Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

Зәйнәп Камаловна үҙ ҡыҙы менән һөйләшмәне түгел, һөйләште, мул тәжрибә туплаған ҡатын булараҡ, уның ғаилә ҡороуға күптән үҙ ҡарашы бар ине. Шулай була бит ул: йылдар үтеп, аҡыл ултырғас, кеше үткәненә ололарса баға ла, теге саҡта улай итергә түгел, былай итергә кәрәк булған, тигән һығымта яһап ҡуя. Ул ғына ла түгел, йәшерәктәргә аҡыл өйрәтә:
– Һинең урыныңда булһаммы?
Был ғәҙәт әҙәм балаһының һәр быуынына тиерлек хас. Хәбир Дәүләтов менән осрашыуҙан һуң Зәйнәп Камаловна былай фекер йөрөттө: “Егет донъя күргән, алдын-артын ҡарап эш итерлек йәшкә еткән. Фатиры бар, аҡсаны ла етерлек таба. Нәсимәгә уның янында тыныс булыр. Ә студентҡа сыҡһа, ятаҡта интегер, аҡсаға туймаҫ...”
Әммә ҡыҙы был турала ишетергә лә теләмәне.
– Әсәй! Һин ул кешене онот! – Нәсимәнең күҙенән зәһәр осҡондар һибелде. – Мин икенсе кешене яратам.
– Кем инде ул “икенсе кеше”? – Әсә көлөмһөрәй биреп, ҡыҙына ҡараны. Уның ерле юҡҡа асыуланыуы мәҙәк булып китте.
– Ваҡыты еткәс, әсәй, үҙең дә күрерһең. – Ҡыҙҙың асыуы бер аҙ баҫыла төштө. – Вернее, үҙем таныштырырмын.
– Студентмы? – Зәйнәп Камаловна иң мөһим һорауын бирмәй булдыра алманы. – Эшсе синыф түгелдер бит?
– Студент. – тине Нәсимә, бер ни булмағандай. – Истфакта уҡый.
– Нисә йәштә инде ул студент? – Быныһы әсәнең ихтыярынан тыш ысҡынды.
– Теге доценттан йәшерәк, әсәй! – Нәсимә тантаналы яуапланы.
– Ҡала кешеһеме, әллә ауылдыҡымы? – Бер башлағас Зәйнәп Камаловна һорау алыуҙы аҙағынаса еткерергә ҡарар итте.
– Ауылдан, әсәй. – Күҙенең ағын әйләндереп, әсәһенә уҫал ҡараш ташланы ла Нәсимә һүҙен дауам итте. – Быныһы важныймы ни?
– Ул һине үҙе менән ауылға алып китәсәкме?
– Беҙ ул турала һөйләшмәнек әле. – Нәсимә тағы ла һыртын ҡабарта башланы. – Если надо, китербеҙ ауылға ла...
– Мин, ҡыҙым, ауылда тыуып үҫкән кеше. Мейес яғырға, һыйыр һауыр өсөн таң менән торорға тура киләсәк.
– Өйрәнермен. Ниңә ныҡышаһың инде, әсәй!? – Ҡыҙыҡай урынынан тороп, сығыр яҡҡа атлап китте. – Мин иртәгә үк кейәүгә сығырға йыйынмайым бит.
“Иртәгә үк. Эй, балаҡай! Ул көндөң ҡасан тыуырын бер кем дә белмәй шул. Күптәр, берәй йыл үтһен әле, йә булмаһа, ҡышҡа өйләнешербеҙ, тип пландар ҡороп йөрөмәй. Ул ҡарар уйламағанда сыға һәм йәш йөрәктәрҙе бәйләп тә ҡуя. Үҙе менән дә шулай булды...”
Ҡыҙының үҙ яҙмышын ҡабатлағанына Зәйнәп Камаловна бер аҙ ғәжәпләнеберәк ҡараны. Хас та уның үҙенеке кеүек шул. Ул мәлдәрҙән һуң бихисап миҙгелдәр алмашынып, бик күп һыуҙар аҡһа ла, хәтерҙә бик яҡшы, хатта кисә генә булғандай һаҡланған.
...Уның, беренсе курс студенткаһының, юғары уҡыу йортона ҡабул ителеүенә ышанып та етмәҫтән күбәләктәй осоп йөрөгән мәле. Шулай булмай ни, медицина институтында белем алыу бик күп ҡыҙҙарҙың хыялы лаһа! Аҡ халат кейеп, муйынға стетоскоп аҫып, больница коридорынан бер үтеп китеү генә ни тора! Һиңә ауырыуҙар Аллаһы Тәғәләнең үҙенә ҡараған кеүек ҡарай. Эйе, ҡарай, һәр хәлдә Зәйнәпкә шулай тойола ине. Мәктәптә уҡығанда, үҫкәс, кем булаһың, тигән һорау ҡалҡып сыҡһа, Зәйнәп:
– Мин врач булам! – тип ғорур ғына яуаплар ине.
Ә үҙенең ата-әсәһе ябай колхозсылар, атаһына хатта урта белем дә тәтемәгән. Йәштән фермаға эшкә ингән һәм ғүмер буйы мал араһында. Әсәһе иһә йәйен шәкәр сөгөлдөрө утай, ҡышын ҡайҙа әйтһәләр, шунда эшкә сыға. Кесе ҡыҙҙары Зәйнәптең бәләкәйҙән үткер, алдына алғанды ҡуймауы йыуаш ҡына Камал менән һүҙгә һаран ‘’Тешеккән’’ тигән ҡушаматы сыҡҡан Сафураны таң ҡалдырҙы.
– Врач булам, тисе, – ысынлап ҡыҙыҡһынды Сафура тәү тапҡыр ошо турала ишеткәс. – Кем аны һиңә әйтте? Уҡытыусыңмы ни?
– Уҡытыусы түгел, үҙем, – тип ҡырт киҫте Зәйнәп. – Минең дә аҡ халат кейеп, ауырыуҙарҙы ҡарағым килә.
Камал да ҡатыны менән ҡыҙының әңгәмәһен ҡыҙыҡһынып күҙәтә ине. Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән бот сапты.
– Ҡарале, Сафура, ниндәй ҡыҙыбыҙ үҫеп килә! Үәт әйтте бит әй! Маладис, ҡыҙым. Ҡайҙа, бер яратайым әле үҙеңде.
Йылдар үтте. Зәйнәпкә лә өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алыр көндәр килеп етте. “Врач булам!” тигән хыялына хыянат итмәне ул, документтарын йыйҙы ла Өфөгә килде. Аҡҡа буялған мөһабәт фасадлы институт бинаһын ул мөғжизә күргәндәй, бер аҙ ситтән ҡарап торҙо ла ишекте ҡыйыр-ҡыймаҫ асып инде. Бер тегеләй, бер былай үткән йәштәргә, ололарға һоҡланып, хәҙер ҡайҙа атларға белмәй ҡыйыуһыҙланып торҙо. “Былар бәхетле инде, тигән уй ярып үтте ҡыҙыҡайҙың мейеһен. Их, мин дә ошонда уҡыһам ине!”
Яҙмыш уны көтмәгәндә тарих факультеты студенты Ғибаҙулла Усманов менән осраштырҙы.
... Салауат Юлаев һәйкәле янында ойошторолған киске тансыға барғайны Зәйнәп. Көтмәгәндә профессорҙар кеүек ҡалын күҙлекле, оҙон ҡара сәсле, ҡаҡса яңаҡлы ҡалҡыу кәүҙәле егет ҡаршыһына баҫып:
– Яҡташ! Һеҙҙе тансыға саҡырырға мөмкинме? – тине.
Ғәҙәттә ир-егет алдында ҡаушамаҫҡа күнегеп, ике йыл уны тотоп килгән Зәйнәп был юлы йыуашланды ла ҡуйҙы. Һаран ғына йылмая биреп торған егеткә, “юҡ”, тип әйткеһе килһә лә, теле тыңламаны. Һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты ла уға ҡаршы атланы.
“Профессор” университеттың тарих факультетында боронғо донъя кафедраһы аспиранты Ғибаҙулла Усманов булып сыҡты. Тәүәккәл һәм ихтыярлы, ҡыҙҙар алдында бишкә бөгөлгәндәрҙән түгел ине ул егет. Һүҙҙе самалап һөйләй, көлкөлө хәл-ваҡиғалар тураһында ауыҙ ҙа асмай. Ҡыҙҙың исемен белешкәндән һуң да, башҡалар кеүек:
– Исемегеҙ матур икән, – тигән комплимент та ысҡындырманы.
– Бән фәҡирегеҙ Ғибаҙулла Усманов, – тип әллә ҡасан онотолоп бөткән төркисә яуапланы. Шуның менән үҙенең боронғо донъя белгесе икәнен күрһәтергә теләне, ахырыһы.
“Ғибаҙулла? – Көлөп ебәреүҙән көс-хәлгә тыйылды Зәйнәп. – Ҡайһылай боронғо исем, нафталин еҫе сығып тора”, – тигән уй йүгереп үтте башынан. Уҡыу, студент тормошонан юҡ-бар һөйләштеләр. Музыка туҡтау менән дә Ғибаҙулла ҡыҙ янынан китергә ашыҡманы, теге йәки был һүҙ ҡушып, эргәһендә тороуын дауам итте. Көй башланыу менән тағы бейеүгә төштөләр. Ни ҡөҙрәт менәндер Зәйнәптең дә яңы танышын ҡыуып ебәрергә теле күтәрелмәне.
Ятаҡ алдына саҡлы оҙата килде Ғибаҙулла Усманов. Бүлмә номерын белеште лә, тағы осрашырға вәғәҙә алып, хушлашты. Үҙенең Аксаков урамындағы студенттар ятағында бер бүлмә биләп йәшәгәнен еткерҙе. Ни яғы менән үҙенә ҡарата алғандыр, Зәйнәп Камаловна уны хәҙер ҙә аңлата алмай. Сибәр ҙә түгел, яҡшы әңгәмәләшсе тип тә әйтеп булмай. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, тигәне лә, моғайын, аспирант-тарихсы тураһында түгелдер. Бәлки, ғилемлеге менәндер, сөнки Ғибаҙулла ни тураһында ғына һөйләмәһен, уны иғтибар яулап алырлыҡ итеп тасуирлау оҫталығына эйә. Тәүҙә уның боронғо цивилизациялар тураһындағы хәбәренә буласаҡ табибә Зәйнәп әллә ни әһәмиәт бирмәһә лә, һуңынан мауығып тыңлай торған булып китте.
Ер шарында беҙгә саҡлы ла күп цивилизациялар булып, меңдәрсә, миллиондарса йылдар элек юҡҡа сығыуы ҡыҙыҡай өсөн айырыуса ғәжәп тойолдо. “Нисек инде, цивилизациялар бөтә? Ҡайҙа була улар? Ни өсөн бөтә? Беҙҙе лә шундай һәләкәт көтәме ни?” кеүек һорауҙарын ул “профессор”ға байтаҡ яуҙырҙы. Ләкин Ғибаҙулла уның менән бәхәскә инмәй, белһә, яуап ҡайтара, белмәһә, дөрөҫөн әйтә лә ҡуя. Ә инде бер аҙ үпкәләһә:
– Уның медицинаға ҡағылышы юҡ! – тиеү менән сикләнә.
Зәйнәп һуңғы курста уҡып йөрөгәндә, аспирант тәҡдим яһаны. Уныһы ла бик ябай килеп сыҡты.
– Зәйнәп, беләһеңме, миңә, өйләнһәм, квартира обещать итәләр, – тине. – Һин миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?
Ҡыҙыҡай сикһеҙ ғәжәпләнде. Уныңса, “профессор”ҙың тәҡдиме тантаналы шарттарҙа яһалырға тейеш ине.
– Әлләсе, – тигән булды үҙе. – Мин уйламағайным...
– Уның нәмәһен уйлап тораһың инде, – тине Усманов ябай хәл тураһында һүҙ алып барған кеүек. – Кешеләр өйләнешә, берәүҙәр кейәүгә сыға, икенселәр кәләш ала, ә, Зәйнәп?
– Уйлайым әле. – Ҡыҙыҡай шатлыҡ кисерҙе, сөнки... күпме ҡыҙҙар кейәүгә сыға алмай интегә? Ә шулай ҙа үҙенсә, Зәйнәпсә, яуабын сығарҙы.
– Ашыҡтырма, профессор! Ашыҡҡан ашҡа бешкән.
– Улайһа, былай итәбеҙ. – Ғибаҙулла йәнләнеп китте. – Мин һине ауылға алып ҡайтып, атайымдар менән таныштырам. Унан һуң, теләһәң, һеҙгә барып әйләнербеҙ.
Зәйнәп ризалашты. Усмановтарҙың ауылы Урал аръяғы далаһын төйәк итеп, төрлө яҡтан елдәр иҫеп торған урын булып сыҡты.
– Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды... – Ауыҙ эсенән генә көйләне Зәйнәп.
– Эйе, беҙҙең ауыл сиҙәм күтәргәндә һалынған, – тип күңелһеҙ һығымта яһаны Ғибаҙулла. – Совет власы ундай мәсьәләгә бармаҡ аша ҡараған шул.
Усмановтар – Хәмиҙулла менән Бәһиә – икеһе лә уҡытыусылар. Буласаҡ киленде ихлас ҡаршы алдылар. Айырыуса атаһы:
– Медицина институтындамы ни? – тип шатланды. – Бик яҡшы. Ана, медпункт буш тора...
– Атай, беҙ ауылға ҡайтырға йыйынмайбыҙ! – тип ҡыҫылды һүҙгә Ғибаҙулла. Ул ата-әсәһе менән үҙен ҡорораҡ тота ине. – Миңә кандидатский яҡларға кәрәк. Зәйнәпкә лә кафедрала эш вәғәҙә итәләр. – Егет атаһына күрһәтмәй генә күҙ ҡыҫты: өндәшмә, йәнәһе.
– Алай икән. – Хәмиҙулла хәтере ҡалғандай итте. – Хәҙер йәштәр ауылда ҡалып бармай инде. Үҙегеҙ беләһегеҙ.
Һүҙгә бик һаран Бәһиә Сәләховна әңгәмәгә ҡатнашып барманы. Башҡортостандың төньяҡ райондарының береһенән сыҡҡан был урта йәштәрҙәге ҡатын Хәмиҙулла менән пединституттың математика факультетында уҡып йөрөгәндә үк ҡауышҡан. Улы Ғибаҙулла ла ошо сифаты менән әсәһенә тартҡайны.
9
Тәфтиш изоляторында Ринат Мусиндың мейеһен ике һорау иҙҙе: “Таһир Ахуновтың үлеме осраҡлымы, ни өсөн унда мине ғәйепләйҙәр?”. Мәрхүм менән һуңғы осрашып һөйләшеүҙе минуты-секундына саҡлы башынан уҙғарҙы, ләкин ректорҙың йөрәген ҡуҙғатырлыҡ, инфаркт дәрәжәһенә еткерерлек һүҙ әйтеүе иҫенә төшмәне. Икәү-ара әңгәмәне ҡат-ҡат анализлағандан һуң ғына, моғайын, уға тарихсылар араһынан берәйһен табып, ваҡытлы матбуғаттамы, әллә башҡа берәй сығанаҡтамы ҡомартҡыларҙың әһәмиәтенә шик белдергән мәҡәлә ойоштороуҙы тәҡдим итеүен генә айырып ала алды.
Ә уның нимәһе бар һуң? Фәнни асышҡа ҡарата шик белдерелеү фән өсөн ғәҙәти хәл дә баһа, тип фекер йөрөттө Мусин. Бәхәстә хәҡиҡәт тыуа, тип өйрәтә бит марксизм-ленинизм. Юғарынан төшөрөлгән күрһәтмәне атҡара барып, уңайлы ысул таба алыуына ул, Ринат Мусин, хатта ҡыуаныс кисергәйне. Шефы Хикмәт Хәсәнович әйтмешләй, сәйәсәттә эҫе күмерҙе кеше ҡулы менән алыуҙан да ҙур оҫталыҡ юҡ.
Таһир Ахунов был алымға эйәрергә теләмәгән, хатта үҙе өсөн түбәнселек иҫәпләгән, тигән һығымта яһаны Мусин. Ысынлап та, Миһрановтар асышына шик белдерерҙәй тарихсыларҙы университеттың үҙендә таба алырына Ахунов шикләндеме икән ни? Бәлки, һеҙгә Аҡ йорт яғынан тулы яҡлау буласаҡ, тип вәғәҙәләргә кәрәк булғандыр. Хәйер, ундай ярҙам Таһирҙы ышандыра алыр инеме икән? Бәлки, үҙен был хәтәр уйында ҡорбан килтерелергә тейешле фигура, тип тә ҡабул иткәндер. Эх, Таһир Заһирович! Кем уйлаған инде һинең “боҙоҡ моторлы” икәнеңде?
Иртәгәһен Мусинды һорау алырға саҡырҙылар. Һоро костюм-салбар кейгән ерән һаҡал-мыйыҡлы урта йәштәрҙәге ир үҙен Сергеев тип таныштырҙы ла:
– Һеҙгә мәрхүм Ахунов Таһир Заһировичты үлем хәленә еткереү буйынса ғәйепләү шиге белдерелә, – тип Енәйәт кодексының статьяһын атаны, әммә Мусин уны иҫендә ҡалдырып өлгөрмәне. – Әйтегеҙ әле, Ринат Закирович, арағыҙҙа быға саҡлы ниндәйҙер дошмансыл мөнәсәбәттәр булманымы?
– Сергеев әфәнде, беҙ дуҫтар инек! – тип ҡаршы төштө Мусин. – Был ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ ҡына.
– Мәрхүм ректорҙың һеҙҙең янда булғандан һуң киң инфаркт алыуы – раҫланған факт. Быны нисек аңлатыр инегеҙ?
– Беләһегеҙме, тәфтишсе әфәнде? – яуап ҡыйыу яңғараны. – Был һорауығыҙға мин адвокат арҡылы ғына яуап бирә алам.
– Яҡшы. – Әйтерһең, тәфтишсе шуны ғына көткән, папкаһын күтәреп урынынан ҡуҙғалды. – Һеҙгә адвокатты бөгөн үк тәғәйенләрҙәр.
Камераға ҡайтҡас, Мусин Ахунов менән һуңғы осрашыуын иҫенә төшөрҙө. Бер саҡ Таһир уны өйөнә ҡунаҡҡа саҡырғайны. Тәүҙә тегене-быны һөйләшеп, бер аҙ шарап эстеләр, унан фатир хужаһы ҡунағын эш бүлмәһенә алып инде.
– Ринат, бөгөн мин һиңә бер тарихи фактты еткерергә тейешмен, – китапса һүҙ башланы Таһир. Бер аҙ тулҡынлана ла ине. – Ошо документ менән танышып сыҡ әле! – тип бер бит ҡағыҙ һондо.
– “Сотник третьего башкирского полка Мусин награжден орденом Святой Анны третьей степени”, – тип уҡыны Мусин һәм һораулы ҡарашын фатир хужаһына йүнәлтте. – Ҡайҙан алдың быны?
– Архивтан. – Ахунов ҡәнәғәт йылмайҙы. – Ул кеше, Ринат Закирович, йыраҡ олатайың була. Әйткәндәй, һеҙҙең фамилия шул кешенән башланған. Тыуған ауылың Йәрмөхәмәт бит әле? Ул кеше лә шунда көн иткән.
Көтөлмәгән яңылыҡтан ҡунаҡ һеңгәҙәп, ни тип яуапларға белмәй тынып ҡалды.
– Күреп тораһың, Ринат Закирович, ата-бабаларың башҡорт тоҡомо. Ә һин үҙеңде... – Хужа өҫтәлдән тағы ла бер бит ҡағыҙ алды. – Был 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу тураһында. Йәрмөхәммәттә башҡорт Бакир Мусин ғаиләһендә алты бала теркәлгән. Закир исемлеһе, моғайын, атайың булалыр.
Йә хәҙер ни әйтерһең тигәндәй, Ахунов ҡәнәғәт ҡарашын ҡунағына төбәне.
– Аңламайым, Таһир, быларҙы ни өсөн һөйләйһеңдер? – Мусиндың асыуы килә башланы. – Ата-бабаларымдың башҡортлоғон раҫлар өсөнмө ни? Мин уны былай ҙа беләм.
– Белгәс, ниңә үҙеңдең милләтеңде аймылыш иҫәпләйһең һуң? – Ахуновтың ҡарашында был юлы ғәжәпләнеү ҡатыш үпкәләү ҙә тойғолары сағылды. Күпме кеше менән һөйләшеп, ҡиммәтле ваҡытын сарыф итеп йыйған мәғлүмәттәрҙең тәьҫире булмағанына йәне көйә ине уның. – Ата-бабаларың башҡорт булғас, һин дә башҡорт булаһың түгелме ни?
– Таһир, башыңды йүләргә һалма әле! – Ҡунаҡ асыуланып, урынынан тороп уҡ китте. – “Ассимиляция” тигән күренеш хаҡында ишеткәнең барҙыр, моғайын. Ата-бабайҙар үҙен “башҡорт” йөрөтһә лә, теле буйынса ассимиляцияға бирелгәндәрҙән булған.
– Ринат! Туҡта әле, ҡыҙмай тор! – тип ҡунағын кире урынына ултыртты Ахунов. – Ассимиляция – ул ваҡ халыҡтарҙы юҡҡа сығарыу өсөн уйлап сығарылған күренеш. Хайуандар донъяһын ал! Йылҡы малы һыйырҙар араһында күпме генә йөрөмәһен, һыйыр малына әүерелмәй. Сөнки һыйыр ҡолонламай, ә бейә быҙауламай. Аңланыңмы?
Һуңғы һығымталарын еткергәндә, фатир хужаһының йөҙөнән шундай яҡтылыҡ һәм тантана һирпелә ине, әйтерһең дә, оло яуҙы ҡайтарған йә бар донъяны шаҡ ҡатырырлыҡ нәмә уйлап тапҡан.
– Причем, бында һыйыр менән бейә? Беҙ бит кешеләр! – тип ныҡышты Мусин. – Ассимиляция, эйе, тарихи күренеш. Ул бәләкәй халыҡтың ҙурыраҡ бер халыҡ йоғонтоһо арҡаһында үҙенең төп һыҙаттарын юғалтып, ҙур халыҡтыҡын ҡабул итеүен аңлата. Ассимиляцияның ысынбарлыҡ булыуы күптән раҫлаған.
Был юлы еңеүсе ҡиәфәте ҡунаҡтың килеш-килбәтенә күсте.
– Икенсе ҙур халыҡ тигәнең татар булалыр инде, – уйсан ҡиәфәттә һүҙҙе дауам итте Ахунов. – Тик һин иртәрәк тантана итәһең. Күршеләрҙең был регионға күпләп күсенеүе бер ниндәй статистика менән дә раҫланмай. Һүҙ, Ринат Закирович, төрлө дәүерҙәрҙә башҡорт ауылдарына күсенеп ултырған биш-алты ғаилә хаҡында ғына бармай. Шулай булғас, “ҙур халыҡ” тигәнең – буш һүҙ. Ә биш-алты кеше генә, үҙең беләһең, тотош ауылды “йота” алмай.