Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

АУЫЛДАРЫБЫҘҒА КЕМ КӘРӘК? Брсиҙәтел түгел, бай кәрәк...

Иҡтисад ниндәй шарттарҙа үҫешә ала? Ауылдарҙы нисек һаҡлап ҡалырға? Кемдәр улар байҙар һәм хәлле кешеләр? Бөтә кешеләр ҙә бай була аламы? Кем ул ҡулланыусы? Ни өсөн кредитҡа машина, фатир алыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй? Ни өсөн беҙ юғары класлы бойҙайҙы ҡиммәт хаҡҡа сит илгә һатабыҙ, үҙебеҙ түбән класлыһын сит илдән арзан хаҡҡа һатып алырға мәжбүрбеҙ? Демография мәсьәләһе һаман да ауылда хәл ителәме? Ни өсөн пай ерҙәрен алырға кеше атлығып тормай? Кооперациялар ауылдарҙы ҡотҡарыуға һәләтлеме? Климат шарттары иҡтисад үҫешенә нисек йоғонто яһай? Беҙгә ҡулаҡса кәрәкме?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР-ҙың стратегик тикшереүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре Ҡадир Барый улы Мәғәфүров менән берлектә яуап эҙләйбеҙ.

– Журналдың былтырғы 10-сы һанындағы интервьюһында иҡтисад фәндәре докторы Мазһар Иҫәнбаев “Нимә ул иҡтисад?” тигән һорауға шулай яуап биргәйне: “Беҙ, ғалимдар, йылдар буйы иҡтисадтың серҙәрен сисә алмай, ҙур-ҙур хеҙмәттәр яҙабыҙ, симпозиумдарҙа, конференцияларҙа сығыш яһайбыҙ, баҡтиһәң, ул яп-ябай икән дә... Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт дөрөҫ ҡоролһа, иҡтисади бәйләнештәр ҙә шулай буласаҡ. Үкенес, беҙ ана шул иң ябай ҡағиҙәне аңлай алмайса йәшәгәнбеҙ. Германиялағы һөт заводтары йөҙҙән ашыу продукт етештерә. Донъяла нисә төрлө еләк-емеш булһа, барыһының һуттарын алып, унан йогурт эшләйҙәр. Ә беҙҙә хатта хужалыҡ иҫәбе тигән иң ябай мөнәсәбәт тә юҡ. Фермерҙар етештергән продукцияһы өсөн тейешле хаҡын да ала алмай. Кеше хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күрмәй – бөтә бәлә шунда. Әҙәм балаһы күберәк килем алып, йәшәү шарттарын яҡшыртһа ғына яңы үрҙәргә ынтыла бит...”
Ҡадир Барый улы, Мазһар Насип улы әгәр ҙә кешеләр араһында мөнәсәбәт дөрөҫ ҡоролһа, иҡтисадтың проблемалары хәл ителә, тигән һығымта яһай. Уның менән килешәһегеҙме, әллә бында башҡа төрлө шарттар ҙа буламы?
– Мазһар Насип улының фекере менән килешәм, ләкин бында уның әйткәндәренә аныҡлыҡ индереп китергә лә кәрәктер. Сөнки иҡтисад ул үҙе төрлө кешеләр, төрлө системалар араһындағы мөнәсәбәт бит. Иҡтисадта барлыҡ проблемалар мөнәсәбәт аша билдәләнә һәм хәл ителә. Әгәр ҙә кешеләр араһындағы мөнәсәбәт дөрөҫ ҡорола икән, улар араһындағы иҡтисади мөнәсәбәт тә дөрөҫ була. Әгәр субъект менән субъект араһындағы мөнәсәбәт дөрөҫ ҡоролмай икән, ни өсөн уларҙың иҡтисади мөнәсәбәте дөрөҫ булырға тейеш әле һуң?
– Тимәк, был шарт, бындай аңлатма аксиома һәм иҫбатлауҙы талап итмәй инде, улайһа?
– Эйе, үҙенән-үҙе аңлашылған төшөнсә. Беҙҙең илдәге ҡырағай иҡтисади мөнәсәбәттән һуң Германиялағы тәртипте күрһәң, һәр кем дә шул фекерҙе әйтер ине.
– Бөгөн беҙҙең алда торған иң ҙур проблемаларҙың береһе – туған телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлау. Был рухи проблема һәм ул иҡтисади проблеманың айырылғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил итә. Ни өсөн тигәндә, тел йәшәһен өсөн уның аралашыу мөхите тәүшарт һәм ул шарт, асылда, ауылдарыбыҙҙа һаҡлана. Ә ауылдарҙы һаҡлау уның иҡтисадын үҫтереүгә, ундағы кешеләрҙе эш урындары менән тәьмин итеүгә бәйле. Бөгөн ауылда совет осорондағы һымаҡ колхоз-совхоздарҙы тергеҙеү мөмкин түгел, фермерлыҡ үҙен тулыһынса аҡламаны һәм ауыл кешеһе нимә эшләргә тейеш тип уйлайһығыҙ?
– Һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәүселәр араһында бер ҡайҙа ла эшләргә теләмәүселәр ҙә барлыҡҡа килде. Уларҙың көткән генә малдарын үзбәктәр арзан хаҡҡа килеп һатып алып китә. Шул аҡсаға алданып, ата-әсәләренең пенсияларына ҡарап ятыусылар байтаҡ. Ошо ерҙә инде беҙ бай булыу, хәлле булыу тигән ике төп проблемаға килеп төртөләбеҙ.
– Ысынлап та, кем һуң әле ул бай? Хәллеһе кем? Минеңсә, уларҙың араһында айырма юҡ шикелле?
– Бар шул. Бик ҙур хәлле кеше түгел бит ул бай, уның әллә ни артыҡ матди байлығы ла булмауы бар. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ хәлле кешеләр ҙә бай була алмай, етеш донъялы, ҙур йорто, текә машиналары булған кешене генә бай тип атап булмай әле. Ысын мәғәнәһендәге бай кеше – ул хужа кеше. Ауылы, унда йәшәгән халҡы өсөн йөрәге янған кеше бай була ала. Хәллеләр күп була, әммә байҙар һәр ауылға берәр-икешәр генә. Һәр ауылда батрактар ҙа була. Улары инде көндәлек табышын ҡулланып, киләсәге хаҡында ҡайғыртмай йәшәүсе. Хәҙерге заманда ауылдарҙа ундай кешеләр ҙә яңынан барлыҡҡа килде, уларҙы беҙ ҡалымда йөрөүселәр йәки шабашниктар тип атайбыҙ.
Башҡорттар бай тип хәлле тормошта йәшәүселәрҙе генә әйтмәгән. Ауылдарҙа бай, хәлле булырлыҡ кешеләр байтаҡ. Улар ныҡлап аяҡҡа баҫһын, башҡаларға күренһен өсөн ниндәйҙер этәргес көс кәрәк. Бай булыу матди байлыҡты ғына аңлатмай, рухи дәрәжә лә булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта һәр кем хәлле була ала. Бай булыу, хәлле булыу өсөн күрһәтмәләр, серҙәренә төшөндөрә торған әсбаптар юҡ. Бындай дәрәжәләргә өлгәшеү һәр кемдең үҙенән тора. Ни өсөн тигәндә, холҡоң ниндәй булһа – яҙмышың шундай. Һәр кемдең яратҡан шөғөлө, тәбиғи һәләте бай һәм хәлле кешенеке менән тура килергә генә тейеш. Сөнки ялланып эшләгән, тамаҡ хаҡына ғына ҡайҙалыр, кемгәлер бил бөккән кешенән рәт сыҡмаясаҡ. Тамаҡ хаҡына ғына йөрөүселәр иң ҡурҡынысы.
– Һеҙҙең дәлилдәрҙән сығып шундай һығымталар яһап буламы: хәллелек бай булыуҙың матди өлөшөн генә тәшкил итә, һәр ауыл үҙенең байҙары һәм хәллеләре ярҙамында ғына һаҡланып ҡаласаҡ. Шулаймы?
– Эйе, тап шулай. Байҙар һәм хәллеләр булған ауылда ғына эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Тағы ла иҡтисадты үҫтереүҙең иң беренсе шарты булып ҡулланыу тора. Америкала, мәҫәлән, барлыҡ иҡтисад ошо факторға ҡоролған. Фәҡәт ҡулланыуға ынтылған кешеләр генә хәлле булып китә ала. Ҡулланыуға ынтылмаған кеше – фәҡир.
– Ҡулланыу тигәндән, хәҙер беҙ ҙә шул уҡ американдар һымаҡ кредитҡа йәшәп өйрәндек. Машинаны ла, фатирҙы ла кредитҡа алабыҙ. Күптәр кредит алыуҙы кабалаға инеү тип тә атай. Һеҙҙең кредитҡа мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Элек советтар ваҡытында кредитһыҙ йәшәнек. Кеше ғүмере буйына аҡса йыйҙы. Күптәр пенсия йәшенә тиклем аҡса йыйҙы ла, һуңынан, донъялар үҙгәреү арҡаһында йыйған аҡсалары янып юҡҡа сыҡты. Бик һирәктәре генә туплаған аҡсаларын ҡулланып өлгөрҙө. Йыйылған аҡса былай ҙа үҙенән-үҙе юҡҡа сыға бара. Ярай, беҙ тырышып эшләп, мәҫәлән, фатирға аҡса йыйҙыҡ, ти. Ул осраҡта фатирҙы үлер саҡта ғына алырға ҡала. Үлгәндән һуң кешегә бергә-ике метр ғына ер етә, йорт йә фатир, машина ла кәрәкмәй. Матди шарттар беҙгә бөгөн һәм ошонда кәрәк. Был шарттарҙы тик кредит ярҙамында ғына тормошҡа ашырып була. Фатирҙы ипотекаға алһаң, һин уның бөгөнгө хаҡын 2,5 – 3 тапҡырға артыҡ түләйһең. Әммә ул хаҡ бит 20 – 25 йылға бүленеп һалына. Был бигерәк тә килемдәре арта барған кешеләргә ҡулайлы. Һин бөгөн ипотекаға фатир алдың икән, ти. Һинең эш хаҡың 20 мең һум, ә ипотекаң 15 мең һум икән, уны түләүе һәм ҡалған аҡсаға йәшәүе бик ауырға төшә. Алдағы йылда һин барлыҡ мөмкинлегеңде файҙаланып айлыҡ табышыңды 25 меңгә, артабан 30 меңгә еткерәһең. Банктар тәүге йылдарҙа кредитыңдың проценттарын алып, улары түләнеп бөткәс, ҡалған бурыстың төп өлөшөн бер ыңғай түләүҙе тәҡдим итә. Әммә уны бер юлы түләргә ярамай, сөнки кредиттың проценттарҙан тыш ҡалған өлөшө һинең файҙаға. Ни өсөн? Сөнки йылдан-йыл барған инфляция 10 процентты тәшкил итә, ә кредитыңдың проценты, әйтәйек, 12 процент булһа, һиңә 2 процент ҡына артыҡ хаҡты түләргә тура киләсәк. Тимәк, кредит алһаң, уны тәмләп, матурлап аҙағына тиклем түләргә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта кредиттарҙы банкҡа бармайынса, өйҙә генә ултырып Интернет банктар аша түләй алаһың.
– Халыҡта “Бурыслы үлмәй” тигән әйтем бар. Әгәр ҙә һеҙ кредит хаҡында килтергән дәлилдәрҙе ошо әйтем күҙлегенән ҡарағанда, ысынлап та, кредит кешене һәр ваҡыт тонуста тотоусы, тырышыбыраҡ эшләргә, күберәк аҡса табырға дәртләндереүсе сара ла булып тора. Шулай түгелме?
– Мин әйтергә теләгәнде алдараҡ яңғыратып өлгөрҙөң, Әхмәр ҡустым. Кредит алыуға ҡаршы төшкән иҡтисад белгестәре лә бар беҙҙә. Кредит алмаһаң, уның ярҙамында тормошоңдо яҡшыртмаһаң, барына ғына риза булып, бот күтәреп тик ятаһың инде ул. Беҙҙең иң бәлә урыныбыҙ – ҡулланыусы булмауыбыҙ.
– Бәлки ҡулланыусы проблемаһына фәлсәфәүи күҙлектән дә ҡараш ташларға кәрәктер. Әйтәйек, ҡулланыусы булараҡ һинең тарафтан хәрәкәткә килгән аҡса ағымы үҙеңә лә табан әйләнеп килә, үҙеңде лә хәрәкәтләндерә.
– Дөрөҫ. Юҡҡа ғына атай-олатайҙарыбыҙ “Хәрәкәттә –бәрәкәт” тип әйтмәгән. Ғалимдар иҫәпләп сығарыуы буйынса Ер шарында, ғаләмдә барлыҡ есемдәрҙең, молекулаларҙың йәшәйеше уларҙың хәрәкәт итеүенә бәйле. Был йәһәттән тағы ла бер халыҡ мәҡәле: “Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә”. Матдә хәрәкәт туҡталғанда юҡҡа сыға. Бер ир кеше мине илатҡансы көлдөргәйне. Баҡтиһәң, ул аҡса һанарға ярата, кис һайын аҡсаһын һанамаһа, күңеле тынысланмай, йоҡлап китә алмай икән. Был – наҙанлыҡ, ул кеше тик ятҡан аҡсаһын һанағансы уны нисек итеп хәрәкәтләндереү хаҡында уйланырға тейеш.
– Тағы ла ауыл хужалығына әйләнеп ҡайтайыҡ. Күп кенә белгестәр беҙҙең илдә ауыл хужалығын үҫтереүҙең мөмкин булмауын үҙҡиммәт проблемаһына бәйләй. Әйтәйек, бер центнер игендең үҙҡиммәте (ерҙе һөрөү, сәсеү, тырматыу, ашлама һибеү, урып йыйыу, ашлыҡты һаҡлау, яғыулыҡ-майлау материалдары, эш хаҡы һ.б. сығымдары) хаҡына сит илдән биш-ун тапҡырға күберәк иген һатып алып була икән, беҙҙең ауылдарҙа игенселек менән шөғөлләнеү зыянға ғына булып сыға. Беҙҙә ауыл хужалығының үҫешә алмауының төп сәбәбе ошоға бәйле түгелме?
– Был проблема бик ҡыҙыҡлы. Ысынлап та, күп кенә урындарҙа тәбиғәт шарттары ҡырыҫ булғанлыҡтан, унда нимәлер үҫтереп маташыуға ҡарағанда сит илдән һатып алыу күпкә отошлораҡ, сөнки осһоҙораҡҡа төшә. Күп кенә үҫешкән сит илдәрҙә айырым урындарҙа, әйтәйек, ауылдарҙа кешеләр йәшәһен өсөн генә лә дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса түләйҙәр. Ә инде ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән өсөн бик елле дотация бирелә. Был осраҡта рентабеллек мәсьәләһе бөтөнләй ҡуйылмай. Уларҙа ауыл хужалығы иң беренсе нәүбәттә иҡтисад нигеҙенә түгел, ә хужалыҡ итеү нигеҙенә ҡорола һәм тотороҡло үҫеш өсөн ауыл хужалығының өҙлөкһөҙ йәшәүе иң беренсе шарт булып тора. Алға киткән илдәрҙә ниндәй генә сығымдар талап ителһә лә, ауыл хужалығы йәшәргә тейеш. Үкенескә күрә, илебеҙҙең аҙыҡ-түлек етештереү системаһы сит илдән сеймал ташыуға ҡоролған. Ярай әле, иҡтисади санкциялар килеп сығыуы ауыл хужалығын бөтөнләй юҡҡа сығыуҙан һаҡлап ҡалды.
– Бында “бәхет юҡ ине, бәхетһеҙлек ярҙам итте” тиергә генә ҡала инде...
– Нәҡ шулай. Икенсе мәсьәлә: беҙҙең илдә етештерелгән барлыҡ юғары сифатлы аҙыҡ-түлекте сит илгә сығаралар. Беҙ бөгөн 1-се, 2-се, 3-сө класлы бойҙайҙы сит илгә ҡиммәт хаҡҡа һатабыҙ ҙа, үҙебеҙ сит илдән 4-се, 5-се класлы бойҙайҙы арзан хаҡҡа һатып алабыҙ. Ә үҙебеҙ фураж урынына ҡулланырға тейешле бойҙайҙан икмәк бешерәбеҙ. Беҙ бөгөн үҙебеҙҙә ит етешмәүгә ҡарамаҫтан, Ҡытайға ит сығарабыҙ ҙа, илебеҙҙә Бразилиянан килгән итте ашайбыҙ. Бындай сауҙа операциялары, әлбиттә, коммерция сараһы, йәғни беҙгә сит илгә ҡиммәт хаҡҡа аҙыҡ-түлек сығарыу, уларҙан арзан хаҡҡа аҙыҡ-түлек һатып алыу ҙур табыш килтерә. Доллар курсының үҙгәреп тороуы ярҙамында аҡса эшләү ҙә шул принципҡа ҡоролған. Был осраҡта инде беҙ экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланыу, бының ярҙамында граждандарҙың һаулығын һаҡлау хаҡында бөтөнләй хәстәрләмәйбеҙ. Ил халҡына зыян килтереү юлы менән иҡтисад мәсьәләләрен хәл итеп маташабыҙ.
– Икенсе һүҙ менән әйткәндә, граждандарҙың һаулығын сит илгә ҡиммәт хаҡҡа һатабыҙ булып сығамы?
– Шулай булып килеп сыға инде, ҡыйын булһа ла был фактты танырға тура килә. Беҙҙең иҡтисадсылар сифатлы аҙыҡ-түлекте сит илгә сығарып долларға һата ла, долларын бында һумдарға әйләндереп эшселәренә эш хаҡы түләп, уларҙы осһоҙға эшләтә. Халыҡ хәҙерге ваҡытта уларға ярты хаҡҡа ғына эшләй. 2014 йылда ниндәй эш хаҡы булһа, ялланыусы һаман да шул уҡ күләмдә эш хаҡы ала. Ә бит ул эш хаҡы хәҙер ике тапҡырға осһоҙланды, йәғни инфляция артһа ла, эш хаҡына индексация яһалманы.
– Сит илдәрҙә ауылда эшләгән өсөн генә түгел, унда йәшәгән өсөн дә дотация түләнә, тинегеҙ. Бында ниндәйҙер маҡсат күҙ уңында тотолғаны бәхәсһеҙ күренә. Шулай түгелме?
– Алдынғы илдәрҙә иһә дәүләттең ауыл хужалығына бирелгән дотацияһы ошо дәүләттең бөтөн халҡына ла бирелгән ярҙамды тәшкил итә. Йәғни уларҙа бөтөн халыҡҡа ярҙам итеү ауыл хужалығына өҫтәмә дотация түләү юлы менән тормошҡа ашырыла. Ә Рәсәйҙә етәкселек даирәләре фәҡәт ауыл хужалығын ҡыҫыу, уны дәүләт пландары үтәтеп талау юлы менән ауыл кешеһенең елкәһендә йәшәп килде.
– Һәр заманда, бөтөн дәүләттәрҙә демографик мәсьәлә ауыл ярҙамында хәл ителеп килде. Статистика шуны күрһәтә: балалар һаны икәүҙән артмаған ҡала демографик тотороҡлоҡто тәьмин итә алмай. Бәлки һеҙ әйткән алға киткән илдәрҙә ауылдарҙы дотациялау стратегик һаналған демографик мәсьәләне хәл итеү маҡсатынан сығып башҡарылалыр, нисек уйлайһығыҙ?
– Бәлки был мәсьәлә шулайҙыр, әммә бында демография хаҡында аныҡ ҡына фекер юҡ. Ысынлап та, ауыл ерлеге демографик мәсьәләне хәл итеп килде инде ул. Әммә һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа тыуым кәмеп, ҡалаларҙа арта башланы һымаҡ. Шундай тенденция ла күҙәтелә. Был, әлбиттә, ауылдарҙа эш булмау сәбәпле йәштәрҙең күпләп ҡалаға күсеп килеүенә бәйле.
– Ҡалалағы күп балалы ғаиләләр, асылда, кисәге ауыл кешеләрен тәшкил итә, әммә ике-өс быуын алышынғандан һуң, йәғни ауылдан килеүселәр ҡала кешеһенә әүерелгәс, проблема тағы ла ҡалҡып сығыуы бар бит...
– Әлбиттә. Әммә ҡалаға ылығып китеүҙә лә проблемалар бар. Ни өсөн тигәндә, ҡала ерендә йәшәү сәнәғәткә ылығыуҙы, бының өсөн техник белем алыуҙы талап итә. Ҡалаға килеп мал тотоп, картуф үҫтереп булмай. Бына мин үҙем химия һәм биология өлкәһенән белгес булһам да, математиканы, ауыл хужалығын, иҡтисадты өйрәнергә тура килде. Был өлкәләрҙә беҙҙең халыҡ вәкилдәре аҙ булыуы мине был юлға этәрҙе.
– Хәлле йәшәргә теләгән һәр кеше мотлаҡ рәүештә эшҡыуар булырға, ниндәйҙер тармаҡ, өлкә буйынса үҙенең шәхси эшен асырға тейеш тип уйлайһығыҙмы?
– Күптәр эшҡыуар булыуҙы хәлле йәшәүгә тиңләй, әммә эшҡыуарлыҡ хәлле йәшәүҙең бәләкәй генә бер өлөшө. Хәлле йәшәү өсөн белгес булырға кәрәк. Борон-борондан белгестәр, кәсепселәр йәшәгән. Беҙҙең халыҡҡа хәҙер күберәк техник белемле белгестәр кәрәк. Ундай белгестәр һәр йәмғиәт ҡоролошонда ла, һәр заманда ла талап ителә, йәғни бындай белемгә эйә булыусылар замандың һәр төрлө үҙгәрештәренә һәр ваҡыт әҙер булып сыға. Техник белемең булмаһа һин завод-фабрикала ярҙамсы эшсе, ҡарауылсы ғына булып эшләй алаһың. Ундай кеше, нисек кенә тырышмаһын, хәлле булып китә алмай. Беҙгә хәҙер йәштәрҙе күберәк техник белем алырға, белгес булырға өндәргә кәрәк. Йырлап-бейеүгә өндәүселәр былай ҙа етерлек. Әлбиттә, мин бында йырлап-бейергә ярамай, тип әйтмәйем, милләттең сәнғәте лә, мәҙәниәте лә үҫешергә тейеш. Әммә барлыҡ ынтылышыбыҙ йырлап-бейеүгә генә ҡоролһа, хәлле һәм бай кешеләр беҙҙең арала бик аҙ буласаҡ. Башҡалар үҫешкән бер мәлдә, хәлле һәм бай булғанда беҙ һаман да йырлап-бейеп йөрөргә генә тейешбеҙме?
– Техник белемгә эйә булыуҙы һеҙ нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ? Сөнки техник белемдең дә йүнәлештәре байтаҡ ҡына. Иҫегеҙҙә булһа, бер мәл юрист һөнәре алыу модала ине, юристар әҙерләгән уҡыу йорттарында конкурстар юғары булды. Бөгөн иһә эшһеҙ йөрөгән юғары белемлеләрҙең күбеһе – юристар.
– Хәҙерге ваҡытта хәлле кешеләр, асылда, сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр. Һалым инспекцияларында, банктарҙа эшләүселәрҙең һаны кәмей. Сөнки илебеҙ алдында реаль иҡтисадты үҫтереү проблемаһы көнүҙәк булып килеп баҫты һәм иң беренсе нәүбәттә завод-фабрикаларҙа эшләү өсөн алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле инженерҙар, үҙ эштәренең оҫталары талап ителә.
– Республикабыҙ үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын үткәрергә әҙерлек эштәре башланы. Ошо сара алдынан бер быуат элек илебеҙ халҡының ергә ҡарата һыуыныу күренешенә лә шаһитбыҙ. Бер быуат элек атай-олатайҙарыбыҙ ошо еребеҙ өсөн ҡан ҡойһа, бөгөн иһә бушлай бирелгән пай ерҙәренә эйә булыуға битараф ҡалдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ер халыҡҡа кәрәкмәй булып сыҡты. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?
– Етмеш йылдан ашыу ваҡыт эсендә кешене ер менән бәйләүсе епте өҙҙөләр, уны ерҙән биҙҙерҙеләр. Башҡорттар борон-борондан ерҙе күмәкләп файҙаланып йәшәп өйрәнгән. Улар аҫаба булһалар ҙа, ерҙәре община ҡарамағында булған. Шул ерҙең күпмелер өлөшөн дөйөм йыйында хәл итеп, бүлеп алып арпа, һоло, бойҙай сәскәндәр. Ергә ҡарата булған община ҡарашы колхоздар ваҡытында бигерәк тә нығынды. Хәҙер килеп бүлеү башланғайны, күптәргә ер кәрәкмәй булып сыҡты. Бына ошо урында һөйләшеү башында телгә алған байҙарыбыҙ кәрәк тә инде. Хәҙер брсиҙәтел түгел, бай кәрәк. Кеҫәһендә аҡсаһы күп булғаны түгел, тормошҡа, халыҡ яҙмышына ҡарашы менән алдынғы булғаны, ысын мәғәнәһендәге юлбашсы, етәксе кәрәк. Әгәр ҙә улар килеп сығып, ауылдарҙың яҙмышын үҙ ҡулына алһа, халыҡта ергә ҡараш та үҙгәрәсәк.
– Хәҙер ауыл хужалығын үҫтереүҙе, ауылдарҙы ҡотҡарыуҙы кооперацияны үҫтереү йүнәлешендә күрәләр. Быға ҡарашығыҙ нисек?
– Был хаҡта мин ун йыл элек республика гәзиттәрендә яҙып сыҡҡайным, радио һәм телевидение аша сығыш яһаным, республика етәкселегенә лә хат яҙҙым. Мин унда кооператорҙарҙың шәхси хужалыҡтарҙа етештергән аҙыҡ-түлеген йыйып алып һатыуҙы ойоштороуҙы күҙ уңында тотҡайным. Ысынлап та, был идея тормошҡа ашһа, һис юғы, шәхси хужалыҡтар ныҡлап аяғына баҫыр ине. Быға бер кем дә етди әһәмиәт бирмәне, хәҙер килеп, ниһайәт, республикабыҙ етәкселеге был хаҡта һөйләй башланы. Әммә ауылдарҙа ныҡлы аяғына баҫып торған фермерҙар, шәхси хужалар бармаҡ менән һанарлыҡ тороп ҡалған. Кемдәрҙе кооперацияға ойошторорға һуң? Элек колхоз-совхоздарҙа эшләүселәр ҡартайҙы, йәштәр ҡалаларға китте. Һуң булһа ла, уң булһын, тигән һымаҡ, бәлки был яңылыҡ ауылдарҙа әле күңелдәре һүрелеп бөтмәгәндәрҙе яңынан дөрләтеп ебәрергә булышлыҡ итер тип өмөтләнергә генә ҡала инде. Бәлки ауыл хужалығы кооперацияларын ДУП (дәүләт унитар предприятиеһы) итеп ойоштороп, эш башлап ебәргәндә нимәлер эшләп булыр тип уйланыла. Был предприятиелар шәхси хужалыҡтар етештергән аҙыҡ-түлекте йыйыу, эшкәртеү һәм һатыуға сығарһа, кооперациялар тиҙ арала аяҡҡа баҫып китер ине. Нимә генә тиһәң дә, дәүләттең ярҙамынан тыш ауыл хужалығы үҙе генә аяҡҡа баҫа алыры бик икеле. МТС-тарҙы ойошторғанда дәүләт нисек ярҙам итһә, бында ла шундай уҡ ярҙам талап ителә. Тота килеп, әйҙә, кооперация ойоштороғоҙ, тиеү менән генә боҙ урынынан ҡуҙғалмаясаҡ.
– Нимә генә әйтһәк тә, барыбер ҙә кеше факторы тәүге урында тора. Революцияға тиклем колхоз да, совхоз да булмаған, дәүләт тә ярҙам итмәгән, әммә ауыл йәшәгән бит.
– Ул саҡта халыҡта үҙидаралыҡ көслө булған. Революциянан һуң барлыҡҡа килгән советтар халыҡтың шул инициативаһын тартып алды, тик халыҡты ҡайғыртыуҙан ғына баш тартты. Бөгөн беҙгә халыҡҡа шул инициативаны, йәғни үҙидаралыҡты кире ҡайтарырға ғына кәрәк.
– Республикабыҙҙың танылған бер иҡтисадсыһы бынан бер нисә йыл элек бер ҡыҙыҡлы фекер әйткәйне. Уның уйынса, Рәсәй һалҡын климатлы дәүләттәр исемлегенә ҡарай һәм уның милли килеменең 40 проценты һалҡын ҡышты йылытыуға, ҡышҡы һыуыҡтағы башҡа төрлө сығымдарҙы ҡаплауға китә. Илебеҙҙең самаһыҙ ҙурлығы, юлдарҙың насарлығы, технологияларҙың артта ҡалыуы һөҙөмтәһендә беҙҙә хатта нефть, газ, урман ресурстарын сеймал килеш һатыуға сығарыу отошло. Ошо факторҙарҙан сығып ул илебеҙ иҡтисады бер ҡасан да үҫеш кисермәйәсәк, тигән һығымтаға килә.
– Мин ундай фекерҙә түгелмен. Миҫалға Канаданы ғына алайыҡ. Климат шарттары буйынса был дәүләт Рәсәй менән бер үк кимәлдә. Халыҡтың һаны ла унда 30 миллион самаһы. Ләкин уларҙа тормош ҡоролошо саҡ ҡына икенсе төрлөрәк. Канаданың төньяҡ өлөшөндә ҡалалар төҙөлмәй. Унда вахта ысулы менән эшкә барып ҡайталар. Беҙҙә иһә Себерҙә бихисап эшселәр ҡалалары ҡалҡып сыҡты. Ҡаланың барлыҡҡа килеүе әллә күпме башҡа социаль проблемаларҙы хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуя. Икенсенән, ысынлап та, беҙҙең илдең күп сығымы йылыныу һәм йылытыу өсөн китә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең илдә нефть, газ сығарыуҙың һәм эшкәртеүҙең үҙҡиммәте ул тиклем юғары түгел, түбән ул. Уны шулай һөйләйҙәр генә. Әйтәйек, нефть сығарыуҙың барреле 2 доллар, ә уны 60 долларға һаталар, 130-ға барып еткән сағы ла булды. Өсөнсөнән, беҙ нефтте сит илгә сығарыр өсөн генә эшкәртмәйбеҙ, илебеҙҙәге барлыҡ машиналар үҙебеҙҙә етештерелгән бензин менән йөрөй, йорттар үҙебеҙҙә етештерелгән газ менән йылытыла. Шуға күрә нефткә, ғазға кемгәлер һатып аҡса эшләү сығанағы итеп кенә ҡарау дөрөҫ түгел, минеңсә. Беҙҙең өсөн иң ҡурҡынысы: сит илгә нефть һәм газ һатып, шул аҡсаға сит илдән аҙыҡ-түлек һатып алып йәшәүе. Ни өсөн тигәндә, бер көн килеп нефть тә, газ да бөтәсәк, ул сағында ни эшләргә тейешбеҙ? Беҙҙең өсөн бөтә Рәсәй иҡтисады берҙәм система булыуы мөһим. Шул сағында ғына үҙ-үҙен тәьмин итеп йәшәгән үҙаллы дәүләт булып һаҡланасаҡ.
– Яңыраҡ Рәсәй Дәүләт Думаһында ҡулаҡсанан бөтөнләй баш тартыу тураһында сығыш яһанылар. Уларҙың фекеренсә, электрон аҡсалар коррупция менән көрәшеүгә булышлыҡ итәсәк, аҡсаларын йәшереүселәрҙе фашлаясаҡ. Ә ҡулаҡсаның юҡҡа сығарылыуы элекке кеүек “алтын биҙгәктәре”н барлыҡҡа килтерсәк, олигархтар булған аҡсаларын күсемһеҙ милеккә, алтын-көмөштәргә әйләндерәсәк.
– Ҡулаҡса хатта алға киткән илдәрҙә лә бар. Беҙҙең ауылда бындай саҡта “хәбәр юҡта хәбәр булған, ата ҡаҙың күкәй һалған” тип әйтәләр. Беҙҙең күп кенә сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар илдең иҡтисадын күтәреү урынына юҡ ҡына уйҙырмалар менән баш ҡатыралар, күпселектең иғтибарын төп мәсьәләләрҙән ситләштерәләр. Ундай миҫалдар бихисап. Әйтәйек, быйыл яҙ барлыҡ машиналар ҙа артҡы быялаһына “Ш” билдәһен ҡуйып йөрөргә тейеш тигән ҡағиҙәне ҡабул иттеләр. Был бит дөйә муйынынан ҡырын. Хәҙерге заманда ҡышҡы тәгәрмәс ҡуймайынса, ғөмүмән, ҡар өҫтөндә йөрөп буламы икән? Был “автомашинаны кеше йөрөтә” тип аңлашылған аксиомаға тиң. “Ш” билдәләренең хаҡы шул көндәрҙә 200 – 300 һумға тиклем барып етте. Тимәк, кемдер ошо ҡағиҙә ярҙамында аҡса һуғып ҡала. Беҙҙә хатта бер мәл сәғәтте алға-артҡа күсереп, географик полюстарҙы ҡыҫҡартып маташтылар. Һуң мәшһүр башҡорт шағиры Аҡмуллабыҙ: “Икегә берҙе ҡушып, һан ун булмай, сәғәтте алға бороп көн төн булмай...” тип әллә ҡасан уҡ әйтте бит инде. Экономиялы лампаларға күсеп тә ҡараныҡ бер заман.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әңгәмә ҡорҙо.