Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Донъя фольклориадаһы Өфөлә үтәсәк

Рәсәй президенты Владимир Путин VI Бөтөн донъя фольклориадаһын Башҡор­т­останда үткәреү тураһында указ сығарҙы. 2020 йылда уны Рәсәйҙә уҙғарырға хәл ителгәйне, ә Мәскәү уны ойоштороусы һәм үткәреүсе итеп Өфөнө һайланы. Европа менән Азия ҡитғалары сигендә ят­ҡан, күп милләттәр татыулыҡта йәшәгән республиканың ШОС һәм БРИКС һымаҡ донъя күләмендәге саралар ойоштороу тәжрибәһе барлығы ла иҫәпкә алын­ғандыр. Бөтөн донъя фольклориадаһы тәүге тапҡыр 1996 йылда Голландияла уҙа. Аҙаҡ ул Японияла, Венгрияла, Көньяҡ Кореяла һәм Мексикала үтә. Унда ғәҙәттә 60 – 80 илдән 3 меңгә яҡын кеше ҡат­наша. Сара Рәсәй мәҙәниәт министрлығы ҡа­наты аҫтында ойошторола.

Беҙҙекеләр күмәк ине!
Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары ассам­бле­яһының 7-се, Евразия халыҡтары ассам­блеяһының 1-се съезы үтте. Башҡор­тостан делегацияһы ике сарала ла әүҙем ҡатнашты. Съездар эшмәкәрлеге ваҡы­тында “ЛиФФт-2017” II Бөтә Рәсәй әҙәби фестивале уҙғарылды. Башҡортостан делегацияһы был сарала ла иң ҙурҙа­рының береһе булды.

Ырымбурҙар ҡыуандыра
Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылында билдәле шәхестәр Һеләүһен Кинйә улына, Сәғит Мерәҫовҡа һәм Кәрим Иҙелғужинға таҡтаташ асыу тантанаһында Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Азат Ярмуллин, яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова һәм бик күп ауылдаштары, Ырымбурҙың күренек­ле шәхестәре ҡатнашты. Ырымбурҙарҙың Бөтә донъя башҡорттарының 100 шәхес проектына аныҡ эштәре ҡыуандыра, Ырымбур халҡының ихласлығы, тырыш­лығы һәм оло йөрәкле булыуҙары һоҡ­ландыра. Оҙаҡламай М. Буранғолов рухы ла ҡайтыр ауылына. Сарала Нәфисә Смакованың шиғырҙары ихлас яңғыраны. Шәхестәре менән һоҡландыра сал дала.

Баймаҡта – “Китап”тың сауҙа нөктәһе
Баймаҡ ҡалаһында Юбилей урамын­дағы көндәлек баҙар бинаһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең сауҙа нөктәһен асыу тантанаһы булды. Ошонда уҡ “Ағиҙел“ журналын да һатып алырға мөмкин. Был сарала китап уҡыусылар, уҡытыусылар, китапханасылар, ғөмүмән, китап һөйөү­селәр ҡат­нашты. Тәүге 10 һатып алыусыға нәшриәт бүләктәр ҙә әҙерләгәйне. “Был кибеттең эшмәкәрлеге – һеҙҙең әүҙем­легегеҙгә бәйле. Китап уҡыусы булһа, ундағы китаптар өҙлөкһөҙ яңырып торасаҡ”, – тип билдәләне нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов.

Чекмарев рухы йәшәй
Хәйбулла районында “Чекмарев яҙы” тигән әҙәби осрашыуҙар үтте. Унда Си­ләбе өлкәһе вәкилдәре лә ҡатнашты. Рәсәй Яҙыусылар союзының Силәбе өлкәһе яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Олег Павлов, өлкәнең “Литера-Артель” әҙәби берләшмәһе ассоциацияһы комитеты ағзаһы, “Возвращение поэта” прог­рам­­маһы етәксеһе Виктор Бабкин, “За возрождение Урала” ижтимағи хәрәкә­тенең матбуғат секретары, “Литера-Артель” рәйесе Павел Большаков Сергей Чекмарев бул­ған ерҙәрҙе тәүләп күреүҙәре тураһында һөйләнеләр. Подольск ауылында шағирға ҡуйылған һәйкәл янында митингынан һуң мәктәптә осрашыу үтте. Артабан хәтер кисәһе Маҡан ауылына күсте. Район үҙәге Аҡъярҙа “Берҙәм илдең ике мәҙә­ниәте” тип аталған ҙур кисә Чекмарев яҙын йомғаҡланы. “Онотма мине, ҡояш!” тип аталған күргәҙмә тамаша­сы­ларҙы тарихҡа ҡайтарҙы. Был күркәм һәм йөкмәткеле сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатова ҡатнашты. Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты, тарихсы Рәшит Насировтың шағир тормошона арналған сығышы ҡыҙыҡлы булды.

Рәссамдарҙы
халыҡ баһалай
1 июндән республикала “Башҡор­т­остандың иң шәп рәссамдары” тигән проект эшләй башланы. Социаль селтәрҙәр, махсус сайт аша алып ба­рылған был сараның маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталарының эшен киңерәк таратыу. Проектты тормошҡа ашырыусы – Өфөлә йәшәүсе Наил Мәжит улы Мәхмүтов быға тиклем киң танылыу яулаған бик күп башланғыстарҙың авторы. Әлегә сайтта һәр рәссамдың бишәр картинаһын ҡуйып, уларҙы киң йәмә­ғәтселек ярҙамында баһалап, һөҙөмтәлә 50 иң яҡшы тип табылған рәссамдың ижади эштәренән бер альбом төҙөргә тәҡдим ителә. Наил Мәжит улы әйте­үенсә, был проект асыҡ һәм ирекле буласаҡ, октябрь аҙағына тиклем унда төрлө үҙгәрештәр, яңылыҡтар индерелеүе мөмкин.

Данлы үә йәмле төбәктә
Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш халҡы Өфө әҙиптәрен ҡурай моңо, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. Ҡунаҡтың мәр­тәбәлеһе – йәмле Күндерәк буйында шағирәнә күңел менән үҫкән Рәлиф Мөс­тәҡим улы Кинйәбаев: ул – Башҡортос­тандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, “Ағиҙел”-“Һәнәк” журналдарының баш мөхәррире, билдәле драматург. Ауыл мәҙәниәт йортонда уны 60 йәше уңайынан район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, урын­баҫары Альбина Суфийәнова, мәҙә­ниәт бүлеге начальнигы Рәүфә Ғәлиева, Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе башлығы Ринат Әхмәтов, урындағы хужалыҡ етәксеһе Энгель Сатучин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, “Башҡортостан журналдары” филиалы директоры, “Аманат” журналы­ның баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин һәм урынбаҫары Даян Мәжитов, мәшһүр прозаик Таңсулпан Ғарипова, “Ағиҙел” хеҙмәткәрҙәре Әхмәр Үтәбай, Сабир Шәрипов, йәнә төбәктәге йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хеҙмәт ветерандары, ҡәрҙәштәре ихлас ҡотланы, бер ыңғайҙан юбилярҙың “Пьесалар” йыйынтығы – тәүге томының исем туйы, китап сауҙаһы уҙғарылды. Сараны мәктәп үҙешмәкәр­ҙәренең сағыу концерты биҙәһә, сират тороп “Ағиҙел”гә яҙылыу, автографтар өләшеү, юбилярҙың башҡорт телендәге дини календарҙар таратыуы ла йәнлән­дереп ебәрҙе.
Борондан исламиәт һәм әҙәбиәт мәр­кәзе һаналған Стәрлебашта байрамда ҡатнашыусылар крайҙы өйрәнеү музейы менән ҡыҙыҡһынып танышты, ә үҙәк­ләштерелгән район китапханаһында урындағы ҡәләмгирҙәр, китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән мө­һим темалар юҫығында әңгәмәләште. Бында ла журналдарға дәррәү яҙылыу ойошторолдо.
Кисен район мәҙәниәт йортоноң зал тулы тамашасылары, тантаналы тәбрик­ләү­ҙәрҙән һуң, яҡташ драматургтың “Әбейүшкә, тущка, ru” комедияһы буйынса спектаклде Башҡорт академия драма театры актерҙарының талантлы уйнауында һоҡланды.

Ҡотлайбыҙ!
Яҙыусы-ғалим Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев Башҡортостандың юғары награ­даһы – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Ул оҙаҡ йылдар батырҙың тормош юлы менән ҡыҙыҡһынып, “Юлай улы Салауат” тигән роман, башҡа бик күп ғилми монографиялар яҙған.