Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Риф ӘХМӘҘИЕВ

“ТӘҠДИРЕҢДЕ МАҢЛАЙ ҺЫРЫ ИТЕП, ХАҠ ТӘҒӘЛӘ АЛДАН ЯҘА, ТИ...”

Рух менән аҡса
1
Рух менән аҡса,
Аҡса менән Рух –
Һәр береһе етди төшөнсә.
Шулар бер саҡ,
Дуҫ һәм татыу булып,
Йәшәп китер микән кешесә?

Береһе – визуаль,
Виртуаль – икенсеһе, 
Шулар көндөң үҙәк темаһы.

Көнкүрештең әллә мәғәнәһе –
Береһе – теүәл,
Береһе – илаһи.

Ҡайһыһы беренсел дә,
Ҡайһыһы икенсел һуң, –
Кемде борсой бындай һорауҙар?
Һорауҙарға яуап эҙләгәнсе,
Йәтеш булмаҫ микән юрауҙар?

Һорау булмаҫ, юрау кәрәк түгел,
Бөтә ҡөҙрәт бөгөн аҡсала.
Аҡса, әйбер аңды томалаған –
Рухты һынар ауыр мәсьәлә...
2
Йәмһеҙлектең, ғәмһеҙлектең,
Заты хөкөм һөргәндә,
Яуызлыҡтың зәһәрлеге
Йәнгә үтеп кергәндә,
Килмәҫ микән йән-тәнеңә
Ҡыуаныс вә йыуаныс –
Юҡһа, Рухты сүп-сар баҫа,
Аңлап булмаҫ нюанс:
Бер ҡараһаң – экзотика,
Бер ҡараһаң – гламур,
Бер ҡараһаң – эротика,
Бер ҡараһаң – каламбур...

Тик бында һис логика юҡ,
Нәфсеһеҙлек – төп ғәмәл.
Рухыбыҙҙы үҫтерергә
Самалы сара, әмәл.

Ниҙәр генә эшләп була,
Шундай булғас беҙҙең хәл:
Хаҡы төшкән аҡсаға тиң
Беҙҙең әхлаҡи кимәл,
Интеллектуаль кимәл...

1977 йыл, 20 февраль
Рәми Ғариповҡа мәрҫиә

Мин ул көндө
Асыҡ хәтерләйем –
Һалҡын түгел, ҡарлы, буранлы,
Хәтерләйем һаман шул көйөнсә,
Актер йорто торған урамды,
Халыҡ менән тулы булманы.

Иҫтә ҡалған –
Күптәр оҙатырға
Зыяратҡа ҡәҙәр барманы.
Бәғзеләре барғанына ҡурҡып,
Телһеҙ ҡалды, һөйләй алманы...

Шундайҙарҙың
Хәҙер ҡайһылары
Асылына ҡайтып маташа?
Ҡайтмағаны,
Шағир исеме менән
Һатыулаша, һаман һаташа.

Шулар һине һағыналар, имеш,
Һинең менән, имеш, бер сафта.
Улар шулай әллә үҙҙәрен дә
Күрәләрме һинең сифатта?..

Һинең менән, ағай,
Бер күрешер өсөн
Ҡысытып та тора устарым.
Мин генәме?!
Үҙең фанилыҡҡа киткәс,
Ишәйҙе лә китте “дуҫтарың...”

Ғүмер
триптих
1
Доньям нурлы ине.
Һәр тәүлеге тулы,
0ҙон көнлө, оҙон төнлө ине.
Хәҙер әллә шулар үлсәүһеҙ?
Эй, ғүмерҙең ғәмһеҙлектә үткән
24 сәғәте – нисәү һеҙ?..
2
Йәшәй алдыммы һун?
Йәшләй талдыммы һун? –
Үҙ-үҙемә хөкөм булһамсы.
...Хәйер, бер аҙ хәл алырға ине
Иртәгәһе өсөн –
Бер тамсы...
3
Бер ҡараһаң, ғүмер
Һис бер фәлсәфәһеҙ
Күренеш кенә – фани, ғәҙәти,
Сөнки тәҡдиреңде
Маңлай һыры итеп
Хаҡ Тәғәлә алдан яҙа, ти...