Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Роза Ҡобағошова

КИЛӘСӘКТЕ ҮТКӘНДӘР МЕНӘН ТОТАШТЫРЫП

Илаһи ҡөҙрәт эйәһе

Бынан ете йыл самаһы элек ҡулыма осраҡлы ғына рәүештә “Мөжәүир хәҙрәт” тип аталған бер китап килеп эләкте. Мөжәүир хәҙрәт тигән данлыҡлы әүлиә булыуын ишетеп белһәм дә, уның тураһында китап барлығын белмәй инем әле. Әйтерһең, күптән эҙләгән нәмәмде таптым – шатлығымдан бер тынала уҡып сыҡтым. Иремдең үлеменән һуң, ҡайғынан арына алмай, һеңгәҙәп йөрөгән сағымда йәнемә дауа булды ул. “Шул тиклем киң ҡөҙрәт эйәһе тураһында кем яҙырға йөрьәт итте икән?” – тигән уй килде башыма. Китаптың тышлығында Лира Әхмәт-Яҡшыбаева тип яҙылғайны. Автор ваҡиғаларҙы шундай оҫта итеп һүрәтләгән, әйтерһең дә, Мөжәүир хәҙрәттең үҙен белеп-күреп, янында йөрөгән! Уҡығандарымдан бер нисә көн әҫәрләнеп йөрөнөм. Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, аяҡтан яҙғандарҙы аяҡҡа баҫтырыр көскә эйә булған әүлиә тураһында ошондай китап барлығын башҡалар ҙа белһен әле тип, уны туғандарыма, таныштарыма уҡыттым.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, ошо уҡ авторҙың “Халҡыбыҙ изгеләре” тигән китабын күреп ҡалдым. Уныһын да танһығым ҡанғансы ҡат-ҡат уҡыным. Хәҙер инде Лира Яҡшыбаеваның яңынан-яңы китаптарын көтөп ала башланым. Ә улар оҙаҡ көттөрмәне – “Ғабдулла Сәйди”, “Табын әүлиәһе”, “Зәйнулла ишан”, “Ҡанатлы баһадир”, “Вәрәҙекүл аҡсарлағы”, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш”, “Бөтәбеҙгә бер Ер шары”, “Аллаһ йортонда ҡунаҡта”, “Ашҡаҙар вальсы” повестары һ.б. донъя күрә торҙо. Китап магазиндарында, китапханаларҙа тап килтергән һайын береһен дә ҡалдырмай уҡып барҙым. Тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған ошо әҫәрҙәр аша үҙемә күпме фәһем, рухи аҙыҡ, йәшәүгә көс алдым!
Хәҙер инде мин әҙибәнең әҫәрҙәре менән генә түгел, үҙе менән дә яҡшы танышмын. Хәйер, бер мин генәме һуң?! Әҙәбиәткә үҙ юлы, үҙ алымы, үҙенең әйтер һүҙе, яңы темалары булған талантлы яҙыусыны хәҙер белмәгән, ишетмәгән кеше һирәктер.
Лира Яҡшыбаева һөнәре буйынса педагог. Был хаҡта ишеткәнебеҙ бар: йыш ҡына кеше тормошондағы һынылышҡа ниндәй ҙә булһа фажиғәле хәл-ваҡиға сәбәпсе була. Утыҙ дүрт йыл уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан осорҙа ғына ул ауыр ҡайғыларға юлыға: улы үлеп китә, күп тә үтмәй ирен юғалта. Ҡайғы-хәсрәттән албырғап ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгәндә ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡулына ҡәләм ала. “Тормошомда ошо тетрәндергес ваҡиғалар булмаһа, бәлки, бөтөнләй яҙыша башламаған да булыр инем”, – ти яҙыусы. Педагогик хеҙмәт ветеранының тәүге әҫәре – “Бәхетең үҙең менән” повесы мәғариф өлкәһендә ҙур танылыу таба һәм мәктәп программаһы дәреслектәренә индерелә. Билдәле ғалим, профессор Рафаэль Аҙнағолов “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында (2013 йыл, 2 – 3-сө һандар) “Бәхетең үҙең менән” повесы хаҡында ошолай тип яҙып сыға: “Был әҫәр башҡорт әҙәбиә­тендә үҙенә күрә бер сенсация, тарихи ваҡиға булды. Ниһайәт, уҡытыусылар тураһында һоҡланып уҡырлыҡ повесть барлыҡҡа килде. Был әҫәре менән Лира Яҡшыбаева мәғариф системаһындағы етди проблемаларҙы күтәрҙе. Бындай әҫәрҙәр һирәк тыуа. Минең ҡара­шым­са, ул дәүләт баһаһына лайыҡ”.
Әҙәбиәткә бай тормош тәжрибә­һе туплап килгән яҙыусы, әҫәрҙә­ре­нең йылы ҡабул ителеүен күреп, яңынан-яңы те­ма­ларға тотона. Уның “Һылыу ҡа­рағас” исемле китабы ла ошо йыл­дарҙа донъя күрә.
Бер мәлде Лира төшөндә ун ике әүлиәне күрә: “Сәл­­лә кейгән аҡ һаҡаллы олпат-олпат бабайҙар, түңәрәк яһап теҙелеп ултырғандар ҙа: “Беҙҙең турала яҙ!” – тип өндәшәләр һәм, имеш, үҙҙәренең ғәмәл дәфтәрҙәрен тапшыралар. Был хикмәтле төштән һуң ул бик күп ваҡыт уйланып йөрөй. Әүлиәләргә булған ҡыҙыҡһыныу Мөжәүир хәҙрәттән башлана. Беренсе китабы (“Мөжәүир хәҙрәт. Бәйән”.) 2004 йылда донъя күрә. Үҙенең әҙәм ышанмаҫлыҡ кәрәмәттәре, әүлиәлеге менән тирә-яҡта ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә дан тотҡан Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы китап тиҙ арала танылыу яулай. Бер-бер артлы икенсе һәм өсөнсө китаптары – “Хәтирәләр”, “Кәрәмәттәр” донъя күрә. Халыҡ һорауы буйынса, авторға уны руссаға, татарсаға ла әйләндереп, ҡат-ҡат баҫтырып сығарырға тура килә – тиражы 27 меңгә барып етә. Ғабдулла Сәйди, Табын әүлиәһе, Зәйнулла ишан һәм башҡа ишандар тураһындағы повестары китап булып сыға.
Кешеләр әүлиәләр тураһындағы китаптарҙың тылсым көсө барлығына ышана. Был хаҡта күп тапҡырҙар ишетергә тура килде. Кемдәрҙер, ҡат-ҡат уҡыған һайын йәненә, тәненә дауа ала. Бәғзе берәүҙәр иһә йоҡлағанда баш аҫтына һалып ята. Ҡәҙерләп, изге Ҡөрьән китабы менән бер кәштәгә ҡуялар. Мең-мең рәхмәттәр уҡып авторҙың үҙенә шылтыраталар. Әҙибә иһә: “Ошо китаптарҙы яҙыу миңә, моғайын, юғарынан ҡушылғандыр, – ти. – Ул әүлиәләрҙең үҙҙәрен бер ҡасан да күргәнем булмаһа ла уларҙың үткән тормош юлдары ап-асыҡ булып күҙ алдыма баҫа. Минең уйлауымса, ижадыма әүлиәләрҙең рухы ярҙам итәлер”.
Иншаллаһ, серле төшкә ингән ун ике әүлиәнең хәҙер туғыҙы тураһында яҙылған да инде. Бөйөк заттар, әүлиәләр хаҡында яҙыр өсөн үҙеңә камиллашырға кәрәк. Ул, Ислам диненең төп талаптарын үтәү маҡсатында хаж ҡылып ҡайтҡандан һуң, “Аллаһ йортонда ҡунаҡта” китабын яҙа. Сәғүд Ғәрәбстанының Джиддә ҡалаһында кеше ҡулы тотоп торған Ер шары һәйкәлен күреп, хайран ҡала. Әҙибә Ер шарының яҙмышы Кешелек ҡулында булыуы хаҡында уйлана башлай. Ошо тәьҫораттар һөҙөмтәһендә “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесын яҙырға тотона. Әҫәр шул тиклем йылы ҡабул ителә – 2014 йылда “Йыл китабы” тип таныла. 2017 йыл Рәсәйҙә “Тәбиғәтте һаҡлау йылы” тип иғлан ителде. Был әҫәр үҙенең актуаллеге һәм әһәмиәте менән мәғариф өлкәһендә генә түгел, БР Тәбиғәт министрлығының да иғтибар үҙәгендә.

Донъяны иман ҡотҡарыр
Яҙыусының геройҙары – халҡыбыҙҙың арҡа һөйәге булырҙай арҙаҡлы шәхестәр. Уның ижадында Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйди, Зәйнулла ишан, Сабир хәҙрәт, Әбйәлил ишан, Сибәғәтулла ишан, Ғәлиәкбәр ишан кеүек әүлиәләребеҙ менән бер рәттән, башҡорт телен фән кимәленә күтәргән бөйөк ғалим, 50-ләгән тел белгән полиглот Жәлил Кейекбаев (“Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш”), ҡаһарман яҡташыбыҙ, Совет дәүеренең һуңғы геройы (93 йәшендә донъя ҡуйҙы), Советтар Союзы Геройы летчик Ҡотдос Латипов (“Ҡанатлы баһадир”), Социалистик Хеҙмәт Геройы Фахразый Таһиров (“Вәрәҙекүл аҡсарлағы”) кеүек ил ағалары урын алған. Донъяны эскелек, эшһеҙлек, аҡсаға табыныу, битарафлыҡ кеүек яман күренештәр баҫып алған заманда, бындай әҫәрҙәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тап ошо әҫәрҙәр мәктәп программаһына индерелһен һәм йәш быуын халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған геройҙарҙан йәшәргә өйрәнһен ине!
Әйткәндәй, әҙибәнең балалар өсөн яҙылған “Исемем Салауат булһын” тигән китабындағы хикәйәләр дәреслектәргә индерелгән. Радионан да йыш уҡыйҙар.
Һәр яҙыусы әҙәбиәткә үҙ йөҙө, әйтер һүҙе менән килергә тейеш. Лира Яҡшыбаева иһә әүлиәләр тураһында яҙыуы менән башҡорт әҙәбиәтенә яңылыҡ алып килде. Әҙибәнең әҫәрҙәре ҡалыплашҡан сюжет, кульминацияға ҡоролмаған, геройҙары уйлап сығарылған персонаждар түгел, ә ысынбарлыҡта булған, беҙҙең арала йәшәгән кешеләр. Шуға күрә яҙыусы ниндәй ҙә булһа шәхес тураһында яҙғанда, уның йәшәү рәүешен, тормошон ғына түгел, хатта һөнәрен дә ныҡлы өйрәнә. Тарихи шәхестең халыҡҡа билдәле булмаған яҡтарын, тормошон төрлө яҡлап асыу өсөн яҙыласаҡ герой тураһында мәғлүмәттәр тупларға, документтарҙы юллап архивтарҙа ҡаҙынырға, шәхесте белгән кешеләрҙән һорашырға тура килә. “Мин әҫәрҙәремде документтарға таянып, архив материалдарын йыйып, халыҡтан мәғлүмәттәр туплап яҙам. Уҡымлы итер өсөн художестволы алым ҡулланам. Шуға күрә улар әҙәби-нәфис-документаль жанрға ҡарай”, – ти яҙыусы. Етди темаларға мөрәжәғәт итеү менән бергә, яҙыусы сатира-юмор темаһын да урап үтмәй. Оҙаҡламай уның “Кәләш күҙләгәндә” тигән китабы донъя күрергә тора.
Халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителһә лә, әҙибәнең ижады әлегә ғалимдар тарафынан аҙ өйрәнелгән. Шулай ҙа, иң мөһиме, яҙыусының яҙғандары бөгөнгө көн талабына тап килә. Кешелек донъяһы өсөн иң мөһим мәсьәлә – Ер шарын һаҡлау проблемаһын күтәреп сығыуы ла әҙибәнең ижадта ҡыйыулығын раҫлай. Күҙ алдында һыуҙар ҡорой, ерҙәр убыла, тотош дәүләттәр, ҡалалар һыу аҫтында ҡала – был хәл хәҙер бөтә халыҡты, айырыуса, ғалимдарҙы, академиктарҙы борсой. 2017 йыл – Рәсәйҙә Тәбиғәтте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Лира Яҡшыбаева экология темаһын (“Бөтәбеҙгә бер Ер шары”) 2012 йылда уҡ күтәреп сыҡты. Яҙыусының “Аллаһ йортонда ҡунаҡта” китабына ингән “Һыу ҡәҙере” очеркы ла тап ошо көнүҙәк мәсьәләгә арналған.
Яҙыусының ижадында әүлиәләр темаһы айырым урын алып тора. “Әүлиәләр тураһында яҙыр өсөн уларҙың рухи кимәлен, күңел торошон аңлау кәрәк, – ти әҙибә. – Әҫәрҙәремде яҙғанда билдәле теолог, академик Илшат Насировтың, БР Фәндәр академияһы өлкән хеҙмәткәре Марсель Фаршатовтың ғилми хеҙмәттәре суфизмдың асылын аңларға ярҙам итте. Америка Ҡушма Штаттарының Калифорния штаты университеты ғалимы, профессор Хәмит Алғар һәм Кипр шәйехе мәүләнә Мөхәммәд Назим әл-Хакканиҙың яҙғандарын иғтибар менән уҡып сыҡтым. Улар ҙа суфыйҙарҙың иң мөһим эше – Ер шарын һаҡлау, тигән фекерҙә. Ер шарының яҙмышы кешелек донъяһының иманына бәйле, ти улар. Иманлы булыуҙың иң юғары кимәле – хәҡиҡәт. Был инде күңелдең Аллаһ менән тоташыуы.
Кипр шәйехе әйтеүенсә, Йыһандың именлеге һағында ҡырҡ әүлиә тора. Зәйнулла ишан – ошо Ҡотоп йыһан (полюс Вселенной) әүлиәләре араһында. Ҡотоп заман әүлиәләре үҙе йәшәгән заман өсөн яуаплы булһа, Ҡотоп йыһан әүлиәләре иһә тотош галактикалағы тәртип өсөн яуаплы эш башҡара. Әҙибә бына ошо тәғлимәтте тәрәнтен өйрәнеп, теологтарҙың хеҙмәттәренә нигеҙләнеп, ошоларҙың барыһын художестволы алым менән аңлата.
Әүлиәләребеҙҙе күтәреү – халҡыбыҙҙы күтәреү, халҡыбыҙҙың рухи үҫеше өсөн кәрәк. Ошо урында кешеләрҙең Лира Яҡшыбаеваның әүлиәләр тураһындағы китаптарын уҡып, ғорурланып һөйләгәнен иҫкә төшөрөп үтеү урынлы булыр. “Быға тиклем изгеләр урыҫтарҙа, йәки башҡа милләттәрҙә генә булған икән тип уйлай инем, беҙҙең халыҡтан да күпме бөйөк изгеләр сыҡҡан!” – тигәнерәк һүҙҙәр ишеткәнем бар.
Лира Яҡшыбаеваның китаптары халыҡтың аңына тәьҫир итеп, халыҡты тәрбиәләй. Кемдер эскелекте ташлай, кемдәрҙер тәүбәһенә ҡайтып, намаҙға баҫа. Әүлиәлекте, зирәк зиһен, төпкөл аңды Аллаһы Тәғәлә һәр бәндәһенә лә бирмәй. Әйтәйек, ваҡыт аша күреү, бер үк ваҡытта бер нисә урында була алыу һәләте, кешенең уйын белеү һайлам заттарға ғына биреләлер, ти әҙибә. Ошо урында Мөжәүир хәҙрәттең кәрәмәттәренә туҡталып үтәйек. Бағымсылыҡ менән бергә уның әүлиәлек, алдан күреү һәләте лә хайран ҡалырлыҡ булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланырын ярты йыл алдан белеп: “Минең әйткәндәрҙе, зинһар, Сталинға еткерегеҙ”, – тип ялбарған. Совет заманында әүлиәнең һүҙенә ҡолаҡ һалыу урынына яуыз дошман, хөсөт таратыусы тигән мөһөр тағып, үҙен ҡулға алалар һәм атырға хөкөм итәләр. Әммә илаһи ҡөҙрәт эйәһе Аллаһ ярҙамы менән иҫән ҡала. Мөжәүир хәҙрәт алдан әшкәрткәнсә, ҡанлы һуғыш миллиондарса совет кешеһенең ғүмерен алып китә. Әүлиә төрмәлә дүрт йыл ултырғандан һуң, ғәйепһеҙлеге иҫбатланып, азат ителә. Йәнә бер хикмәте. 1943 йылда була был хәл. Сибай карьеры эргәһендә аҙна буйы бер туҡтамай ямғыр яуа. Туфан ҡалҡмағайы тип, ҡурҡа башлаған кешеләр, аптырағандың көнөнән, Мөжәүир хәҙрәтте саҡырып килтерә. Шул саҡ мөғжизә була: шахта хеҙмәткәрҙәренең күҙ алдында ҡойоп яуған ямғырҙы туҡтата. Ошо хәлдән һуң уның илаһи ҡөҙрәтенә ышанмай йөрөгәндәр ҙә телһеҙ ҡала.
Әүлиәләр тураһында яҙыр өсөн улар кимәлен аңлау кәрәк, ти әҙибә. Лира Яҡшыбаеваның Зәйнулла ишан тураһындағы “Хәҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә”, “Хәҡиҡәттән – мәңгелеккә” әҫәрҙәре бигерәк тә тәрән уйға һала. Зәйнулла ишандың диндәге роле баһалап бөткөһөҙ. Ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән килгән Нәҡшбәндиә тәриҡәте силсиләһенең 33-сө быуынында тора. Силсилә иһә суфыйсылыҡтың алтын сылбыры. Унда Аллаһынан бирелгән төпкөл аҡыл, зирәк аң, сер ғилеме һалынған. Бындай ғилемде уҡып ҡына алып булмай. Ул – шәжәрә һымаҡ быуындан-быуынға тапшырыла килгән генеалогик һыҙыҡ, тип аңлата теологтар.
Зәйнулла Ишан Хужәхмәт Йәсәүи тәғлимәтенә таянып уҡытҡан. “Ҡараңғылыҡ таң алдынан ҡуйыра. Төн артынан көн килә!” – ул ошо һүҙҙәрҙе ҡабатларға яратҡан. Ошонан сығып, әүлиә халҡыбыҙҙы яҡты киләсәк көтә, тип әйтергә теләгән. Йәғни, яҡшылыҡ яманлыҡты еңеп сыға. Тик бының өсөн беҙ иман юлына баҫырға тейешбеҙ. Ер йөҙөндә гармония, ыңғай күренештәр булғанда ғына беҙ бәхетле тормошҡа ирешә аласаҡбыҙ. Беҙҙең бурысыбыҙ – Аллаһы Тәғәләнән һорап, үҙебеҙҙең ғәмәлдәребеҙ менән Ер шарын хәүеф-хәтәрҙән ҡотҡарып ҡалыу. Ер йөҙөн ана шул бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалап тороусы заттар – әүлиәләр. Яҙыусы шуны аңлатырға тырыша.
Лира Яҡшыбаеваның әүлиәләр хаҡындағы китаптарының тышында лотос сәскәһе төшөрөлгән. Был эмблема нимәне аңлата, тигән һорауыма әҙибә ошолай тип яуап бирҙе: “Байраҡ, гимн, значок – быларҙың барыһына ла сер идеяһы һалынған, символик мәғәнәгә эйә. Әйтәйек, башҡорттарҙа ҡурай сәскәһе дуҫлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәһен бирә. Лотос сәскәһе – суфыйҙарҙың символы. Ул сафлыҡты, бәхетте, Ер шарының мәңгелек икәнлеген һынландыра, элеккене, бөгөнгөнө һәм киләсәкте тоташтырып тороусы, үлемһеҙлек, мәңгелек төшөнсәһен һынландырыусы символ. Һаҙлыҡта үҫеп сығып, батҡаҡтан таҙарынып, ап-аҡ нур сәсеп, көнгә баҡҡан лотос һымаҡ, әүлиәләр ҙә хаҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә һынауҙар үтеп таҙарына. Шуға ла мин уны ижадыма символ итеп алдым.
Ҙур шәхестәрҙең барыһы ла ауыр һынауҙарға дусар була. Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыҡҡандан һуң ғына улар камиллыҡҡа өлгәшә һәм Аллаһтың һөйөклө бәндәләренә әүерелә. Яҙыусының әҫәрҙәрендә лә реаль кешеләр күпме һынауҙар үткән... Мөжәүир хәҙрәт, Зәйнулла ишан кеүек илаһи ҡөҙрәткә эйә шәхестәр төрмәләрҙә ултырып иман ныҡлығына һынауҙар үтә. Ғабдулла Сәйди ҙә бала саҡтан үкһеҙ етем ҡала. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән ул бик көслө сер ғилеменә эйә була. Ә Жәлил Кейекбаев, халҡыбыҙҙың тәүге фән ғилеме докторы, үҙе иҫән саҡта китаптарын сығара алмай яфалана. Әммә был ҡаршылыҡтар, һынауҙар уларҙы ҡаҡшата алмай, бары сыныҡтыра ғына.

Нисек яҙаһың – шулай йәшә,
нисек йәшәйһең – шулай яҙ!
Яҙыусының әүҙемлегенә, егәрлелегенә хайран ҡалырлыҡ. “Әле Шәмиғол хәлфәнең тормошон өйрәнә башланым”, – тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты әҙибә. – Уның ҡырҡ йыл ғүмере Бохарала үткән тип ишеткәйнем. Ошо ишеткәндәремде документаль яҡтан дәлилләү өсөн, быйыл ғинуар айында Бохараға барып, Шәмиғол хәлфә уҡыған мәҙрәсәләрҙән уның тураһында мәғлүмәттәр йыйып ҡайттым. Ысынлап та, Шәмиғол хәлфә унда ун ике йәшенән йәшәгән, мәҙрәсәлә уҡыған, аҙаҡ үҙе мәҙрәсә тотоп, шәкерттәр уҡытҡан. Ун йыл рәттән ханакала хәлүәтлектә ултырған. Өйләнеп, шунда төпләнгән, бер ҡыҙы булған. Ҡатыны ла, ҡыҙы ла үлгәс, илле йәштәрҙән һуң Башҡортостанға ҡайтып, ҡалған ғүмерен тыуған ауылында үткәрә. Өйләнә, улдары тыуа. Кешеләрҙе дауалай, уҡыта. Дауалау көсөнә эйә булған улы Нурулла хәҙрәттең исеме лә – халыҡ телендә. Иншаллаһ, берәй йылдан был китапты ла ҡулыбыҙға алырбыҙ, тип уйлайым.
“Әҙәби әҫәрҙең асылын шунда күрәм: ул тәрбиәүи булырға тейеш, – тип аңлата педагог-әҙибә. – Яҙғандарың кешегә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирергә, алдағы көндәргә ышаныс тәрбиәләргә тейеш. “Нисек яҙаһың – шулай йәшә, нисек йәшәйһең – шулай яҙ!” – ошо оран-өндәмәне ул тормош девизы итеп алған. Аллаһы биргән ғүмерҙе лайыҡлы йәшәп үткәреү – әҙибәнең әҫәрҙәренә, илаһи символ һымаҡ, шундай идея һалынған.
Яҙыусының ижадына байҡау яһағандан һуң, ошо тиклем ҙур эштәр башҡарып та, хеҙмәттәре тейешенсә баһаланмағанлығы аптырашта ҡалдырҙы. Әммә Лира Миңләхмәт ҡыҙының быға әллә ни иҫе китеп бармай: “Мәңгелек донъяла беҙ награданы түгел, иманыбыҙҙы юлдаш итәбеҙ. Динебеҙ Аллаһ ризалығы өсөн ғәмәл ҡылырға өйрәтә. Бәндә ҙурлауы мөһим түгел, беҙҙе Аллаһ үҙе ҙурлаһын! Иң мөһиме, бөтәбеҙгә бер Ер шары, беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ”, – ти. Хәйер, яҙған әҫәрҙәре менән ул үҙенә күптән һәйкәл ҡойған. Сөнки уның яҙғандарын йөҙ йыл үткәс тә уҡыясаҡтар. Тимәк, ул халыҡ педагогы тигән исемгә лайыҡ. Ә халыҡ һөйөүенән дә юғарыраҡ баһаның булыуы мөмкинме һуң?!
Роза ҠОБАҒОШОВА.