдә һүҙ ирке менән дин иркенә лә юл асылғайны.
“Әлеге ваҡытта халҡыбыҙҙың иң һыуһаған темаларының береһе был, беҙ тиҙ арала уны яҡтырта башларға тейешбеҙ. Халыҡ һорай. Йә, кем тотона”, – тип, баш мөхәррир алдында теҙелешеп ултырған өлкән-өлкән журналистарға текәлде. Әммә инде 75 йылға яҡын донъя күреп килгән гәзиттә ғүмерҙә лә булмаған, илдә лә әле яңы ғына аяҡланып килгән, мәғлүмәт алырҙай дин әһелдәре лә, белешмә материалдар ҙа юҡ кимәлендәге темаға тотонорға, Бөйөк Ватан һуғышынан алда уҡ тыуып, намаҙлы-ураҙалы ата-әсәләре тәрбиәһендә үҫкән, инде йәштәре 60-ҡа етеп барғандар араһында ла йөрьәт итеүсе табылманы, бер-береһенә ҡарашып, шым ғына ултыра бирҙеләр, кабинетта ауыр тынлыҡ урынлашты. Аҡыллы етәксебеҙ был мәсьәләне лә хәл итеү юлын тиҙ тапты: “Әйҙәгеҙ, булмаһа, был теманы Сәлмәнгә бирәйек. Ҡәләме үткер, тарихи темаларға яҡшы яҙа, быныһына ла теше үтер. Йәш кеше үҙе лә өйрәнер, башҡаларҙы ла өйрәтер. Мин уға ышанам”, – тип, “Башҡортостан” гәзите тарихында төрән теше күрмәгән сиҙәмде һөрөү бурысын, урыҫ әйтмешләй, бында эшләгәненә “без году неделя” булған, өлкән коллегаларынан 30 – 40 йәшкә кесе, һуғышсан атеизм тәрбиәһендә үҫкән йәп-йәш кешегә йөкмәтеп ҡуйҙы.
Үҙ сиратымда, мин дә уның ышанысын аҡларға тырыштым. Тиҙ арала “Дин үә заман” махсус бите гәзиттең иң уҡымлы, уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән сәхифәһенә, халыҡ өсөн яңы рухи мәғлүмәт сығанағына әйләнде. Артабан былары янына тарихи темаларҙы, унан инде ижтимағи-сәйәси темаларҙы яҡтыртыу бурысы өҫтәлде. Бәғзеләре аҙнаға һуҙылған командировкаларҙа Башҡортостанды ғына түгел, Пермь крайынан тыш башҡорттар тарихи ерҙәрендә йәшәгән Рәсәйҙең бөтөн төбәктәрен дә урап сыҡтым. Үҙемә ышанып тапшырылған бурысты һәр ваҡыт барыһын да намыҫ менән, тырышлыҡ менән, уңыш менән башҡарҙым тип уйлайым. 1998 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булыуым да шуны иҫбатлайҙыр. Гәрсә былары – бүтән тема.
Иллә мәгәр баш мөхәррир Тәлғәт Сәғитов кеүек йәштәргә ышана ла, уларҙағы потенциалды күрә лә, уларҙы эшләтә лә, күтәрә лә белгән етәксенең ҡулы аҫтында оло журналистика юлына аяҡ баҫыу бәхете тейгәненә әле булһа һөйөнәм. Һәм ошо көндәрҙә 75 йәшен тултырған Тәлғәт Ниғмәтулла улын мәртәбәле юбилейы айҡанлы ихлас тәбрикләйем.
Уның һүҙҙәре, ысынлап та, хаҡ булды: “Башҡортостан” гәзитендә эшләү йылдары минең үҙемде лә өйрәтте һәм үҙем дә өйрәтер кимәлгә үҫтерҙе. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!