Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәйес ТҮЛӘК

(14 октябрь 1959 – 31 март 2007) 

Киләсәктә ХХI быуат башы баш­ҡорт шиғриәте хаҡында һүҙ алып барғанда Рәйес Түләктең исеме иң тәүгеләрҙән булып әйтеләсәк. Беҙ, Рәйестең шиғриәтен тәрән аңлау­сылар, ХХI быуат башындағы Рәсәй, төрки халыҡтары, донъя шиғриәте хаҡында фекер йөрөткәндә лә Рәйес Түләктең исеме милли шағирҙар араһында тәүгеләрҙән булып әйтеле­ренә лә һис шикләнмәйбеҙ. XX быуат башы тигәндә беҙ иң беренселәрҙән булып Шәйехзада Бабич исемен телгә алған кеүек, XXI быуат башы тигәндә Рәйес Түләктең исемен атайбыҙ.
2007 йылдың 1 апреле. Ауылдашым, күршем, тиңдәшем (беҙ төрлө йылдарҙа тыуһаҡ та, арабыҙ өс ай ярым ғына), ҡә­ләмдәшем, фекерҙәшем Рәйестең вафаты хаҡындағы хәбәрҙе миңә телефон аша 1 апрелдә Азамат Юлдашбаев еткер­ҙе. Был хәбәрҙе ошо көндә ишеткәнгә күрәлер ҙә, яңылыш һүҙ таралыуы хаҡын­дағы икенсе яңылыҡты иғлан итеүҙәрен түҙемһеҙләнеп көттөм. Ышанғым кил­мәне. Ҡолаҡ берҙе ишетһә лә, күңел икенсене көҫәне. Әллә инде уның менән сабый саҡтан алып күршеләш булып йә­шәп, бергә уйнап үҫкәнгәме, бер үк Һаҡ­марҙың шарлауын, ауылыбыҙ янын­дағы болонлоҡта сиңерткәләр сырылдауын, кәкүк, һандуғас, Саҡ-Суҡ тауыштарын тыңлағанғамы, үҫә төшкәс, офоҡ артын­дағы оло донъяларға бергәләп атлап сыҡҡанғамы, булмышының һәр һыҙатын, күркәм сифаттарын, уңышта­рын һәм уңышһыҙлыҡтарын, хаталарын, шатлыҡ­та­рын һәм хафаланыуҙарын яҡшы бел­гән­гәме, тауышын үҙемдекеләй яҡын той­ғанғамы (минеңсә, беҙҙең ауыл кешеләре бер үк тауышлы һымаҡ), ул шулай тиҙ генә, көтмәгәндә, донъялыҡтан китерлек кеше түгел ине һымаҡ. Бала саҡтан спорт менән даими шөғөлләнгән, аҙаҡ һауа десанты ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән, тормоштоң һәр төрлө һынауҙарын, ауырлыҡтарын үтеп, әсе-сөсөһөн татып, утты-һыуҙы кисеп утыҡ­ҡан, типһә тимер өҙөрлөк, баҫһа баҡыр иҙерлек бәһлеүән ине бит ул...
Рәйесте ҡайҙалыр ынтылыу, ашҡыныу, үрһәләнеү кәйефе бер ҡасан да ташлап киткәне булманы. Бөгөн генә бөтә ту­лылығында аңлайым мин уның был халәтен: йөрәгендәге бер туҡтауһыҙ яныу уны шулай ҡайҙалыр ашҡындырып-талпындырып йәшәткән. Һәүетемсә, һәлмәк, талғын ғына һөйләшеп ултырып та булмай ине бит уның менән. Фекер йөрө­төүен­дәге тынғыһыҙлығы, фекер динами­каһы, хистәренең ҡапыл гөлтләп то­ҡаныуы менән ул, гүйә, тыуғанынан алып тик яныу өсөн генә яратылғайны. Әйтерһең дә, завод конвейерынан сыҡҡан двигателде бер тапҡыр тоҡандырғандар ҙа, ул эшлектән сыҡҡансы, бер туҡтауһыҙ эшләргә лә эшләргә тейеш. Минең уйымса, шағирҙар тап шулай булаларҙыр ҙа ул.
Рәйестең яңы ғына яҙған шиғырын кемгәлер уҡып ишеттереү теләге менән ете төн уртаһында кешене йоҡоһонан уятыу ғәҙәте хаҡында күптәр белә. «Сибай – Өфө» поезына ултырып тәүге тапҡыр Өфөгә китеп барғаныбыҙҙа ла ул мине баш ҡалаға барып еткәнсе әллә нисәмә тапҡыр уятып, яңы ғына ҡағыҙға төшкән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шиғырын тыңлау ғына түгел, уға ҡарата үҙ феке­реңде лә әйтергә тейешһең әле.
Рәйестең бар халәтен, шиғри булмышын аңлар өсөн уның бары тик «Яныу» поэмаһын уҡыу ҙа етәлер тием. Ул ошо әҫәрендә бар тулылығында асыла, шағир һәм шәхес бу­ла­раҡ үҙенең донъяға тәғә­йенләнешен, маҡсатын бил­дәләй, минең­сә. Ул да булһа кешелекте, халыҡты, мил­ләт­те ниндәй һәләкәт алдында торғанлы­ғын иҫкәр­теү, тарихи һабаҡты онот­маҫҡа, уяу һәм ғәмле, сәмле йәшәргә өн­дәү. Янған һа­райға күҙ йоммай теҙелеп инеүсе һарыҡтарға ҡаршы сығып, уларҙы туҡтатырға теләүсе көтөүсегә ниндәй бор­солоу хас булһа, үҙ милләтен, кешелекте шундай янғындарҙан ҡурсырға, араларға теләүсе шағир вазифаһын башҡарҙы кеүек Рәйес. Ошо бурысы үтәл­гәс тә, донъялыҡтан китеүе лә ҡәҙимге ғәмәл булып тойолдо уға. Шағирҙың бик күп шиғыр-поэмаларында ҡабатлана ошоға ауаздаш фекер. «Яныу» поэмаһы­ның да аҙаҡҡы өлөшөндә шундай һүҙҙәр бар:
... Хуш! Бәхил бул! Шиғыр итеп яҙ һин
Был хаттарҙы. Булһа яҙырлыҡ.
Мин бушандым. Хәҙер ҡәберҙә лә
Тыныс күңел менән ятырлыҡ...
«Яҙмыш» шиғырында иһә шағир үҙен йылға буйлап ағып барыусы боҙ өҫтөндә янған ут менән сағыштыра һәм шундай һығымтаға килә:
Барыһы ла ошо яҙмышымда,
Төрөлгәндәй ап-аҡ биләүгә.
Тәүҙә усаҡ быҫҡып һүнер микән,
Әллә ирер микән боҙ тәүҙә?
Хәҙер инде шағирҙың рухын шулай тип тынысландырырға булалыр: усағың быҫҡып һүнмәне, Рәйес, ялҡыны беҙҙең күңелдәргә күсте. Тик һин самаһыҙ ял­ҡынланып янғанға күрә, боҙоң ғына ирене. Уйлаһаң, уйылып китерлек бит: ғүмер, яҙмыш, йәшәү маҡсаты хаҡында шундайын ҡанатлы һүҙҙәрҙе әйтер өсөн ниндәй кисерештәр, уй-тойғолар солғанышында йәшәргә кәрәк икән? Ә бит тап ошо шиғырында Рәйес үҙенең яҙмышын әйтеп тә биргән. Илатырлыҡ, аң­лау­ҙарҙың сөңгөлөнә уйылып китерлек, йөрәгеңде ҡанатырлыҡ итеп әйтеп биргән. Уның шулай донъя­лыҡтан иртә китеүе лә янып йәшәүенә бәйле бит. «Боҙ»оң оҙаҡҡараҡ етһен тиһәң, янмайынса, йөҙ йәшкә еткәнсе лә йә­шәр­гә мөм­кинһең. Ә был осраҡ­та һуң? Ҡапыл бал­ҡып, ҡапыл һүре­леүең кем­гә хәжәт тиһеңме? Улай булһа, оҙайлы ғүмерең буйы күҙ көйөгө булып быҫҡы­уыңдан ни фәтеүә? Туҡтау­һыҙ эҙләнеүе, берсә балҡы­уы, берсә үрһәләнеүе, таш­ҡындарға ташланыуы, асыр­ғаныуы уның булмышын, асылын яңынан-яңы һынау­ҙарға дусар итте, ғәм менән янып йәшәргә әйҙәне.
Бөгөнгөләй хәтеремдә: беҙ Рәйес менән бала саҡ баррикадаларының ике яғында, ике командала торҙоҡ. Мин – ағайым Зөфәрҙең, ул Вәзиғтең әтрәтендә бер-беребеҙгә ҡаршы әллә һуғыш уйыны уйна­ныҡ, әллә ысынлап «һуғыштыҡ» инде. Һәр хәлдә, Рәйес үҙ әтрәтенең комиссары булып, лейтенант погондары тағып, планшет аҫып йөрөй торғайны. Бер нисә мәртәбә уның менән йөҙгә-йөҙ осрашып, ысынтылап һуғышып та киттек. Йөҙгә һуғышып түгел, башҡортсалап, ҡолаҡ төбөнә тондорошоп. Ҡайһы саҡ беҙҙе атайҙар килеп айыра ине. Минең «Атайыма әйтәм» тигән шиғырым шул нигеҙҙә яҙылды. Нисек кенә булһа ла, бала сағы­быҙ ана шулай ҡапма-ҡаршы торған ике лагерҙа үтте.
Аҙағыраҡ, урам уйындарынан айырылып, танауҙарыбыҙға еҫ ингәс, Рәйес ме­нән беҙҙең юлдар ижади юҫыҡта киҫеште. Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡы­ғанда икәүләп физика уҡытыусыбыҙ Рәүеф Бикташев ойошторған «Йәш техник» түңәрәгенә йөрөй башланыҡ.
Уртаҡ ҡыҙыҡһыныу, серле шиғриәт иленә бергәләп ынтылыу барлыҡҡа кил­гәс, хәҙер инде бала саҡтың сәкәлә­шеү­ҙәре, үпкәләшеүҙәр бөтөнләй онотолдо. Ул саҡта минең атайым, бар ауыл халҡын аптыратып, аэросана яһап йөрөгәйне. Шул мәлдән башлап Рәйестәрҙең усаҡ­лығы (аласығы) беҙҙең «Авиация заводы»на әүерелде, йәғни аэросананың камил вариантын беҙ үҙаллы яһарға керештек. Шулай мәж килеп йөрөгән сағыбыҙҙа ауылыбыҙ вундеркиндтары Сәми­ғулла Нәүширбанов менән Хәйҙәр Ғәйетбаевтың ниндәйҙер лампалы приставка эшләргә тотоноуҙары мәғлүм булды. Етмәһә, ул приставка менән радио­эфирға сығып, сымһыҙ-ниһеҙ генә, телефон кеүек, үҙ-ара һөйләшеп тә була икән.
Аэросана үҙенән-үҙе икенсе планға күсте, беҙ Сәмиғулла менән Хәйҙәргә ҡу­шылдыҡ һәм бер нисә көндән ауылы­быҙҙа, ауылыбыҙҙа ғына түгел, районда, районда ғына түгел, донъяла сенсация яһа­ныҡ. Рәйестәрҙең өйөндә икәүләп ултырып, Сәмиғуллаларҙың өйөндәге теге ике вундеркинд менән сымһыҙ-ниһеҙ генә телефон аша һөйләштек. Рәсәйгә, Башҡортостанға кәрәҙле кеҫә телефондары туҡһанынсы йылдарҙа саҡ килһә, беҙҙең Буранбай ауылында кеҫә телефоны етмеш икенсе йылда эшләй ине инде, һәм шул телефон авторҙарының береһе Рәйес Түләк булды. Әлбиттә, радиоэфирға сығыуыбыҙ эҙһеҙ үтмәне. Иң тәүҙә беҙҙең был «хулиганлыҡ»ты (ул саҡта «радиохулиган» тигән термин бар ине) радио тыңлаусы ағайҙар һәм апайҙар белеп ҡалды, сөнки беҙ эфирға тығылып, уларға концерт тыңларға ҡамасаулағайныҡ. Бер аҙҙан силсәүит, милиция беҙҙең «ҡолаҡты борҙо».
Сәмиғулла, Хәйҙәр, Рәйес...
Хәҙер өсөһө лә бер үк зыяратта «йоҡлай». Ҡасандыр бар тирә-яҡты аптыратып, ғәжәпләндереп сымһыҙ телефон менән һөйләшеп йөрөгән бала сағым Эдисондары «теге донъя»ла ла сымһыҙ ғына аралашып-һөйләшеп йөрөйҙәрме икән? Ул «тарафтан» был тарафҡа сым, мәғлүмәт каналы һуҙыу мөмкинлеге бул­мағас, быға хәбәрҙар түгелбеҙ шул. Шулай ҙа бер ерҙә лә махсус белем алмайынса ла теләһә ниндәй маркалы телевизорҙы, компьютерҙы, ҡатмарлы радиомеханизм­дарҙы күҙ йомоп һүтә һәм ремонтлай алған Сәмиғулланың; махсус рәүештә уҡып алған умартасы һәм тракторсы һөнәрле көйө генә лә кибернетиканы, фотосинтезды, юғары математиканы, молекуляр химияны, ҡатмарлы физиканы, биологияны, теологияны, философияны, психологияны, тарихты академик кимәлдә белгән, китап ене ҡағылған ауы­лы­быҙ Әбүғәлисинаһы һәм Әфләтуны Хәйҙәрҙең; заманыбыҙҙың киң масштаблы фекер эйәһе, атаҡлы ғалимы һәм ша­ғиры Рәйес Түләктең шулай иртә гүр эйә­һе булыуҙарына аҡыл ышанһа ла, күңел ышанмай барыбер.
Ошо өсәүҙең араһынан тик Рәйес Түләк кенә ваҡытында юғары белем алып, үҙенә Аллаһы Тәғәлә һәм тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләтте асып, бар донъяға күр­һәтә, милләтебеҙгә хеҙмәт иттерә алды. Ғүмере ҡыҫҡа булды, шулай ҙа ошо ваҡыт арауығында Рәйес Түләк егерме беренсе быуат башы башҡорт шиғриәтенең иң са­ғыу өлгөләрен тыуҙырыуға өлгәште.
Яҙмыш тигәндән... Мин Рәйес менән күр­шеләш йәшәп үткәргән бәхетле бала саҡ миҙгелдәре хаҡында уйланһам, һәр ваҡыт Рәйестең атаһы Ғоссам олатайҙы (беҙҙең яҡта атайҙан өлкән кешегә олатай тиҙәр) иҫемә төшөрәм. Башҡа яҡтарҙа нисектер, беҙҙең яҡтың атайҙары ниңәлер йәшкәҙәгән күҙле, нескә күңелле булыу­ҙары менән айырылып тора һымаҡ. Был сифат уларҙың ихтыярһыҙ булыуын аңлатмай, шулай ҙа тормоштоң һәр төрлө аяныслы мәлдәрендә йыш ҡына уларҙың һулҡылдауын, күҙҙәрендәге йәшен баш­ҡа­ларға күрһәтергә теләмәйенсә, ҡараш­тарын ситкә күсереүенә шаһит булғаным бар. Уның ҡарауы, беҙҙең яҡтың әсәйҙәре, өләсәй-ҡартәсәйҙәре ҡорос ихтыярлы була белгәнә лә шаһитмын.
Нисек кенә булмаһын, Ғоссам олатай хатта ябай ғына бөжәктең дә йәне ҡыйы­лыуын, сәскәнең, ағастың һәләк булыуын ҙур юғалтыу итеп кисерә белгән зат булды. Һәр бер нәмәне аяр ҙа, йәлләр ҙә йө­рөр ине. Уның был сифаты биш бала ара­һындағы берҙән-бер улы Рәйескә лә күсә. Беҙ үҫкән саҡта ауылыбыҙ фольклоры гәүһәрҙәре араһында Рәйестең атаһы хаҡында шундай бәйет тә бар ине:
Ун дүртенсе июнь көнө
Яңғыҙ ҡайын ҡолаған.
Яңғыҙ ҡайын ҡолаған, тип
Ғоссам олатай илаған.
Ауылыбыҙ янындағы тау үҙәгендә үҫә ине ул яңғыҙ ҡайын. Берҙән-бер көндө шул ҡайынды йәшен атты. Ҡайын йәшен атыуҙан киҫелгән кеүек ауҙы, олоно серегәнсе бик оҙаҡ ваҡыт шунда ятты. Көтөүсе Ғоссам олатай шул ҡайынды йәлләп илаған икән.
Атай үпкәһендә киткән ярсыҡ
Ун йыл йөрөй минең йөрәктә, –
тип яҙғайны Рәйес үҙенең атаһына арнаған бер шиғырында. Һуңынан ғына белдем: Ғоссам олатайҙың үпкәһендә йөрөгән, уны ҡәбергә алып киткән мина ярсығына бәйле үтә фәһемле тарихы ла бар икән. Миңә уны Рәйестең Мәрзиә апаһы ҡәләмдәшемде һуңғы юлға оҙат­ҡанда һөйләне. Ғоссам олатай, һуғышта үпкәһенә мина тейеп, ҡаты яраланғас, операция яһарға йыйынған тәжрибәле хәрби врач уға был операцияның уңыш­һыҙ тамамланыу ихтималлығы, бер нисә һалдаттың тап ошондай операция арҡа­һында үлеп ҡалыуы хаҡында иҫкәртә. Врач уға тыуған яғына ҡайтырға, өйлә­нергә, балалар тыуҙырып йәшәп ҡалырға тәҡдим итә. Олатай шулай итә лә. Дөрө­ҫөн әйткәндә, үлемесле яраһына бәйле ошондай ҡатмарлы һәм ауыр шарттарҙа ҡатыны Яңылбикә инәй менән дүрт ҡыҙына һәм улына ғүмер бүләк итергә өлгөрә. Ғоссам олатайҙың был аҙымы яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтарына йәнәш оло ҡаһарманлыҡҡа тиң. Шул са­ғында ул, башҡорт әҙәбиәтенә оло әҙипте бүләк итәм, тип башына ла килтермә­гәндер. Ошо ваҡыт арауығында ниндәй һыҙланыуҙар, ғазаптар менән йәшәүен Ғоссам олатай үҙе генә белгәндер.
Кем белә, бәлки, Рәйестең ашҡынып, янып йәшәүендә лә, ялҡынланып ижад итеүендә лә Ғоссам олатайҙың «Ғүмер би­реп өлгөрөп ҡалырға» тигән ынтылышы яталыр. Юҡһа, Рәйестең ғүмеренең һуңғы йылдарында поэмаларға, роман­дар­ға нигеҙ, символ булырлыҡ фекер-образдарын ябай мәҡәләләргә нышып тултырып, нисек булһа ла әйтеп ҡалырға ашығыуын нисек аңлатмаҡ булаһың инде? Рәйестең “Башҡортостан» гәзитендә баҫылған һуңғы мәҡәләләрен генә киренән уҡып ҡарағыҙ. Уларҙа шағирҙың атаһы Ғоссам олатайҙыҡына оҡшаған «...өлгөрөп ҡалырға кәрәк» тигән ынтылышын тоймау мөмкин түгел. Былар – аталы-уллы Ғоссам һәм Рәйес Түләковтар­ҙың һуғышта, тормошта һәм ижадта яһаған батырлыҡтарының бына тигән өлгөләре.
Рәйес Түләк бер ваҡытта ла дежур һүҙҙәр һөйләмәне, дежур мәҡәләләр яҙ­маны, дежур шиғырҙар ижад итмәне. Сибай педагогия училищеһында уҡытҡан сағында мин уның дәресенә инеп ултыр­ҙым. Шиғыр тураһында ине ул дәрес. Әгәр ҙә уның дәрестәрен һүҙмә-һүҙ яҙып, матбуғатҡа баҫып сығарһаң, улар училище, институт, университет студенттары өсөн генә түгел, хәҙер Яҙыусылар союзы ағзаһы тип һаналған, «... исемендәге дәүләт премияһы лауреаты» булған бик күптәр өсөн дә һабаҡ-дәрес булырлыҡ. Бул­мышы, асылы менән шағир ғына түгел, ғалим да, мөғәллим дә ине ауылдашым Рәйес Түләк.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Рәйес «Зөлхизә» тип аталған ҙур күләмле поэтик проза әҫәре өҫтөндә эшләне. Был әҫәренең жанрын автор «Романға повесть» тип атаған, йәғни йөкмәтке менән форма араһындағы айырманы ошо рәүешле тигеҙләргә теләгән. Әммә, минеңсә, башҡа бик күптәр ҙә ошо фекерҙе яҡлай: Рәйестең был әҫәре – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының, улай ғына ла түгел, башҡорт халҡының фажиғәле яҙмышын һүрәтләү­се роман. Халыҡ романы. Был әҫәрҙе Александр Пушкиндың «Евгений Онегин» әҫәре менән бер рәткә ҡуйырға була. Үкенескә ҡаршы, «Зөлхизә»не авторы тамамлап өлгөрмәне. Шулай ҙа, киләсәктә был әҫәр әҙәбиәт белгестәре тарафынан үҙенең лайыҡлы баһаһын алыр, тигән ышаныстамын.
Рәйес Түләктең үҙе үлгәндән һуң аҙна-ун көн үткәс сыҡҡан «Мең дә икенсе кис...» китабының тәүге битендә мәрхүм булған ата-әсәһенә, туғандарына бағыш­лауында шундай юлдар бар:
Ҡуйынында һеҙ ятҡанға ғына,
Беләм, Ер ысҡынмай күсәрҙән...
Шағир үҙе лә ата-әсәһе, туғандары янына – Баймаҡ районының Буранбай ауылы зыяратына барып ятты. Был хәлде аң менән ҡабул итеүе ауыр, үкенесле. Шулай ҙа хәҙер инде Рәйестең үҙе лә күреп өлгөрмәгән китабындағы шул уҡ шиғыр юлдарын үҙенә бороп әйтергә генә ҡала:
Ҡуйынында һин ятҡанға ғына,
Беләм,
Ер ысҡынмай күсәрҙән...
Быйыл 17 майҙа Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы мәҙәниәт йортонда Рәйес Түләктең вафатына 10 йыл үтеү айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Унда беҙ ҙә, журналыбыҙҙың баш мөхәррире, драматург Рәлиф Кинйәбаев, проза бүлеге мөхә­ррире, прозаик Сабир Шәрипов һәм мин ҡатнаштыҡ. Кисә башланыр алдынан Рәйес дуҫыбыҙҙың Буранбай ауылы зыя­ратындағы ҡәберендә аят уҡыттыҡ.
Кисәне Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” район ижадсылары әҙәби берекмәһе, Баймаҡ район китапханаһы, Таулыҡай ауыл биләмәһе ойошторҙо. Унда шағирҙың туғандары, класташтары, уҡытыусылары, Буранбай һәм Сыңғыҙ ауылы халҡы ҡатнашты.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.