Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәлиф Кинйәбаев

БЕРГӘ ЙЫЙЫЛҒАНДА

Очерк

Һыҙылып ҡына таң ата, йәйге ҡыҫҡа төндән һуң томранан йонсоған миллионлы ҡала, йоҡоһо туймағандай, теләр-теләмәҫ кенә уяна. Бөгөн йома, алда ике көн ял көтә.
Фәрзәнә иртүк торҙо: ир ҡатынының, әсә кешенең эше көн һайын тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Егеттәренең береһен эшкә, икенсеһен уҡырға оҙатырға кәрәк. Бер аҙ йоҡлаһындар әле. Шым ғына һыу ағыҙып, сәйгүнде ҡайнатырға ҡуйҙы, һыуытҡыстан аҙыҡ-түлек алды. Иң тәүҙә тормош иптәше Тәлғәт Ниғмәтулла улы күренде.
– Хәйерле иртә, иркәм! Нисек йоҡланың?
Өлкәне Азаматты уятып торорға ла кәрәкмәй, ул арала булмай килеп тә сыҡты. Ә бына кесеһе Салауат бер аҙ өгөтләүгә мохтаж һымаҡ. Атаһы бында ла кәрәкле һүҙҙәрҙе тапты:
– Тороғоҙ, сэр, һеҙҙе бөйөк эштәр көтә!
Бәй, балаларҙы шулай дәртләндереп, юғары маҡсаттар ҡуйып үҫтермәй ни. Киләсәктә уларҙы нимә көтөрөн кем белһен. Бер заман улар ҙа алмашҡа килер.
Өҫтәл артында тәғәйен урындарын алыуға барыһы ла әҙер ине. Иртәнге мәл бит. Көндө һәйбәт кәйеф менән башлау күңелле.
Азамат менән Салауат ҡабаландылар. Ҡала ҙур. Бараһы ерҙәре лә байтаҡ алыҫ ҡына. Аштарын ашап бөтөр-бөтмәҫтән сәйҙәренә йәбештеләр.
Атаһы Салауатҡа күҙ ташланы.
– Һинең эштәрең нисек бара, улым?
– Бөгөн иртән минең имтихан, етмәһә, төштән һуң хәрби әҙерлек, – тине Салауат. – Ҡала башлығына Йәштәр көнө айҡанлы ҡотлау яҙып бирергә, сәғәт дүрттә кәңәшмә, тинеләр.
Атаһы ҡыуанды. Улы бурыстарын аныҡ белә, тимәк, эшендә теүәл буласаҡ. Дүртенсе курста ҡала хакимиәтендә практика үткәйне, оҡшатҡандар мәғлүмәтле, белемле егетте, аҙаҡҡы курста йәштәр бүлегенә эшкә саҡырҙылар.
Үҙенең эшен иҫкә төшөрҙө. Мәскәүгә, Щепкин училищеһына студенттар ебәрергә ҡарар иттеләр. Илленсе йылдарҙа бөгөнгө театрҙың ғорурлығы булған мәшһүр артистар Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Роза Кәримова, Зинира Атнабаева, Хәмит Яруллиндар төркөмө Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡандан һуң был тәңгәлдә ундай бәйләнеш булманы. Һуңғы ҡырҡ йылда тәүге тапҡыр бит. Аҡ йортта Президент хакимиәте һәм Хөкүмәт араһында йәштәрҙе уҡытыу зарурлығын иҫбатлап байтаҡ йөрөргә тура килде. Ярай әле, хәлде аңланылар. Тулы бер төркөм уҡырға барасаҡ баш ҡалаға. Эргәләренә көслө генә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы беркетергә ине. Үҙебеҙҙең милли театрҙар өсөн кадрҙар әҙерләйҙәр, тимәк, телде лә яҡшы белергә тейештәр. Ун йылдан артығыраҡтыр инде, кемделер Мәскәү вузында, кемделер ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа уҡытып ҡайтарғайнылар. Шулар араһынан Гөлдәр Ильясова, Азат Нәҙерғолов, Байрас Ибраһимов бөгөн режиссураны төпкә егелеп тартыусылар. Шөкөр, 1998 йыл тағы ла ете һәләтле егет-ҡыҙыбыҙҙы баш ҡалабыҙға уҡытырға ебәрҙек. Тиҙҙән улар ҙа режиссуралағы ҡытлыҡты бөтөрөп, үҙаллы эштәре менән ҡыуандырыр.
Министр ҡабаланды, өҫтәлендә ашығыс хәл итеүҙе талап иткән эш ҡағыҙҙары өйөлөп ята. Етмәһә, теге аҙнала драматург Ғәзим Шафиҡов пьесаһын ҡалдырып киткәйне. Министр ҡыҙыҡһынып уҡырға үҙе һорап алды. Быныһы, бәлки, кәрәкмәгәндер. Ләкин әҫәрҙе төп театр – Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәләштерергә йыйына. Алдан уҡ танышып сығыу һис тә артыҡ булмаҫ.
Иртәнге аш тамам. Алда әле өр-яңы башланмаған көн. Һәр кем үҙ эшенә ҡабаланды. Иң һуңғы булып өйҙән Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы сыҡты. Бөгөн йома. Был көндө ул белгән доғаларын уҡып, һәр ваҡыттағыса, бөтмәҫ эштәренә күмелде. Күпме талип-талибәләре уны көтә. Ана, бер ҡыҙыҡайы үткән йәкшәмбелә тыуған ауылынан Өфөгә килгәндә аварияға эләккән. Әле дауаханала ята. Уның хәлен белеп килергә кәрәк. Бәлки, ярҙамға мохтаж булып, зарығып яталыр?
***
Фәрзәнә менән Тәлғәт 1963 йылда Өфө ҡалаһында танышҡайны. Тәлғәт Сәғитов Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған дуҫы Рәмил Вәлиев менән Гоголь урамындағы 11-се йортта урынлашҡан сәнғәт училищеһының ике ҡатлы ятағы эргәһенән үтеп баралар ине. Рәмил Тәлғәткә: “Бында минең һеңлекәш йәшәй, әйҙә, хәлен белеп сығайыҡ”, – тип тәҡдим итте. Ошонда Тәлғәт тәүге тапҡыр үҙенең буласаҡ тормош иптәше Фәрзәнәне күрҙе лә инде. Йырсы булырға әҙерләнгән Фәрзәнә – яҡташы, Ишембай районының Көҙән ауылынан икән. Фәрзәнә яҡташ ағайҙарын сәй менән һыйланы. Бергә күңелле генә итеп һөйләшеп ултырҙылар.
Бер нисә көндән Тәлғәт ятаҡҡа яңынан килә һәм ҡыҙҙы ҡала буйлап йөрөп килергә саҡыра. Улар Өфө урамдары буйлап байтаҡ ҡына һөйләшеп йөрөй, бергә үтәсәк тәүге һуҡмаҡтарын һала. Һәм был һуҡмаҡтар йәнәш үтәсәк тормош юлына әүерелә.
Был ваҡытта Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөй, Тәлғәттең филология факультетын тамамлаған мәле. Университеттың иң әүҙем студенттарының береһе була Тәлғәт Сәғитов. Тап шуның өсөн дә 1964 йылдың 5 мартында 21 йәшлек егетте ВЛКСМ өлкә комитетының мәктәп йәштәре һәм пионерҙар бүлегенә инструктор итеп эшкә саҡыралар. Ең һыҙғанып эшкә тотона егет, уҡыуын да ҡалдырмай, дипломын да яҙа.
Шулай итеп, Тәлғәт комсомолдың өлкә комитетында дәртләнеп эшләп йөрөй. Көндәр шул тиклем тығыҙ, хатта үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Иртәнге 8-ҙән киске 6-ға тиклем үҙ эшендә. Сәйәси ваҡиғалар күп, һәр береһендә ҡатнашырға, ойошторорға, яуап бирергә кәрәк. Өҫтәүенә, ятаҡтағы бүлмәһендә дипломы яҙыла башлаған килеш ята. Диплом темаһы итеп Хәким Ғиләжевтең ижадын алғайны. Былай еңел яҙыла. Яҙылмаҫ та ине, иртән дүрттән, биштән тороп, һабаҡташтары әйтмешләй, саф баш менән тотона. Эштән һуң көн һайын тиерлек Фәрзәнә эргәһенә лә барып өлгөрә. Театрҙарҙың, концерттарҙың береһен дә ҡалдырмайҙар, киноһын да ҡарайҙар, китапханаларға, ял паркына ла бергә йөрөйҙәр. Йәштәрҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бер-береһенә иғтибарлылар, киләсәккә яҡты, матур хыялдар ҡоралар. Төнгө 12-лә Тәлғәт Фәрзәнәне ятаҡҡа оҙатып ҡуя. Хушлашмай ҙа сара юҡ, сөнки ятаҡ ишектәре киләһе таңға тиклем ныҡлы бикләнә.
Диплом эшен яҙып өлгөрттө Тәлғәт, абруйлы комиссия алдында “бишкә” яҡланы. Аҙаҡ бер нисә йыл үткәс, Хәким Ғиләжев үҙенең сираттағы китабын: “Минең ижадымды иң тәүге өйрәнеүсегә хөрмәт менән”, – тип яҙып бирә.
Әйткәндәй, студентты өлкә комитетына эшкә саҡырыуҙары бик һирәк күренеш, бигерәк тә тормош тәжрибәһе булмағанын. Был осраҡта, әлбиттә, университеттың комсомол комитетында дүрт йыл буйы мәҙәни эштәр өсөн яуаплы булараҡ күрһәткән ойоштороу һәләте лә иғтибарға алынмай ҡалмағандыр. Университетты тамамлағас, комсомолдың өлкә комитетында ҡолас ташлап эшен дауам итә. Ләкин егеттең ярты күңеле Маҡар яғында. Ауылда яңғыҙы йәшәүсе әсәһе Зөләйха Нәғим ҡыҙы юҡ-юҡ та: “Балам, ауылға ҡайтып эшләһәң ине. Бер үҙемә ҡыйыныраҡ бит. Олоғаям да инде. Былтыр өй һала башланыҡ бит. Ҡайт, балам, мәктәптә эшләрһең”, – ти. Тәлғәт атаһын бөтөнләй күрмәй. Атаһы Ниғмәтулла һуғышҡа киткән 1942 йылдың йәйендә тыуа ул. Шул йылдың көҙөндә үк аяуһыҙ һуғыштарҙың береһендә атаһы һәләк була.
Ысынлап та, әсәйгә бер үҙенә ауырҙыр, ти ҙә, Тәлғәт, Өфөнө, комсомолдың өлкә комитетын ташлап, йөрөгән ҡыҙы менән ваҡытлыса айырылышып торорға тура киләсәген аңлап, ҡайтырға була. Тәлғәттең Өфөнән Маҡарға әйләнеп ҡайтыуы беренсе тапҡыр түгел. 8-се кластан һуң хәҙер бөтә Рәсәйгә билдәле 1-се интернат-мәктәптә уҡығайны. Уҡыу ҙа оҡшай, бында күңелле лә, ләкин әсәһен уйлап, бер йылдан һуң интернат-мәктәпте ҡалдырырға мәжбүр була.
Маҡарҙа Тәлғәтте йылы ҡаршылайҙар. Район мәғариф бүлегендә Маҡар мәктәбенең директоры вазифаһына тәҡдим итәләр. Тәлғәт баш тарта. Завуч вазифаһына ҡоҙалайҙар. Унан да баш тарта, тик уҡытыусы булам, ти. Егетте рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Тик йәш уҡытыусыға тыуған мәктәбендә әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Ярты йыл да үтмәй, ауыл уҡытыусыһын комсомолдың Ишембай ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлап та ҡуялар. Оҙаҡламай Тәлғәт Фәрзәнәгә өйләнешергә тәҡдим яһай. Икенсе секретарҙың ғаилә ҡороуы ҡала һәм район етәкселәренең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Тәлғәт менән Фәрзәнәнең никахын теркәү ваҡыты еткәс, Никах йортона КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары Миңлейәр Бәхти улы Ғазнановҡа эйәреп, ҡала һәм район советтары рәйестәре, икенсе, өсөнсө секретарҙар йәштәрҙе ҡотларға килә. Шундай ҙур вазифалы кешеләрҙең ҡотлауы йәштәрҙе ҡыуандыра ла, дәртләндерә лә, аптырата ла. Бындай шәхестәрҙең ғаилә тормошона фатиха биреүе – онотолмаҫлыҡ кешелек дәресе булды. Ишембайҙа уларҙың тәүге улдары Азамат тыуа.
Фәрзәнәнең һирәк осрай торған тауышын училищелағы уҡытыусылары ныҡ оҡшата, уға киләсәктә ҙур йырсы булыр, тип өмөт бағлайҙар. Шул уҡ ваҡытта үҙенең дә артабан уҡығыһы, һайлаған һөнәре буйынса юғары белем алғыһы килә. Өҫтәүенә, сәнғәт училищеһын тамамлағанда, уға Мәскәү консерваторияһының көндөҙгө бүлегенә йүнәлтмә бирәләр. Әйткәндәй, бындай бәхет бик һирәктәр өлөшөнә генә эләгә торғайны. Ләкин Ишембайға ҡайтыу, кейәүгә сығыу сәбәпле, йәш кәләшкә мәртәбәле тәҡдимдән баш тартырға тура килә.
1966 йылда 24 йәшлек Тәлғәт Сәғитовты комсомол ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлайҙар. Бер нисә йыл республикабыҙҙағы ВЛКСМ ҡала комитеттарының беренсе секретарҙары араһында иң йәше булып йөрөй ул. Әммә йәш булһа ла маҡтаулы, сөнки ҡаланың комсомол ойошмаһы алдынғылар иҫәбендә йөрөй. Шуға ла уны Мәскәүгә ВЛКСМ-дың 50 йыллығына арналған юбилей пленумына республиканың етмешкә яҡын алдынғы йәштәре менән делегат итеп ебәрәләр.
Ә Фәрзәнә артабан уҡыу тураһындағы уйын ташламай. Тәлғәт Ниғмәтулла улы ла был тормошта юғары белем ныҡ кәрәк буласағын аңлап, ниәтен хуплап торҙо.
Бер тапҡыр Өфөгә командировкаға килгән ваҡытта Тәлғәт Сәғитов Башҡорт АССР-ының ул ваҡыттағы мәҙәниәт министры Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхфәтуллина менән осраша. Һүҙ араһында ғына ул Өфө сәнғәт институтында вокал бүлеге ҡасан асылырын белешә. Был һорауға баҙап ҡалған министр: “Киләһе йылдан асырға уйлайбыҙ”, – тип яуап бирә.
Фәрзәнә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, яңы бүлеккә ҡабул ителә, институтҡа уҡырға инә. Хәҙер Тәлғәт алдында ла Өфөлә эш эҙләү мәсьәләһе килеп баҫа. Бәхеткә ҡаршы, шул йәйҙә – 1969 йылда инде хәҙер ярайһы тәжрибәле комсомол хеҙмәткәренә өлкә комитетта бер нисә вазифа тәҡдим итәләр. Күп тә үтмәй, ул пропаганда һәм мәҙәни-масса эштәре бүлегенең мөдире урынбаҫары вазифаһында эш башлай. Ә инде 1971 йылда Тәлғәт Сәғитов ВЛКСМ өлкә комитетының бюро ағзаһы һәм секретары итеп һайлана.
Ул башкөллө пропаганда, агитация мөхитенә сума, илебеҙҙең рәсми идеологияһын тормошҡа ашырыуҙа актив бер шәхескә әйләнә. Рәхәтләнеп ижади йәштәр менән эш итә. Ул заманда Белорет – Шишмә тимер юлын гөрләтеп төҙөйҙәр. Был хаҡта иң кәмендә роман, һис юғы, повесть яҙылырға тейеш. Эшлекле, талантлы йәш яҙыусыны табып, ошо удар комсомол төҙөлөшөнә ебәрергә кәрәк. Тап шул осорҙа йәш яҙыусы Булат Рафиҡов үҙенә ҡулайлыраҡ эш эҙләп йөрөй. Булат Рафиҡовты бер осратҡас, Тәлғәт Сәғитов унан: “Комсомол төҙөлөшөнә ижади командировкаға барырға теләгең юҡмы, Булат ағай?” – тип һорай. Килешәләр. Китә Булат Рафиҡов. Бер йыл үткәс, Булат Рафиҡов “Тауҙарҙа ҡар иртә ята” исемле китабына “Тәлғәт! “Тормошта, әгәр һин булмаһаң”, – тип әйтерлек мәлдәр була. Эйе, әгәр һин булмаһаң, был китап та яҙылмаҫ ине. Ошо китап һинең кешеләргә бик-бик кәрәкле булыуыңа дәлил. Һин ошо командировка менән мине прозаик иттең. Булат. 9.03.1973 йыл”, – тип яҙа.
Ҡатыны Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы ла студентка булараҡ үҙенең ижади эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә, 1970 йылда йәш йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге 1-се республика конкурсында профессиональ йырсылар араһында беренсе дәрәжә лауреат исемен яулай.
1975 йылда Сәғитов КПСС өлкә комитеты ҡарары менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына яуаплы сәркәтип итеп ебәрелә. Бында эшләгәндә ул яҙыусыларҙың барыһы менән дә танышып өлгөрә. Тап шуның арҡаһында әҙиптәр даирәһе уның өсөн әле лә ят түгел.
Барыһын да ҡыуандырып, 1977 йылдың 22 апрелендә икенсе улдары тыуа. Уға Салауат тип ғорур исем ҡушалар.
Эшлекле, кешелекле, партия, комсомол мәктәптәрен уңышлы үткән хеҙмәткәргә өлкә комитетта ла иғтибар итәләр. Күп тә үтмәй, 1977 йылда Тәлғәт Сәғитовты КПСС өлкә комитетының мәҙәниәт бүлегенә инструктор итеп эшкә тәғәйенләйҙәр. Обкомда эшләгәндә ул үҙен бары тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтә. Оҫта ойоштороусы, мәҙәниәтте нескә аңлаусы, кешеләр менән бик итәғәтле һөйләшеүсе, иғтибарлы аппарат хеҙмәткәре булараҡ абруй һәм танылыу яулап өлгөрә.
Оҙаҡламай ҡырҡа, бигүк көтөлмәгән үҙгәреш... Уны өлкә комитеттың идеология секретары Таһир Ахунйәнов саҡырып алып:
– Тәлғәт, нисек уйлайһың, беҙ һине “Һәнәк” журналына баш мөхәррир итеп ҡуйырға булдыҡ, – ти.
Тәлғәт Сәғитов ғәжәпләнеүенән шарҡылдап көлөп ебәрә. Таһир Исмәғил улы үҙе лә йылмайып:
– Ниңә көләһең? – ти ҙә етдиләнә. – Унда эштәр һис тә көлөрлөк түгел.
– Бәй, “Һәнәк”журналын көлмәйенсә иҫкә төшөрөп буламы һуң инде? – тип яуаплай буласаҡ баш мөхәррир.
Партия ҡушҡас, унда ла эшләргә тура килә Тәлғәт Ниғмәтулла улына. Республикала ысын сатириктар, юмористар һанаулы ғына. Улар араһында Әнғәм Атнабаев, Рәдиф Тимершин, Нур Ғәлимов, Сәғит Сәфиуллин, Марсель Сәлимов, Альфред Штабель, Хәлил Әхтәмов һымаҡ оҫталар менән эшләүе һис тә еңел түгел. Ләкин Тәлғәт Сәғитов һынатмай. Баҫманың тиражлы, йөкмәткеле дәүере. Баш мөхәррир үҙе лә ҡәләм сарлап алырға өлгөрә. Уның һәр номер һайын тип әйтерлек “Тәлғәт Салауатов”, “Тәлғәт Азаматов” тигән ҡултамға менән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында әсе һәм үткер мәҡәләләре донъя күрә.
“Һәнәк” коллективының тәүге “һынауын” уңышлы тапшырҙы яңы баш мөхәррир. “Һынау” һәр яҙ үтә торған шәмбе өмәһенә тура килде. Өмәнән һуң, әлбиттә, тырыш хеҙмәтте йыуа торған борондан килгән, хатта изгегә әйләнгән тип әйтерлек йола бар ине. Берәр һумдан ғына йыйылышалар. Матур ғына табын ҡорорға етә. Баш мөхәррирҙең бер һумын алыу бурысын яңы ғына эшләй башлаған һәм коллективта иң йәше Рәдиф Тимершингә ҡушалар. Үҙҙәре шым ғына етенсе ҡаттан күҙәтеп торалар. Рәдиф Тәлғәт Сәғитов эргәһенә килеп, йола хаҡында әйтеүе була, ҡалған ҡарҙы ваҡлап таратып тороусы баш мөхәррир һис һүҙһеҙ бер тәңкәһен сығарып та тоттора.
– Бирҙе, бирҙе, был беҙҙең кеше! – тип ҡыуана Атнабай.
Ике йылдан һуң редакция менән ҡапыл ғына хушлашҡан саҡта шағир Хөснулла Түләкәев: “Һеҙҙең менән, Тәлғәт Ниғмәтуллович, тәртипле генә эшләргә өйрәнгәйнек, тағы ҡыйшая башларбыҙмы икән?” – тип бойоғоп әйтеп ҡуя.
1980 йылда Тәлғәт Сәғитов телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Бында уға, заманса әйткәндә, “көрсөк менеджеры” ролен үтәргә тура килә. Сөнки телевидение аша барған тапшырыуҙар ҡорораҡ, матди-техник база ла яҡшынан тип әйтеп булмай.
Ең һыҙғанып тотондо яңы һәм яуаплы вазифаға Тәлғәт Ниғмәтулла улы. Бөтәһе лә белә: телевидениеның йоғонтоһо ла, әһәмиәте лә ҙур. Тик хәҙерге ҡорамалдар, мөмкинлектәр һәм кадрҙар менән киләсәккә атлап булмаясаҡ. Алдынғы сит илдәр күптән төҫлө телевидениеға күсеп бөттө. Ә Советтар Союзы киңлектәрендә был өр-яңы технологик ҡаҙаныштар күптән түгел генә индерелә башланы. Тәлғәт Сәғитов бер барғанда Мәскәүҙә дәүләт комитетында ошо хаҡта һөйләшеүҙәр башлап ҡараны.
– Әле Башҡортостанға иртәрәк, – тинеләр Мәскәүҙәге юғары вазифалы ағайҙар. – Иң тәүҙә, ҡағиҙә булараҡ, союздаш республикаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Уларҙан һуң һеҙгә лә сират етер.
Ә сираттың әлегә осо күренмәй. Балтик буйы республикаларын, Украина менән Белоруссияны – йәмғеһе 7-8 республиканы ғына төҫлө технологияға күсергәндәр. Тәлғәт Сәғитов тәүҙә үҙе мөмкинлектәрҙе өйрәнде, ныҡышмалылыҡ күрһәтте. ярҙамға республика етәкселеген дә йәлеп итте. Оҙаҡламай һөҙөмтә лә күренде. Республика СССР-ҙа тәүге унау араһында заманса төҫлө телевидение мөмкинлектәренә эйә булды.
Иҫке ҡорамалдарҙы һүтеп яңыһын ҡороу үтә лә ҡатмарлы үтте. Һүтеү менән ҡороу араһында ла тапшырыуҙар бирергә кәрәк бит. Уның өсөн ПТС-ты – күсмә технологик станцияны файҙаланырға мөмкин. Бер генә ара бар – 10 майҙан – Еңеү байрамы демонстрацияларын күрһәткәндән һуң 7 ноябргә тиклем – Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына арналған демонстрацияға тиклем. 10 майҙан 7 ноябргә тиклем теүәл һәм ҡәтғи график төҙөлә. Графиктан бер генә көн артта ҡалһаң да 7 ноябрь демонстрацияһын күрһәтә алмау ҡурҡынысы тыуа. Шөкөр, бер ниндәй ҙә өҙөклөккә юл ҡуйылмай, барыһы ла ваҡытында эшләнә. Аҙаҡтан КПСС өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире: “Нисек ҡурҡмай тотондоғоҙ? Ә өлгөрмәгән булһағыҙ?” – тип ниндәй хәүеф янағанын да аңғартты.
Матди-техник базаның яңырыуы, үҫеүе, ижади программаларҙың яйлап киңәйеүе, эфирға сығыу ваҡыты артыуы әле биләгән биналарҙың бәләкәй булыуын күрһәтте. Яңы биналар проектлау зарурлығы килеп баҫты. Тәлғәт Ниғмәтулла улы был эште лә уңышлы атҡарып сыҡты. Хатта КПСС өлкә комитетының ул саҡтағы беренсе секретары Миҙхәт Закир улы Шакиров: “Нисек улай тиҙ эшләй алдығыҙ?” – тип ғәжәпләнде. Хәҙерге радио һәм телевидениены төйәк иткән, вышка тирәләй төҙөлгән бина тап ана шул проект буйынса торғоҙолдо ла инде.
– Тәлғәт Ниғмәтулла улы етәкселек иткән йылдар радио менән телевидениеның йөкмәткеһен һәм асылын билдәләүсе дәүергә әйләнде, – тип хәтерләй журналистика һәм телевидение ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаев. – Ул йәштәргә йөҙ борҙо, һәләтлеләрен күрә, таба белде, үҫтерҙе. Рәйес Исмәғилев, Әлфирә Баргусова, Шәүрә Ғилманова, Римма Сәрүәрова һ. б. күптәр үҙҙәре, улар тәрбиәләп үҫтергән кадрҙар әле лә радио менән телевидениеның бөгөнгө йөҙөн билдәләй. Тәлғәт ағайҙың етәкселек итеү стиле, итәғәтле, ипле һөйләшеүе беҙҙе ғәжәпләндерә торғайны. Ул һәр ваҡыт тыныс ҡына итеп, исем-фамилияларҙы атамай ғына хаталарҙы төҙәтә. Үҙе тәҡдим индергән осраҡта ла башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һала. Тәлғәт Сәғитов мәктәбен үткән, уның һабаҡтарын алған кадрҙар бергә эшләгән ваҡыттарҙы һәр ваҡыт йылы хәтирәләр менән иҫкә төшөрә хәҙер ҙә.