Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Нәилә Ыласынова

БУЛМЫШЫНДА – ЯҘ ҺУЛЫШЫ

Яҙ... Тыуған еребеҙгә йәмле яҙ килә. Тап ошондай сихри миҙгелдә сирек быуатҡа яҡын ғүмерен Сибай институтына арнаған филология фәндәре кандидаты, доцент, ә хәҙер Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова үҙенең 60 йәшен билдәләй.

Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы хозур тәбиғәтле Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Бөтә ғүмерҙәрен уҡытыу-тәрбиә эшенә бағышлаған Рәхилә Ирназарова һәм Мөҙәрис Ғәликәевтәрҙең 7 балаһына ла мәктәп, дәрес, уҡыу-уҡытыу, уҡыусы-уҡытыусы төшөнсәләре кескәй саҡтан яҡшы та-ныш. Сөнки ғаилә ағзаларының барыһы ла һәр көн иртән мәктәпкә ашыға: атай менән әсәй – уҡытырға, ағай-апайҙар – уҡырға, ә кескәй Ғәҙилә – буш торған күрше класс бүлмәһендә ике бәләкәй ҡустыһын ҡарарға. “Тәнәфес ваҡытында әсәйем инә һалып, ҡустымды имеҙә лә уны тағы минең ҡарамаҡҡа ҡалдыра. Баланы киләһе тәнәфескә тиклем илатмай ҡарау – минең бурыс. Әгәр сабый йоҡлап китһә, мөйөштәге мүкте йолҡоп үҙем яһап алған тишеккә ҡолағымды ҡуйып, әсәйемдең һабаҡ биргәнен тыңлайым”, – тип хәтерләй Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы үҙенең бала сағын. Тиҫтерҙәре менән бергәләп уйнағанда ла ул һәр саҡ “мәктәп” төҙөргә тәҡдим итә һәм мотлаҡ “уҡытыусы” ролен үҙ өҫтөнә ала. Киләсәктә уҡытыусы булыу теләге тап шул осорҙа моронлай башлағандыр, күрәһең.
5-се кластан уҡ әҙәби китаптарҙы һыу кеүек эскән Ғәҙилә. Атаһы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөҙәрис ағай “Минең буласаҡ һөнәрем” тигән темаға инша яҙырға ҡушҡас, “Башҡорт теле уҡытыусыһы буласаҡмын”, – тип яҙа бөтә фәндәрҙән дә тик “5”-ле билдәләренә өлгәшкән ҡыҙ. Уйлағанын тормошҡа ашырмайынса тыныслана белмәгән Ғәҙилә, Байназар урта мәктәбен тамамлағас, республикабыҙҙа киң билдәле Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Шаулы студент йылдарында ул Ә.Н. Кирәев, К.Ә. Әхмәтйәнов, В.Ш. Псәнчин, А.А. Ғәлләмов, Р.Н. Байымов, Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Т.Ә. Килмөхәмәтов, Ә.М. Сөләймәнов, М.Ә. Мәмбәтов кеүек күренекле шәхестәр, ғалимдарҙан һабаҡ алыу бәхетенә ирешә. Тынғыһыҙ студент биш йыл буйы бер үк ваҡытта ике түңәрәккә – тел ғилеме һәм башҡорт драма түңәрәктәренә йөрөргә лә ваҡыт таба. Етмәһә, үҙе шөғөлләнгән ике түңәрәктең старостаһы итеп тә тәғәйенләнә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, студент сағында уҡ Ғәҙилә Ғәликәева төрлө ғилми конференцияларҙа ҡатнаша, йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләре сыға. 1979 йылда башҡорт телен өйрәнеү маҡсатында Венгриянан Башҡортостанға махсус рәүештә килгән Йожеф Торма һәм Эстер Ленарт исемле мадъяр студент-стажерҙарына ярҙамсы-куратор итеп ректорат һәм деканат етәкселеге тарафынан тап 4-се курс студенты Ғәҙилә Ғәликәеваның тәғәйенләнеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Йөкмәтелгән һәр эшкә бик яуаплы ҡараған, тел ғилеме менән дә, фольклор һәм әҙәбиәт тарихы менән дә берҙәй үк ныҡлы ҡыҙыҡһынған студенттың сит ил белгестәренә реаль ярҙам күрһәтә аласағына ышанғандарҙыр инде. Т.Йожеф, Э.Ленарт менән хеҙмәттәшлек итеүен әле лә һағынып һөйләп ала инде сәстәренә сал ҡунған уҡытыусыбыҙ. “Мин улар өлгөһөндә фән өлкәһендә тик ныҡышмал, түҙемле, сабыр кешеләр генә үҙ маҡсатына ирешә ала икәнен аңланым”, – ти ул. Теге йәки был телде өйрәнгәндә үҙ-ара йәнле аралашыуҙың бик мөһим булыуын яҡшы аңлаған башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы етәкселеге, ҡунаҡтарҙың стажировкаһы тамамланғансы, Ғәҙилә менән венгр ҡыҙы Эстерҙың БДУ профилакторийында бер бүлмәлә икәүләп йәшәүен юллайҙар. Һәм дүрт ай дауамында Ғәҙилә Ғәликәева, иртәнән кискә тиклем венгр студенттары менән бергә булып, уларға башҡорт теленең үҙенсәлектәрен өйрәтә, фольклор өлгөләре, әҙәбиәт тарихы менән таныштыра. Тап шул ваҡытта улар Йожеф Торма менән икәүләп Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесын венгрсаға тәржемә итәләр. Ул ваҡытта был әҫәр руссаға ауҙарылмаған була әле. Шуға күрә Ғ.Ғәликәеваға башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған Йожеф өсөн повеста яҙылғандарҙы, башҡорт мөхитенә хас бик күп һүҙҙәрҙе, төшөнсәләрҙе, күренештәрҙе, бер һүҙ менән әйткәндә, тотош этнолингвистиканы төпсөп-төпсөп тәүҙә рус телендә аңлатырға тура килә. “Әйтәйек “оло инәй” тигән һүҙҙе генә алайыҡ. Ни өсөн автор (лирик герой) әсәһенең көндәшен шулай атап йөрөткәнен аңлатыр өсөн генә, был һүҙҙең бөтә тел үҙенсәлектәрен – лексик, грамматик, семантик, этимологик, диалекталь һ.б. үҙенсәлектәрен – аңлатып бирергә тура килә ине”, – тип хәтерләй Ғ.Ғәликәева-Бүләкова. Аҙаҡ, 1981 йылда, Будапештта венгр телендә донъя күргән “Hosszú-hosszú gyermekkor: Torma Jozsef, Europa Kiadó, Uzsgorod [Ungvár]” китабына Й.Торма шундай һүҙҙәр яҙып Ғәҙиләгә лә ебәрә: “Башҡорт әҙәбиәтенең иң матур өлгөләренең береһен венгр теленә ауҙарғанда бик ныҡ ярҙам иткән ҡәҙерле Ғәҙилә ҡарындашыма Йосоп ағаһынан”. Венгр студенттары менән хеҙмәттәшлек итеүҙең тағы бер һөҙөмтәһе булып 1979 йылда Й.Торма менән авторҙашлыҡта “Bašqort ädäbiyäteneŋ bäläkäy hrestomatiyahï” донъя күрә. Шулай итеп, юғары уҡыу йортон тамамлағанға тиклем үк Ғ.Ғәликәева-Бүләкованың хеҙмәте сит илдә донъя күрә. Университетты уңышлы тамамлағас, хөрмәтле остаздары һәләтле студентҡа аспирантураға инергә тәҡдим итәләр. Шулай итеп, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылған, белемле кешенең бер ерҙә лә юғалып ҡалмаҫын яҡшы аңлаған йәш ҡыҙ СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға инә. 1990 йылда филология фәндәре докторы, профессор, күренекле яҙыусы Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә “Башҡорт балалар прозаһында герой проблемаһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Аспирантуранан һуң шул уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, ғилми хеҙмәткәр вазифаларында эшләй. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтының башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһында дәрестәр ҙә алып бара. “Хәҙер үҙемә үҙем аптырайым: ул саҡта миңә ярты ставкаға тотош ике преподаватель алып барырлыҡ дәрестәрҙе биреп ҡуйҙылар, йәғни башланғыс кластар уҡытыусыһы, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе әҙерләү бүлектәрендә башҡорт телен дә, башҡорт балалар әҙәбиәтен дә, башҡорт телен уҡытыу методикаһын да бер үҙем алып барҙым. Ҡайһы ваҡыт 7 – 8 пар уҡытып, төнгә генә өйгә ҡайтып инә инем. Ләкин бик бирелеп, яратып эшләнем мин унда. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәренә йыш ҡына билдәле яҙыусыларҙы саҡыра, дәрестәрҙән һуң төрлө тәрбиәүи саралар үткәрә инек”, – тип хәтерләй хөрмәтле остазыбыҙ.
1991 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына өлкән уҡытыусы итеп эшкә саҡырыла. Унда эшенә яуаплы ҡараған йәш уҡытыусыны тиҙ күреп ҡалалар һәм ситтән тороп уҡыу бүлегенә декан урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ә 1993 йылда Бүләковтар ғаиләһен ике йыл элек кенә асылған БДПИ-ның Сибай филиалына эшкә саҡыралар. Бына шул ваҡыттан алып Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙының хеҙмәт эшмәкәрлеге Сибай ҡалаһы, Сибай институты менән бәйләнә лә инде.
Тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған, бар тирә-яҡ яңырырға әҙерләнгән сихри миҙгелдә донъяға килгәнгәме, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы, заман менән бергә атлап, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтыла, яңы башланғыстар уртаһында ҡайнай. Йүгерек ҡар һыуҙары кеүек өлгөр ҙә, яҙ ҡояшы кеүек яғымлы ла, үткер ҙә ул.
Сибай институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген асыу өсөн генә лә күпме көс түгергә тура килә уға. Тамсы тама-тама ташты тишә, тигәндәй, Ғәҙилә Бүләкова үҙ һүҙен һүҙ итә: 2000 йылда бүлек үҙенең тәүге ҡарлуғастарын уҡырға ҡабул итә. Бүлектәге һәр студентҡа иғтибарлы, уларҙы шәхес итеп ҡарай белгән кафедра мөдирен студенттары ла ихтирам итә, уңыштары һәм еңеүҙәре менән әленән-әле ҡыуандырып тора. Мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге студенттары командаһы, бер нисә йыл рәттән бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Бихисап йәмәғәт эштәрен дә үҙ иңенә ала бал ҡорто кеүек эшсән, тынғыһыҙ шәхес. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары һәм Сибай ҡалаһы мәктәптәре менән бәйләнеш булдырырға ла, ундағы уҡытыусыларға ғилми-методик ярҙам күрһәтергә лә, профессиональ йүнәлеш эштәре буйынса райондарға сығырға ла өлгөрә ул. Өҫтәүенә, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, ҡала хакимиәте янындағы “БР халыҡтарының дәүләт телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ағзаһы булараҡ та ҙур әүҙемлек күрһәтә. Халҡыбыҙҙың, төбәктең мөһим проблемаларына арнап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә бер нисә йыл рәттән Сибай институты базаһында үткәрелгән конференцияларҙы үткәреүҙә лә бик әүҙем ҡатнашты ул. Ғ.М. Бүләкова – 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы ла.
Эшендәге уңыштары, йәмғиәт тормошонда әүҙемлеге өсөн Ғәҙилә Бүләкова күп тапҡырҙар БДУ-ның Сибай институты администрацияһы, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты, БР Мәғариф министрлығының рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Ә 2012 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
“Ғаиләм – ҡәлғәм”, ти халыҡ. Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы аспирантурала уҡып йөрөгән сағында, билдәле әҙәбиәтсе-ғалим Илдус Ҡасим улы Бүләковҡа тормошҡа сығып, уның менән 35 йылға яҡын иңгә-иң терәп, матур тормош юлы үттеләр, улдары Илнурҙы тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ояһында ни күрә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит. Илнур ҙа, ата-әсәһе һымаҡ, фән юлын һайланы. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын алтын миҙалға тамамлап, Сибай институтының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға бөтөргәс, Башҡорт дәүләт университеты аспирантураһында уҡыны. Хәҙерге көндә ҡасандыр ата-әсәһе эшләгән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, тарих фәндәре кандидаты. Ҡатыны Гөлсәсәк менән (әйткәндәй, ул да – фән кешеһе, тарих фәндәре кандидаты) улдары Айнурҙы көслө ихтыярлы итеп тәрбиәләү өсөн бар тырышлыҡтарын һалалар.
Тик тормош булғас, төрлөһө була шул: яҡшыһы ла, яманы ла, шатлығы ла, ҡайғыһы ла, тигәндәй. Сибай институтының педагогика факультетында оҙаҡ йылдар декан булып эшләгән Илдус Ҡасим улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан ун йыл элек бик көслө инфаркт үткәрҙе. Бынан һуң электән дә һаулыҡҡа бик туйып етмәгән остазыбыҙҙың хәле йылдан-йыл күҙгә күренеп хөртәйҙе. Шулай ҙа ҡатыны Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы ла, улы Илнур ҙа уның күңелен күреү, ғүмерен оҙонайтыу (ә сирле кеше өсөн быларҙың икеһе лә бик мөһим) өсөн бар тырышлыҡтарын һалды. Хатта Ғәҙилә Мөҙәрисовна, ҡасандыр үҙе ойоштороп, аҙаҡ 17 йыл дауамында уның алыштырғыһыҙ етәксеһе булған башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире вазифаһын да ҡалдырырға мәжбүр булды. Ә үткән йәйҙең август айында Бүләковтар ғаиләһе, республиканың киң билдәле Кардиоүҙәгенә яҡын булыу маҡсатында, 24 йыл йәшәгән Сибай ҡалаһы менән хушлашып, яңынан Өфөгә күсенде. Тик... Хоҙай биргән ғүмерең бөтһә, бер кем дә, бер нәмә лә ярҙам итә алмайҙыр: сентябрь айында Илдус Ҡасим улының йөрәге тибеүҙән туҡтаны (уны ерләшеүгә Сибайҙан килгән делегация составында ошо юлдарҙың авторы ла бар ине). Ҡайғынан бөгөлөп төшкән Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙына, Илнурға ҡарап, үҙәгебеҙ өҙөлгәйне...
Шулай ҙа, ваҡыт дауалай, тиҙәр бит. Күптән түгел “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә элекке коллегабыҙҙың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты үткәргән сараларҙа ҡатнашып, сығыш яһауы тураһында, шулай уҡ матбуғат биттәрендә әҙәби-мәҙәни яңылыҡтарға ҡағылышлы уның үҙенең мәҡәләләрен уҡып, күңелдәргә йылы йүгерҙе. Тимәк, көслө рухлы уҡытыусы-остазыбыҙ үҙендә яңынан аяҡҡа баҫырға, кешеләр араһына сығырға көс тапҡан! Ә инде беҙҙең элекке студентыбыҙ, хәҙер инде Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып дәртләнеп эшләп йөрөгән Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатованың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарҙа: “Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында Экология йылына һәм 22 март – Бөтә донъя һыу көнөнә арналған бик үҙенсәлекле сара булып уҙҙы. Тормошобоҙ нигеҙен тәшкил итеүсе һыу фәнни, дини, иҡтисади, әҙәби йәһәттәрҙән ниндәй әһәмиәткә эйә? Ғилми семинар йәки конференцияға торошло был сараны минең элекке уҡытыусым – филология фәндәре кандидаты, музейҙың ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова ойоштороп, ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Әҙиптәр Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Тамара Искәндәриә, Фәрзәнә Аҡбулатова, ғалимәләр Гүзәл Вилданова, Фәнирә Ғайсина, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия уҡыусылары Хоҙай биргән бер мөғжизә – һыу серҙәрен өйрәнде, фараздар ҡылды, фекерләште, әҙәби әҫәрҙәр уҡыны. Кисә унда ҡатнашыусы уҡыусылар өсөн генә түгел, сараға саҡырылған ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн дә бик файҙалы һәм фәһемле булды. Ошондай онотолмаҫ матур кисә бүләк итеүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!” – тигән юлдарҙы уҡығас, һәр ваҡыт беҙгә йәшәү өлгөһө булған элекке уҡытыусыбыҙ тураһындағы үрҙәге фекерҙәребеҙ тағы ла нығынды. Эйе, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы, абруйлы ғалим-педагогты, юбилейы менән ихлас ҡотлап, тағы ла ергә яңы һулыш алып килгән бик күп яҙҙарҙы ҡаршыларға насип булыуын теләп ҡалабыҙ.