Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

“АҒИҘЕЛ”ГӘ ХАТТАР КИЛӘ

ЯМҒЫРҘЫ ТУҠТАТТЫ АҒАЙЫМ...

Яҡташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев тураһында иҫтәлек яҙырға, уй-кисерештәремде уның тураһындағы иҫтәлектәр китабына индерергә кәрәк икәнен аңлайым, ләкин....
Яҡын күргән кеше тураһында иҫтәлек яҙыу бик яуаплы, бик сетерекле, шулай ҙа бик тә күңелгә рәхәтлек биргән шөғөл икән ул. Бының өсөн бары һин генә белгән, һин генә күргән сифаттарын, уның менән осрашҡан саҡтарымдағы төрлө мәлдәрҙе тасуирларға, иҫтәлектәреңде кешеләр менән бүлешергә кәрәк. Күңелгә рәхәтлек биреүе тигәндә инде, ғәжәп ихлас күңелле, яғымлы кешене иҫкә төшөргәндә, үҙеңдең дә күңелең йылынып, тынысланып киткәндәй булаһың. Мин шундай ғәжәп илаһи заттар менән таныш булдым тип, һөйөнәһең.
Яҙмыш миңә шундай ҙур бүләк бирҙе: Абдулхаҡ ағайҙың ғаиләһе менән 25 йылдан ашыу яҡын туғандай аралашып йәшәргә насип итте. Миңә генә түгел, беҙҙең ғаиләгә: тормош иптәшем Ғүмәргә, Элиза ҡыҙыма, Артур улыма һәм Айрат ағайымдың ғаиләһенә. Абдулхаҡ ағай, Мәһиҙә еңгәй, Фәниә беҙҙе һәр саҡ ҡушҡуллап ҡосаҡ йәйеп, иң ҡәҙерле ҡунаҡтары итеп ҡабул иттеләр. Баймаҡта булғандарында ла беҙҙең өсөн улар иң мәртәбәле ҡунаҡтар ине. Тыуған яҡҡа ҡайтыу улар өсөн иң иҫтәлекле, ләззәтле минуттар булды. Кемдәр менән осрашҡандар, ҡайҙа булғандар, ниндәй йыр тыңлағандар, кемдәр нимә әйткән – һәр береһен иң матур иҫтәлектәре итеп йыл буйына һөйләнеләр. Һөйләгән һайын яңы биҙәктәр, яңы кисерештәр өҫтәлә ине уларға. Ошо иҫтәлектәр, яҡташтарымдың яҡты йөҙҙәре миңә йәшәүгә көс бирә, ижадыма илһам өҫтәй, тормошомдо йәйғорҙоң ете төҫө менән биҙәй, ти торғайны Абдулхаҡ ағай.
Талҡаҫты яратты ул. Яҡын дуҫын күргәндәй, ҡолас ташлап йөҙә лә: “Ҡарағыҙ, мин Талҡаҫ ҡосаҡлайым”, – тип сабыйҙарса шатлана торғайны. Шуға ла ағайыбыҙҙың күпме шиғырҙары ошо гүзәл күлгә арналғайны. Талҡаҫ менән ниндәйҙер күҙгә күренмәгән сихри көс берләштерә ине шикелле.
Бер ҡыҙыҡ та, хикмәтле лә ваҡиға хәтерҙә ҡалған. 2004 йылдың июль айында Абдулхаҡ ағайҙар менән Талҡаҫ ярында бик матур табында ултырабыҙ. Ағайыбыҙҙың бик хөрмәтләгән Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин тормош иптәше Рәсимә апай менән Сибайҙан килеп еткәйне. Әйткәндәй, ял йортона путевканы Шәкир ағай Бураншин менән Әкрәм ағай хәстәрләгәйнеләр. Абдулхаҡ ағай ошо табында бигерәк кинәнеп ултырғайны, һуңынан һөйләп иҫкә ала торғайны. Моғайын, ҡустыһы итеп яратып хөрмәтләгән Ситдыҡов Илшат Хәмит улы, ҡәҙерле килендәре Мөнирә, бәләкәй Илһамдың ошо табында ҡатнашыуы ла күңеленә хуш килгәндер. Бик яратты Абдулхаҡ ағай Илшат Хәмит улын. Баймаҡтағы иң затлы, иң яҡын туғаным, тип һөйләй торғайны.
Иҫтәлектәрҙән саҡ ҡына ситкә киттем, ахырыһы. Иң иҫтә ҡалғаны ошо табында Абдулхаҡ ағайҙың Талҡаҫ менән һөйләшеүе булды. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле. Беҙ табында ултырабыҙ, өҫтәл тулы һый-ниғмәт, ҡаҙанда тәмле бишбармаҡ ҡайнай... һәм Талҡаҫ өҫтөндә һоп-һоро болот пәйҙә була ла ҡойоп ямғыр яуа башлай. Беҙ нимәлер менән табынды ябабыҙ, ямғырҙан нисек һаҡланырға тип тырым-тырағай йүгерешәбеҙ. Шунда Абдулхаҡ ағай тороп баҫты ла ике ҡулын һуҙып Талҡаҫҡа өндәште: ”Ҡөҙрәтле Талҡаҫ, зинһар, ямғырҙы ярыңдан сығарма инде, беҙҙең матур табыныбыҙҙы боҙма...”
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ысынлап та, ямғыр яр башына килеп етмәне. Беҙҙән өс метр һырт ҡойоп тороп яуа, кешеләр күшегеп кәмәлә йөҙә, ә беҙҙә ҡоп-ҡоро. Мин ошоларҙы иҫләп яҙып ултырам, үҙем ғә­­жәпкә ҡалам. Ни­мә булды ул? Ағайы­быҙҙың ифрат хисле йөрәге, ҡайнар­лы­ғы, тәбиғәттең сихри көсөнә йоғон­то яһа­нымы, белмә­йем, мөғжизәләр ме­нән донъя тулы шул. Абдулхаҡ ағай тыу­ған яғы тәбиғә­тен бөтә йөрәге ме­нән тойоп йәшә­не бит, бәлки, тәби­ғәт тә үҙен өҙөлөп һөй­гән кешене аңлай­ҙыр.
Ысынлап та, ям­ғырҙы нисек шулай күл өҫтөнә генә яуҙыра алды икән Абдулхаҡ ағай? Ошо һорауҙы яҡташым Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайға ла биреп ҡараным бер саҡ. Һәр күренешкә үҙенең ҡарашы булған Әхмәр миңә шулай яуапланы: “Абдулхаҡ ағай үҙенең сабыйҙарса ихласлығын ғүмере буйына һаҡлай алды. “Әл-Ихлас” сүрәһен Ҡөрьәндең йөрәге тиҙәр. Беҙ уның намаҙ уҡығанын да күрмәнек. Әммә ул тап шул ихласлығы, эскерһеҙлеге менән Хоҙайға яҡын тора ине. Ихласлыҡ – халҡыбыҙҙы биҙәүсе иң кәттә сифаттарыбыҙҙың береһе. Бәғзе бәндә ғүмере буйына, көнө-төнө намаҙ уҡыуы ла, йыл һайын ураҙа тотоуы ла, ҡорбан салыуы ла, хажға сәфәр ҡылыуы ла бар, әммә был ғәмәлдәр Хоҙай Тәғәләгә ихлас ышаныуы нигеҙендә башҡарылмаһа, сауабына өлгәшә микән? Әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, Абдулхаҡ ағайҙың ямғырҙы туҡтата алыуында мин уның ошо ихласлығын күрәм...”
Әхмәр ҡусты менән килешмәй мөмкин түгел. Үкенескә күрә, Абдулхаҡ Игебаевтың һуңғы килеүе шул булды, ағайыбыҙ 75 йәшенә лә, 80-нә лә, 85-нә лә килә алманы. Тәүҙә төрлө сәбәптәр табылып саҡырыу кисектерелһә, һуңынан саҡырып та, һаулығы ҡаҡшап килә алманы. Әммә бер генә көн дә тыуған яҡтарынан айырылып, уның кисерештәрен уртаҡлашмай йәшәмәне ул. Йөрәге өҙгөләнеп, тәҡәттәре ҡороп үрһәләнгәндә лә, үҙе яҙғанса: “Ғәмһеҙлектең тутыҡ энәләре бәғерҙәрен ҡанатып сәнскәндә лә” көстө ул тыуған яҡтарының тәбиғә­тенән, уны йөрәге менән тойоуҙан алды, ахырыһы.
Өфөгә бер барғанда “Ағай, нисек йәшәүгә көс табырға, нисек кешеләр­ҙең яуызлығына, ике йөҙ­лө­­лөгөнә, арҡаңдан бысаҡ ҡаҙауҙарына ҡаршы то­рорға һуң?” – тип һора­ным. Күп тапҡырҙар эсем бошҡанда, күңелемә йы­лы­­лыҡ эҙләгәндә ағайыма кәңәш һорап бара торғай­ным. Абдулхаҡ ағай аңланы, оҙаҡ уйланып ултырҙы, кеше хәсрәтен, кеше кисерештәрен йөрәге менән тоя торғайны ул. Үҙе лә йәшләй етем үҫеп, йәндәй күргән ағаһын, ҡустыһын, яратҡан һеңлеһе Хәнифә апайҙы юғалтҡан кеше бит ул. “Зат-ырыуһыҙ түгелмен дә баһа, ниңә бер кем белмәй хәлемде?” тигән шиғыр юлдарының авторы миңә ошондай кәңәш бирҙе: “Һин ауыр булғанда Ғәҙелша шарлауығын иҫеңә төшөр, иҫләйһеңме, кескәй генә шишмә юлында күпме ҙур-ҙур таштарҙы үтеп алға йүгерә. Бер ҡаршылыҡ та, мөһабәт таш та уның ярһыуына, көмөштәй саф һалҡын һыуын кешеләргә еткерергә теләгенә ҡаршы тора алмай. Сөнки ул изгелек, матурлыҡ шишмәһе, Хоҙай уға көс, ҡеүәт бирә, изгелектең юлын бер ни ҙә туҡтата алмай...”
Ирәндектең армыт-армыт үрҙәренә, Ғәҙелша шарлауығының һикереп-һикереп ағыуына, тәбиғәтенең хозурлығына һоҡланған һайын ағайҙың һүҙҙәре иҫкә төшә, беләккә көс, йөрәккә илһам өҫтәлгәндәй була. Абдулхаҡ ағайҙың йөрәгенә илһам өҫтәгән, һағышлы моңһоу хистәр туҡыған тыуған ауылы Күсейҙер ул. Ауылдаштарына, кендек ҡаны тамған еренә, кескәй генә инештәренә арналған күпме ижад емештәре бар уның! Баймаҡҡа юлы төшкән һайын тыуған ауылына ҡайтмай ҡалманы. Күп яҙыусыларҙыҡы кеүек тыуған нигеҙе ҡалмаһа ла, ҡосаҡ йәйеп ҡаршылаған туғандары, ауылдаштары уның күңелен китмәне. 70 йәшлек юбилей тантаналары һуң! Бөтә ауыл халҡының оло байрамына әүерелде. Оло кешеләрен ололай беләләр шул күсейҙәр, юҡҡамы ни ағайыбыҙ күсейҙәргә аһаңле шиғырын бағышламаған, унда шундай юлдар бар: “Иман нуры бөркөп, сафлыҡ һирпеп, мең-мең сауап ала күсейҙәр”.
Күп яҙыусылар үҙҙәренең тыуған ауылы ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына зарлана. Нигеҙһеҙ ҡалған өйҙәр, юҡҡа сыҡҡан ауылдар – күпме фажиғә, йөрәк әрнеүе ята был һүҙҙәрҙә. Юҡҡа сыҡҡан ауылдар артында ауылдан сығып китеп, телен, ғөрөф- ғәҙәтен онотҡан милләттәштәребеҙ фажиғәһе ята бит. Был йәһәттән Абдулхаҡ ағайҙың күңеле тыныс булды. Күсейҙәр ауылдаштарының, тыуған ерҙәренең ҡотон һаҡлау өсөн тырышып, берҙәм көс булып туплана, кендек ҡаны тамған еркәйҙәренең ҡәҙерен белә. Ауылдаштарына, бигерәк тә Күсей ауылы хакимиәте башлығы Флүзә Йыһаншинаға, Ҡунаҡбай Шәриф улы етәкселегендәге мәктәп коллективына, мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауиләгә, китапханасы Флүзәгә мәңге рәхмәтле булып йәшәне ул. Барып инеү менән һәр береһен исемләп һораша торғайны.
Хәҙер иҫләп ултырам да, Абдулхаҡ ағай бик иртә сығып киткәс, һирәк ҡайтҡас, һәр бер Баймаҡ кешеһе яҡын тойолғандыр инде. Рима Сәғит ҡыҙы Вәлиеваны ныҡ яратты ул. Риманың көләс йылмайып, баянына ҡушылып йырлаған дәртле йырҙары күңеленә хуш килә ине. Рима кеүек талантлы, ҡояш йөрәкле, сәсән телле кешеләр һәр бер йөрәккә үтеп инә шул. Абдулхаҡ ағай кешеләрҙең саф күңелен, ихласлығын үтә күрә торғайны. Үтә лә әҙ йәшәне шул Римабыҙ, ләкин күңелдәрҙә моңло һандуғас, юғары Кеше булып ҡалды. «Риманың баянына ҡушылып Рауил Хөрмәт улы Йәнсуриндың йырлауын һағынам, их, тағы бер тыңларға ине», – ти торғайны. Баймаҡта уның яҡын дуҫтары күп булды. Шуларҙың араһынан бигерәк тә журналист Тәфтизән Ушанов, композитор Вилүр Мәүләтов, китапханасылар Әлфиә Кәримова, Рима Йәғәфәрова, Сәрүәр Иҙелбаева, Зимфира Ильясова, Гөлсирә Мортазина, Әсмә Кәримова, Ира Байрамғолова, Ҡуянтауҙан Билаловтар, Яраттан Исмәғилевтар, Темәстән Вәлиевтар, Әүәлбаевтар, Баймаҡтан Сәйғәфәровтар ғаиләләрен ағай яҡын күрҙе.
Башҡортостан халҡы, баймаҡтар Абдулхаҡ ағайҙы мәңгелек йортҡа ҡәҙерләп, ҙурлап оҙатты. Йыназаһында уның хаҡында бик матур һүҙҙәр әйтелде. Шуларҙың араһында йәнгә уйылып ҡалғаны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтыҡы булды: “Абдулхаҡ Игебаев кешеләрҙең шатлығын уртаҡлашып йәшәй белде...”

Луиза Дәүләтшина.