Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

КИТАП КӘШТӘҺЕ

Башҡорт китабы – Ҡыҙыл майҙанда!

Илебеҙҙең йөрәге булған Ҡыҙыл майҙанда быйыл өсөнсө тапҡыр китап фестивале үтте. Бындай саранан Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лә ситтә ҡала алмаған, әлбиттә. Беҙҙекеләр һәр ваҡыттағыса барыһын да һоҡландырып ҡайтты – бер нисә баҫмабыҙ бөтә Рәсәй буйын­са иң-иңдәр иҫәбенә инде.
“Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һөйләүенсә, был сарала бөтә ил буйынса бихисап нәшриәт ҡатнашҡан. Республикабыҙ вәкилдәре “Рәсәй төбәктәре” павильонында Мавзолейҙың ҡаршыһында ғына урынлашҡан. Ҡыҙыл майҙан был көн­дәрҙә тулыһынса китап майҙанына әүерелгән тиһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Бында теҙелешеп киткән павильондарҙың иҫәбе-хисабы булма­ған, халыҡ та ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ мыжғып торған. Бүләкләүҙәр ГУМ-дың Конференция залында үткән. Яҙыусылар менән осрашыуҙар, төрлө темаларға “түңәрәк өҫтәл”дәр, шиғыр уҡыуҙар ойошторолған. Шунда уҡ концерт номерҙары һәм башҡа тамашалар ҙа күрһәтел­гән. “Китап” нәшриәте вәкилдәре һәр ваҡыт­тағыса был сарала етди әҙерлек менән ҡатнаш­ҡан – мәҫәлән, барыһы ла башҡорт халҡының милли кейемендә сығыш яһаған.
“Ҡыҙыл майҙан” фестивале Әҙәбиәт йылында башланғыс алғайны. Уға тиклем ВДНХ-ла “Рәсәй китаптары” йәрминкәһе булараҡ үткә­релгән. Әммә һәр кемгә билдәле – Ҡыҙыл майҙанда үткән һәр сара иғтибарҙы күберәк йәлеп итә. Тап ошо маҡсаттан был фестиваль барлыҡҡа килгән дә инде. Эйе, һис шикһеҙ, ойош­тороусылар теләгәненә өлгәште тиергә була – һуңғы өс йылда был сара төп китап байрамдарының береһенә әүерелде һәм әҙәбиәткә иғтибарҙы бермә-бер арттырыуға булышлыҡ итте.
“Бында йәнең теләгән китапты табырға була. Ғәҙәттә, тарихи китаптарҙы күпләп һа­тып алалар. Мәҫәлән, быйыл беҙ тап ошо сараға тип алып барған “Башҡортостан халыҡ­тары кухняһы” һәм “Урал батыр” китаптары тулыһынса һатылып бөттө. Йыш ҡына па­вильоныбыҙ янында баш ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә йыйылып китә. Үҙе бер күңел­де күтәрерлек күренеш инде”, – тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы.
“Китап” нәшриәте йыл һайын Республика Баш­лығы шыршыһы байрамында ҡатнашҡан балаларға бүләккә тип үҙенсәлекле баҫмалар сығарырға тырыша. Сергей Аксаковтың “Ал сәскә” китабы ла ошо сараға ҡарата баҫылған булған. Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы әйтеүенсә, уның, ысынлап та, эксклюзив баҫма тип аталыр­ға тулы хоҡуғы бар. Мәҫәлән, был китапты билдәле башҡорт яҙыусыһы Яңыбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова биҙәгән. Төп һөнәре буйынса табип булһа ла, буш ваҡытында иллюстрациялау һәм дизайн менән дә бик уңышлы шөғөлләнә икән. Китап­ты уның оҫта ҡулдары менән яһалған уникаль декорациялар биҙәй – уларҙың береһе лә ҡағыҙға төшөрөлгән ябай һүрәт түгел. Баҡһаң, Алһыу Әнүәр ҡыҙына ошондай бер китапты әҙерләү өсөн генә өс-дүрт йыл ваҡыт сарыф итергә тура килә! Шуға ла биҙәлеше йәһәтенән уны һис икеләнмәйенсә эксклюзив баҫмалар иҫәбенә индерергә була.
“Ал сәскә” әкиәте был китапта башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә бирелгән. Әйткән­дәй, уны башҡортсаға билдәле башҡорт яҙыу­сыһы Гөлнур Яҡупова тәржемә иткән. Тап ошо баҫманың “Ҡыҙыл майҙан” фестивалендә Рәсәй китап союзының махсус дипломы менән бүләкләнеүе уның үҙенсәлегенә өҫтәмә дәлил булып тора, әлбиттә.
Фестиваль сиктәрендә Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлы­ғы тарафынан ун өсөнсө тапҡыр “Кесе Ватан” бөтә Рәсәй төбәк һәм крайҙы өйрәнеү конкурсы үткәрелгән. “Әммә йыл һайын ҡатна­шыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ошоғаса уңышҡа өл­гәш­кәнебеҙ юҡ ине. Флүрә Әхмәрованың “Хәтер биттәре” китабы быйыл “Тыуған төйәгебеҙҙең кешеләре” номинацияһында финалсы дипломына лайыҡ булды. Был беҙҙең нәшриәт өсөн ҙур ҡаҙанышҡа әйләнде”, – тип шатлығы менән бүлеште Зөлфиә Шәриф­йән ҡыҙы.
Нимәһе менән үҙенсәлекле һуң был китап? Баш мөхәррир раҫлауынса, Башҡортостандың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кем уны бер тында йотлоғоп уҡып сығасаҡ. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, педагог һәм яҙыусы Флүрә Әхмәрова күренекле рус әҙиптәренең Баш­ҡортостаныбыҙ менән бәйләнеше тураһында өр-яңы мәғлүмәттәрҙе асыҡлаған, “халыҡ дошманы” тип иғлан ителгән Муса Мортазин, Афзал Таһиров, Риза Әбүбәкиров кеүек шә­хестәрҙең исемдәрен аҡлауға үҙ өлөшөн индергән шәхес бит. Был китапта Флүрә Дәүләтхан ҡыҙының “Л.Н. Толстой и уфимцы”, “М.Ю. Лермонтов и Башкирский край”, “Пушкин – всегда открытие, всегда тайна”, “Уфимская Мариинская женская гимназия”, “Уфимская мужская гимназия”, “По следам репрессий”, “Российский род – Усмановы”, “Российский род – Эверсманны” һәм башҡа бик күп мәҡәләләре урын алған. Бала сағы Бөрө ҡалаһында үткән рус революционеры Владимир Бурцевҡа арналған “Эмигрант поневоле” һәм донъя кимәлендә билдәлелек яула­ған ғалим Борис Николаевский тураһындағы “Мне не в чем каяться, Россия, пред тобой” тип аталған монографиялары ла бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындырасаҡ.
Был китап Флүрә Дәүләтхан ҡыҙының 40 йылдан ашыу туплаған хеҙмәте емеше. 2004 йылда яҡты донъяларҙы ташлап киткән әҙибәнең ҡыҙы Гөлнара Иҡсанова был баҫма­ны әҙерләп нәшриәткә тапшырған икән. “Уның иң-иңдәр иҫәбенә эләгеүенә барыбыҙ ҙа ихлас шатландыҡ – был жюри ағзаларының китаптың биҙәлешенә генә түгел, ә йөкмәт­кеһенә лә ҙур иғтибар биргәнлегенә ишара”, – тине Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы. Ысынлап та, “Хәтер биттәре” китабының йәнтөйә­гебеҙҙең тарихы, бында яҡты эҙ ҡалдырған күренекле шәхестәрҙең һәм билдәле яҡташ­тарыбыҙҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу­сылар өсөн ҡиммәтле бүләккә әйләнәсәгенә шик юҡ.
“Китап – колбаса түгел, яйлап ҡына һатыла” тигән шаян һүҙ бар нәшриәтселәр араһында. Әммә быйылғы фестивалдә “Мәҙәниәттәр диало­гына өлөш индереүсе иң яҡшы баҫма” номинацияһына лайыҡ булыусы түбәндәге китап тураһында һис кенә улайтып раҫлап булмай. Тарихсы-этнограф Эльза Миһрано­ваның “Башҡорттар: Традицион туҡланыу системаһы” китабы нәшриәттә 2012 йылда уҡ баҫылған һәм шунда уҡ таралып та бөткән. Халыҡ уны ҡабаттан һорағанға 2016 йылда ла баҫып сығарырға ҡарар ҡабул ителгән. Был иҫ киткес бай мәғлүмәтле китапта автор башҡорт халҡының борон-борондан килгән хужалыҡ итеү һәм туҡланыу үҙенсәлектәре тураһында бик ентекләп бәйән итә. Тарихсы башҡорттарҙың традицион хужалыҡ итеү төрҙәрен тәфсирләп билдәләй, традицион башҡорт кухняһының үҙенсәлектәрен күрһәтә. Бын­да көндәлек туҡланыу, байрамдар һәм йолалар мәлендәге ризыҡҡа бәйле мәғлүмәт тә ифрат күп. Традицион медицинаға хас туҡланыу үҙенсәлектәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Китап заманса һәм тарихи фотолар, һүрәттәр, мауыҡтырғыс таблицалар менән биҙәлгән, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән байытылған. Әйткәндәй, хатта бында бөгөн онотолоп барған бик ҡыҙыҡлы аш-һыу рецептарын да табырға була. “Кәкүк сәйе”, ”Ҡарға бутҡаһы” һәм башҡа йолаларға ниндәй ризыҡ әҙерләргә кәрәклеге тураһында ла мәғлүмәттәр етерлек – әлбиттә, халыҡ үткәнен онотмаһын өсөн был хеҙмәт бары маҡтауға ғына лайыҡ.
Эйе, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең был еңеүҙәре тәүгеһе һәм һуңғыһы түгел. Бындай файҙалы һәм ылыҡтырғыс баҫмалар артабан да баҫыласаҡ һәм яңынан-яңы уҡыусыларын табасаҡ, әлбиттә. Башҡорт китабы хатта Ҡыҙыл майҙанда ла алдынғылар рәтендә – үткән фестиваль ошо фекерҙе нығытты ғына.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.