Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сәлимйән Ғүмәров

Атайым аманаты

Өлкән ағайым Ғәфүрйән балаларын йыйып алды ла: «Мин колхоздың абруйлы бухгалтеры булдым, шуға күрә армия сафына алыу ваҡытын кисектереп торғайнылар. Ватанды һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы, миңә лә китергә кәрәк. Донъя хәлен белеп булмай, әсәйегеҙгә ярҙам итегеҙ, һеҙ бит аҡыллы, дуҫ йәшәгеҙ. Оҙаҡламай йә ҡустығыҙ, йә һеңлегеҙ, донъяға килер, уға бик иғтибарлы булығыҙ, сөнки ул һеҙҙән өлгө аласаҡ», – тип еңгәйҙең күҙҙәренә ҡараны.
1942 йылда ағай һуғышҡа китте, оҙаҡ та үтмәй уның улы тыуҙы. Иҫ белеп йөрөй башлағас, ултырғысҡа баҫып, стенаға элеп ҡуйылған фотоһүрәтте: «Минең атайым бик матур» – тип, бәләкәй ҡулдары менән уның битен һыйпап ҡуя торғайны. Быны күреп торған Бәхтиямал еңгәй күҙ йәштәрен яулығы менән һөртә-һөртә сығып китә... Улы тубыҡтарына ултырып, йөҙөнә тура ҡарап «атай» тигән һүҙҙе әйтеүҙән мәхрүм ҡалды, сөнки атаһы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булды.
Улы ла 70 йәшен үтеп донъя ҡуйҙы.
Хәҙер тыныс тормошта йәшәйбеҙ, әммә күпме бала иң ҡәҙерле «атай» тигән һүҙҙе әйтеүҙән мәхрүм, тере атай барында етем булып йәшәй. Ә бит әҙәм балаһының бәхете тик тулы ғаиләлә йәшәгәндә генә була, бала тик шул осраҡта ҡыуаныс менән йәшәй, донъяның матурлығын тоя. Мин атай аманатын тормош һабағы күреп ҡабул иттем, бөгөн дә шуның менән йәшәйем.

Мәжлес –
тәрбиә сараһы
Мин ғәжәйеп тәбиғәтле, гүзәллеге менән дан ҡаҙанған, халыҡ яратып йыр­лаған төбәктә – Ҡаҫмарт йылғаһына һыйы­нып урынлашҡан Сәғит ауылында (Ейәнсура районы) төпсөк малай булып донъяға килгәнмен.
Атайым 1878 йылда тыуған, тәүге документтарында Теләүбаев Ялалетдин Нәжмет­дин улы тип теркәлгән. Әммә бер аҙ ваҡыт үтеү менән, милли йола буйын­са, бер нисә быуын алда үрәдник булып эшләгән Ғүмәр ҡартатайымдың исе­мен мәңгеләштереү маҡсатында уның исемен фамилия итеп ҡабул иткәндәр, һәм беҙ, бер нисә ғаилә, Ғүмәровтар булып киткәнбеҙ. Бөгөн ошо фамилияға тап төшөрмәҫкә, уны оло ғорурлыҡ менән йөрө­төргә тырышабыҙ.
Беҙ ата-әсәйҙән уңдыҡ, уларҙың ҡарашы, йылы мөнәсәбәте беҙгә йәшәргә көс һәм дәрт өҫтәп торҙо, шуға күрә беҙ үҙебеҙҙе бик бәхетле һанай инек. Ағай-апай­ҙарым да, әллә иң бәләкәйе булған­ғамы, минең өсөн йән атып торалар ине. Башҡорттоң йыр-моңһоҙ йәшәй алмауы атайым менән әсәйемә лә күскәндер, моғайын. Уларҙың ҡунаҡсыл, йомарт, ярҙамсыл булыуына аптырамаған кеше ҡалмағандыр.
Бөгөнгөләй хәтеремдә, 5-6 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Иҫке Ҡалмаҡ ауылына ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Ат санаһына кү­пер­теп йәм-йәшел бесән тейәп алдыҡ, сөнки ҡунаҡта күпме булырыбыҙҙы белмәйбеҙ. Ҡышҡы шыма юлда ат юртып ҡына бара. Хатта дилбәгә ҡағыу ҙа кәрәк­мәй. Ә сыбыртҡыны бесән араһына йәше­реп һалып ҡуйҙы атайым. Килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Ихатаға ингәс тә хужалар һәм уларҙың яҡындары: «Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ Ялалетдин ағай Нәғимә еңгәй менән килде, рәх­мәт», – тип, атты туғарып, бәйләп ҡуй­ҙылар. Мин дә атай менән әсәйҙән ҡалмай өйгә индем. Мәжлес башланырға әҙер, беҙҙе генә көткәндәр, күрәһең. Атайым менән әсәйем инеү менән хужаларға, атты туғарыусы яҡындарына ҡарап йырлап ебәрҙеләр:
Ҡаҫмарт ҡына буйы бигерәк йәмле,
Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә.
Ҡайҙа ғына барма, дуҫ-иш кәрәк
Ҡаршы сығып атың бәйләргә...
Ғәҙәттә был йыр «Һаҡмар буйы» тип йырлана. Беҙҙең ауыл да, был күрше ауыл да Ҡаҫмарт буйында урынлашҡанға күрә атайым-әсәйем үҙебеҙҙең йылға исемен ҡушып йырлағандарҙыр, тим.
Өй хужаһы: «Ялалетдин ағай, еңгәй менән һине бик матур йырлай тигән­дәрен ишеткән булды, бына бөгөн үҙегеҙ күтәрәһегеҙ инде, алдан уҡ рәхмәт әйтеп ҡуяйым», – тип халыҡты дәртләндереп, көйләп ҡуйҙы.
Әлегә ул үҙәк ялғап алырға тәҡдим итте. Ҙур һике, уның өҫтөнә 3-4 ашъяулыҡ түшәлгән. Ниндәй генә ашамлыҡтар юҡ, барыһы ла бар. Күренеп тора, хужабикә аш-һыуға бик оҫта. Ашамлыҡтар ҡайҙан­дыр һатып алынмаған, ә хужабикәнең үҙ ҡулдары менән әҙерләнгән һәм беше­релгән. Мәжлестәге төп эсемлек – ҡымыҙ һәм ҡорт балынан ҡойоп әсетелгән бал. Ҡунаҡтарға һайлап эсергә мөмкинселек етерлек: ҡымыҙ, бал, сәй. Мәжлестә баянсы йәки гармунсы булманы, ләкин бик оҫта ҡурайсы саҡырылған. Боронғо баш­ҡорт халыҡ көйҙәрен теттереп, еренә ет­­кереп уйнай, хатта ғүмерендә бер тапҡыр ҙа бейемәгән кешеләр ҙә аяҡ­тарына урын таба алмай тыпырҙатып ултыра, ә йырларға теләүселәр тамаҡтарын ҡырып, ебетеп йырларға әҙер генә. Мине лә онотманылар, «йәш ҡунаҡ» тип бейергә төшөрҙөләр. Мин «тыпырҙатып» бейергә ярата инем. Ололар миңә рәхмәт әйтеп, ваҡ аҡса бүләк итте.
«Йәмәғәт, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Йырлашып ултырып ҡына тамаҡ туймаҫ, аҙ бул­һа ла үҙәк ялғап алайыҡ», – тигән тәҡ­дим яһаны хужа.
Ашъяулыҡ өҫтөнә аш менән тулған ҙур ашлау (табаҡ) килтереп ултырттылар, тирә-яғында ваҡ табаҡ-һауыт, ҡалаҡтар күренмәй. Хужа һәр кемдең ҡулын сай­ҡатып, таҙа таҫтамал биреп һөрт­төрөп сыҡты ла: «Йәгеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар, ашҡа етешегеҙ», – тигән әмер бирҙе. Ҡунаҡтар еңдәрен һыҙғанып ҡулдары менән ҙур ашлауға ынтылдылар. Төп хужа ҙур ҡулы менән ашлауҙан һөҙөп һалма алды ла өҫ­төнә һимеҙ ит киҫәге һалып, башҡорт йолаһы буйынса, атайымдың ауыҙын астырып, шунда тыҡты. Кеше кире ҡаға алмай. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тип ата­йым төп хужаға ошо уҡ һоғондороу алымын – ғәҙәтте ҡабатланы. Артабан инде килгән бөтә ҡунаҡтар ҙа ҡулдары менән ашлауҙан һалма һөҙөп алып, өҫтөнә ит һалып, ашарға тотондолар. Бәғ­зеләр янында ултырған күршеләрен дә һыйлап ҡуялар. Оҙаҡ та үтмәй, ҙур табаҡ бушап ҡалды, уның урынына шундай уҡ һауытҡа һалып, һурпа алып килделәр.
Ҡорот һәм борос һалынған һурпанан баш тартыусы булманы, киреһенсә, ҡат-ҡат һалдырып эстеләр. Араларынан шаяныраҡ кеше: «Һурпаһы – биткә, – тип юҡҡа әйтмәгән икән халыҡ, – бит алма­ларың алһыуланып китте», – тине хатта күршеһенә.
Хужа һурпанан һуң бер аҙ ял итергә лә, тағы һәр кемдең үҙ урынына ултырыуын һораны. Тотош мәжлес буйлап ҡымыҙ, бал, сәй ҡойолған аяҡтар тәҡдим ителде. Бына ошонда күренде инде халыҡ­тың башҡорт халыҡ йырына ғашиҡ булыуы, уны һөйөүе, үҙ итеүе. Ҡурайсы уйнап өлгөрә алмай, йырҙар башлана тора. «Урал», «Уйыл», «Сибай», «Әрме», «Зөлхизә», «Хисам», «Ҡолой кантон», «Ҡаһарман кантон», «Бейеш» һәм башҡа йырҙар ифрат оҫта башҡарылды. Ҡунаҡ­тар ашау-эсеүен онотоп йыр тыңланы, хатта хужа үпкәләп тә ҡуйҙы ҡунаҡтар ашамай ултырғанға. «Башҡорт йырлай баш­лаһа, бөтә донъяһын онота», – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, күрәһең. Өс көн шулай үтте. Әлбиттә, өс көн буйы ашъяулыҡ өҫтөндә ултырманылар инде, Ҡаҫмарт йолаһы буйынса төшөп балыҡ­сыларҙың ҡышҡылыҡҡа бергә тупланған балыҡтарҙы ҡармаҡҡа эләктереүен ҡарап торҙолар. Йылғаның төбөн күрһәтмәгән көтөүҙән бәрҙенең ҡармаҡты ырғытыу менән килеп ҡабыуы үҙе бер ғәжәп күренеш ине. Ул ваҡыттарҙа ауылдарҙа ҡоҙоҡ булманы, ҡатын-ҡыҙҙар Ҡаҫмарт боҙон уйып алынған мәкенән һыу ташыу­ҙарына хайран ҡалдыҡ. Үҙҙәренә лә, малға ла эсергә һыуҙы шунан алып ҡайталар ине. Мәжлес кенә түгел, ғөмү­мән, ҡунаҡта өс көн булыу бик күңелле булды, ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә.
Ҡайтыу тураһында һүҙ сыҡҡас, хужалар һәм уларҙың яҡындары атты йәтеш­ләп егеп ҡуйҙылар. Ә уларҙың ҡатындары:
– Беҙ алыҫтан килгән ҡунаҡты буш ҡул ҡайтармайбыҙ, башҡорт йолаһын боҙмайбыҙ. Ҡайтҡас, яҡындарығыҙҙы йыйып, беҙҙең күстәнәстән ауыҙ итте­регеҙ», – тип, кем ҡаҙ бирә, кем сәк-сәк, кем бәлеш… Хушлашҡанда атайым ме­нән әсәйем хужаларҙы, ваҡытын әйтеп, саҡырып киттеләр һәм ҡаршы алырға вәғәҙә ҡылдылар.
Ҡайтыуҙа атайым миңә, аманат иткән­дәй, мәжлес тураһында маҡтап, һөйләп килде. Уның һүҙҙәрен әсәйем дә ҙур иғ­тибар менән тыңланы. «Мәжлес шулай булырға тейеш, – тине ул етди ҡараш ме­нән, – эш ашап-эсеүҙә генә түгел, мәжлес тәрбиә сараһы булырға тейеш. Кеше менән аралашһаң, төрлө фекер­ҙәрҙе тыңлап фәһемләнәһең, бер-береңде ихтирам итергә өйрәнәһең. Был сара үҙе үк тормош һабағы булып тора, унан беҙ өлгө алырға тейешбеҙ. Юғиһә, ана, беҙҙең ауылда бер ғаиләне ҡунаҡҡа саҡырырға ҡурҡып торалар, сөнки улар, ирле-ҡатынлы, кеше мәжлесендә мотлаҡ тауыш сығара, һуғышып та китәләр. Мәжлес­тең йәмен ебәргәс, ҡайһы берәүҙәр ҡайтып китергә мәжбүр була. Шуға күрә һуңғы ваҡытта уларҙы саҡыр­май башланылар – холоҡтары насар. Дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ уларға төҙәлер­гә ваҡыт бирҙе.
Атайымдың һәр һүҙен күңелгә һеңде­реп барҙым. Уның изге аманаты үҫкәс тә һәр саҡ ҡолағымда сыңлап торҙо, онотоу мөмкин түгел ине. Үҫкәс быны тормош үҙе иҫбат итте.

***
Байыш мәктәбендә директор булып эшләгәндә ауылдың бик абруйлы уҡытыу­сыһы, күп кешеләрҙе оло тормош юлына баҫтырған, беҙҙең тарафтарҙа беренсе­ләрҙән Ленин ордены менән бүләкләнгән Исхаҡов Ибраһим ағай үҙенең 70 йәшенә саҡырҙы. Мәжлескә кешеләр йыйылып бөткәс, ул һүҙен башланы: «Хөрмәтле һәм ҡәҙерле ҡунаҡтар, ғәфү итегеҙ, мин ҡа­лыпҡа һалынған йоланан бер аҙ ситкә китеп тәүге тосымды тиҫтәләр йыл бергә тормош кисергән Зәйнәб апайығыҙға бағышлайым. Беҙ 7 бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Улар беҙгә рәхмәт һүҙҙәрен ебә­реп торалар. Әле лә әҙерләгән аш-һыуым ҡунаҡтарға оҡшаһа ярар ине, тип борсолоп йөрөй. Әлбиттә, ул тәмһеҙ ашамлыҡ әҙерләй белмәй, ошоғаса, үҙем дә бармаҡтарымды ялап ҡуям», – тип маҡ­тап, уның эргәһенә килеп баҫты ла:
Күңелемдә гел һин генә,
Бәғрем белмәйһең генә, – тип ҡулын­дағы бокалын сәкәштереп төп күтәреп эсеп ҡуйҙы. Әлбиттә, бындай шарттарҙа йәйелеп ултырыу бер кемгә лә килешмәҫ ине. Бөтә ҡунаҡтар ҙа аяҡ өҫтө баҫып һауыт­тарын бушаттылар ҙа ҡул сабып алҡышларға тотондолар. Ысынлап та, был мәжлес ғаилә бәхетен раҫлауын, тигеҙ һәм иҫән-һау ғүмер итеүҙе, ғаилә ныҡ­лығына өндәүсе үтә мөһим тәрбиә сараһы булып торҙо. (Ибраһим ағай был донъянан икенсеһенә күскәс, Зәйнәб апай ҙа оҙаҡ йәшәмәне).
Мәжлескә ҡунаҡтар саҡырғанда ата­йымдың, мәжлес – ул тәрбиә сараһы, тигән аманаты ҡолағымда һәр саҡ сыңлап торҙо. Ҡатыным Фәнисә аш-һыуға оҫта бул­һа ла, мин ҡунаҡтарҙы бер ваҡытта ла ҡыҫтаманым, сөнки килеүселәр барыбер кәрәген ашап ултыра. Минең төп бурысым халыҡты күңелле ултыртыу, аралашыу, фекер алышыу, бигерәк тә йыр менән мәжлестең күңелен күтәреү ине. Өҫтәүенә, үҙем гармунда ла уйнайым. Ҡунаҡтар: «Ошо Сәлимйәндәргә кил­һәң, оҙағыраҡ ултырырға теләк тыуа», – тиҙәр. Уларҙың оло баһаһы хужалар өсөн ҙур шатлыҡ – тимәк, мораҙыңа иреш­кәнһең, кешеләрҙә онотолмаҫ яҡшы фекер ҡалдырғанһың. Бөгөн дә ошо ғәҙә­тем дауам итә.

Әкиәт, йыр-моң донъяһында
Атайым беҙҙе тәрбиәләү өсөн әкиәттең бөйөк көсөн файҙаланырға булғандыр, күрәһең. Уны ҙур оҫталыҡ менән, ышан­дырырлыҡ итеп һөйләр ине. Беҙ оло ағайымдың улы Ғәббәс менән кис булыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғай­ныҡ, сөнки атайым колхоз эшенән бушанып ҡайтҡас, үҙебеҙҙең малдарҙың тамағын туйҙырғас, эргәһенә һалып беҙгә әкиәт һөйләр ине. Уның әкиәттәре күбе­рәк патриотик булды, йәғни тыуған ереңде, халҡыңды ихтирам итергә, яра­тырға, тоғро хеҙмәт итергә саҡыра ине, хыянат­сылыҡтың оло гонаһ булыуын һең­дереү булды шикелле.
Әкиәттең төп геройы – Ғәле батыр, үҙе­нең Дөлдөлөнә атланып илен һәм халҡын ҡотҡарыу өсөн ай үтәрен көн үтеп килеп етер булған. Көрәштә йәнен-тәнен аямай еңеп сыҡҡан, халҡына тоғро хеҙмәт иткән. Әгәр илгә хыянат иткән кешене белеп ҡалһа, үҙ ҡулы менән яза­ларға мәжбүр булған. Әкиәт геройын атай көндәлек тормош менән бәйләп һөй­ләй белә ине. Беҙгә лә: «Балалар, һеҙ ҙә Ғәле батыр кеүек көслө рухлы, илдең тоғро һаҡсыһы булығыҙ!» – тип һүҙен тамамлар ине. Әкиәт һөйләгәндә шул ваҡыттағы тор­моштоң, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ауырлыҡ­тан миҫалдар килтереп, беҙҙе түҙемлеккә, һуғыш тамамланғас, көнкүрештең яҡ­шырыуына ышандыра торғайны. Был беҙҙең өсөн әхлаҡи, рухи тәрбиә булып ғүмергә иҫтә ҡалғандыр.
Әкиәт һөйләгәндә атайым бик күп миҫал­дарҙы Ҡөрьәндән, Мөхәммәт пәй­ғәмбәр тормошонан килтерҙе. Бер ҡайҙа ла уҡымаһа ла, ул Ҡөрьәнде баштан аҙағына тиклем яттан һөйләне. Ҡөрьән сүрәләрен, яттан әйтеп, беҙгә ҡабатларға ҡуша ине. Әйткәндәй, сүрәләрҙең йөкмәт­кеһен беҙгә башҡорт телендә аңлатты. Күп сүрәләрҙе атайымдан отоп алып яттан һөйләй торғайныҡ. Балаларҙы әкиәт геройҙары өлгөһөндә тәрбиәләү бо­рон-борондан ҡалған һәм күсеп килгән йола, атай ҙа ошо геройҙарҙың һәйбәт сифаттарын беҙҙең күңелгә һеңдерергә уйлағандыр, тим.
Атай бер кисте әкиәттәр һөйләүгә бағышлаһа, икенсеһендә йыр-моңға әһәмиәт бирер ине. Әсәйемә: «Нәғимә, кил әле, балаларға «Шафиҡ»ты йырлап ишет­терәйек. Атайым да, әсәйем дә бик матур йырлайҙар ине. Башҡорт халыҡ йырҙарын ифрат күп беләләр ине.
Төнгө йоҡоларым йоҡлағанда
Уяндым мин күнәк тауышына.
Үтеп кенә барған ғүмеремде
Оҡшатамын һыуҙың ағышына...
Артабан – «Ашҡаҙар», «Уйыл», «Хисам»... Шуныһы, атайым һәр йырҙың тарихын һөйләп аңлата – ҡайҙан өйрән­гәндер? Ул беҙгә: «Балалар, башҡорт ха­лыҡ йырҙарын өйрәнегеҙ, белегеҙ, йырлағыҙ, унда халыҡ тарихы сағылған», – тип беҙҙең мейегә һеңдерер ине, хатта та­лап итте. Шуғалыр ҙа беҙҙең ғаиләлә йырламаған кеше булманы. Әсәйем 1945 йылда вафат булды, дүрт йыл түшәктә ятып ауырыны. Әллә ауырыуы менән балаларын йөҙәтмәҫкә тип, үҙенә бик ауыр булһа ла, йырлап ятыр ине. Нәзифә апайым 100 йәшкә етеп мәрхүм булды, кешенән һис тартынмай боронғо көйҙәр­ҙе йырлап ултыра торғайны, хатта һуңғы көнөнә тиклем туған-таныштарына йырлап барып инер булды. Шуға ла уны ха­лыҡ ихтирам итте, ихатаға ҡаршы сығып ала торғайнылар. Зөләйхә апайым, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булып эшләне. Йыр сәнғәтенә ға­шиҡ ине. Кластарҙа фольклор темаһын үт­кән­дә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып уҡыусыларҙың иғтибарын тиҙ яулап алыр ине. Ғөмүмән, уның тел һәм әҙәбиәт дәрестәре йырһыҙ үтмәне. Баш­ҡорт халыҡ йырҙарын йырлау, Рәшит Ниғ­мәти, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Мостай Кәримдәрҙең башҡорт теленә бағыш­ланған шиғырҙарын яттан һөйләү дәрестәренең мөһим урындарын тәшкил итте.
Байыш ете йыллыҡ мәктәбенең V–VII кластарында уҡығанда уҡ Зәбирйән ағайым билдәле ҡурайсы исеменә лайыҡ булғайны. Яҙ көндәрендә ихата ҡарҙан асы­лыу менән йәштәр ҙә, ололар ҙа беҙҙең өй тирәһенә йыйылыр булды. Йәштәр ҡурай көйөнә бейей, ололар боронғо башҡорт көйҙәрен уйнағанды тыңлап ултырыр ине. Шул оҙон көйҙәрҙе ҡайҙан өйрән­гән, нисек еренә еткереп, һәр бөгөлөшөн тап килтереп уйнай», – тип һоҡланыр ине ололар. Абҙан урта мәктәбендә уҡығанда Зәбирйән ағай ололар бәйгеһендә ҡатнашып, ярыштан бер ваҡытта ла бүләкһеҙ ҡайтманы. Туҡыма, мандолина... Атайым икеләнеп тә ҡуйҙы: ҡурайҙы ташлап мандолинала уйнарға күсеп ҡуймағайы тип. Ләкин шикләнеү урынһыҙ булып сыҡты, ҡурайға хыянат итмәне ул. Өҫтәүенә, беҙҙең тирәлә ҡурай үләне шул тиклем күп булды, һәр тау итәгендә бер-береһенә тауыш биреп ишелеп үҫәләр ине. Ағайым бик күп ҡурай ҡырҡып, бәйләп алып ҡайтып бармаҡ­тары менән үлсәп, уйнарлыҡ хәлгә килтереп яһап, ҡапҡа һалып ҡуя торғайны. Әлбиттә, беҙгә аңлашылманы, ҡайһыла­рын оҙон итеп, бәғзеләрен ҡыҫҡа ғына яһай торғайны, уларҙың һәр береһендә уй­нап ҡарай ине.
Беҙҙең Сәғит ауылы кешеләрен «Ҡойондар» тип йөрөттөләр, ошо ҡуша­мат бөгөн дә һаҡлана. Ауыл халҡы ул исем­де дуҫ-туған булып йәшәүе менән, бер-береһенә ярҙамсыл, йомарт, ҡунаҡ­сыл, кешеләргә ҡарата йылы һәм яҡын мөнәсәбәте менән яулаған. Ут күрше ауыл кешеләре хатта көнләшеп ҡарай торғай­нылар. Был бигерәк тә һуғыш йылдарында сағылды. Бер кемдә лә шырпы-фәлән булманы. Кемдәлер көл араһынан күмелгән «тере» күмер ҡалһа, ауыл халҡы­ның ҡыуанысына әйләнер ине, мейестә утын янасаҡ һәм өй йылылыҡ ме­нән тәьмин ителәсәк. Был инде ас-яланғас йөрөгән кеше өсөн оло шатлыҡ. «Ҡойондар» ағайҙың ҡурай тауышын ише­теү менән эркелешеп киләләр ине. Был уйын йәки күңел асыу ғына түгел, дуҫ­тарса аралашыу, хәл белешеү, ярҙам итеү сараһы ла булып торҙо. Кемдер хәс­рәт кисерһә, «ҡойондар» өсөн дөйөм ҡай­ғы, шатлыҡҡа осраһа, дөйөм ҡыуанысҡа әй­ләнә. «Ҡойондар» ойошоп йәшәүҙе яратты.
Атай ағайыма дуҫтарына тоғро булырға, алдашмаҫҡа, ҡуйған бурысыңа ғәҙеллек менән ынтылырға һәм уны тормошҡа ашырырға кәңәш биргәйне. Ағайым уның кәңәштәрен аманат күреп ҡабул итте, һәр саҡ күңелендә йөрөттө. Беҙ, балалар ғына түгел, дуҫ-иштәре лә ағайҙың түҙемле булыуына аптырайҙар ине. Һыу эсендә сумып ярышҡанда бер кем дә уның алдына сыға алманы, йәки һыу өҫтөндә батмай ятҡанда ла ул дуҫтарына өлгө булып торҙо. Һуңынан ғына беҙ аңлап ҡалдыҡ: ағай ҡурайсы булғас, уның үпкәһе һәм тын юлдары ҙур күнекмә үткән, тын алмай йә сығар­май бик оҙаҡ тора ине, хатта аяҡ өҫтө баҫып кем күпме тын алмай ярышында ла ул еңеүсе булды. Ул ваҡытта буйға ҙур булманы, әммә дуҫ-иштәрен әйҙәүсе бул­ды, йәштәр араһында йыр-бейеү саралары унһыҙ үтмәне, ләкин ул үҙен дуҫтары менән тиң тотто, маҡтаныу йәки эреләнеү уға хас сифат түгел ине.
Һуғыш башланғас, кемгәлер иренең йәки улының һәләк булыуы йәки хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында күңелһеҙ ҡағыҙҙар килә башланы, күптәр ҡайғы-хәсрәткә ду­сар булды. Ағай дуҫ-иштәре менән етем ҡалған инәй-апайҙарға ярҙамға ашығыр ине, урмандан утын, малдарына бесән йәки һалам килтерәләр. Әммә йәшлек бары­бер үҙенекен алды, йәштәр араһында күңел асыу уйындарын йыш ҡына ул ойошторҙо.
1943 йылдың йылы йәйге көнө. Йәштәр йыйылып беҙгә килделәр ҙә: «Әй­ҙә, Зәбирйән, Нәжми тауы итәгендә йыр-бейеү ойошторайыҡ, йәштәр шуны теләй», – тип ағайҙы алып киттеләр. Ҡурай­ҙар һалынған ҡапты тотоп тороу өсөн мине лә эйәрттеләр. Барғанда Ҡаҫ­март йылғаһы аша кисеп сығырға кәрәк. Туғайҙа һайраған һандуғастар тауышы оло бер оркестр уйнауын хәтерләтә. Бейек күк тирәк ботағына ултырып кәкүк саҡыра, йылғаны кисеп барғанда балыҡ­тар аяҡҡа килеп һуғылып үтәләр, эргәлә генә күк ятыуҙа һыуҙың өҫтөн күрһәтмәй балыҡтар уйнай.