Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сәлимйән Бәҙретдинов

АҘАШҠАН АЛМАҒАС

 Хикәйәт

Ниңәлер эсе бошто Юлайҙың. Хатта күҙҙәре йәшләнде. Ниҙер етмәгән кеүек, яманһыулай. Әлегәсә башына ла инмәгән хәл-ваҡиғалар көтәме уны?.. Әллә көҙ, һарысай айы, күңеленә һағыш һаламы?.. Ҡаланан бигүк алыҫ та түгел тыуып-үҫкән ауылы, тик күптәнән ҡайтҡаны юҡ. Ата-инәһе олоғайып, әхирәткә күсте. Зыярат ҡылғанына ла инде байтаҡ. Хәҙер, улар һымаҡ, бер кем дә зарығып, өҙөлөп көтөп тормай. Шулай... Иҫән саҡтарында ата-инә – алтын һөйәк, тартып торған йылы төйәк шул. Йәнтөйәгенә ҡайтып йөрөп килһә, бәлки, һағыштары таралыр...
Юлай, күрше-күлән менән иҫәнләшеп, һөйләшеп торҙо ла үҫмер саҡ, йәшлек эҙҙәре ҡалған тауҙарға ынтылды. Ашҡынып, үрләне лә үрләне. Кәбән, эҫкерт дәүмәлендәй тораташтарға баҫып, тирә-яҡты ҡарай-ҡарай, иң бейек түбәгә артылды. Иҫ китмәле хозурлыҡ! Бындай йәмде тәү күргәндәй һоҡланып ҡарап торҙо ир-уҙаман. Йәннәт бит, йәннәт!.. Сәхрә ер тере һыу һымаҡ йәнен йәнләндереп ебәрҙе. Хистәре урғып, күңеленән йыр ағылды:
Тыуған ерем, һай, бигерәк йәмле,
Һулар һауалары сихәтле.
Тауҙарына менеп, ҡарап торһаң,
Йөрәккенәң итер һиммәтле.
Арыу уҡ ерһәп ҡайтҡан Юлай, ҡош һымаҡ талпынып, уралып та ятҡан теҙемдәр, арҡалыҡтар буйлап атланы. Ҡалҡыулыҡтарҙа – ҡарағас, итәктәрендә – ҡайын, уҫаҡ, сейә, селек... Ләззәт табып, кинәнеп бара торғас, бер түбәнең ожмахтай сағылына килеп сыҡты. Хайран урын, әйтерһең, ғашиҡтар осрашыр, серләшер өсөн хасил ителгән ғәжәйеп аулаҡ урын! Балаҫтай сирәме лә, урындыҡҡа оҡшаш яҫы таштары ла, сусайып ҡалҡып торған ҡая ташының ышыҡланырлыҡ өңөрөһө лә бар. Йәнә... Көнгә ҡараған битләүҙән аҙ ғына аҫтараҡ һарыға мансылған ағастар араһында – ҡыҙарып бешкән алмалар!.. Был – монар, сағым ғыналыр?.. Тәьҫораттарҙан иҫ-аңы томаланып, күҙенә күренәлер, күңеле иләҫ-миләҫ киләлер... Бейек тау ҡуйынындағы шыр ҡайын, уҫаҡ араһында ниндәй алмағас үҫһен?.. Юлай, һушыма киләйем тип, биттәрен сәпәкәйләп алды ла, түбәнгәрәк төштө. Үәт мөғжизә!.. Ысынлап та, ҡаршыһында – тос алмаларҙан ботаҡтары эйелгән ҡупшы алмағас!.. Ҡырағай тиер инең, емештәре хәтәр эре. Әҙәм ышанмаҫлыҡ күренеш... Ярай әле, фотоаппаратын алған. Уңдан да, һулдан да тороп, “һылыуҡай”ҙы фотоға төшөрҙө. Тамам аптырап, тирә-йүнде байҡаны, әммә башҡа алмағасты тапманы.
Ғәжәп ҡылырлыҡ хәл!.. Ауылдан өс саҡрымдай ергә – бейек тау битләүендәге ағастар араһына кем алмағас алып барып ултыртһын?.. Әллә берәй иҫәүән булдымы икән?.. Ауылда бер нисә кеше генә баҡсаларында алмағас үҫтерә. Ҡырыҫ тәбиғәтле Уралда, ҡырау һуғып, йыл һайын емеш-фәлән дә булмай. Ә һис кем уйламаған урында... Әллә Хоҙай Тәғәләнең хикмәте тигәндәре шулмы икән?.. Уйҙарының осона сыға алманы Юлай. Был ғиллә тамам мейеһен сорнап алды. Белһә, серҙең асылын күпте күргән Динмөхәмәт аҡһаҡал ғына беләлер.
Юлай, йәһәтләп, ауылға ыңғайланы. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйған юлына, тигәндәй, Динмөхәмәт ағай йорто алдындағы эскәмйәлә ултыра ине. Олоғайып киткән, әммә төҫ ташламаған. Ҡаланан ҡайтҡан ырыуҙашын, яҡын затын аяғүрә баҫып, ай-һайлап ҡаршыланы. Йәшәйеш хәлдәрен белешкәс, Юлай Йәмтауҙа күргәнен хайран итеп һөйләне. Ә Динмөхәмәт ағай бер тына шым ҡалды, тәрән уйға сумды. Йөҙө берсә балҡыны, берсә болоҡһоно. Ниндәйҙер сетерекле ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрҙө, күрәһең.
– Ҡәрҙәшем, – тине ул, ниһайәт, – Йәмтауҙа һин юлыҡҡан, хатта ауылдаштарҙан бер кем дә күрмәгән, белмәгән алмағас бер-береһен үлеп яратҡан ике йән – Һөйәрғол менән Һөйөм-Һөйөмбикә осрашып йөрөгән һәм фани донъя менән хушлашҡан урын. Һөйөмбикәнең күргәне-кисергәне, тәҡдире, аҙашҡан һөйөүе ғәйәт аяныслы.
– Шулаймы ни?.. – Юлай тетрәнде. – Был фажиғәле мөхәббәт тураһында инәйем әхирәттәре менән кис ултырып мамыҡ шәл, ойоҡ бәйләгәндәрендә ишеткеләп ҡалғайным. Ләкин нескәлектәрен белмәйем.
– Тормош ул, ҡустым, үтә лә ҡатмарлы. Уны аңлап бөтөп тә булмай. Ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, ғаилә мөнәсәбәттәрен дә. Һөйөмбикә яҙмышын уйлаһаң, уйылып китерлек. Быны төшөнөр өсөн тәү ата Әҙәм менән тәү инә Һауа тарихын хәтерләү кәрәктер. Уны миңә бик тә диндар олатайым әллә нисә мәртәбә һөйләгәйне. Тыңла, туғаным...
***
“Һауа бик матур ине. Буйы Әҙәм ғәләйһиссәләмдеке кеүек. Күҙҙәре ҡара, саф тауышлы, Әҙәмдекенән нескәрәк. Сәсе йөҙ толом, уларға ожмах ынйылары һәм яҡуттары үрелгән. Хаҡ Тәғәлә йөҙ өлөш матурлыҡтың туҡһан өлөшөн Һауаға биргән.
Әҙәм иҫ китмәле гүзәл Һауаны күргәс, күңеленә мөхәббәт төштө. Ул уға яҡынларға теләп, ҡулын һуҙҙы. Шул саҡ Ябраил ғәләйһиссәләм: ”Әй Әҙәм, ҡулыңды һуҙма, Һауа һинең өсөн яратылһа ла, никахһыҙ йоғоноу ярамай! Хаҡ Тәғәләнән уны хәләл ефетлеккә һора,” – тине. Әҙәм тыңлап, һораны һәм Хаҡ Тәғәлә никах хөтбәһен уҡыны, хитап та ҡылды:
– Эй, Әҙәм, һине ҡөҙрәтем менән яралттым, һиңә рухымдан йән бирҙем, бөтә нәмәнең исемен белдерҙем, иптәш өсөн Һауаны бар ҡылдым, ожмахыма кереттем. Әммә бер аманатымды һаҡла.
– Аманатың ни, әйт, мотлаҡ һаҡлармын, – тине Әҙәм.
– Ожмахымдағы төрлө ниғмәттәремде аша, шишмәләренән һыу эс, тик ошо ағасҡа яҡын барма, дошман һүҙенә һис ҡарама...
Бынан һуң ожмахта торҙолар, төрлө ләззәтле емештәр менән ризыҡландылар. Алмағас емешенән генә һаҡландылар. Әммә ожмахтың ҡайһы тарафына ғына барһалар ҙа, Аллаһы Тәғәлә тыйған ағас ҡаршыларында торҙо.
Иблис Хоҙайҙың рәхмәтенән яҙғандан һуң, Әҙәм ғәләйһиссәләмгә дошманлығын шайтанлыҡ үә хәйлә аша бойомлаштырырға маҡсат ҡуйҙы. Хаҡ Тәғәләнең Әҙәмде бер емеште ауыҙ итеүҙән тыйғанын белеп, ғәйәт шатланды, ерҙән күккә осоп, ожмахҡа керергә теләне, ләкин керетмәнеләр. Унан бер мәхлүк сыҡһа, уға хәйлә ҡороп, инермен, тип уйланы. Ниһайәт, Тауис сыҡты. Иблис уға өндәште:
– Э-эй, матур ҡош, һин кем?
– Мин – Тауис, ә һин кем?
– Мин Аллаһыға яҡын фәрештәләрҙән бер фәрештәмен. Һәр ваҡыт ғибәҙәт ҡыламын. Ғибәҙәткә әүәҫлегем артһын өсөн Хаҡ Тәғәләнең дуҫтарына әҙерләгән ниғмәттәрен күрәһем килә. Мине ожмахҡа керет, әжеренә һиңә тылсым өйрәтермен, уны белһәң, ауырымаҫһың, ҡартаймаҫһың, мәңге ожмахта ҡалырһың.
– Быға минең көсөм етмәй шул. Йылан исемле ҡәрҙәшем бар, һине ожмахҡа индерергә уның көсө етер.
Алданған Тауис, Йыланға барып, ҡыуанып әйтте:
– Һөйөнөс, Аллаһыға яҡын бер фәрештә килде. Өс һүҙ өйрәтермен, мәңге ожмахта ҡалырһығыҙ, ҡартаймаҫһығыҙ, тине. Беҙҙең менән туғанлашырға теләй.
Йылан ашығып ожмахтан сыҡты, Иблис вәсвәсәһенә бирелеп:
– Ожмах һаҡсылары бик һаҡ, нисек кенә алып керәйем? – тине.
– Ауыҙыңды ас, шунда боҫоп, инермен.
Иблис уның ауыҙына кереп йәшеренде. Әммә ожмах һаҡсылары Иблистең Йылан ауыҙында икәнен һиҙҙе һәм ҡыуып сығарырға ниәтләнде. Шул мәл Хаҡ Тәғәләнән фарман булды:
– Ҡыумағыҙ! Минең бер серем үә хикмәтем бар...
Иблис Әҙәм менән Һауа янына күҙ йәштәрен түгеп килде. Икеһе лә уны таныманы.
– Ни булды, ниңә илайһың? – тип, бер ауыҙҙан һоранылар.
– Һеҙҙе уйлап илайым, – тине Иблис. – Был донъяла матурлыҡта һеҙгә тиңдәш юҡ, әммә үтер ваҡыт, бер көн килеп, үлерһегеҙ.
– Үлем нәмә ул? – Әҙәм аптырап һораны.
– Тәнегеҙҙән йәндәрегеҙ сығып осор, күҙҙәрегеҙ күрмәҫ, ҡулдарығыҙ тотмаҫ, аяҡтарығыҙ йөрөмәҫ...
Әҙәм ғәләйһиссәләм оло ҡайғыға батты... Иблис Һауаға:
– Хаҡ Тәғәлә тыйған ағастың емешен ашаһағыҙ, мәңге ожмахта ҡалырһығыҙ, үлмәҫһегеҙ. Мин һеҙгә быны нәсихәт итеп әйтәмен, – тип ант итте.
Был һүҙҙәр Һауаның күңеленә хуш килде. Ул тыйылған ағастың бер ботағын һындырып килтерҙе.
– Эй, Әҙәм, был ағастың емеше бик тәмле үә ләззәтле икән дә, мин уны ашап ҡараным, мә, һин дә татып ҡара, – тип йәнәшенә һуҙҙы.
Әҙәм бер емеште ауыҙына ҡабып сәйнәне. Шул саҡ Хаҡ Тәғәләнең: “Тыйылған ағасҡа яҡын бармағыҙ! – тигән әмерен иҫенә төшөрөп, муйынын ҡыҫты, орлоҡто эскә ебәрмәне, әммә тышҡа ла сығара алманы, ул боғаҙында төйөн булып ҡалды.
Шул саҡ Әҙәм менән Һауаның баштарынан таждары, өҫтәренән хөлләләре төштө, күҙҙәренә бер-береһенең яланғас ғәүрәттәре күренде. Ояттарынан уфтанып, ғәүрәттәрен ҡаплар өсөн япраҡ эҙләп йүгерҙеләр. Үтенеп һораһалар ҙа, бер ағас та япрағын бирмәне. Йөҙөм ағасы Әҙәмдең сәсенән тотто. Ул өҙгәләнеп:
– Ебәр инде, ебәр, – тип үтенде.
– Юҡ, ебәрмәйем, – тине йөҙөм ағасы. – Мин Аллаһы Тәғәләнең әмере менән эләктерҙем һине. Әгәр ебәрһәм, һинең кеүек гонаһлы булырмын.
Шул саҡ Хаҡ Тәғәләнән хитап ҡылынды:
– Йә, Әҙәм, минән ҡасаһыңмы?
– Эй, Раббым, Һинән оялыуымдан ҡасамын.
– Һин ҡайҙа?
– Ағас ботағында бәләгә ҡалдым, тотҡонмон, яланғасмын. Йә Раббым, ҡотҡар мине, ҡотҡар!
– Эй, Әҙәм, ҡайғы-хәсрәтеңә гонаһың сәбәптер... Бойороғомдо үтәмәгәнең өсөн һиңә ун бәлә бирәмен. Беренсе – шелтә; икенсе – тажың һәм хөлләң төшөп, яланғасланыу; өсөнсө – йөҙөң үә тәнең ҡаралыр; дүртенсе – ожмахтан сығарылаһың; бишенсе – Һауанан йөҙ йыл айырылып торорһоң; алтынсы – шайтан менән дошманлығың көсәйер; етенсе – гонаһлы исемен күтәрерһең; һигеҙенсе – шайтан балаларыңа үә малдарыңа ҡатышыр; туғыҙынсы – донъя зинданына ябылып, һыуыҡ, эҫелек үә төрлө ауырыуҙар менән һыналырһың; унынсы – тормошоңда күп мәшәҡәт кисерерһең.
Бынан һуң Хаҡ Тәғәлә:
– Йә, Һауа! Ҡайҙа һин? – тип һораны.
– Ай, Раббым, мин яланғас, ғәүрәтемде ҡапларға бер нәмәм дә юҡ.
– Яҙыҡ эш ҡылдың, шул сәбәпле яланғас ҡалдың, Әҙәмде лә ҡайғылы, яланғас иттең. Йәннәттән сыҡ! Һин ун биш бәлә менән һыналасаҡһың. Ошо гонаһың өсөн Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр ҡыҙҙарыңа хәйез ҡаны (айлыҡ күрем) аманаттыр. Икенсе – ҡатын-ҡыҙ заттарың ҡорһаҡтарында туғыҙ ай бәпәй йөрөтөр; өсөнсө – бәпес тапҡанда үлем әсеһен татыр; дүртенсе – ғиҙҙәт михнәтен кисерер; бишенсе – ирҙәре хөкөмөндә һәм ирегендә ғүмер итер; алтынсы – талаҡ ирҙәр ҡарамағында булыр; етенсе – мираҫты яртылаш кәм алыр; һигеҙенсе – шәһаҙәт биреүҙә, туғыҙынсы – аҡылда, унынсы – диндә кәм, ун беренсе – сәләм биргәндә, ун икенсе – йома, йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙарҙан, ун өсөнсө – пәйғәмбәрлектән, ун дүртенсе – хәлифәлектән үә батшалыҡтан мәхрүм ҡалыр; ун бишенсе – уларға мәхрәмәһеҙ сәфәр ҡылыу хәрәм һаналыр.
Гонаһтары өсөн башҡалар ҙа язаһын алды. Ғазраил ғәләйһиссәләм Тауистың башынан тотоп, уны ожмахтан сығарҙы. Фәрештәләр, йолҡоп алып, уның алты йөҙ ҡанатының икеһен генә ҡалдырҙы... Шунан йыланды килтерҙеләр. Аяғы – дүртәү, тәне йәшел зөбәржәттән биҙәкле, муйыны ла – зөбәржәттән, башы – ҡыҙыл яҡуттан, тештәре ынйы һымаҡ теҙелгән, ҡорһағы ҡыҙыл гөл кеүек. Ауыҙына шайтан кергәне өсөн бөтә тән ағзалары үҙгәртелде, теш төптәренә ағыу һалынды, ожмахтан сығарылды. Хаҡ Тәғәләнән хитап ҡылынды:
– Эй, Йылан, был ҙур гонаһҡа һин булышлыҡ иттең. Шуға ла хур бул, түшең менән йөрө, урының – ер, ризығың тупраҡ булһын.
Шунан Илаһ фәрештәләргә өндәште:
– Әҙәмдең сәсен ботаҡтарҙан ысҡындырығыҙ!
Әҙәм был яҡшы һүҙҙе ишетеп, Хаҡ Тәғәләнең бер шәфәғәте бар икән тиеп, ҡулы менән ағасҡа йәбешеп, ялбарҙы:
– Илаһым, хаталыҡ менән ҡылған гонаһым өсөн әүәлге хөрмәтеңде, зинһар, алма!
– Ҡоломдо сығарығыҙ!
Әҙәм икенсе ағасҡа сат йәбешеп, түбәнселек менән үтенде:
– Мине йәннәттән ҡыума, Һинһеҙ минең ҡеүәтем юҡ.
Йәнә әмер ҡылынды:
– Эй, фәрештәләр, Әҙәмде ожмахтан йолоғоҙ!
Фәрештәләр уны тартып алды, әммә ул тағы ла бер ағасҡа тотоноп:
– Һин минең нәҫелемдән пәйғәмбәрҙәр килеренә вәғәҙә иттең. Иҙрис, Нух, Ибраһим... Әгәр бер хата ҡылһаң, Мөхәммәт Мостафа итәгенә йәбеш, ҡотолорһоң, тигәйнең. Шул һуңғы пәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә рәхимлек ҡыл!.. – тип инәлде. – Хөкөмөң дә, тәҡдир ҙә Һинеке. Һин ғәфү итеүсе, мине ярлыҡа!..
Хаҡ Тәғәлә олуғ шәфәғәт килтерҙе. Хәҙер ни теләһә, шуны биреү лазым тиеп, йомшаҡлыҡ менән хәҡиҡәтте асты:
– Эй, Әҙәм, ярлыҡаным. Дәхи һинән һуң килеүсе балаларың, гонаһтар ҡылып, Миңә һығынһалар, уларҙы ла ярлыҡармын. Ләкин Мин һине Ер йөҙөндә тороу һәм хәлифә ҡороу өсөн яраттым, шуға ла ожмахтан сыҡ.
Әҙәм Илаһтың мораты ни булғанын аңланы һәм Һауа менән инжир ағасынан биш япраҡ алып, ғәүрәттәрен ҡапланы. Ожмахтан сығып:
– Тәүбәм ҡабул ҡылынып, йәннәткә керәсәгемде төшөндөм, – тине.
Хаҡ Тәғәләнән хитап килде:
– Эйе, тәүбәңде ҡабул ҡылдым...”
***
Динмөхәмәт уҙаман хикәйәтен тамамланы ла, тыңлаусыға күҙ ташлап, тын ҡалды. Тәьҫир иттеме, кисереш уяттымы, юҡмы?..
– Бығаса ишеткәнем юҡ ине, – тине Юлай әҫәрләнеп. – Бик ҡыҙыҡ һәм дә фәһемле.
– Заттарыбыҙ белмәй шул ошо рухи хазинаны. Ҡыҙғаныс! Ә бит уның асылына ифрат та тәрән мәғәнә, аҡыл һалынған: никахһыҙ ҡатын-ҡыҙға йоғонмау, аманатты һаҡлау, тыйылғандан тыйылыу, ҡотҡоға бирелмәү, яҙыҡ эш ҡылмау, ҡайғы-хәсрәткә ғәйеп эш сәбәп булыу, гонаһ өсөн язаһыҙ ҡалмау, тәүбә итеү, ярлыҡау... Яҙыҡ эш иһә ғүмер баҡый Әҙәм менән Һауаның нәҫелдәрендә сағыла. Тыйылғандан тыйылыу – донъялағы бар бәндәгә һабаҡ, фәһем дә бит!
– Һөйәрғол, Һөйөм яҙмышы ла шуның бер сатҡыһы, сағымы булып сыға ла баһа!
– Нәҡ шулай, ҡәрҙәшем... Иблис ҡотҡоһона бирелеп, Әҙәм менән Һауаның гонаһына Йылан булышлыҡ иткән кеүек, Һөйөмдөң бәхетһеҙлеге Исхаҡ тигән ҡәбәхәт бәндәнән башлана.